“Һабансыға һүҙ әйтмәгеҙ, Һөрә-һөрә оҫтара”

30-05-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Һабансыға һүҙ әйтмәгеҙ,  Һөрә-һөрә оҫтара” Илдар тормошон тыуған еренән башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Нордовка ауылында урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый.

Хужалыҡтың игенселек, үҫемлекселек тар­ма­ғы үҫешенә индергән өлөшө ҙур уның. Сә­сеүлектәрҙе, техник культура­ларҙы тәрбиәләү, тупраҡты эшкәртеү, уңыш йыйыу, мал аҙығы әҙерләү – бөтә­һе лә Илдарҙың егәрле ҡулдары аша үтә.
Фиҙакәр хеҙмәте район, республика кимә­лендәге бихисап награда менән баһаланған. Уның исеме байтаҡ йылдар алдынғы эшселәр иҫәбендә. Ябай, киң күңелле, ярҙамсыл механизаторҙы коллективта бик хөрмәтләйҙәр.
Илдар Ишекәев йыл һайын районда уҙғарылған һабансылар конкурсында ҡат­наша һәм башлыса беренсе урынды яулай. Ул оҫталығы, маһирлығы республикала ла киң билдәле. Ике йыл элек йәш егет Краснодар крайының “Кубань” уҡы­тыу хужалығында үткән “Югаг­ро-2012 ба­ҫыу көндәре”ндә һөрөү буйынса Рә­сәйҙең беренсе асыҡ чемпионатында 9-сы урынды ал­ғай­ны. Ил буйынса 24 тө­бәк­тән 50-ләп ке­ше араһында тәүге унау исемлегенә инеү – ҙур ҡаҙаныш. Былтыр иһә Илдар Ростов өлкә­һендә ошондай уҡ ярышта 6-сы урынды яулап, Мәләүез ере­нең, Башҡорт­останы­быҙҙың данын күтәрҙе.
Ошо көндәрҙә иһә “Һу­ҡайлы” крәҫтиән (фер­мер) хужалы­ғы­ның эш­һөйәр механизаторы Илдар Ише­кәев Һары­тау өл­кә­һендә үткән “Һа­бан­сы-2015” Бөтә Рәсәй асыҡ чемпионатында 3-сө урынды яуланы. Яҡташыбыҙ “Трактор-шоу” но­ми­нация­һында ҡатнашты.
Автор: И. ХАҠОВ.