Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдың йөҙөн кем билдәләй?
Ауылдың йөҙөн кем билдәләй? Мәғлүм булыуынса, бәләкәй ауылдарҙың бөгөнгө хәле мәғариф тармағында ҙур үҙгәрештәргә килтерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, заман талаптарына ярашлы гөрләп эшләгән аҙ комплектлы белем усаҡтары ла бар. Яңы Балапан урта мәктәбенең филиалы булған Нияҙғол башланғыс мәктәбе – тап шундайҙарҙан.


Күптән түгел унда уҡытыусы Дилбәр Ғибәҙәтова Әҙәбиәт йылына арналған “Кешелектең таңы халыҡ ижадынан башлана” исемле семинар үткәрҙе. Сарала район хакимиәтенең мәғариф идаралығынан Гөлнара Ғиниәтова, яҙыусы Айһылыу Йәғәфәрова, шулай уҡ башланғыс мәктәптәрҙә эшләгән педагогтар ҡатнашты.
Ауыл уҡытыусыһы – ошо ерҙең йөҙө, изге башланғыстарға әйҙәүсе, урындағы йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегенә йән өрөүсе, халыҡты рухи яҡтан байытыусы, йәш быуындың киләсәген хәстәрләүсе. Тап ошондай сифаттарға эйә тәж­ри­бәле педагог Дилбәр Рәжәп ҡыҙының “Әкиәт – хыялға ҡанат” тип исемләнгән дәресе ижади эҙләнеүҙең асыҡ сағылышы булды. Унда уҡыусылар “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар”, “Төҫлө япраҡтар”, “Әсә”, “Ҡәләмдәр”, “Бәләкәй ҡайын” тигән мөғжи­зәле әкиәттәргә сәйәхәт ҡылып, логик фекерләү талап иткән бихисап һорауға яуап тапты. Эште мәҡәлдәргә бәйләп алып барыу дәрестең әһәмиәтен тағы ла арттырҙы.
Әкиәттәрҙең авторы Айһылыу Йәғәфәрова балалар менән ихлас аралашты. Ул байтаҡ йыл элек бөйөк яҙыусы А. С. Пуш­киндың әкиәттәрен тәржемә итеп, уларҙы туплап китап баҫтырған икән. Төҫлө һүрәтле ҡалын йыйынтыҡ балаларға ифрат ныҡ оҡшаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китап бәләкәй тиражда донъя күргән.
Нияҙғол уҡыусыларының А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрына сәфәр ҡылыуы, артистар менән осрашыуы, спектаклдәр ҡарауы, Интернет конкурсында еңеүселәр булыуы хаҡында хәбәрҙар инек. Уларҙың шиғырҙарҙы ҙур оҫталыҡ менән тасуири һөйләүендә лә уҡытыусының күңелдәрҙә милли үҙаң, рух тәрбиәләргә ынтылышы асыҡ сағылды.
Дилбәр Ғибәҙәтова ата-әсәләргә, ауылдаштарына ныҡлы таянып эшләй. Уңышлы хеҙмәте район хакимиәтенең, уның мәғариф идаралығының бихисап маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнгән. Тынғыһыҙ педагогтың “Йыл уҡытыусыһы”, “Иң яҡшы класс етәксеһе” кеүек конкурстарҙа призлы урындарҙы яулауында, әлбиттә, уны ярты һүҙҙән аңлаған уҡыусы­ларының, ата-әсә комитеты ағзаларының өлөшө ҙур.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә минең балалар өсөн яҙылған “Ҡаласты кем ашаған?” исемле пьесам сәхнәләш­те­релде. Бында педагог Дилбәр Ғибәҙәтова режиссура өлкә­һендә лә һәләте барлығын иҫбатланы. Уҡыусылар ролдәрҙе ифрат оҫта башҡарҙы. Спектаклдең музыкаль яҡтан матур биҙәлешенә, кейемдәрҙең килешле булыуына тамашасылар һоҡланып туйманы, сығышты көслө алҡышҡа күмде.
Семинар һуңында район хакимиәтенең мәғариф идара­лығынан Гөлнара Ғиниәтова белем усағының һөҙөмтәле эше, уҡыусыларҙың төрлө конкурста, олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшеүен билдәләне. Сарала ҡатнашыусылар тынғыһыҙ уҡытыусыға артабан да уңыштар насип булыуын теләне.
Алтмышлап йортло Наҙарғолда мәҙәниәт усағы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ферма, таҡта ярыу цехы эшләй. Рухлы халыҡ фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә ҙур билдәлелек яулаған ауылдаштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланып йәшәй. Белем усағы коллективы Яңы Балапан урта мәктәбе директоры Басир Зәйтүновтың, ауыл Советы депутаты Зәбир Мирсаевтың даими ярҙамын күрә. Уҡыу йорто янында ҡоҙоҡ ҡаҙҙырылған, биләмәне йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Баҡсала йәшелсә, еләк-емеш йыл да күпләп үҫтерелә.
– Әйеүкә тауы битендә ниндәйҙер инвестор карьер аса, – тип Наҙарғолдағы хәлдәр менән таныштырыуын дауам итте хушлашҡанда Дилбәр Ғибәҙәтова. – Быйыл үтәсәк “Һаумы­һығыҙ, ауылдаштар!” байрамын, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы уҙғарырға ныҡлы әҙерләнәбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973