Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәрес бала күңелен ҡуҙғатһын
24 – 26 апрелдә Өфөлә “Вики-һабантуй-2015” үтә. Ошо уңайҙан ирекмәндәр Башҡорт дәүләт университеты, Тарих, тел, әҙәбиәт институты менән берлектә “Википедия һәм мәғлүмәти йәмғиәт” тип аталған халыҡ-ара асыҡ ғилми-ғәмәли конференция ойоштора. Интернет селтәрендәге башҡорт телендәге яҙмалар, башҡорт теленең ҡулланылышы хаҡында фекер алышыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән ҡайһы бер мәҡәләләр менән гәзит уҡыусылар ҙа танышһын әле.

Белемле, әҙерлекле белгестәргә ихтыяж артҡандан-арта. Уҡыусыларҙа тор­мошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дә­рестәрҙе педагогик, методик талап­тар­ға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын, алымдарын эҙләргә, уңышлыларын ғәмәлгә индерергә кәрәк. Балаларҙың танып бе­леү күнекмәләрен, үҙаллы эшләргә өй­рә­неү ҡеүәһен, активлығын, телмәр эш­мә­кәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫте­рер­гә ярҙам иткән саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәгән, хыял ҡанаттары үҫтергән, уйлатҡан эш төрҙәре һәр уҡытыусының ижад лабо­раторияһында аҫыл­таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табышы буласаҡ.
Тәжрибәле уҡытыусылар өсөн методи­ка­лағы ҡайһы бер алым­дар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. “Яңы­лыҡ асам” йәки “асыш яһайым” тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусы­лар­ҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлеген, прог­рамма материалын һөҙөм­тә­ле үҙләште­рергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло. Дәрес бала күңелен ҡуҙға­тыр­лыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусы­ның аң-зиһенен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре романтик, патриотик рухлы, “серле” булһа, уҡыусы­ларҙа ҡыҙыҡ­һыныу арта. Дәрес ваҡытын­да Википедияны ҡулланыу артыҡ булмаҫ, сөнки уның аша уҡыусыларға ҡыҙыҡһы­ныу һәм төрлө мәғлүмәт бирә алабыҙ. Беренсе тапҡыр уҡыусыларҙың йәш үҙенсә­легенә ҡарап нисек ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡ­һы­ныуҙы арттыра. Мәҫәлән, “әҙәби верни­саж”, “әҙәби кафе”, “эште тикшереү­селәр алып бара”, “дәрес-аукцион” (бе­лем баҙары), “хәтер һынаш” (“бәхетле осраҡ”), “дәрес-көс һы­нашыу”, “дәрес-йыйын”, “дәрес-лабиринт”, “дәрес-хөкөм”, “мөғ­жизәгә килә ышанғым”, “ҡышҡы һа­бан­туй”, “лексик йәр­мин­кә”, “Википедия илендә” һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел. Дә­рес­тең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулла­ныл­ған алымдары уның есеменә тап килеп, уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиә­ләргә тейеш.
Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, кү­ңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлат­май. Киреһенсә, үтә ауыр эш. Уҡытыу­сы, Википедияны ҡулланып, дәрес­тең структу­раһын төҙөргә, уҡыу­сылар теманы үҙләш­тереүҙә эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр.
Мәҫәлән, “лингвистик һабантуй” үткәр­гәндә, һабантуй прог­рам­маһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола һәм Википедиянан да алынған материалдар ҡулла­ны­ла, тик улар тел дә­рес­тәрендә өй­рә­нелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрел­гән дәрес­тәрҙә һәр уҡытыусының бул­дыҡ­лылығына юл асыу, ижади эҙләнеү­ҙә­ре­нә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү мәсьә­ләләре хәл ителә. Стандарт бул­ма­ған дәрестәр уҡыусыларҙы ижади эшмә­кәр­леккә әйҙәй, әҙәбиәткә һәм телгә һөйөү тәрбиәләй.
Уҡытыуҙың теге йәки был формаларын, сараларын мотлаҡ ҡул­ланыуҙы көсләп тағырға ярамай. Һәр дәрес алдынан өйрә­неләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк.
Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсат­тан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Төп маҡсат – телмәр үҫтереү­ҙең һәр бер төрөнә – һөйләшергә, тың­лар­ға, уҡырға, яҙырға, Интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләргә өйрәтеү.
Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләм­дәр, төҙөк текстар аша телдең һығылма­лылығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәнелергә те­йешле теманың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡы­ҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мә­ҫәлән, “Серле ҡумта”, “Тылсымлы сәскә”, “Серле тоҡсай”, “Кем күберәк?”, “Һүҙҙәр үреү”, “Китек диктант”, “Кире-мире”, “Йо­маҡ ҡойошоу”, “Мәҡәл әйтешеү” һ.б. шундай исемдәр менән, донъяны таныу юлы булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмә­кәр­леген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк.
Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙә­ре­нә, әҙәбиәт донъя­һына еңел генә үҙен­сә­лекле юл менән алып инеп була. Төрлө алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этабын, уның алдында тор­ған маҡсат­ты күҙ уңында тоторға тейеш. Алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел ҡорал була.
Мәғлүм булыуынса, тел – донъяны та­нып белеү сараһы, уның тәрбиәүи көсө иҫ китмәле. Тыу­ған ер тәби­ғә­тенә һөйөү, һаҡсыллыҡ, иғтибар тәр­биә­ләүҙе туған телдә тирә-йүндәге ҡош­тар, хайуандар, үҫемлектәр донъяһы һ.б. тема­тик төркөмдәргә ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәтеүҙән баш­ларға кәрәк. Һүҙҙе өйрә­неүгә үтә иғтибарлы булырға кәрәк, сөнки ул – тел­дең һәм уны уҡытыуҙың башланғыс берәмеге йәки асҡысы. Һүҙ – телдең төшөн­сәләр менән бәйле тамғаһы, шуға күрә лә уның өҫтөндә эш­ләү процесында уҡыу­сыларҙың телмәре байый. Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, уларҙы тематик принципта туплау, һөй­ләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе баш­ҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.
Дөйөмләштереп, ошондай һығымта­лар яһарға мөмкин:
1. Уҡыу процесына стандарт булма­ған дәрестәрҙе ин­де­реү, уларҙа эшмә­кәрлекте төрләндереү дәресте байыта, донъя­ны танып белеүҙә ярҙам итә. Ә хеҙмәт эшмәкәрлеге практик күнекмә бирә, уйын формаһы дөйөм эмоциональ тонусты күтәрә.
2. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төҫ­һөҙ булырға тейеш тү­гел. Улар заман һүрәт­ләүҙәре менән бергә алып бары­лыр­ға, йәғни йәнле, тулы, аңлайышлы булырға, Википедия нимә икәнен өйрәтергә тейеш.
3. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре шәхес күңелен ҡуҙ­ғата, уның иң нескә той­ғоларына тәьҫир итә, шулай булғас, дәрес ижади эштәрҙән башҡа үтә ал­май. Һәр күңелдә билдәле бер дәрәжәлә бик­ләнеп ятҡан ижад дәртен уятыу, ялҡын­ландырыу дәрестәрҙең етди әҙерләнеүенә, ҡыҙыҡлы итеп ойошторолоуына бәйле.
Ғөмүмән, туған тел уҡытыусыһы уҡыу­сыларҙың ижади фекер­ләүен үҫтереү, шә­хес тәрбиәләү эшмәкәрлегендә әллә күпме яңы ысулдар, ҡыҙыҡлы эш төрҙә­ре, алымдар уйлап сығара ала. Яңы­лыҡтар, асыштар яһағанда әлегә тиклем билдәле булған­да­рының асылын белеү, берләштереү, таныш булғандарының яңы мөмкинлек­тәрен күҙаллау кәрәк.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985