Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәскәүҙе лә йылмайта
Мәскәүҙе лә йылмайта Халыҡ-ара көлкө көнө алдынан Мәскәүҙә күренекле башҡорт сатирик яҙыусыһы, шағир-юморист Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды. Баш ҡаланың тарихи Ростовтар йортонда уҙғарылған был күңелле сараға Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары, шағирҙары, йәмәғәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, журналистар, үҙәк матбуғат мөхәррирҙәре, ижади союздар етәкселәре килгәйне.
Халыҡ-ара яҙыусылар союз­да­ры берләшмәһе рәйесе, Рә­сәйҙең Яҙыусылар союзы ида­­ра­һы рә­йесе урынбаҫары Иван Переверзин, кисәне асып:
– Беҙҙең киң илебеҙҙә тәж­рибәле яҙыусылар һәм шағирҙар күп. Ләкин улар ара­һын­да Мар. Сәлим кеүек тотош Рә­сәй проблемаларын ҡыйыу кү­тәргән сатириктар бармаҡ ме­нән генә һанарлыҡ. Ил әҙәбиә­тенә ин­дер­гән ҙур хеҙмәте өсөн ул халыҡ-ара ойош­мабыҙҙың иң юғары бүлә­генә – Почет грамотаһына – лайыҡ булды, – тине.
Рәсәй Яҙыусылар союзы ида­раһы рәйестәше, Мәскәү яҙыусы­лары ойошмаһы етәксеһе Вла­ди­мир Бояринов, Марсель Сә­лимовтың халыҡ-ара әҙәби йы­йындарҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләп:
– Сағыу сығыштары менән ул сит илдәрҙә башҡорттоҡон ғына түгел, ә бөтөн Рәсәй әҙәбиә­тенең мәртәбәһен күтәрә, – тине һәм яҙыусы-сатирикка В. В. Маяковский орденын тап­шырҙы.
Дәүләт Думаһы депутаты Сә­лиә Мырҙабаева Марсель Сәли­мовтың “Һәнәк” журналын­дағы фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөй­ләне һәм уға парламенттың “Ал­тын ҡәләм”ен бүләк итте.
Юмористың ижадына шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы секретары Тимур Шафир, Мәскәү Журналистар ойошмаһы етәксеһе Леонид Речицкий, Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциация­һы президенты, профессор Виктор Никеров, академик Тельман Әминев, яҙыу­сы­лар Йәмил Мостафин, Ринат Мөхәммәҙиев, Виктор Кирюшин, Башҡортостандың Рә­сәй Президенты ҡарама­ғындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге етәк­селәре, илебеҙҙең баш ҡала­һын­да йәшәүсе мил­ләт­тәш­тә­ребеҙ баһа бирҙе. Мәскәү эстрада артистары Мар. Сәлимдең скетчын уйнап күрһә­т­те. Лев Толстой рома­нындағы Наташа Ростова бейе­гән иҫтәлекле залда Мәҙинә Илһа­мова башҡарыуында баш­ҡорт халыҡ көйҙәре яңғыраны. Күренекле урыҫ шағирҙары Николай Переяслов менән Иван Тертычный Мар. Сәлимдең яңы шиғырҙарын үҙ тәржемәләрендә уҡыны. Башҡорт юморисының үҙенең сығышы ла көслө алҡыш­тарға күмелде.
Көлкө оҫтаһының ижад кисәһен Халыҡ-ара яҙыусылар союздары берләшмәһе рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары, билдәле урыҫ яҙыусыһы һәм кино актёры Юрий Коноплянников алып барҙы.
Ошо уҡ кисәлә Марсель Сә­лимовҡа сатира һәм юмор жанрында уңышлы эшмәкәрлеге өсөн Рәсәй Яҙыусылар союзы­ның Почёт грамотаһы тапшырылды.
Гәзитебеҙҙең әүҙем авторын ҡотлайбыҙ һәм уҡыусыла­ры­быҙға уның яңы әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105