Ҡошсоҡтарын йыйҙы “алтын һуҡмаҡ”

29-04-2015, 01:10 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡошсоҡтарын йыйҙы  “алтын һуҡмаҡ” Ауыл мәктәбе – урындағы халыҡты ғилемгә әйҙәгән, киләсәккә юл күрһәткән үҙәк. Иҫке Монасиптағы белем усағы ла бына инде туғыҙ тиҫтә йыл һәр иртә балаларҙың күңелле, шат тауыштарына күмелә. Ошо көндәрҙә ауыл халҡы мәктәптең ҙур юбилейын билдәләне. Осрашыуҙа шулай уҡ район башлығы Рөстәм Шәрипов, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ришат Шәрипов, уҡыу йортоноң элекке хеҙмәткәрҙәре, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашты.


Тантаналы сара ҡыуаныслы, тул­ҡын­ландырғыс мәлдәргә бай булды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәри­пов­тың бер нисә уҡытыусыға Башҡортостан Мәғариф министрлы­ғының мәртәбәле наградаларын тапшырыуы күңелдәрҙә айырыуса күр­кәм ваҡиға булып уйылды.
Мәктәпкә нигеҙҙе хөрмәтле яҡта­шы­быҙ Ғимат Сөләймән улы Ихсанов һал­ған. Бында тәүге уҡытыусы ла булған ул. Әлеге байрамда Ғимат Сөләймән улы ололап иҫкә алынды. Халыҡ шулай уҡ шәхестең ҡыҙы, бар ғүмерен район хал­ҡы­ның сәләмәтле­ген һаҡлауға бағышла­ған Резеда Ихсанованың һәм ейәнсәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәға­риф алдынғыһы Лилиә Черкасованың яҡындары хаҡында йылы хәтирә­ләрен ихлас тыңланы.
Артабан һүҙ мәктәптең уңышлы эш­мә­кәрлегенә, үҫешенә тос өлөш индергән элек­ке хеҙмәткәрҙәргә, сығарылыш уҡыу­сы­ларына бирелде. Байрамдың мәртә­бәле ҡунаҡтары – билдәле журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов, күренекле ша­ғирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Баш­ҡорт­остан” телерадиокомпанияһы жур­нали­сы Рәшиҙә Ишембәтова, Ба­ш­ҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы Нәү­филә Ғазина, гер күтәреү буйынса донъя чемпионы Сәмәрә Хәлитова һәм башҡа­лар – мәктәп коллективына, ауыл халҡы­на иң изге теләктәрен еткерҙе.
Сығарылыш уҡыусылары туған бе­лем усағын хәстәрлектән айырмай. Ауыл һәм урман хужалыҡтарында хеҙ­мәт иткән, шәхси эшҡыуарлыҡ ме­нән шөғөлләнгән был мәрхәмәтле, рухлы яҡташтарыбыҙ мәктәбенең әле­ге байрамына ла бүләкһеҙ килмәгәйне.
Байрамдың иң тулҡынландырғыс мәле, моғайын, өлкән быуын вәкилдәренә Бөйөк Ватан һуғышының юбилей миҙал­дарын тапшырыу бул­ғандыр. Район етәксеһе Рөстәм Шә­риповтан был награданы ҡабул ит­кәндә, яу йылдары михнәт­тәрен үҙ иңендә күтәргән инәй-бабайҙар күҙ йәшен тыя алманы…