Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уларҙың моторы – күргәҙмә түрендә
Уларҙың моторы – күргәҙмә түрендә “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошторолоуға 90 йыл тулыу уңайынан уҙғарылған тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы.

Өфө моторҙар эшләү берек­мәһенең мәҙәниәт һарайы байрамса биҙәлгән: күңелде күтәрә торған көй яңғырай, эшселәрҙең кәйефе көр, хеҙмәт ветеран­да­ры­ның һөйләшеп һүҙҙәре бөт­мәй.
Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғырағандан һуң төбәк етәксеһе йөкмәткеле сығыш яһаны.
– Башҡортостан өсөн был – мөһим дата, – тине Рөстәм Зәки улы. – Завод Рәсәйҙән ситтә лә яҡшы билдәле, моторҙар эшләү тармағында флагман һанала. Уларҙың моторы – күргәҙмә түрендәУл – республикабыҙ иҡтисады өсөн терәк предприятие. Шәхсән минең өсөн ул айырыуса ҡәҙерле, сөнки хеҙмәт кенәгәмдәге тәүге яҙма нәҡ Өфө моторҙар эшләү заводында яҙылды. Бынан 40 йыл элек бында мастер ярҙамсыһы, унан һуң 6-сы цехта мастер булып эшләнем.
Рөстәм Хәмитов ул саҡта үҙенә ярҙам иткән һәм кәңәш­тәренән өҙмәгән миһырбанлы кеше­ләр­ҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Республика Башлығы белде­реүенсә, Өфө һәм Башҡорт­остан әле һаман беҙҙә булып үткән саммиттар тәьҫирендә йәшәй, ситтән килгән бихисап хөрмәтле ҡунаҡтар сараны бик юғары баһалаған һәм һоҡланыу менән тыуған яҡтарына ҡайтып киткән, баш ҡалабыҙ донъя сәйәсәтенең үҙәгенә әйләнгән, Өфө тарихҡа инеп ҡалған. Мо­торҙар эшләү берекмәһенең күр­гәҙмә майҙансығына ҡу­йылған двигатель макеты янын­да халыҡ күп булған, Ҡытай һәм Һиндостан илдәре вәкилдәре уның менән яҡындан ҡыҙыҡ­һынған.
– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ Рәсәй һәм Башҡорт­остандың визит карточкаһы икәнлегенә саммитта тәрән инандыҡ, – тип дауам итте һүҙен республика Башлығы. – Илдә төрлө үҙгәрештәр бара, иҡтисадта хәлдәр ҡатмарлашты. Әммә шул иғтибарға лайыҡ: импортҡа ал­маш тауар етештереү юлға һалынған. Һуңғы биш йылда завод табыш алыуҙы ике ярым тапҡырға күбәйткән, етештереү күләме лә ярайһы артҡан. Заказдар иһә бер нисә йылға алдан төҙөлгән.
Республика Башлығы бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләне, аҙаҡтан тамашасылар йыр-моң тыңланы, бейеү ҡараны.

Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропортҡа – яңы исем

Аэропортҡа – яңы исем 15.10.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән...

Тотош уҡырға 18

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләнде 15.10.2018 // Йәмғиәт

Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның...

Тотош уҡырға 24

Һыуытты...

Һыуытты... 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо...

Тотош уҡырға 35

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк 15.10.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 43

Ҡарттар нисек йәшәй?

Ҡарттар нисек йәшәй? 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡарттар һәм инвалидтар...

Тотош уҡырға 35

“Ҡартайырға әле иртәрәк...”

“Ҡартайырға әле иртәрәк...” 13.10.2018 // Йәмғиәт

70 йәшкә етеп килгәндә яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп, барыһын да өр-яңынан башлап буламы? Хаҡлы ялға...

Тотош уҡырға 46

Еҙем етемһерәмәйәсәк

Еҙем етемһерәмәйәсәк 13.10.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыуға 16,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 36 гектарҙа...

Тотош уҡырға 44

Лидерҙарға юл асыҡ!

Лидерҙарға юл асыҡ! 12.10.2018 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә идарасыларҙың сираттағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы башланды. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр...

Тотош уҡырға 46

Урман ҡыҙы

Урман ҡыҙы 12.10.2018 // Йәмғиәт

Уңғандарҙың ризығы мул, тормошо болло. Май тәпәне тышынан билдәле тигәнде раҫлап, Ғәлиевтәрҙең...

Тотош уҡырға 62

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша, ләкин дәһшәтле дәүер, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул...

Тотош уҡырға 45

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!”

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтеп, туптар, бомбалар шартлау тауышы  тынған был ерҙәрҙә...

Тотош уҡырға 48

“Һанлы телевидениеға  күсеү – ул заман талабы”

“Һанлы телевидениеға күсеү – ул заман талабы” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы...

Тотош уҡырға 58