Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыратты Яңауылды көмөш моң
Яңғыратты Яңауылды  көмөш моң Урамды тултырып атлап килде улар оло сәхнә ҡуйылған үҙәк майҙанға. Ике йөҙҙән артыҡ гармунсы башҡарыуында күңелле көйҙәр бар тирә-яҡты сорнаны. Ҡалала ике көн барған “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсы, ошо музыка ҡоралына ҡуйылған һәйкәл янында тантаналы асылып, асыҡ һауалағы бай йөкмәткеле гала-концерт менән тамамланды.

Быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгенең тарихы бынан нәҡ өс тиҫтә йыл элек – 1985 йылдан – башлана. Уға Башҡорт дәүләт филармонияһының ул ваҡыттағы режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтих Иҡсанов нигеҙ һалған. “Тальян байрамы” атамаһы аҫтында бер нисә тапҡыр үткәрелгәндән һуң төрлө сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалғас, яңауылдар сараны яңынан тергеҙҙе. Бында райондың элекке етәксеһе, үҙе оҫта гармунсы һәм йыр-моңға ғашиҡ Нәзир Зыязовты телгә алыу ҙа урынлы булыр. Нәҡ уның башланғысы менән бәйге 2004 йылдан Фәтих Иҡсанов исемендәге призға «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы итеп үткәрелә башланы. 2013 йылдан ул “Рәсәй мәҙәниәте” тип аталған маҡсатлы федераль программаға индерелде. Быға яуап итеп, төрлө сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороп өйрәнгән һәм республика гармунсылары бәйге­һенең ысын хужаларына әйләнгән яңауылдар район хакимиәтенең бөгөнгө башлығы Илшат Вәзиғәтов менән бергә Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙҙә булмағанды эшләне – күп халыҡтарҙың яратҡан уйын ҡоралы һаналған гармунға һәйкәл ҡуйҙы.
Яңғыратты Яңауылды  көмөш моңАрхангел районындағы Тирәкле ауылының арҙаҡлы уҙаманы Фәтих Хәйрулла улы Иҡсановтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған быйылғы «Моңға бай гармун байрамы»нда республикабыҙҙың 28 районы һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Удмурт Республикаһынан һәм Ханты-Манси автономиялы округынан 70-тән ашыу һәүәҫкәр гармунсы, әлеге музыка ҡоралында уйнаусыларҙан торған 25 ансамбль ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Миңләхмәт Ғәйнетдинов рәйеслегендәге баһалама ағзаларына ике көнлөк конкурс барышында 150-нән ашыу сығышты тыңлап, улар араһынан иң яҡшыларҙы билдәләү һис тә еңел бирелмәне.
Рәсми теркәлгән иң йәш бәйгесе Илеш районынан килгән ете йәшлек Тимур Григорьев булһа ла, атаһы Леонид Хәзипов (Яңауыл районы) менән бәләкәй гармун тотоп сәхнәгә сыҡҡан ике йәшлек Романды ла тамашасылар оҙайлы алҡышҡа күмде. Байрамда үҙе яһаған гармун менән даими сығыш яһаған Туймазы районы вәкиле Йәмил Хәсәновҡа ла һоҡланмаған кеше ҡалманы.
– Ғүмерем буйы автобуста эшләнем, йәштән гармунда уйнайым, – тип һөйләне бәйге йомғаҡтары буйынса 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған 87 йәшлек Йәмил ағай. – Хәҙер был музыка ҡоралын үҙем яһайым, һөнәремә улымды ла өйрәттем.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби кейемдә сығыш яһаған Рәлим Ғәҙелшин Салауат районынан булып сыҡты. Ул бәйгегә олатаһы яуҙа йөрөтөп алып ҡайтҡан гармун менән килгән.
Яңғыратты Яңауылды  көмөш моң– Олатайымдан һуң атайым, хәҙер инде мин уйнайым, – тип ғорурланып һөйләп алды ул. – Тиҙҙән гармунды улыма тапшырасаҡмын.
Йүрүҙән буйы гармунсыларға бай, улар был бәйгелә күптән ҡатнаша, һәр саҡ маҡтаулы исем алып ҡайта. Әле лә Рөстәм Хәкимов менән Юлай Тажиев “Башҡарыу йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһында махсус призға лайыҡ булды.
Барлыҡ еңеүселәрҙең, дипломанттарҙың, махсус приз алыусыларҙың исемдәре ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған гала-концертта иғлан ителде. Гран-при Яңауыл районы гармунсыһы Хәҙит Төхбәтовҡа бирелде. Өс тиҫтә ярым йыл эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән полиция майоры йәштән гармундан айырылмай. Әйткәндәй, бынан алдағы бәйгелә ул өсөнсө урынды алғайны.
Айырым гармунсылар араһында 1-се урын Азат Атанғолов (Әбйәлил районы) менән 2013 йылда икенсе урында булған Рәйес Ҡәҙрәевкә (Саҡмағош районы) бирелде. Тәтешле районы вәкиле Данил Камалетдинов менән Удмурт Республикаһы гармунсыһы Александр Ашихмин – 2-се, Бәләбәй районынан Виктор Никулин (элекке дипломант) һәм Сибайҙан килгән Санъяр Мәүлетҡолов 3-сө урынға өлгәште. Төрлө дәрәжә дипломдар менән Дыуандан Ринат Бейешев, Белореттан Мөбәрәк Ғәлиастанов, Балтастан Алмаз Рәжәпов, Ханты-Манси автономиялы округынан Сергей Йәнсубаев (элекке дипломант), Яңауылдан Ирнус Имамов һәм Зәүәт Сәғитов, Удмурт Республикаһынан Светлана Егорова бүләкләнде.
Ансамблдәр араһында ла бәйге көсөргәнешле барҙы. Удмурт Республикаһындағы Шарҡан районының Николай Майоров етәкләгән гармунсылар халыҡ ансамбле барыһын да әсир итте. Был коллективҡа һәм Яңауыл районының Ильяс Тимершин етәкләгән халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленә хаҡлы рәүештә 1-се урын бирелде. 2-се урында – Ҡалтасы районының халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле (етәксеһе — Александр Шипаев) һәм Ейәнсура районының “Үҫәргән егеттәре” исемле гармунсылар ансамбле (етәксеһе — Вафа Мәүлитов), 3-сөлә – Илеш районының гармунсы балалар ансамбле (етәксеһе – Салауат Шәрифуллин) һәм Саҡмағош районынан Ринат менән Фидрат Бикмө­хәмәтовтар дуэты.
Уларҙан тыш, Тәтешле һәм Яңауыл райондарының, Өфө ҡалаһының гармунсылар дуэттары, Дүртөйлө районынан килгән тальянсыларҙың “Хазина” халыҡ ансамбле төрлө дәрәжә дипломдарға лайыҡ тип табылды. Автор-башҡарыусыға тәғәйенләнгән махсус приз Балаҡатай гармунсыһы Виктор Патраковҡа бирелһә, бер төркөм бәйгесе, “Башҡарыу йолаларын һаҡлаған өсөн” һәм “Гармунда уйнау оҫталығын камиллаштырыуға индергән ҙур өлөш өсөн” номинацияларында бүләктәр алып, тыуған төйәктәренә шатланып таралышты.
Уйнай гармун... Гармун уйнағанда
Киң урам да һиңә тар бит ул...
Күренекле шағир һәм оҫта гармунсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рафаэль Сафиндың “Гармунсы” поэмаһынан алынған был юлдар Яңауылда быйыл һигеҙенсе тапҡыр шаулап-гөрләп үткән «Моңға бай гармун байрамы»ның асылын бик тә тапҡыр сағылдыра. Республикабыҙҙың һәр ауыл-ҡалаһында йәшәгән гармунсыларыбыҙ өсөн киләсәктә киң урамдар шулай тар булһын!








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985