Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт телен, башҡорт халҡын ҡобайырҙа ҙурланым!”
“Башҡорт телен, башҡорт халҡын ҡобайырҙа ҙурланым!” Уның бөтөн тормошо, ижады халыҡтың күҙ алдында барған кеүек: матбуғатта әлдән-әле төплө ғилми мәҡәләләре, яҙмалары донъя күрә, киң танылған сәсәниә булараҡ, майҙанда әйтер ғәҙел һүҙе тынмай. “Тәрән йылға”ның шулай уҡ серле соңғолдары, күренмәгән бөгөлдәре, үҙе белеп кенә һуғарған талдары, гөлдәре бар. Һүҙ – Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева тураһында.

Үҙ ҡарашы, алымы,
һүҙе бар

Мин уны 27 йәшлек сағында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙә­генең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлағанынан бирле беләм. Ихлас, ма­тур тауыш менән башҡарған йырҙары, ил­һам­лы бейеүҙәре менән килеп инде ул ғилем донъяһына һәм “Ҡобайыр” ансамбленә яңы һулыш, нур өҫтәне. Төркөмдөң сығыштарын һәр ерҙә яратып ҡабул иттеләр.
Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы – киң фекерле, мәсьәләне тәрән анализлап тикшергән талантлы ғалимә. 1988 йылда ул халыҡ ижадын комплекслы өйрәнеү кәрәклеген беренсе булып иҫбат итте һәм туй йолалары буйынса диссертация яҡланы. Артабанғы хеҙмәттәрендә халыҡ йолалары фольклор, этнография, лингвистика, тарих, хатта археография фәндәре ҡатнашмаһы булараҡ асылды. Мәҫәлән, сеңләүҙе ҡайһы бер этнографтар әллә ҡасан һүнгән тип иҫәпләһә, халыҡ ижады жанры булыуына шик ташлаһа, Розалия Солтангәрәева уның мифологик, тарихи, психологик, тәрбиәүи-педагогик тамыр­ҙа­рын байҡап, халыҡ ижадында фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошон, тормошон сағыл­дыр­ған, гүзәл зат вәкиле үҙе ижад иткән үҙен­сәлекле фольклор өлгөһө тип иҫбатланы.
Ошо жанрҙа ғына ла төрлө яҡлы ғилем, халыҡ ижады өлгөләренең тәрән йомаҡ­тары асыла. Ҡатмарлы комплекслы анализ, бихисап фольклор материалын тик­шереү һәм системалы байҡау, башҡорт халыҡ ижадына ғына хас үҙенсәлектәрҙе асыу өсөн уны башҡаларҙың боронғо мәҙәниәте, фольклоры менән сағыштырып өйрәнеү нигеҙендә Розалия Солтан­гәрәеваның би­хисап күләмле моногра­фияһы донъя күрҙе.
Мәскәүҙә докторлыҡ диссерта­цияһын яҡлау ваҡытында йола фольклоры белгесе, атаҡлы академик Ю.Г. Круглов, ғалимәнең комплекслы өйрәнеү мето­дикаһын һәм тәрән аналитик фекерҙәрен ҡеүәтләп, уның алымдарын өлгө итеп ҡуя. Ошо нигеҙҙә Розалия Солтангәрәева башҡорт йола фольклорын өйрәнеп, уны төрлө жанрҙар рәтендә мөһим урын биләгән, көнкүреш һәм поэзия, ғәмәл һәм сәнғәт ҡатнашмаһы булған ҡатмарлы система итеп танытты. Йола – башҡорттоң йәшәү конституцияһы, экзотика йә уйын түгел, ә именлек моделе, тормошта рухи һәм физик ныҡлыҡты тәьмин иткән мәшһүр аҡыл кендеге, ти ул бер хеҙмәтендә.
“Башҡорт телен, башҡорт халҡын ҡобайырҙа ҙурланым!”Розалия Солтәнгәрәеваның ғиле­мендә тағы бер көслө һәм билдәле, башҡа хеҙмәттәрҙән айырмалы сифат – фольклорҙы филология алымдары менән генә түгел, ә халыҡ ижады талап иткән, тик уға тейешле юлдар аша өйрәнеү. Был да ғалимә тарафынан ғилемгә, фәнгә беренселәрҙән булып уңышлы индерелде. 2009 йылда сыҡҡан “Башкирский народный куреш” исемле моногра­фияһы ошо юҫыҡта ҙур яңылыҡ булды. Унда көрәштең тәрән мифологик тамырҙары, бөйөк фәлсә­фәһе, һәр хәрәкәттең мәғәнәһе өйрә­нелгән, асылы иҫбат ителгән. Улай ғына түгел, башҡорт батыр­лығы мәктәбенең беҙҙең эраға тиклемге I быуатҡа бәйле тарихы, махсус ритуал булараҡ, көрәштең атрибуттары, ҡағиҙәләре тикшерелгән. Быға тиклем тик спорт төрө, фестиваль-ярыштарҙағы күрмә­лекле тамаша тип кенә ҡабул ителгән башҡорт көрәшен бар бөтөнлөгөндә байҡау менән сикләнмәй, уның милли холоҡ, психология, рухи һәм физик ныҡлыҡ мәктәбе икәнлеген иҫбатлай ғалимә.
“Башҡорт халыҡ ижады” циклында башҡорт йолаһының ике томда (Ә.М. Сөләймәнов менән берлектә) сығыуы рухи тамырҙарыбыҙҙың тәрәнлеген раҫлаған ҙур хеҙмәт булды. Асылда Розалия Солтангәрәева хазинабыҙҙың бәҫен, ҡәҙерен ҡайтарҙы. 1930 – 1980 йылдарҙа йолаларыбыҙ өнһөҙ инҡар итеүгә дусар булғайны бит. Шуға ла ғалимәнең был йәһәттән хеҙмәттәре – үҙе бер батырлыҡ. Дөйөм алғанда, Розалия Солтангәрәеваның әле 450-нән ашыу ғилми эше бар, уларҙың күбеһе Рәсәй, сит ил журналдарында ла баҫылды.
Егәрле, төплө фекерле, киң эрудициялы һәм, иң мөһиме, һәр фольклор, тарих күренешенә “үҙ ҡарашы, үҙ алымы, үҙ һүҙе булған” (фольклорсы ғалим И.Е. Карпухин әйткәнсә) ғалимәнең тағы бер сифатын телгә алмау мөмкин түгел. Ул теге йәки был фольклор күренешен “ифрат боронғо дәүергә ҡайтып ҡала” тип баһалау менән сикләнмәй, ә һәр төрлө символдарҙың (төҫ, тауыш, һан, арауыҡ, урын, маҡсат, сәбәп һ.б.) йөкмәткеһе нигеҙендә тәүтормош кешеһенең психологияһын, тәбиғәт культын барлап, дәүергә, ваҡытҡа бәйлелекте асырға ынтыла, әҙәмдең йола эсендә ҡасан, нисек йәшәгәнен раҫлай.

Бейеү һәм йыр тамырҙарын барлап…

Розалия Солтангәрәеваның милли ҡомарт­ҡыбыҙҙы – башҡорт халыҡ бейе­үен – өйрәнеүгә һалған ҙур өлөшө тура­һында ла әйтергә кәрәк. Мәғлүм бу­лы­уынса, бейеү тарихи-этнографик күҙлектән тарих фәндәре кандидаты Л.И. Нагаева тарафынан ентекле өйрәнелгән. Шулай ҙа был халыҡ ижады өлгөһө фольклор күренеше, аҡыл, хис, ижади һүҙ, мәғәнәле хәрәкәт илһамында тыуған милли хазина булараҡ асылмағайны әле. Был йәһәттән Розалия Солтангәрәева бейеүҙе туй йолаһының айырылғыһыҙ күренеше сифатында 1982 – 1983 йылдарҙа уҡ өйрә­нә, йыя башлай, уның йола кеүек төрлө компоненттар ҡатнашмаһы икәнлеген, бер нисә йөкмәткеле булыуын асыҡлай. Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Яңауыл, Борай райондарында яҙып алған бейеүҙәрҙе системалы өйрәнеп, ике китап та сығара.
Розалия Солтангәрәева берен­селәрҙән булып баш­ҡорт бейеүенең рухи йөкмәт­кеһен, асылын, һүҙ һәм хәрәкәт, ысын­барлыҡ менән образлылыҡтың боронғо бейеү телендә, лексикаһында сағылыу нигеҙҙәрен аса. Хатта бит боронғо ижад өлгөләрен һәйбәт белгән, йыйған Гөлнур Мәмлиеванан атаҡлы сәсән Х. Ғәбитовтың “Күк бүре” бейеүен яҙып ала! Шулай уҡ “Сыңрау торна”, “Кәкүк”, “Бүҙәнә”нең мифологик тамырҙарын тикшерә. Ул ғына ла түгел, рухи хазинаның миллилеген һаҡлап ҡалырҙай ҡағиҙәләрҙе, тыйыуҙарҙы яҙып ала: “Ир кеше аяғын билдән юғары күтәрергә тейеш түгел – Тәңрегә тибеү була”, “Ҡатын-ҡыҙ бармаҡ сирткәндә ҡулын ныҡ һелтәмәһен – елпеү ҡағыла”, “Сәскә тейергә, уны һелкергә ярамай – яҙмышыңды бутайһың” һәм башҡалар. Башҡорттоң “Сыңрау торна”, “Кәкүк” бейеүҙәренә ҡарата фәндә бығаса әйтелмәгән фекерҙәр белдерелгән. Мәҫәлән, ғалимә тәүгеһенең шом, бәлә саҡырыуға ғына түгел, ә яу, оран һалыу, ғәскәр туплауға бәйле төп ҡеүәт көсөн, мәғәнәһен тикшерә. Тәүтормош логикаһы буйынса “сың” илау, һыҡтау ауазына, шулай уҡ тимер, ҡорал рухына һәм уларҙы “эшкә ҡушыу” йолаһына бәйле икән. Ғөмүмән, бөгөн милли бейеүебеҙҙең асылы, башҡортҡа хас хәрәкәттәре юғалып, уны техник алымдар баҫып барғанда, башҡа халыҡтарҙыҡы менән буталғанда, ғалимәнең “Танцевальный фольклор башкир” (Өфө, 2013 йыл) тигән китабында бирелгән мәғлүмәттәр һәр кем өсөн кәрәкле һәм ифрат ҡиммәтле.
Милләттәшебеҙҙең башҡорт халыҡ йырын өйрәнеүгә бәйле хеҙмәттәре лә фәнгә тос өлөш индерҙе, тәрән фекер өҫтәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дини фольклорға бәйле “Мөнәжәттәр”е, уйын фольклоры өлгөләре тупланған күләмле томдары 2008 йылдан бирле донъя күрә алмай.
Утыҙ йылдан ашыу эш дәүерендә Розалия Солтангәрәева 38 фольклор экспе­ди­цияһында һәм ғилми командировкаларҙа ҡатнаша. Йыйған мәғлүмәттәре Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында сыҡҡан 15 йыйынтыҡта донъя күрә. Барған һәр еренән яңы йыр, көй яҙып алып ҡайта ул. Һөҙөмтәлә һирәк ишетелгән “Кизелекәй шаршау”, “Сүл бүреҫе”, “Сәйгүн”, “Ағасайым” (Миәкә), “Ер еләге”, “Яйыҡҡай буйы”, “Салауат” (Учалы), “Ишмырҙа”, “Сәйфелмөлөк” (Салауат), “Көмөш йөҙөк” (Әлшәй), “Ҡаһым түрә” (вариант), “Сыңрау торна” (вариант), “Баязит батыр ҡобайыры” (Баймаҡ), “Сәҙе буйы” (Һамар өлкәһе), “Айһәйлүк”, “1812 йыл” (Ейәнсура), “Әсе бал” (Ишембай), “Самауырҡай” (Күмертау), “Йәнгүзәл”, “Ике ҡайын”, “Боронғо йыр” (Дәүләкән), “Һаҡмар һыуы” (Хәйбулла) һәм башҡа бик күп башҡорт халыҡ йырҙарын ҡайтарҙы ул!

Башланғыстары – халыҡ өсөн

Розалия Солтангәрәева “Аҡ тирмә”гә етәкселек иткән ваҡытында ялҡынлы телмәр оҫтаһы, нескә дипломат булып танылды. Был клуб баш­ҡорттарҙы туплауға, рухын нығытыуға ифрат ҙур өлөш индерҙе. 2005 йылда иһә ғалимә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе урынбаҫары итеп һайланды, ә 2010 йылдан – ошо ойошманың рәйесе.
Был эшендә халҡына яңы мөмкинлектәр аса ул. Биш йыл эсендә үткәрелгән иң ҙур проекттар үҙҙәре генә ни тора! Мәҫәлән, “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында Шә­йех­зада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары, йәмғиәттең әүҙем ағзалары Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Зөл­фиә Ханнанова, Тән­зилә Дәүләтбирҙина, Тамара Юл­­даше­валарҙың ҙур шиғыр концерты булды. Розалия Солтангәрәева проектты үҙе уйлап тап­ҡан һәм Әлфиә Ғима­ҙиева, Зөһрә Бураҡаева ярҙамында ифрат матур тамаша килеп сыҡты. Шығырым тулы зал өс сәғәт буйы шиғри тул­ҡындарҙа бәүелә! Был проект әле лә дауам итә.
Йәмғиәттең “Бәхетле никах” тигән ак­цияһы 2011 йылдан башлап төрлө ра­йон-ҡалала үтә. “Ағинәй мәк­тәбе”н дә ҡайтара ойошма: 65 – 75 йәшкә еткән, абруй ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙға ҙур сәхнәлә аҡ яулыҡ ябындырыла. Ә инде милли мәғариф учреждениеларында осра­шыуҙарҙың, бәләгә тарыған район­дарға ярҙам сараларының иҫәбе-һаны юҡ.
Йәмғиәт сәсәнлек мәктәбен яңы баҫҡысҡа күтәрҙе. Мәҫәлән, Әлшәйҙә йыл да “Сә­сән­дәрем, килегеҙ!” тигән конкурс (ул Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә уңышлы атҡарыла), оҫталыҡ дәрестәре, осрашыуҙар уҙа. Са­раларҙы уртаҡ маҡсат – йәштәр күңелендә туған телгә, мәҙәниәткә, йолаларға һөйөү, телмәр оҫталығын үҫтереү – берләштерә. Розалия Солтан­гәрәева 1993 йылдан – мәктәптәрҙә, гимназияларҙа, ә 2011 йылдан М. Аҡмулла исе­мендәге БДПУ-ла сәсәнлек мәктәбен алып бара. Уҡыу­сылары Элистала, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда үткән ярыштарҙа еңеп ҡайтты.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тигән ҙур сара (проект авторы – Г.Ғ. Ҡолһарина) республи­каның төрлө йәһәттән иң көслө гүзәл зат вәкилдәрен киң танытты. Ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте отҡан грант иҫәбенә һәм Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың ярҙамы менән ойошторолдо. Йәмғиәт шулай уҡ тәбиғәтте һаҡлауға бәйле йолаларҙы (“Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”) тергеҙеүгә күп көс һала. Яңыраҡ Розалия Солтангәрәеваның тағы бер проекты – “Урал батыр” байрамы – шаулап-гөрләп үтте. Борон башҡорттар эпосты ҡыш мәлендә һөйләгән, башҡа ваҡытта яра­маған. “Донъяла асыу-ярһыу, яман­лыҡ күбәйҙе. Шуға ҡаршы яҡшылыҡ, тыныс­лыҡ рухын күтәрер өсөн башҡар­ҙыҡ был эште”, – ти Розалия. Байрам уҙған һәр урында халыҡ “Урал батыр”ҙан яҡшылыҡ хаҡындағы һүҙҙәрҙе бергәләп әйтеп, күңелен таҙартты, тыныслыҡ теләне. Аҡыл, тәрән хис һәм һиҙгер­лек менән башҡа­рылған йоланы йәмғиәт йыл да үткәр­мәксе. Унда бөтөн республика халҡы ҡат­нашырға тейеш, ти ойошма рәйесе.
Ил башлыҡтары бөркөт осорған!

Сәсәниәнең ҡобайырҙарын битараф тыңлаған кешене күргәнем юҡ. Һәр сығышы тетрәндерә, уйландыра, көс бирә. XX быуат аҙағында сәсәнлек мәктәбен терелтеп, ҡобайырҙың ғүмерен оҙонайтыусы булды был шәхес. Розалия Солтангәрәеваның “Иман ни ҙә, ҡылған ни?”, “Изге ер”, “Ай, илгенәм!”, “Башҡортостанға бата те­ләк”, “Зәки Вәлидигә”, “Зәйнәб Биишеваға”, “Рәмиҙәрҙең рәнйеүҙәре кәмемәйҙер”, “XXI быуатҡа бара торған баш­ҡортҡа” һәм башҡа ҡобайырҙарын мәктәп балалары ла яҡшы белә, һөйләй.
Һәр төрлө ауыр ваҡыттарҙа тел, иман ҡәҙерен, башҡорттоң намыҫын һаҡлап, гелән ҙур майҙан йыйҙы ул. Рәсми сараларҙа ҡобайырҙарын әйтеп, төрлө ил ғалимдарын таң ҡалдырғаны йыш булды. Мин уға һәр ваҡыт бер һүҙ әйтә килдем: “Йәшә!”
Бер ҡобайырында ошондай юлдар бар:
Илдәрҙе мин буйланым,
Буйлап ҡына ҡуйманым,
Башҡорт телен, башҡорт халҡын
Ҡобайырҙа ҙурланым…
Үҙ илемә ҡайта-ҡайта
Ҡаты уйым уйланым.
Үҙ башҡортом атҡан уҡтан
Сал бүреләй олоном…
Тетрәндергес һүҙҙәр. Ә бит 1996 йылда Алматыла уҙған гала-концертта Розалия Солтангәрәеваның сығышын ҡарап, дүрт ил президенты бөркөт осорған! 2000 йылда Астаналағы Науруз байрамында шул уҡ хәл ҡабатланған. Был – төрки халҡында аҡынға, йырсыға юғары баһа. Венгрияла Арпед исемле кеше сығыштан һуң башҡорт сәсәниәһенең ҡулын илай-илай үбә. “Һеҙҙең йырҙа боронғо ерем тауышын ишеттем, рәхмәт һеҙгә!” – ти ул. Шулай сәсәниә төрлө йылдарҙа Мәскәүҙә, Элистала, Төркиәлә, Венгрияла үткән фестивалдәрҙә илебеҙ, телебеҙ данын арттырып, еңеп ҡайта.
Милләттәшебеҙҙең иң ҙур ҡаҙа­ныш­тарының һәм асыштарының береһе – “Урал батыр” эпосын телдән яҙып алыуы. 1910 йылдан бирле бындай ҙур табыштың “эләккәне” булмаған. Һикһән йәшен уҙған Әсмә Усманованың әҫәрҙе өләсәһе Мөьминә Һаҡҡолованың һөйләп-көйләүе буйынса яҙып алыуы башҡорт мәҙәниәте генә түгел, тотош кешелек өсөн асыш булды. Әсмә Усманова эпосты ике сәғәт дауамында яттан һөйләгән, биш-алты өҙөктө һамаҡлап, көй­ләп әйткән. Уны те­леви­дениела тулыһынса күрһәттеләр. “Урал батыр”ҙың өлкәндәр хәтерендә әле лә һаҡланыуы башҡорт халҡының юғары ырыҫын, тел, аң көсөн раҫлай. Изге эшең өсөн рәхмәт һиңә, Розалия!

Зауыҡ, тәрән уй сағылышы

Күңелемдә күркәм хәтирә һаҡлана: сәсәниәнең ҡо­ба­йыр телендә яҙылған “Аҡбуҙатҡа атлан, башҡортом!” тигән пьесаһын Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары ике көн уйнағайны. Зал шығырым тулы булды. Ошо урында Розалияның йәнә бер көслө һәләтенә мәртәбә бирәм. Ул – бик оҫта, һиҙгер режиссер, сәхнәгә халыҡ ижадын сығарыусы. М. Буран­ғо­ловтың “Башҡорт туйы”нда уйнаған “Халыҡ рухы” ти­гән роле генә лә ни тора! Ошо спектаклгә Розалияны тың­лар өсөн генә бишәр тапҡыр барған кешеләрҙе беләм.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһында ойошторған программалары иһә (Р. Хәли­лов һәм С. Итбаев менән берлектә) икешәр сәғәтлек фольклор театрына әүерелде. “Йәдкәр” ансамбленә ҡуй­ған “Йәмле Урал буйында”, “450 – ныҡ билле” һәм башҡа программалары Төркиәлә, Хакасияла ла дан алды. Рус дәү­ләт драма театрында ҡуйылған “Ҡара юр­ға” (Ғ. Ша­фиҡов пьесаһы), М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә сыҡҡан “Сә­сәндәр”, “Теләк бишеге”, “Башҡорт туйы”, Милли йәш­тәр театры тамашасыларын хайран иткән “Шәүрәкәй” әҫәрҙәрендә төрлө фольклор күренештәрен сығарыуы – оло зауыҡ, белем, тәрән уй, мәҙәниәтлелек сағылышы ул.

* * *
Һынау йылдарында, хәл иткес мәлдәрҙә Хоҙай Тәғәлә башҡорт халҡына бынамын тигән ғалимә-сәсәнен бирҙе! Розалия үҙ вазифаһын таҙа намыҫ менән, тарихта яҡты бит булып яҙылырлыҡ итеп үтәп килә. Аллаға шөкөр. Юҡ, мин уны маҡтаманым, хеҙмәттәренең ҡайһы берҙәрен һанап ҡына сыҡтым. Ә бит был шәхес яҙмышында – күпме иҫтәлек, ваҡиға, изге ғәмәл! Беҙ иһә уға “Башҡорт халыҡ сәсәне” тигән исемде лә бирә алмайбыҙ... Заманында ошондай дәртләндереү, ололау сараһы булған бит. Был йәһәттән ғалимдар, йәмә­ғәтселек ниңә өнһөҙ?
Һәләтте бурыс итеп ҡабул ҡылып, халҡы мәнфә­ғәтендә күп яҡлы эш алып бара ул. Башҡарғандары дан да, мал да өсөн түгел. Шулай ҙа Розалия Солтангәрәеваның ил алдындағы хеҙмәттәре юғары баһаға күптән лайыҡ бит. Алһыҙ-ялһыҙ, йөрәк көсөн, күңелен биреп үтәгән һәр ғәмәле ҡотло булһын уның. Ә беҙ һоҡланайыҡ, юлына аҡ йәймә йәйәйек. Оло донъяны йәмләп, ҡанатланып эшлә, йәшә, Розалия!

Ишмөхәмәт ҒӘЛӘҮЕТДИНОВ,
филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остан Фәндәр академияһының
ағза-корреспонденты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 30.03.2015, 08:01
    Эйе, ҡәҙерле башҡорт милләттәштәрем, Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы халҡыбыҙҙың иң бөйөк, иң гүзәл, иң аҫыл ҡыҙы ул! Күренекле башҡорт ғалимы Ишмөхәммәт Ғәләүетдиновтың бөйөк башҡорт гүзәле, сағыштырмаһыҙ һәләттәргә эйә, сәсәниә, халыҡ йырсыһы, ғалимә, яҙыусы, уҡытыусы, милли мәҙәниәт саниәһе Розалиә Солтангәрәева тураһында шундай тәрән фекерле, шундай мауыҡтырғыс йөкмәткеле, шундай етди, шул уҡ ваҡытта ифрат халыҡсан яҙмаһы күңелгә ныҡ йоғонто яһаны. Минеңсә, әле беҙҙең гәзит биттәрендә милли шәхестәребеҙҙе ололаусы ошондай матур яҙмалар һирәк осрай. Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов, ғалим булараҡ, ифрат сифатлы яҙа үҙенең йәш коллегаһының ҡаҙаныштары хаҡында, - был бик раҫ! Беҙ, халыҡ, әлегә үҙебеҙҙең хәҙерге даһи шәхестәребеҙ баһалай белмәйбеҙ, гелән артҡа бағабыҙ, үткән уңыштарҙы ғына барлайбыҙ.
    Розалиә Солтангәрәеваның беҙгә, башлыса педагогтарға, ғәйәт зарури булған ике ҙур китаптары - "Башҡорт халыҡ көрәше" (2009) һәм "Башҡорт сәсән мәктәбе: хәҙерге заманда традициялар, үҫеш юлдары" (2012) - ғәмәлдә урта һәм юғары уҡыу йорттарында дәреслек вазифаһын үтәй. Тик ошо өсөн генә Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙы йәмғиәттең, дәүләттең оло наградаһына лайыҡлы. Ә бит ул бөйөк сәсәниә, йырсы, талантлы лектор, ғалимә, фән ойоштороусыһы... Розалиәне, беҙ, башҡорттар, ныҡ күтәрергә бурыслыбыҙ.

  2. Ишбулды Әбйәлилов
    Ишбулды Әбйәлилов от 25.04.2015, 23:01
    Авторҙың һәм бынан алдағы Рияз Мәсәлимовтың һүҙҙәренә ҡушылам һәм үҙемдән өҫтәйем:
    +100500! Бар бул, бай бул, һау бул, сәсәниә!






Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78

Киттек Бухартовскийҙың йортона!

Киттек Бухартовскийҙың йортона! 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфө йәмәғәтселәре ташландыҡ архитектура ҡомартҡыларында өмәләр ойошторорға тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 48