Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмер йомғағын һүтә белеү — үҙе бәхет
1954 йылда, ете класты тамамлап, данлыҡлы Темәс педагогия училищеһына уҡырға инеү өсөн һынауҙар бирергә килдек. Абитуриенттар күп, бер урынға биш-алты кеше, сөнки Көньяҡ Урал төбәгендә ошо педучилищенан башҡа уҡыу йорто юҡ. Ете һынау бирҙек: рус һәм башҡорт телдәренән, арифметиканан — яҙма һәм телдән, СССР Конституцияһынан... Һынауҙар бик ғәҙел барҙы: яҙма эштәрҙе абитуриенттарҙың күҙ алдында тикшерәләр ҙә, хаталарын аңлатып, һорауҙарға яуаптар алып, белемдәренә күрә баһа ҡуялар. Ете кәртәне үткәнсә абитуриенттарҙың биштән бер өлөшө генә тороп ҡалды.

Ошо тиклем балалар араһынан бер ҡыҙ бөтә һынауҙарын да гел ”бишле”гә бирҙе. Был Темәс ауылы һылыуы Сәбилә Сөләймәнова ине. Беҙгә уның менән бер төркөмдә уҡырға насип булды.
Сәбиләнең бала сағы һуғыш осорона тап килә. Шул заман балалары ни күрһә, шуны күреп, ауырлыҡтарға би­решмәҫкә өйрәнеп, сынығып, эшһөйәр ҡыҙ булып үҫә ул. Атаһы 1942 йылда Орел өлкәһендә Тим йылғаһы буйында ултырған Шолохов тигән ауыл эргәһендәге ҡот осҡос алышта һәләк була. Әсәһе, биш һәм ике йәшлек балаларын өйҙә ҡал­дырып, колхозда эшләй.
1945 йылда Сәлимә апаһы беренсе класҡа уҡырға бара. Уның “Әлифба”һы — матур китап, бәләкәс ҡыҙҙың уны ҡарағыһы килеп кенә тора. Берәү ҙә һиҙмәҫтән Сәбилә уҡырға өйрәнеп ала, апаһы менән бер ваҡытта “Әлифба”ны уҡып та бөтә. Мәктәпкә барғас, уҡыу уға бер ҙә ауыр булмай. Байрам һайын, һәр класты тамамлағандан һуң бүләкләнеп тора.
“Хәтеренең ныҡлығы, отҡор булыуы, күп уҡыуы арҡаһында бөтә фәндәрҙе лә еңел үҙләштерҙе, гел яҡшы уҡыны. Әммә ул бер ваҡытта ла эреләнмәне, ярҙамсыл булды, һабаҡ­таштарынан берәйһе “икеле” алып ҡуймаһын тип борсола тор­ғайны. Хатта дәүләт сығарылыш һынауы мәлендә, дүрт яғына иң хөрт яҙғандарҙы ултыртып, һәр береһенең диктантын тикшереп өлгөрҙө”, — тип хәтерләй I кластан алып педучилищены бөткәнсе бергә уҡыған күрше ҡыҙы Фәтиха Әлибаева.
Бер хәлде икенсе һабаҡташыбыҙ ошолай тип һөйләне: “Семестр өсөн алгебранан контроль эш бара ине. Бер миҫал килеп сыҡмай ҙа ҡуя бит. Сәбиләгә ымлап күрһәттем. Ул тиҙ генә эшләп, ҡағыҙҙы ҡалдырып сығып китте. Мин күсереп яҙҙым да эшемде тапшырҙым, һөҙөмтәлә “бишле” алдым һәм стипендияға өлгәштем”.
Ярҙамсыллығы, кеше тураһында ҡайғыртыусанлығы уның иң көслө сифаттары ине. Бөтә кешенең дә тигеҙ һәләтле булмауы — тәбиғи хәл. Мәҫә­лән, уның менән бер партала ултырған ҡыҙ бик йомшаҡ уҡыны, М. Горькийҙың “Дед Архип и Ленька” тигән әҫәренә анализ яһарға тейеш ине. Үҙе эшләй алманы, Сәбилә уға яҙып биреп, ул шуны һөйләп, баһа алды. Әгәр ҙә ул был эшен тапшырмаһа, “икеле” алыр ине лә стипендияһыҙ ҡалыр ине. Ә ул ваҡытта беребеҙ ҙә социаль ярҙамһыҙ уҡый алмаҫ ине. Йәш булһа ла, Сәбилә һабаҡташыбыҙ ошо хәлде ололарса аңлап ярҙамлаш­ҡан. Кем стипендиянан мәхрүм ителә, кем аҡсаһы юҡлыҡтан ҡайта алмай йөрөй — педучилище етәкселегенә ғариза яҙып, аҡса һорап алып, йәнә ул ярҙам итер ине.
Беҙ, Темәс-Белорет педучилищеларында бергә уҡыған һабаҡташтар, та­тыу ғаилә кеүек йәшәнек. Уҡып сыҡҡас та, һәр биш йыл һайын, һуңға табан өс йылға бер йыйылышып торҙоҡ. Осрашыуҙарҙы ойоштороу, саҡырыу ҡағыҙҙары таратыу гел Сәбилә һабаҡташыбыҙ елкәһендә булды.
Белорет педучилищеһын отличие менән тамамлап, ике йыл эшләп, Башҡорт дәүләт университетында уҡып, Сибай педучилищеһында уҡыусылары хәтерендә мәңге һеңеп ҡалырлыҡ итеп уҡытып, 1970 йылда ул Өфөгә күсерелә. Ә бында инде юғары осош көтә. Мәскәү институтының филиалында эшләй, илдең баш ҡала­һында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, дәреслектәр һәм уҡыу әсбап­тары төҙөй, партияның өлкә комитетында тәжрибә туплай һәм бик ауыр мәктәп реформаһын атҡарыу осорон­да мәғариф министры булып эшләй.
Ғүмер йомғағын һүтә белеп йәшәне хөрмәтле әхирәтебеҙ. Эшлекле, һәләтле, нимәгә тотонһа, шуны тормошҡа ашырмайынса туҡтамаған, тынғыһыҙ, арыу-талыу белмәгән, халҡым тип янып йәшәгән һабаҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Фәтхиә КӘРИМОВА,
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Тәнзилә ҒӘЛИМЙӘНОВА, Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Фәтиха ХӨСӘЙЕНОВА,
Мәрйәм ИҪТӘКОВА,
Хәкимә ҠУЖИНА.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 21

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 66

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 70

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 82

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 47

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 58

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 77

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 74

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106