Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Стәрлебаш буйлатып, ат уйнатып...
Стәрлебаш буйлатып, ат уйнатып... “Башҡортостан” гәзите редакцияһы үткәргән саралар республикабыҙҙа ғына түгел, халҡыбыҙҙың боронғо төйәге булған Ырымбур, Һамар, Силәбе, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында киң ҡолас ала бара. Ситтә йәшәгән милләттәштәре­беҙгә рухи ярҙам күрһәтеү ниәтенән ойошторолған “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”, боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү маҡсатында башҡарылған “Һөнәрлене данлай “Башҡортостан”, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған бай йыр-моң мираҫына яңы ҡеүәт өҫтәү йәһәтенән уҙғарылған “Талантлыны данлай “Башҡортостан” һәм башҡа күп акциялар рухиәтебеҙгә йән өрөүҙә, киләсәк быуындың зауығын тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

Ғөмүмән, халыҡ гәзите була­раҡ танылыу алған баҫмабыҙ коллективы бөгөн дә яңы дәрт, илһам, яҡты хыялдар менән янып йәшәй. Күптән түгел Стәр­лебаш районының Йәлембәт ауылында гөрләп үткән сара ла ошо турала һөйләй.
Стәрлебаш буйлатып, ат уйнатып...Мәғлүм булыуынса, “Баш­ҡорт­остан” гәзите II ярты йыл­лыҡҡа яҙылыу буйынса бәйге ойоштороп, төп бүләккә ат вәғәҙә иткәйне. Конкурсҡа йомғаҡ яһап, был турала баҫмабыҙҙың 17 июль һанында яҙып та сыҡтыҡ. Шулай итеп, арғымаҡҡа ҡороҡ ташлаусы Табылды ауылында йә­шәгән Файза Вахитованы тәб­рикләргә тип, 22 июль кисендә юлға сыҡтыҡ. Гәзиттең баш мө­хәррире Нияз Сәлимов етәксе­легендәге редакциябыҙ “ил­се”­ләрен, шулай уҡ рес­пуб­ликабыҙҙа һәм донъя кимәлендә киң танылыу яулай барған “Арғы­маҡ” этно-рок төркөмөн стәр­лебаштар ҡолас йәйеп ҡаршыланы. Тантаналы кисәлә район хакимиәте башлығы Фә­нүр Туҡтаровтың, йәштәр комитеты рәйесе Рафаэль Әбү­ләевтең, “Стәрлебаш шишмәләре” гәзитенең баш мөхәррире Мансаф Ғәниевтең, Йәлембәт ауылы хакимиәте баш­лығы Айрат Хәсәновтың ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәп ебәрҙе.
– Беҙҙең район тормошо, кешеләре тураһында яҙып то­раһығыҙ. Яҡташтарыбыҙ заман ауырлыҡтарына һылтанмайса донъя көтә, рухи төшөнкөлөккә бирелмәй. Ғөмүмән, стәрле­баш­тар – тырыш халыҡ. Әлбиттә, компьютер дәүерендә йәш быуын гәзиткә, китапҡа ылығып бармай. Ләкин, нисек кенә булмаһын, типография еҫе аңҡып торған гәзитте тотоп уҡыуға етәме ни?! – тине Фәнүр Туҡтаров.
– Һеҙҙең төбәктән бик күп шәхестәр сыҡҡан. Зиннәт Ғә­ли­мов, Фәйзи Ғүмәров, Рауил Шаммас, Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғә­лимов һәм башҡалар башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. “Баш­ҡорт­ос­тан” гәзите биттәрендә лә улар­ҙың әҫәрҙәре донъя күреп тора, – тине Нияз Сәлимов. – Стәр­лебаш элек-электән мәҙрә­сә­лә­ре менән дан тотҡан. Белем иле тигән һүҙ был. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа рухи упҡын алдына килеп баҫтыҡ: берәүҙәр мал-мөлкәт артынан ҡыуа, икен­селәр эскелек һаҙлығына бата... Ке­шелектең иң ҙур байлығы бул­ған рухи хазиналарыбыҙ хаҡын­да онотоп ебәрәбеҙ. “Баш­ҡорт­остан” – ул халыҡ гәзите, рес­публикабыҙҙың көҙгөһө. “Халыҡ тауышы”, “Тиҙ ярҙам”, “Өлгөрбай яҙмалары” кеүек рубрикалар һеҙҙең мәнфәғәтегеҙҙән сығып, һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе күтәреү маҡсатынан булдырылды. Беҙ бергә булғанда ғына тормо­шобоҙ йәнлерәк һәм йәмлерәк булыр.
Нияз Сәлимов матбуғатҡа яҙылыу барышында ярҙам күр­һәткәне өсөн Фәнүр Зөфәр улына һәм гәзитебеҙҙең дуҫтары Юрис Алтынбаевҡа, Марат Ишморатовҡа, 40 йылдан ашыу почта бүлексәһендә эшләгән Зәлиә Көҫәпҡоловаға Рәхмәт хаты тап­шырҙы.
– “Башҡортостан” гәзите бик оҡшай, – тине Юрис ағай. – Һуңғы ваҡытта өр-яңы рубрикалар барлыҡҡа килде, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫыла. Киләсәктә лә унан айырылмаясаҡбыҙ.
Ниһайәт, халыҡ түҙемһеҙлек менән көткән мәл етте. “Башҡортостан”ға яҙыл да атлы бул!” акцияһында еңгән Файза Ғәли ҡыҙы Вахитова яҡташтарының дәррәү алҡышы аҫтында сәхнәгә күтәрелде.
– Күгәрсен районында тыуған­мын, Табылдыға килен булып төшөүемә 35 йыл. Стәрлебаш хәҙер минең тыуған төйәгемә әйләнде. “Башҡортостан” гәзите иһә – ғаиләбеҙҙең ағзаһы. Унһыҙ тормоштоң йәме булмаҫ һымаҡ, – тине Файза апай.
Баш мөхәрриребеҙ, еңеүсене тәбрикләп, сертификат тапшырғас:
– Бөгөн беҙ Файза Ғәли ҡы­ҙына ғына түгел, һеҙҙең ба­рығыҙға ла “Арғымаҡ” алып кил­дек! – тип сәхнәне “Арғымаҡ” этно-төркөмөнөң хөкөмөнә тапшырҙы.
“Арғымаҡ”тарҙың сығышы башҡорт халҡының гимны бул­ған “Урал” көйө менән башланып китте. Уларҙың йыр-моңонан тетрәнмәгән кеше булмағандыр, моғайын. “Алпамыша”, “Күл буйында”, “Ҡара юрға” кеүек халҡыбыҙҙың йырҙары йө­рәктәрҙе елкендерҙе, милли ғорурлыҡ хистәре уятты. Ҡыҫ­ҡаһы, сәхнәне дер һелкетте “Арғымаҡ”!
Шулай Стәрлебаш буйлатып ат уйнатып ҡайтты “Баш­ҡорт­остан”. Әлбиттә, рес­пуб­ли­кабыҙҙа рухи арғы­мағыбыҙҙың саҡма тояҡтары баҫмаған ер юҡ. Ул эҙҙәрҙән сәселгән осҡон һәр беребеҙҙең йөрәгендә усаҡ ҡабыҙһын ине. Сөнки:
“Башҡортостан” – халыҡ һүҙе!
“Башҡортостан” – милләт йөҙө!
“Башҡортостан” – рух терәге!
“Башҡортостан” – ил йөрәге!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 39

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 31

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 40

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 54

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 47

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 38

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 51

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 48

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 44

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 43

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 60

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 47