Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдарын ысын иткән
Хыялдарын ысын иткән Үткән ғүмеренән, башҡарған эштәренән ҡәнәғәт булып, улар менән ғорурланып йәшәүселәр аҙ түгел беҙҙең арала. Уларҙың барыһы ла – йәшлек хыялын тормошҡа ашырыусылар, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшеүселәр. Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәтенә ҡараған Сик буйы ғәскәрҙәренең запастағы полковнигы Роберт Шәйеховты нәҡ шундайҙар иҫәбенә индерер инем.


— Ысынлап та, яҙмышымдан уңдым, — ти өс тиҫтә йылға яҡын ғүмерен хәрби хеҙ­мәткә арнаған милләттәшебеҙ. – Атай-әсә­йемдән, туған­дарымдан башлап бик күп яҡшы кешеләр осраны тормош юлым­да, уларҙың һәр ҡайһыһынан үҙемә фә­һем алдым, кәңәштәренән файҙаландым...
Краснокама районының Яңы Хажи ауылында, Сталинградтан алып Австрияға тик­лем шанлы һуғыш юлы үткән ветеран-яугир Биктимер Шәйех улы менән уңған колхозсы Тәхиә Дүлфий ҡы­ҙының ете балалы ғаилә­һендә үҫә Роберт. Үҙенән оло өс ағаһынан һәм ике апаһынан бар яҡлап өлгө ала, бәләкәйҙән уларҙың һәр һүҙен тыңлап, аңына һеңдерә бара. Шуға ла Роберт буй еткереүгә төрлө өлкәлә үҙаллы хеҙмәт менән шө­ғөлләнгән ағай-апай­ҙа­рының “беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр генә юҡ” тип шаярыу ҡатыш әйткәне үҫмер күңе­ленә тиҙ­ҙән шытасаҡ орлоҡ булып ята. Әллә ни алыҫ бул­маған Ҡазандағы тан­кис­тар училищеһына ки­теү теләге уяна баш­­лаһа ла, атай тәҡдиме өҫ­төн­лөк итә: мәктәпте та­мам­лағас, ул ваҡытта бөтөн илгә таныла башлаған Нефтекама автозаводына эш­кә бара. Өйрәнсек итеп алалар, бер йыл тигәндә токарь һөнәрен ныҡлап үҙ­ләштерә, пред­приятиеның иң мөһим цех­тарының бере­һендә ал­дын­ғылар рә­тенә сыға. Оҙон буйлы, ты­ныс хо­лоҡло, тырыш егет үҙенең тейешле орган­дар­ҙың күҙ уңына эләккәнен белмәй әле. Хәрби ко­миссариатҡа саҡырып, көҙгә комсомол путевкаһы менән СССР Дәүләт именлеге коми­те­тының Сик буйы ғәс­кәр­ҙәренә алы­на­сағын әйткәндә лә хеҙ­мәтенең 28 йылға һуҙылып, тормошоноң төп осорона әйлә­нәсәген күҙ алдына ла килтермәй...
— Үткәнде яңынан ҡабатлау мөм­кин­ле­ге булһа, бер ҙә икеләнмәй шул уҡ юлды һайлар инем, — ти Роберт Биктимер улы. – Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәтем ябай уҡсынан башланды, артабан хәрби училище һәм академия бөтөрҙөм. Полковник булып, сик буйы отрядының штаб начальнигы вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡтым.
Ул ваҡыттағы Советтар Союзының, һуңынан Рә­сәйҙең йөҙҙәрсә мең кило­метрға һу­ҙылған дәүләт сиктәрен төрлө тарафтарҙан һаҡларға тура килә Роберт Шәйеховҡа. Балтик диңгеҙе ярҙарында са­ҡы­рыу буйынса ике йыл хеҙмәт иткән­дән һуң йүнәлтмә менән Сик буйы ғәскәр­ҙә­ренең Алматылағы Юғары хәрби учи­лищеһын тамамлай. Махсус белем алған йәш офицер Польша, Швеция һәм Финляндия, аҙағыраҡ Афғанстан һәм Иран менән СССР араһындағы дәүләт си­гендә хеҙмәт итә. Һуңыраҡ яҙмыш уны Рәсәйҙең Эстония, Ҡытай, Монголия һәм Ҡаҙағстан менән булған сиктәрен һаҡ­лауға ебәрә. Төньяҡ Кавказдағы ваҡи­ға­ларҙан да ситтә ҡалмай ул: махсус төр­көм етәксеһе вази­фаһында именлек органдарының Дағстан һәм Чечен республикалары биләмәләрендә террорсы­ларға ҡаршы үткәргән операцияларында ла туранан-тура ҡатнаша. Ҡыҫҡаһы, Ватанды һаҡлауҙы ғүмер­лек һөнәре итеп һайлаған хәрби хеҙмәткәр етәкселек кәрәк тип тапҡан һәр ерҙә үҙ алдына ҡуйылған бурысын намыҫ менән тейешле кимәлдә үтәй.
Хаҡлы ялға сығып, Нефтекамала төп­ләнгән сик буйы һаҡсыһының иҫтәлектәре бихисап. Һуңғы бер нисә йылда ҡаланың 2-се мәктәбендә йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәр­гәндә башынан үткән төрлө хәл-ваҡиғаларҙы йыш ҡына иҫкә төшөрөп, теге йәки был те­маны аңлат­ҡанда бик тә урынлы ҡул­лана. Йәш быуында илһөйәрлек тойғо­лары тәрбиәләүҙә, егет һәм ҡыҙҙарҙы үҙ­аллы тормошҡа әҙерләүҙә бынан да ҡиммәтерәк тағы ниндәй материал бар һуң? Мәктәп йылдарынан башлап үҙеш­мәкәр драма түңәрәгенә йөрөгән, ҡайһы берҙәрҙең ике ғүмеренә торошло тәжрибә туплаған, хәтерендә күп нәмәне һаҡлаған запастағы полковник-уҡытыусының дәрес­тәре нисек үтеүен күҙ алдына килтереүе бер ҙә ҡыйын түгел. Мәҫәлән, Памир, Кавказ һәм Алтай тауҙарында, Төркмәнстан ҡомлоҡтарында сик буйы һаҡсы­ларының тормошо һәм хеҙмәте күп яҡтан фәһем алырлыҡ ваҡиғаларға бай. Нарко­тик­тар­ҙың организмға зыяны тураһында һөй­ләгәндә Роберт Биктимер улы Афғанс­тандан беҙҙең илгә был ағыулы мат­дә индерергә тырышҡан сик боҙоусыны нисек тотҡандарын бәйән итә.
Әрмегә барыу-бармау хаҡында фекер алыш­ҡанда иле­беҙҙең дәүләт сиктәрен уяу һаҡлаған йәш һал­даттар тураһында күберәк һөйләй, мәктәпкә барғансы заставала үҫеп, йәштәре еткәс, ҙур теләк менән хәрби хеҙмәткә киткән ике улын да өлгө итеп килтерә. Ҡыҫҡаһы, һәр мәғлү­мәтте тормошҡа бәйләп аңлата. Запас­тағы офицерҙың мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен дә уңышлы атҡарыуы тураһында уның хәрби хеҙмәт өсөн алған миҙал­дарына һәм бихисап маҡтау ҡағыҙҙарына уҡыу йорто, мәғариф ида­ра­лығы һәм ҡала хакимиәте етәкселәре ҡул ҡуйған­дары йыл һайын өҫтәлеп тороуы ғына ла бик асыҡ һөйләй...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973