Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишетелгәндәй атай тауышы...
Атайым Хатип Өмөтбай улы Йәндүрин 1908 йылда Лағыр ауылында тыуған. 1932 йылда Жәлил Кейекбаев менән бергә Башҡортостан педагогия техникумын тамамлай. Ул ваҡытта Малаяҙ районы (хәҙерге Салауат районы) Ҡыйғынан айырылып сыҡҡас, төбәктең тәүге мәғариф бүлеге мөдире була, Салауат райкомының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире вазифаһында эшләй. 1941 йылдың 22 июнендә һабантуй ваҡытында, Молотовтың радио аша һуғыш башланыуы хаҡында сығышын ишетеп, үҙ теләге менән яуға китә. Өлкән политрук, гвардия капитаны, рота командиры Еңеү майында ауылға ҡайта.

...1945 йылдың май аҙағы. Иртән уянып китһәм, өйҙә бер кем дә юҡ. Инәйем яланда утауҙалыр, ә апайым, ағайым, энем йә урманда, йә Әй буйындалыр. Ашарға эҙләп тороуҙың мәғәнәһе юҡ. Шуға тиҙ генә буржуйкаға ут яҡтым да көрәк, биҙрә алып, серек бәрәңге ҡаҙырға баҡсаға сыҡтым. Ярай өйҙә май бар ине. Тәмле итеп йәймә бешерҙем. Ихатаға сығып ләззәтләнеп ашап ултырғанда урамдан бер матур хәрбиҙең килгәнен күрҙем. Погонында — дүрт йондоҙ, ордены бар, үҙе ныҡ аҡһай.
Был күренешкә бик иҫем дә китмәне, сөнки өйҙән өйгә йөрөп, “һуғыш тамамланды, беҙ еңдек”, тип һөйөнсө алғайнылар. Әкренләп фронтовиктар ҙа ҡайта башланы. Мине шуныһы ғына аптыратты: был командир беҙгә боролоп инде лә минең алдымда туҡтап ҡалды. Ҡулымдағы йәймәне һындырып ҡараны һәм ләм-мим өндәшмәйенсә өйгә табан атланы. Мин дә уның артынан эйәрҙем. Ул һаман да бер һүҙ өндәшмәгән килеш һикегә барып ултырҙы.
Әлбиттә, уның кем икәнен аңлай башлағайным. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә ни бары йәш ярым ғына булған, шуға уны төҫмөрләмәйем дә. Тик шуныһы хәтерҙә ҡалған: атайым өйгә ингәнсе ауыл тып-тын ине. Күп тә үтмәй, ул уянғандай булды, төрлө яҡтан: “Хатип ҡайтҡан! Хатип ҡайтҡан!” – тигән ҡысҡырыуҙар ишетелде.
Яландан инәйем йүгереп ҡайтты, күҙ йәштәрен тыя алмайынса олатайым менән ҡартинәйем килеп етте. Иларлыҡ та шул – һуғышҡа биш улын оҙатҡан бит улар. Шуларҙың дүртәүһе иҫән-имен әйләнеп ҡайтты, тик иң кеселәре – Хикмәт кенә хәбәрһеҙ юғалды.
Тиҙ арала туған-тыумаса, фронтовиктар йыйылып китте. Барыһы ла ниндәйҙер ризыҡ тотоп килде. Өй эсендә ысын мәғәнәһендә кесе һабантуй башланды...
Түшендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденына ул — өлкән политрук — 1942 йылда лайыҡ була. Наградаға тәҡдим итеү документында был хаҡта түбәндәгеләр яҙылған: “Зуя эргәһендәге алышта ауылды алырға тигән бурыс ҡуйыла. Дошман подразделениеға көслө артиллерия-миномет һәм пулемет уты аса. Йәндүрин иптәш коман­дир­ҙарҙы һәм яугирҙәрҙе үҙ өлгөһөндә дәртләндереп, алға алып китә. Дошман 50 кешенән торған иҫерек һалдаттар һәм офицерҙар төркөмөн тылға үтеү өсөн урауҙан ебәреп, беҙҙең подразделениены ҡамауҙа ҡалдырып, юҡ итергә самалай. Йәндүрин уларҙың ниәтен аңлап ала һәм тиҙ генә ҡарар ҡабул итеп, дошмандың үҙен урап үткән төркөм ебәрә. Һөҙөмтәлә дошмандың 40 һалдаты яу яланында ятып ҡала, ҡалғандары тырым-тырағай ҡаса. Был алышта Йәндүриндең подразделениеһы тарафынан 60 самаһы фашист, өс ут нөктәһе юҡ ителә. Ул үҙе генә автоматтан 10 һалдат һәм офицерҙы үлтерә”.
Атайым һуғыш тураһында һөйләргә бик яратманы. Шулай ҙа ҡайһы саҡта асылып китә ине. Бер тапҡыр ҡустыма: “Минең тағы ике орденым булырға тейеш, ләкин ҡаты яраланып, алып өлгөрмәнем”, — тип әйтеп ысҡындыра. Әле барлыҡ архивтар асылғас һәм Интернет селтәренә документтар сығарыла башлағас, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итер алдынан Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡовтың Рәсәй Оборона министрлығының архивында эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә ошо ике ордендың да яҙмышы асыҡланды. 1945 йылдың февралендә атайым II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Был ваҡытҡа ул гвардия капитаны була. Опатув ҡалаһы эргәһендәге алышта рота менән оҫта командалыҡ иткәне, уңышлы маневр һөҙөмтәһендә дошмандың оборона һыҙығына яҡын килеп, беренселәрҙән булып уларҙың траншеяһына бәреп инеп, бер нисә дошман­дың башына еткәне һәм ҡул пулеметын ҡулына төшөргәне — алдына ҡуйылған бурысты уңышлы атҡарып сыҡҡаны өсөн ошо орденға лайыҡ була.
Шул уҡ йылдың мартында I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлана. Наградаға февраль айында Криптау һәм Штетель ауылдары өсөн алышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн тәҡдим ителә. Әммә Ясско-Кишинев операцияһында ҡаты яраланыу һөҙөмтәһендә ошо бүләктәрен алып өлгөрмәй.
Был хаҡта миңә: “Бер флангтағы пулемет тынды. Адъютантты ебәрәм — юҡ, икенсене ебәрәм — юҡ. Рота бик ҙур юғалтыуҙарға дусар булғайны, шуға күрә Молдовала мобилизация үткәреп, сиғандарҙы алғайныҡ. Ике молдованды эйәртеп киттем. Яҡынлашҡайныҡ, саф урыҫса: “Кем килә?” — тип һорайҙар. Гвардия капитаны, тигәйнем, һүгенеп тороп пулеметтан аяҡты киҫә аттылар. Молдовандарға рәхмәт, ташламанылар. Артабан лазаретҡа киттем, шунан һуғышҡа башҡаса инеп булманы”, — тип һөйләгәйне.
Һуңынан атайымды Лаҡлы ауылына балалар йортона директор итеп ебәрҙеләр. Аҙаҡтан Лағыр ете йыллыҡ мәктәбенең директоры, колхоз рәйесе, пенсияға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләне. 1984 йылда вафат булды.
Беҙҙең ҙур ғаиләлә, апай-һеңлеләрҙән тыш, биш егет үҫтек. Барыбыҙ ҙа Ватан алдындағы буры­сыбыҙҙы намыҫ менән үтәнек, һәр беребеҙ өсәр йыл әрме сафында булдыҡ. Мин үҙем — ракетчик, Кариб низағына эләгеп, өс йыл ярым хеҙмәт итеп ҡайттым.
Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан атайымдың бер ваҡытта ла түшенә таға алмаған ошо ике ордены тураһындағы мәғлүмәтте беҙ, уның балалары, һөйөклө кешебеҙҙең беҙгә йылдар аша еткергән сәләме, тыныслыҡтың ҡәҙерен белеүҙе иҫкәрткән аманаты кеүек ҡабул иттек.

Дияс ЙӘНДҮРИН,
тарих фәндәре докторы, профессор.




Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 0

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78