Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау-яуапКүршең яҡшы булһын

Күршеләрҙең участкаһындағы ер кимәлен күтәреүе һөҙөмтәһендә беҙҙең ихатаға ҡар һәм ямғыр һыуы йыйыла. Бер нисә тапҡыр ерҙе күтәреп ҡараһам да, бер нәмә лә килеп сыҡманы. Күршеләрҙең йорто эргәһендә һыу китһен өсөн торба ҡуйырға кәрәк. Ә улар дәғүәбеҙгә ҡолаҡ та һалмай. Ни эшләргә?

Ильяс.
Өфө районы.

Єгәр күршеләрегеҙҙең участка кимәлен күтәреүе арҡаһында ерегеҙҙе һыу баҫа икән, судта уларҙан канау эшләтеүҙәрен талап итә алаһығыҙ. Өҫтәүенә үҙегеҙ күргән матди зыянды ҡаплатыуҙарын да һорағыҙ. Є бынан алда урындағы хакимиәткә күршегеҙгә ялыу яҙырға кәрәк. Был тикшереүҙәр судта дәлил булып ҡараласаҡ (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 15-се, 304-се статьялары).


ХЕҘМӘТТӘР

Ярҙам итмәне

Бүлмә һатып алырға теләп, күсемһеҙ милек агентлығына мөрәжәғәт иттем. Унда миңә кәрәкле торлаҡты табыу тураһында килешеү төҙөнөк. Ләкин ике ай эсендә бер нәмә лә тапманылар. Мин алдан түләгән аҡсаны кире ҡайтара аламмы? Минең өсөн был – ҙур ғына сумма.

Зәйтүнә.
Иглин районы.

Эйе, аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин. Єммә күп нәмә договор шарттарына бәйле. Шуға уны ентекләп уҡып сығырға кәрәк һәм ошондай хәл килеп сыҡҡан осраҡта һеҙгә ниндәй хеҙмәт күрһәтәсәктәрен асыҡ­лағыҙ. Унда бүлмәне һатып алмау осрағында аҡсаның тулыһынса йәки өлөшләтә ҡайтарылыуы хаҡында яҙыл­ғанмы-юҡмы икәнлеген белегеҙ. Рәсәй Граж­данлыҡ кодексының 781-се статьяһында баш­ҡарыусының килешеү шарттарын үтәмәгән осраҡта аҡсаны кире ҡайтарырға тейешлеге хаҡында әйтелә.
Ләкин ҡануниәттә бер нәмә бар: әгәр ике яҡ та ниндәйҙер хәл өсөн яуап бирмәһә, мәҫәлән, риэлтор күпмелер аҡса сарыф итһә (мәҫәлән, бүлмәне һатыу өсөн рекламаға киткән сумма) уны һеҙҙән түләтеүҙәре бар. Әммә риэлтор быны чектар ярҙамында дәлилләргә тейеш.
Әлбиттә, күп кенә агентлыҡтар исеменә тап төшөр­мәҫ өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға тырыша, сөнки аҙаҡ уларға мөрәжәғәт итеүселәрҙең һаны кәмеүе ихтимал.


ҺАЛЫМ

Һаттың икән – түлә

Машинамды һатырға уйлайым. Һалым түләттерәсәктәрен бик яҡшы аңлайым, тик быға аҡсам юҡ. Һалым түләмәү юлдары бармы икән? Автомобилде ҡасандыр атайым бүләк иткәйне.

Земфир.
Дыуан районы.

Эйе, ысынлап та, еңел машинаны һатҡанда һалымдан “ҡасыу” юлдары бар. Быны өс осраҡта эшләргә мөмкин:
1. Әгәр машинаны һатып алған сумманан кәмерәккә һатһағыҙ. Шулай итеп, кеше үҙенә килем алмаһа, 13 процент һалым түләүҙән дә азат. Һеҙгә автомобиль бүләк ителгәс, өҫтәүенә һеҙ уға өс йылдан кәмерәк ваҡыт хужа булһағыҙ, һалым түләргә кәрәк.
2. Әгәр өс йыл буйы еңел машинаның хужаһы икәнһегеҙ, һалым түләү талап ителмәй. Хатта декларация тултырыу кәрәк түгел.
3. Әгәр автомобилегеҙҙе 250 мең һумға йәки унан кәмерәк суммаға һатһағыҙ, һалым түләүҙе талап итмәйәсәктәр, сөнки ошо суммаға тиклем генә ташлама яһала.
Иҫкәрмә. Еңел машинаға өс йылдан кәмерәк идара итһәгеҙ, һалым декларацияһын тултырырға кәрәк. Был килешеүҙән һуңғы йылдың апрель аҙағына тиклем атҡарылырға тейеш.


Кемгәлер бирәләр, кемгәлер – юҡ

Былтыр ағайымдан фатирын 3 миллион 400 мең һумға һатып алғайным. Быйыл уның һалым ҡайтармаһын алырға уйлайым. Күпме аҡса бирерҙәр икән?
Динис.
Салауат ҡалаһы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғандарҙан күсемһеҙ милек һатып алғанда һалым ҡайтармаһын бирмәйҙәр. Ағайығыҙ менән һеҙҙе бер-берегеҙ менән туғанлыҡ ептәре бәйләй. Шуға бар нәмәне үҙ-ара килешеп эшләүегеҙ ихтимал. Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 220-се статьяһын ҡарағыҙ. Ундағы һалым ташламаһына дәғүә итмәгәндәр исемлегенә һеҙ ҙә инәһегеҙ. Ләкин икенсе юлы фатир һатып алһағыҙ, һалым ҡайтармаһына документтар юллағыҙ.


САУҘА

Яуаплылыҡтың да төрлөһө бар

Магазинда һатыусы булып эшләйем. Матди зыян килтерҙең тип 3 мең һум аҡсамды эш хаҡынан алып ҡалдылар. Был дөрөҫмө?

З. ЗӘЙНИЕВА.
Бөрө ҡалаһы.

Матди яуаплылыҡтың ике төрө бар: өлөшләтә һәм тулыһынса. Тәүгеһе айырым хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла. Улар берәй зыяндың кимәле хеҙмәт хаҡынан әллә күпме тапҡыр ҙур булһа ла, үҙҙәренең эш хаҡынан күберәк түләргә тейеш түгел (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 238-се статьяһы). Мәҫәлән, 7 мең һум хеҙмәт хаҡы алып эшләгән йыйыштырыусының иғтибарһыҙлыҡ һөҙөмтәһендә ҡиммәтле әйберҙе ватыуы ихтимал. Зыяндың хатта 50 мең һум тәшкил итеүе мөмкин. Ләкин эш биреүсе унан 7 мең һум ғына түләттерә ала.
Матди зыянды түбәндәге осраҡтарҙа тулыһынса ҡаплаталар:
* эш биреүсе хеҙмәткәр менән хеҙмәт договорында махсус рәүештә матди яуаплылыҡ тураһында пункт булдырһа;
* матди байлыҡ тулы булмаған йәки юғалған осраҡтарҙа. Был бигерәк тә аҡса менән эш итеүсе кассирҙарға, бухгалтерҙарға һәм финансҡа бәйле башҡа хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла;
* алдан уйлап зыян килтергәндә;
* алкоголле эсемлекте ҡулланғандан һуң зыян килтергәндә;
* енәйәт һөҙөмтәһендә зыян күрелгән осраҡта;
* зыян арҡаһында дәүләт, хеҙмәт йәки коммерция сере асылғанда;
* зыянды хеҙмәт ваҡытынан һуң килтергәндә. Мәҫәлән, эштән һуң бинанан сыҡҡан ваҡытта арығанлыҡ һөҙөмтәһендә тәҙрәгә барып төртөлөп ватыу.
Үрҙә аталған барлыҡ осраҡтарҙа ла хеҙмәткәр зыянды тулыһынса ҡапларға бурыслы. Әгәр кеше быны эшләргә теләмәһә, етәкселек судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Ләкин яуаплылыҡтан ҡотолорға ла мөмкин. Был осраҡта түбәндәгеләрҙе иҫбатларға тейешһегеҙ:
* мотлаҡ шулай эшләргә кәрәк булғанлығын;
* әйберҙең етешмәгәнлеге һаҡсыларҙың аҙлығына бәйлелеген:
* эш биреүсе тауарҙы, милекте һаҡлау өсөн яҡшы шарттар тыуҙырмаған осраҡта. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек йылытылмаған келәттә ҡалдырылып туңдырылған.
Хәтер һандығына: эшкә урынлашҡанда хеҙмәт договорын ентекләп уҡығыҙ, шунан һуң ғына уға ҡул ҡуйығыҙ.


ПЕНСИЯ

Бер урында
оҙаҡ эшләү генә етмәй...

Быйыл хаҡлы ялға сығырға йыйынам. Бер урында көс түгеүемә 35 йыл үтеп тә киткән. Бала ҡарау ялынан тыш, туҡтауһыҙ эшләнем. Был пенсия күләменә йоғонто яһаймы?

М. СӘЛИХЙӘНОВА.

Мәсетле районы.
Юҡ, оҙайлы йылдар бер урында ғына эшләү һәм стаждың өҙөлмәүе пенсияға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Ләкин социаль ташламаларға һәм хеҙмәт ветераны булараҡ түләүҙәргә өмөт итә алаһығыҙ. Бер ойошмала оҙайлы эшләгәнегеҙ өсөн, бәлки, дәүләт наградаһына лайыҡ булғанһығыҙҙыр? Әгәр бар икән, хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем үк халыҡты социаль яҡлау бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Пенсияға сыҡҡас, был ташламаларҙан файҙалана башлаясаҡһығыҙ.





Белеү зыянға булмаҫ

Күп фатирлы йорт тимер юлдан нисә метр алыҫлыҡта урынлаша ала?
Зәлиә.
Шишмә районы.

Торлаҡ йорт тимер юлдан кәмендә 100 метр аралыҡта урынлашырға тейеш. Әгәр был юл тауыштан һаҡлаусы ҡоролма менән кәртәләнһә, санитар зона киңлеге кәмергә лә мөмкин. Ләкин күрһәткес 50-нән кәм булмаһын. Санитар зонала автоюлдар, гараждар, туҡтал­ҡалар, келәттәр һәм коммуналь-көнкүреш тәғәйенләнешендәге ойошмалар урынлаша ала. Шул уҡ ваҡытта был урындың яртыһы йәшелләндерелгән булырға тейеш.

Йәшәүгә яраҡлымы, юҡмы?

Беҙ йәшәгән йорттоң дүрттән бер өлөшө — торлаҡ, ҡалған өлөшө ке­ше йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән. Йорт рәсми рәүештә иҫке тип та­был­ған. Уны нисек йәшәү өсөн яраҡ­һыҙ тип таныуҙарына ирешергә?

З. Рәсүлева.
Өфө ҡалаһы.

Рәсәй Торлаҡ кодексының 32-се, 89-сы статьяларына ярашлы, Рәсәй Хөкү­мәтенең 2006 йылдың 28 ғинуарын­да раҫланған бинаны – тор­лаҡ, торлаҡты йәшәүгә яраҡһыҙ һәм һү­теүгә йәки үҙгәртеүгә яраҡлы поло­же­ние­ға ярашлы, торлаҡты йәки күп фатирлы йортто һүтеүгә яраҡлылығын таныр өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк:
1-се аҙым — төҙөлөш конструкцияларын тикшереү буйынса ойошмала йорт­тоң йәшәүгә яраҡлылығын дәлилләүсе белешмәне алырға;
2-се аҙым — түбәндәге документтар менән ведомство-ара комиссияға (урындағы хакимиәттәрҙә ойошторола) мөрәжәғәт итергә:
1) торлаҡ өйҙө йәшәүгә яраҡһыҙ йәки күп фатирлы йорттоң һүтелергә тейешлеген таныу тураһындағы ғариза;
2) үрҙә әйтелгән белешмә;
3) теләк буйынса йортта йәшәүсе­ләрҙең йәшәүгә яраҡһыҙ насар йорттар тураһындағы яҙма ялыуы.
30 көн эсендә комиссия йорттоң торошо тураһында һығымта яһай һәм ҡарар ҡабул итә. Бына ошо документҡа ярашлы, хакимиәт торлаҡты артабан файҙаланыу, унда йәшәүселәрҙе күсереү тураһында йәки башҡа ҡарар сығара.
Әгәр комиссияның ҡарары йәки хакимиәт был документ талаптарын үтәмәһә, судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
3-сө аҙым — социаль яллау договорына ярашлы, хакимиәттә икенсе торлаҡ биреүҙәре тураһындағы договорҙы алырға. Бынан тыш, милектәге фатирҙы һатып алыу тураһындағы тикшереүҙе бирергә мөмкин.
Иҫкәрмә. Авария хәлендәге йорттағы милекселәрҙең һәм муниципаль фатирҙы яллаусыларҙың хоҡуҡтары төрлө. Һуңғы­ларына элекке майҙандан кәм булмаған торлаҡ бирелергә тейеш. Ә милек хужаларына килгәндә, ҡануниәттә уларҙы торлаҡтан күсереү шарттары ҡарал­маған. Был хакимиәт менән килешеп эшләнә. Милексегә иҫкеһенең хаҡына ярашлы торлаҡ бирелергә йәки аҡсалата түләнергә мөмкин. Бынан тыш, ул, элекке милке өсөн бирелгән аҡсаға өҫтәп, яңы фатир һатып алыу хоҡуғына эйә.
Ташламалар ҡаралған

Әсәйем — Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветераны. Ауылдағы йортонда барлыҡ уңайлыҡтары ла булмағас, беҙҙең менән бергә ҡалала йәшәй. Уны хатта фатирыбыҙға ваҡытлыса теркәнек. Беҙгә торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә ташламалар ҡаралғанмы? Әсәйемдең ниндәй ташламаларға хоҡуғы бар?

Мәҙинә.
Бөрө ҡалаһы.


Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ташламалар федераль кимәлдә ҡарал­ған – улар тотош ил ветерандары өсөн бер үк. Әйҙәгеҙ, түбәндә уларҙың хоҡуҡтарын ҡарап үтәйек.
Льготаға хоҡуҡлы кеше йәшәгән торлаҡ муниципаль милектә икән, уға түләүгә 50% ташлама ҡаралған. Әйткәндәй, ошо уҡ хоҡуҡтан ғаиләнең башҡа ағзалары ла файҙалана ала.
Коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә 50% ташлама бар. Әммә был ғаилә ағзаларына ҡағылмай.
Әсәйегеҙ элекке йәшәгән төп урындағы ташламаларҙан баш тартҡас ҡына, яңыларына дәғүә итә ала.




Еңел байырға теләйҙәр

Тир түкмәй генә аҡса эләктереү өсөн хәҙер нимә генә эшләмәйҙәр. Мутлашыусылар бигерәк тә банк картаһы тураһында яҡшы белмәгән өлкән йәштәгеләрҙе “ҡармаҡларға” әҙер генә тора. Шуға гәзит уҡыусыларға, һаҡ булығыҙ, тип өндәшәбеҙ. Ћаҡланғанды Хоҙай һаҡлар тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Еңел аҡса эшләргә теләүселәр беҙҙе нисек алдай һуң?

1. Ћеҙгә “банктың именлек хеҙ­мәте”­нән шылтыратып, картағыҙға аҡса күсерелеүен, раҫлауҙы һәм телефонығыҙҙың һанын яҙып ебә­реүҙе һорауҙары ихтимал. Өҫтә­үенә: “Єгәр быға риза түгелһегеҙ икән, телефонығыҙға ебәрелгән “инҡар итеү” төймәһенә баҫығыҙ”, – тип яҙалар. Ошо талаптарҙы үтәһә­геҙ, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ.
2. Љыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың аҡса һорауы тураһындағы смс-хәбәр килеүе лә мөмкин. Бик һирәк булһа ла, ошо рәүешле алданыусылар ҙа юҡ түгел.
3. Интернет-магазиндарҙыҡына оҡшаған ялған сайттар осһоҙ ғына тауарҙар тәҡдим итә, әммә улар өсөн түләнгән аҡса билдәһеҙ та­раф­ҡа юлланып юҡҡа сыға. Бының өсөн әлеге банк карталарығыҙ файҙаланыла.
4. Мутлашыусылар хатта һатып алыусы булып та ҡыланыусан. Улар нимәнелер алыш-биреш итеү тура­һындағы иғланда күрһәтелгән телефон буйынса шылтырата һәм, үҙ карталарынан аҡсаны алып, тауар өсөн хаҡты түләүҙәрен һорай. Бы­ның өсөн уғрылар банк карта­ла­ры­ның һандарын әйтергә мәжбүр итә.

Алдаҡсыларҙың “тоҙағы”на эләкмәү өсөн түбәндәгеләрҙе эшләгеҙ:

1. Банк картағыҙ тураһындағы мәғ­лүмәтте бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Бер ниндәй банк хеҙмәткәре лә телефон аша шәхси мәғлүмәттәрегеҙ тураһында белешеп шылтырат­маясаҡ. Әгәр хәлде асыҡлағығыҙ килһә, банктың call-үҙәгенә шылтыратып белешегеҙ. Ниндәйҙер операцияны бөтөрөү йәки инҡар итеү өсөн кодтар ҙа булмай.
2. Интернет-магазиндағы хаҡтар баҙарҙыҡы менән сағыштырғанда күпкә түбәнерәк икән, уйланырға урын бар. Шуға сайт адресын һәм уның сертификат ваҡытын ҡарарға кәрәк. Яһалма сайттың адресы ысынынан бер хәреф йәки билдә менән генә айырылырға мөмкин.
3. Әгәр “һатып алыусы” үҙенең банк картаһынан аҡса күсереү мөм­кинлеген раҫлаһа, был бөтөнләй дөрөҫ түгел. Банкомат йәки интернет-банк аша үҙ картаңдан ғына башҡа кешенекенә аҡса күсерергә мөмкин.
4. Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе һо­ра­ған электрон хаттарға яуап бирмәгеҙ.
5. Сит илгә барғанда баҙарҙа йәки магазинда банк картаһын фай­ҙа­ланырға тырышмағыҙ, намыҫһыҙ һатыусыларҙың бер тауар өсөн икеләтә хаҡ алып ҡалыуҙары бар.
6. Ресторанда карта менән түләгәндә лә мобиль терминал күҙ алдығыҙҙа булһын.
Шулай итеп, һаҡ булыу хәйерле. Юғиһә аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.






Мутлашыусылар йоҡламай

Быйыл ҡыҙым юғары уҡыу йортон тамамлап, диплом алды. Хәҙер эш эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Телефондан шылтыратып белешкәндә: “Килегеҙ, һөйләшербеҙ”, – тиҙәр. Барһаҡ, ике көнлөк түләүле курс үтергә тәҡдим итәләр. Был законлымы?

Д. ШӘМСЕТДИНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Бындай курстар бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Уҡып бөткәс, эш урындарының юҡлығы йәки башҡа кешене эшкә алыуҙары тураһында хәбәр итәсәктәр. Ҡайһы бер осраҡта эшкә алырға тейешле фирманы табып та булмаясаҡ. Ысынбарлыҡта хеҙмәткәр эҙләгән етәксе, кемделер эшкә алып, уның белемен камиллаштырыу тураһында ҡыҙыҡһыныуы ихтимал. Медицина тикшереүенә килгәндә, ул ҡайһы бер тармаҡтарҙа ғына кәрәк. Йыш ҡына ул эш биреүсе тарафынан үткәрелә.
Төрлө иғландар күрһәгеҙ, һаҡ булығыҙ. Мәҫәлән, етәксе ярҙамсыһын эҙләүҙәре ихтимал. Фирмаға барғас, ҡағиҙә булараҡ, күмәртә хаҡ менән тауар алырға тәҡдим итәсәктәр. Мәҫәлән, ябығыу өсөн төрлө таблеткалар. Күптәр ошо ҡыҙыҡлы, ымһындырғыс һүҙҙәргә ышанып, тауар ала. Ләкин аҙаҡ уны һатып булмаясаҡ.
Иҫкәрмә. Ҙур эш хаҡы тураһындағы иғлан бағаналарҙа эленеп тормай. Ниндәйҙер вазифалы кешегә ярҙамсы кәрәк икән, талаптар ҙа етди буласаҡ.
Мутлашыуҙың тағы бер төрө бар: ярты йылдан әллә күпме аҡса аласағығыҙ тураһында вәғәҙә итәләр. Ә әлегә халыҡҡа тауарҙы күрһәтеү өсөн һатып алырға тейешһегеҙ. Шулай итеп, күпме кеше һатып ала, шунса аҡсаға эйә булырһығыҙ. Был иһә – финанс пирамидаһы. Аҡса биргән кешеләр һаны артҡан һайын пирамиданың өҫкө баҫҡыстарында торғандар байығасаҡ.
Ғәмәлдә нисек булырға тейеш? Ниндәйҙер бер фирма вәкиле булыу өсөн анкета тултырырға һәм договор төҙөргә кәрәк. Шунан һуң продукцияның каталогтарын һәм башҡаларҙы бирергә тейештәр.






МӘҒАРИФ

Осраҡтар кәмеһә лә...

Берҙәм дәүләт имтихандарын биргән ваҡытта хоҡуҡ боҙоу осраҡтары булғанмы?

Дим.
Әлшәй районы.

Республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын биреүҙең төп этабында ете хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Әбйәлилдә математиканан имтихан биргәндә – ике, Бәләбәйҙә физиканан һынау мәлендә шулай уҡ ике уҡыусыны аудиториянан сығарғандар. Бынан тыш, Башҡортостанда математика, химия һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән имтихандар тапшырғанда тағы берәр хоҡуҡ боҙоу осраҡтары булған. Уларҙың барыһы ла телефон йәки шпаргалка файҙаланыуға бәйле. Балаларҙың эше юҡҡа сығарылған, һәм улар икенсе йыл ғына йәнә имтихан тапшырыу хоҡуғына эйә. Әйткәндәй, былтыр имтихандар мәлендә – 24, 2013 йылда 40 шундай осраҡ теркәлгән.




МЕДИЦИНА

Барыһы ла китә алмай

Ағайым 26 йыл стоматолог-ортопед булып эшләне, аҙаҡ ул үҙ һөнәре буйынса шәхси эшен асты. Ул хаҡлы ялға ваҡытынан алда сығыу хоҡуғына эйәме?

Динә.
Бөрө ҡалаһы.

2002 йылдың 29 октябрендә Рәсәй Хөкүмәте ҡабул иткән 781-се ҡарарҙа ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу хоҡуғын биргән вазифалар, һөнәрҙәр һәм медицина стажын иҫәпләү тураһында яҙылған. Уға ярашлы, ҡалала 30 йыл эшләргә кәрәк. Әгәр ағайығыҙ 1999 йылдың 1 ноябренән һуң шәхси эшҡыуар булып теркәлгән икән, был осор медицина хеҙмәтен күрһәткән ваҡыт тип иҫәпләнмәй һәм стажға индерелмәй. Тимәк, дөйөм алғанда, ағайығыҙ хаҡлы ялға ваҡытынан алда китә алмай.




ИҠТИСАД

Ћәр нәмәнең... тарихы

Кредит тарихымды белгем килә. Быны нисек эшләргә икән?
Айгөл.
Миәкә районы.

Әгәр быға тиклем банктан кредит алып, ваҡытында түләп барһағыҙ, ниндәйҙер проблема килеп сыҡмаясаҡ. Ғөмүмән, кредит тарихы менән танышыу өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә кәрәк.
* Кредит тарихтары бюроһында үҙегеҙ тураһында ниндәй мәғлүмәттәр барлығын асыҡлағыҙ. Быны Рәсәйҙәге Үҙәк банк ҡарамағындағы кредит тарихтары үҙәк каталогының сайты www.cbr.ru аша белергә мөмкин. Тағы шәхси кодығыҙ кәрәк буласаҡ. Ә уны кредит договорына ҡул ҡуйғанда бирәләр. Әгәр ул билдәле түгел икән, быға тиклем кредит алған банктарҙың һәр береһенә мөрәжәғәт итеп асыҡлағыҙ.
* Ун көн эсендә Рәсәйҙең Үҙәк банкынан кредит тарихтары бюроһы адрестары ебәреләсәк. Төрлө банктар төрлө бюролар менән эшләй. Шуға кредит тарихығыҙ бер юлы бер нисә банкта һаҡланыуы ихтимал.
* Кредит тарихығыҙҙы асыҡлау өсөн кредит тарихтары бюроһына барығыҙ. Әйткәндәй, йылына бер тапҡыр кредит тарихы менән бушлай танышырға мөмкин.




СОЦИАЛЬ ӨЛКӘx


Ил яҙмышы сағыла

Шифахана-курорт путевкаһын юллай алмайым. Сират күп тип аңлаталар Пенсия фондында. Был ысынлап та шулаймы?

Зиннур Миңләхмәт улы.
Өфө ҡалаһы.
23 июнь мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идаралығында ташламаға эйә булған 359 мең кеше сиратта тора. Улар иҫәбендә социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан баш тартҡан 72 мең пенсионер бар. Ошо кешеләрҙең 12 мең 799-ы Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡорт­остан буйынса бүлексәһендә иҫәптә тора. 1160 бала һәм 11639 өлкән кеше путевкаға мохтажлыҡ кисерә. Ћуңғыларының 122-һе – арҡа һәм баш мейеләре имгәнгән инвалидтар. Өфөгә килгәндә, 3 мең 165 кеше ташламаға эйә һәм путевка көтә. Дөйөм алғанда, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә иҫәптә торғандарҙың барыһын да шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү өсөн 311 миллион һум аҡса талап ителә. 2015 йылға Башҡортостанға ни бары 87,5 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға Фондта сиратта тороусыларҙың 28 процентын ғына путевкалар менән тәьмин итергә мөмкин. Ә аҡса республика бүлексәһенә социаль пакеттан һәм уның хаҡынан баш тартмаған граждандар иҫәбенән сығып түләнә. Бер путевка өсөн 20 мең һум самаһы тура килеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Бынан тыш, инвалид-балалар һәм баш, арҡа мейеһе йәрәхәт­тәрен алған инвалидтарҙы тәрбиәләгән кешеләрҙең буласағы ла күҙ уңында тотолған.


Көтөргә тура килер

Ниңә һуңғы ваҡытта протез-ортопедия кәрәк-ярағын алыу бик ауыр. Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерә алмаҫһығыҙмы икән?

Динислам Ҡәүи улы.
Салауат ҡалаһы.

Рәсәй Страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бүлексәгә 23 мең инвалидтың техник реабилитациялау саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеүҙе һорап яҙған 57 мең ғаризаһын тапшырған. Инвалидтарҙың быйылға тиклемге үк үтәлмәгән ғаризаларын да бойомға ашырыу өсөн 800 миллион һум аҡса кәрәк ине. Бынан тыш, быйылғы ғаризаларҙы ла өҫтәһәк, үрҙә әйтелгән сумма 1 миллиард 200 миллион һумға барып етә. Ә федераль бюджет 319 миллион һум ғына аҡса бүлгән, сөнки илдә иҡтисади хәл ҡатмарлы. Быйыл тәүге ярты йыллыҡта ошо сумманың 159,5 миллион һумын файҙаланырға рөхсәт ителгән. Ҡануниәткә ярашлы, төбәк бүлексәһе тарафынан конкурс процедуралары иғлан ителгән, инвалидтарға техник сараларҙы, шифахана-курорт дауалауға путевкалар биреү ҡәтғи сиратҡа ярашлы алып барыла. Аҡсаның етешмәүе сәбәпле, инвалидтарҙы кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү ауырлашҡан.
Төбәк бүлексәһе етәкселеге был ауыр мәсьәләне хәл итеү өсөн бар көсөн һалып эшләй. Федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса биреү тураһындағы тәҡдимдәр Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығына һәм Социаль страховка фондына ебәрелгән. Фондтың урындағы төбәк бүлексәһе етәкселеге, был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап, республика Хөкүмәтенә һәм инвалид­тарҙың ижтимағи ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың шәхсән ҡатнашлығында һәм ярҙамында федераль бюджеттан 734 миллион һум аҡса бүленеүгә өлгәшелгән. Әле дәүләт контракттары төҙөлгән. Конкурс процедуралары тамамланғас, инвалидтарҙы реабилитациялау буйынса кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү дауам итәсәк. Тағы шуны әйтергә кәрәк: республикаға, илдең башҡа төбәктәренән айырмалы, күберәк аҡса бүленгән.



ХИМИЯ

Уңайлы ла, зыянһыҙ ҙа булһын

Хәүефле химикаттар һәм токсиндар тураһында яҙмаҫһығыҙмы икән?
Тефлон табалары һаталар. Улар зыянлымы?

З. ИСКӘНДӘРОВА.

Ҡырмыҫҡалы районы.

Ысынлап та, көнкүрештә химик таҙартыу сараларын файҙаланыуға күнеккәнбеҙ. Шулай ҙа бөгөн улар хаҡында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрәбеҙ һәм һаҡ булығыҙ тип өндәшәбеҙ:
* хлорлы этилен. Ул химик таҙартыуҙа файҙаланыла. Шуға химик таҙартыуҙан һуң әйберҙәрҙе бер нисә сәғәт саф һауала елләтергә кәрәк;
* алюминий булған дезодоранттар, антиперспиранттар. Составына ошо химик элемент ҡушылмағандарын һатып алығыҙ;
* косметик саралар, лосьондар, сәс буяғыстар, мусс, лактар, ҡояштан һаҡланыу саралары, эстроген йәки плацентар гормондар, парабен йәки фталь кислотаһынан торған дезодоранттар. Сәләмәтлек өсөн парабендарҙан һәм фтолаттарҙан эшләнмәгәндәрен һайлағыҙ;
* фталат ҡушылған хушбуйҙар. Был ҡушымталар бар парфюмерия әйберҙәрендә лә була, әммә аҙыраҡ ҡушылып эшләнгәнен һайлау хәйерле;
* төрлө бөжәктәргә һәм кимереүселәргә ҡаршы саралар. Эфир майҙары һәм бор кислотаһы нигеҙендә эшләнгән пестицидтарҙы файҙаланыу отошло;
* полистирол һәм пенополистиролдан эшләнгән плас­тик һауыт-һаба. Керамика йәки быяла һа­уыт-һабаны фай­ҙаланыу, бигерәк тә йылытҡанда тотоноу яҡшы;
* тефлон табалар. Керамика менән ҡапланған табалар күпкә зыянһыҙыраҡ.








ЙӘЙГЕ ЯЛ

Машинала елдер, ләкин һаҡ ҡылан
Йәй – йылдың иң матур миҙгеле, яратҡан машинамда республи­кабыҙҙың төрлө төбәге менән танышыу өсөн бик матур осор. Ләкин водитель танытмаһын күптән алып, ун йыл инде автомобилгә идара итһәм дә, юлда күҙҙәрем йомола ла китә, бигерәк тә кәрәкмәгән мәлдә. Бәлки, кемдер ошо хәлдән сығыу юлын беләлер?

Данияр.
Иглин районы.

Һеҙҙең һорауға, гәзит уҡыусыбыҙ, оҫта водитель Юламан яуап бирә.
1. Оҙон юлға төнгә ҡарай сығыу кәңәш ителмәй. Әгәр был сәйәхәт мотлаҡ икән, бер сәғәт булһа ла, алдан йоҡлап алыу хәйерле.
2. Þëäà éîҡî áàҫһà, òóҡòàғûҙ, ÿë èòåï àëûғûҙ. Êүïòәð áûë âàҡûòòà ìàøèíàғà ÿҡøû èäàðà èтермен тип уйлап хаталана. Был мәлдә оло юлдан сығып, бер нисә сәғәт серем итеү һәйбәт.
3. Âàҡûòòûң òүáәíäәãå ìәëäәðåíäә – 4-5, 10-11, 16-17, 22-23 ñәғәò àðàóûҡòàðûíäà êåøå áèãåðәê òә éîҡîғà òàëûóñàí. Øóғà òàï îøî âàҡûòòà һàҡ áóëûғûҙ.
4. Ҡәһүә йоҡоно баҫа, әлбиттә. Әммә бының башҡа юлдары ла бар. Мәҫәлән, юлға пассажир алһағыҙ, әңгәмәһе менән һеҙгә йоҡларға ирек бирмәйәсәк. Радио тыңларға мөмкин. Ләкин 45 минут үткәс, уны һүндерергә кәңәш ителә, сөнки мейе сит тауышҡа өйрәнеп өлгөрә.
5. Йоҡоно ҡасырыу өсөн йышыраҡ туҡтағыҙ һәм аяҡ-ҡулдарығыҙҙы яҙып алығыҙ.
6. Бынан тыш, һағыҙ йоҡоно ҡасырырға ярҙам итә. Әгәр үрҙә әйтелгәндәрҙең береһе лә ярҙам итмәһә, саф һауа һулағыҙ. Ә бына тәмәке тартыу яҡшыға түгел, сөнки ул кешене “йомшарта”.









СӘЛӘМӘТЛЕК

Барыһы ла тәьҫир итә

Хәҙер яман шеш (рак) сире тураһында йыш ишетергә тура килә. Ниндәй аҙыҡ-түлектә ошо сиргә ҡаршы матдәләр бар? Бәлки, уларҙы ғәҙәттәгенән айырмалы әҙерләйҙәрҙер?

Зөлфиә.
Федоровка районы.

Табиптар түбәндәге аҙыҡ-түлек яман шеште барлыҡҡа килтермәй тип иҫәпләй. Ләкин шуны оноторға ярамай: улар үҙҙәренә төрлө химикаттарҙы, пестицидтарҙы һәм ауыр металдарҙы тиҙ һеңдереүсән. Шуға уларҙы үҙеңә үҫтереү йәки ауыл хужалығы баҙарҙарында һатып алыу яҡшы:
* алма, груша, нектарин, еләк, ҡурай еләге, виноград;
* борос, сельдерей, фасоль, картуф, шпинат, салат;
* ҡыяр, ҡабаҡ.
Түбәндәге аҙыҡ-түлекте ашамау хәйерле:
* аҡ йәки һоро шәкәр;
* аҡ икмәк, ныҡ бешерелгән макарон, таҙартылған аҡ дөгө;
* картуф иҙмәһе һәм кукуруз крахмалы ҡушылған аҙыҡ-түлек;
* магазиндан һатып алынған ҡайнатмалар, компоттар, джемдар;
* татлы газлы һыуҙар, пакеттағы һуттар;
* фритюр өсөн май, маргарин, спред, пальма майы;
* ҡыҙыл ит, ҡош тиреһе.

Көн һайын өҫтәлегеҙҙә булһын:

* ҡара шоколад (70 процент);
* арыш икмәге, ҡаты сортлы макарон, төрлө бутҡалар;
* йәшелсә, еләк-емеш;
* лимонлы һыу, йәшел сәй, ҡыҙыл шарап, кейәү үләне (чабрец), шалфей төнәтмәләре;
* һөт ризыҡтары;
* һимеҙ булмаған ит йәки балыҡ.


ХОҠУҠ

Хәлгә ҡарап

Йәйге каникул осоронда сит илгә барып ҡайтҡы килә. Ирем менән айырылышҡанбыҙ. Ул бөтөнләй икенсе өлкәлә йәшәй. Улыбыҙҙы ял итергә алып китеү өсөн атаһының рөхсәте кәрәкме?

Рәлиҙә.
Октябрьский ҡалаһы.
Әгәр балағыҙ Рәсәйҙең бәлиғ булмаған гражданы икән, әсәһе менән сит илгә барһа, атаһының рөхсәте кәрәкмәй. Әгәр бала тренеры, өләсәһе йәки башҡа кеше менән, йәғни атай-әсәйһеҙ сит тарафтарға юлланһа, атаһының йәки әсәһенең нотариуста теркәтелгән ризалыҡ белешмәһен алып йөрөтөргә тейеш. Унда баланың барыу ваҡыты һәм ил исеме күрһәтелһен. Бынан тыш, ял итергә юлланасаҡ илдең закондарына ла күҙ һалырға кәрәк.




ЙӘНТӨЙӘК

Имәндәр
кемгә ҡамасаулаған?

Ер участкаһындағы өс имәнде беҙҙән һорамайынса киҫеп алып киткәндәр. Баҡсасылыҡ ширҡәте рәйесе был хәлде бер нисек тә аңлата алманы. Милкебеҙгә ҡул һалған кешегә ниндәй енәйәт яуаплылығы ҡаралған?

Р. МИЯНОВ.
Благовещен ҡалаһы.

Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 7.27-се статьяһына ярашлы, кемделер матди яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн тәүҙә ғәйеплене табырға кәрәк. Бының өсөн ғариза менән урындағы полиция бүлексәһенә барығыҙ. Шунан һуң ғына матди зыян күләмен асыҡлағас һәм уны түләттереү өсөн судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.


ЭШ

Бер бәлә килһә...

Былтыр курсташымдың ире үлде. Хәҙер ул өс баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Өҫтәүенә быйыл мәктәптә “ҡыҫҡартыу”ға эләккән һәм эшһеҙ тороп ҡалған. Был ғәҙелме?

Лилиә.
Өфө ҡалаһы.

Љыҙғанысҡа ҡаршы, хатығыҙҙа балаларҙың йәшен күрһәтмәгәнһегеҙ. Рәсәй Хеҙмәт кодексының 81-се, 261-се статьяларында 14 йәшкә тиклемге баланы йәки 18 йәшкә тиклемге инвалид ҡыҙын йәки улын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәне эш урынынан ҡыҫҡарта алмауҙары хаҡында әйтелә. Єгәр һабаҡташығыҙ бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләй икән, хоҡуҡтарын яҡлау өсөн юристарға мөрәжәғәт итһен.
ЯЛx
Аҡса етмәһә...

Ҡыҙыма – йәш ярым. Єле бала ҡарау буйынса ялдамын. Аҡса етмәү сәбәпле, йәй-көҙ көндәрендә тағы эшкә сығырға ине. Ләкин аҙаҡ, бәләкәсемә өс йәш тулғансы, отпускымды дауам итә аламмы?

Миңзәлә.
Әбйәлил районы.

Бала ҡарау буйынса отпуск әсәгә балаһына өс йәш тулғансы бирелә (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 256-сы статьяһы). Был отпускыны өлөшләтә лә файҙаланырға мөмкин. Є отпускыға хоҡуҡты ваҡыттың ниндәйҙер аныҡ мәлендә файҙаланыу тураһында Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында әйтелмәгән. Шуға эш биреүсегә отпускығыҙҙың бер өлөшөн файҙаланыуығыҙ хаҡындағы ғариза менән мөрәжәғәт итегеҙ. Є етәксе үҙ сиратында ыңғай хәл итергә бурыслы.


АЛИМЕНТx

Элек, атай, ҡайҙа инең?


Атай-әсәйем 26 йыл элек айырылышты. Ул ваҡытта ҡустыма – алты, миңә өс йәш ине. Беҙ әсәйебеҙ менән икенсе ҡалаға йәшәргә күстек. Атайыбыҙ 18 йәшебеҙ тулғансы алимент түләне, ләкин унан беҙгә башҡа ярҙам булманы. Ошо ваҡыт эсендә бер мәртәбә лә хәлебеҙҙе белешмәне. Икенсе ҡатыны менән йәшәгәндә юл-транспорт фажиғәһенә эләккән һәм инвалид булып ҡалған. Љатыны менән айырылышҡанда беҙгә уны килеп тәрбиәләшеүебеҙ һәм бының өсөн фатирын ҡалдырасағы хаҡында әйтте. Єгәр атайыбыҙҙы ҡарашмаһаҡ, ул судҡа бирәсәге һәм алимент түләттерәсәге хаҡында янай. Беҙ бәләкәй саҡта үҙе ҡайҙа ине һуң?

Зәйтүнә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Атайығыҙ тере сағында фатирҙы һатмаһа, васыятнамә ҡалдырһа ғына, ҡустығыҙ менән һеҙгә фатирҙың ҡалыуы ихтимал. Є уны ҡарау тураһындағы алимент күсемһеҙ милек менән бер нисек тә бәйле түгел. Уның күләме судта матди хәлегеҙгә ҡарап билдәләнәсәк. Єлегә суд ҡарары юҡ. Шуға һеҙ бер нәмә өсөн дә түләргә тейеш түгелһегеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 47

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 34

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 53

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 28

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 39

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 38

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 73

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 95