Еңел түгел бер хеҙмәт тә

30-05-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Еңел түгел бер хеҙмәт тә Районда машина менән һауыу операторҙары һәм яһалма ҡасырыу буйынса белгестәр араһындағы конкурс күркәм йолаға әйләнде. Малсыларҙың оҫталығын арттырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сара “Трудовик” ауыл хужалығы предприятиеһында үткәрелде.

Быйыл тәүге тапҡыр крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла ҡат­нашты.
Ярыштың былтырғы еңеүсе­ләре Софья Подшивалова менән Алла Кофонова республика бай­рағын күтәрҙе, Ергән үҙешмәкәр­ҙәренең дәртле йыр-моңдары еңеүгә ынтылыш, кәйеф өҫтә­не.
Машина менән һауыу опера­торҙары йылдағыса ике этапта ярышты. Берен­сеһендә теоретик белем, йәғни һауыу техноло­гия­һы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә­рен үтәү, медицина картаһының бу­лыу-булмауы тикшерелде. Практик оҫталыҡ мәлендә иһә һауыу аппаратын ваҡытҡа һүтеп йыйыу күнекмәһен күрһәттеләр, шулай уҡ һөттөң сифатын билдәләне­ләр.
Еңел түгел бер хеҙмәт тәКонкурсанттар ара­һын­да оҙаҡ йылдар эшләп тәжрибә тупла­ған­дар ҙа, йәштәр ҙә бар ине. Шуға күрә еңеү­селәр айырым-айы­рым билдәләнде. Төп төркөмдә I урын­ды Алла Кофонова (“Аш­ҡаҙар” АХК-һы) яуланы. Зүлиә Иҫән­ғо­ло­ва (Салауат исемендәге АХК) – II, Лилиә Кечина (“При­бельский”) III урын­ға сыҡты. Фермер хужа­лыҡ­тары араһында Ма­рия Улядаро­ва, Алһыу Ҡотлоюлова, Фаягөл Бикбаева үҙҙәрен иң оҫталары итеп таныт­ты. Йәштәрҙән Дарья Матова (“Ашҡаҙар” АХК-һы) еңеүсе булды.
Крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­тарынан приз­лы урын­дар­ға Камил­ла Манакова (Каль­янов), Наталья Букаева (Мәҡ­сү­тов), Рузанна Кәшәфет­динова (Кәшә­фет­динов) лайыҡ булды. Ир-егеттәр ара­һын­да Айрат Шәриповҡа тиңләшеүсе юҡ ине.
Яһалма ҡасырыуҙың малсы­лыҡты үҫтереүҙә әһәмиәте ҙур. Үрсем бар икән, тимәк, һөт тә, ит тә, иҡтисади үҫеш тә була. Шуға ла район хужалыҡтары был тармаҡҡа ҙур иғтибар бүлә.
Тәүҙә һөнәргә ҡағылышлы һо­рауҙар­ға яуап бирҙеләр, һуңынан белемдәрен практикала күрһәтте­ләр. Лабораторияла микроскоп менән эшләү, яһалма ҡасырыуға кәрәкле ҡоралдарҙы әҙер­ләү, ҡул­ланылған ысулдарҙы күрһәтеү ҙә тәжрибә талап итә.
Ярышта Людмила Ермилова (“Трудовик” АХК-һы) еңде. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Григорий Котов (“Ашҡаҙар” АХК-һы) менән Мөнир Бикбулатов (Салауат исемендәге АХК) бүлеште. Ветеринария станцияһы белгестәре ара­һын­да Софья Подшивалова – I, Людмила Захарова – II, Юлия Бражникова III урынға сыҡты.