Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан бер йыл ғына алда Башҡортостан Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, прозаик һәм драматург Низам Ҡәрип: “...Кәрәк булһа, пероны штыкка алыштырырға ла әҙербеҙ”, –тип яҙа һәм һуғыш башланғандың беренсе көнөндә үк үҙе теләп фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Был ғариза 1941 йылдың 27 июнендә яҙыусыларҙың партия ойошмаһында тикшерелә. Ойошма секретары Сәғит Мифтахов биргән характеристикала Низам Ҡәриповтың сәйәси яҡтан киң ҡарашлы, идеологик яҡтан тәртипле, тотанаҡлы, түҙемле кеше булыуы әйтелә.

Низам Ҡәрип улы Ҡәрипов 1905 йылдың 25 июлендә Дыуан районының (элекке Дыуан-Мәсетле) Иҫке Хәлил ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Тиҙҙән уны комсомол ячейкаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. ВЛКСМ-дың Мәсәғүт канткомы ҡарамағындағы курсты тамамлағандан һуң, Мәсетле волкомы аппаратында эшләй. Ә 1925 йылдың мартынан 1927 йылдың июленә тиклем Дыуан-Мәсетле волкомында яуаплы секретарь була. Мәсәғүт кантон комитеты тарафынан 1927 йылдың 24 октябрендә бирелгән характеристикала Низам Ҡәриповтың сәйәси һәләтенә ыңғай баһа бирелә, активлығы уртаса, үҙен тота белеүе, йәмғиәт тормошоноң һәм эшенең яйына төшөнөүе тураһында әйтелә. Был осорҙа бергә эшләгән иптәштәре менән төшкән фото ла һаҡланған.
Әҫәрҙәре – халыҡ күңелендә1929 йылда Н. Ҡәрипов Ҡазанға рабфакка уҡырға китә. Ҡазан политехник институтының төрки-татар факультетын тамамлағандан һуң, 1931 йылдың ғинуарында Та­тарс­тан коммунистик университетында матбуғат хеҙ­мәт­кәрҙәре әҙерләү өсөн асылған ике йыллыҡ гәзит (журналистика) бүлегенә уҡырға инә. 1931 йылдың 9 ғинуарынан әҙипте ТКУ-ға ҡабул итеүҙәре тураһында белешмә һаҡланған. Был бүлектә барлығы 43 кеше (баш­ҡорттар, татарҙар, рустар, сыуаштар, йәһүдтәр һ.б.) уҡый.
Документтарҙан күренеүенсә, Ҡазанда уҡыған йылдарында ТКУ-ның хөкүмәт стипендиаты Низам Ҡәрип бик әүҙем тормош менән йәшәй: бына ул – юғары уҡыу йорттары студенттарының “Осоавиахим” ағзаһы, шул уҡ ойошманың 5-се конференцияһы делегаты, 1929 йылдың 7 декабрендә Ҡазанда уҙғарылған студенттарҙың 8-се өлкә конференцияһы делегаты. Шулай уҡ эшсе хәбәрселәрҙең 1932 йылдың мартында Татарстан күләмендә уҙғарылған IV слётында ла ҡатнаша.
1931 йылда Ҡазанда “Төҙөлөш ударнигы” гәзите редакцияһында ике ай практика үтә. ТКУ өсөн бирелгән белешмәлә Н. Ҡәриповтың йөкмәтелгән эште үҙ ваҡытында тулы итеп башҡарыуы, уның тарафынан һис бер төрлө ҡаршылыҡ булмауы тураһында билдәләнгән. Татарстан коммунистик университетының ике йыллыҡ гәзит (журналистика) бүлеген тамамлауы тураһындағы таныҡлыҡ та иғтибарға лайыҡ.
1933 йылда яҙғы сәсеү кампанияһы осоронда ВКП(б)-ның Татарстан өлкә комитеты Низам Ҡәриповты ике айға Әлкә районының “Алға” колхозы район гәзите редак­ция­һына яуаплы мөхәррир итеп эшкә ебәрә. 1934 йылдың майынан Башҡортостандың Ейәнсура МТС-ы гәзитенең сәйәси бүлеге мөхәррире була. Унан һуң Маҡар районында “Алға” гәзите мөхәррире, район партия комитеты һәм бюро ағзаһы вазифаһын башҡара. 1935 йылда “Башҡортостан” (һуңынан “Ҡыҙыл Башҡортостан”) гәзитенең партия бүлеге мөдире итеп үрләтелә.
Низам Ҡәрип 1939 йылда республика яҙыусылар конференцияһында Башҡортостан Яҙыусылар ойош­маһының яуаплы секретары итеп һайлана һәм уны һуғыш башланғанға тиклем етәкләй. 1941 йылдың 31 июлендә ҡала хәрби комиссариатынан яуға алыныуы хаҡында повестка килә. Яҙыусылар ойошмаһы идараһының яуаплы секретары вазифаһын, мисәтен, штампын, союз ағзаларының 32 папканан торған шәхси эштәрен идара ағзаһы Баязит Бикбайға тапшырып, эшенән бушатыла. 1941 йылдың 1 авгусында төҙөлгән был акт һәм башҡа бик күп документтар, китаптары, һуғыштан ҡатыны Мәхүпкамалға яҙған хаттары, шәхси әйберҙәре, фотолары Милли әҙәбиәт музейы фондында һаҡлана.
Әҙип Сталинград өсөн барған дәһшәтле һуғыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылда Сталинградтан йыраҡ түгел Ҡотлобан станцияһын азат иткәндә өлкән политрук Низам Ҡәрипов батырҙарса һәләк була.
Яҙыусының әҙәби мираҫы әллә ни күп түгел дә һымаҡ, әммә ул профессиональ башҡорт әҙәбиәте башында торған. Низам Ҡәрипов 1932 йылда очерк һәм хикәйәләр яҙып әҙәбиәткә аяҡ баҫа. Уның “Гигант төҙөүселәр” исемле тәүге очеркы 1932 йылда “Азат хатын” журналында баҫыла.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге башҡорт совет әҙәбиәтендә Н. Ҡәрипов үҙенең хикәйәләре генә түгел, драматик әҫәрҙәре менән дә киң билдәлелек яулап өлгөрә. Заманында “Сәлим ҡарт” (1935), “Алма” (1938), “Һалдаттар ҡайтҡас” (1940) тигән ҙур күләмле сәхнә әҫәрҙәре республикабыҙ театрҙарында ҡуйыла.
Дүрт күренештән торған “Сәлим ҡарт” пьесаһында автор колхозды нығытыу, колхозсыларҙы мул тормошло итеүҙә МТС-тарҙа политбүлектәрҙең ролен художестволы кәүҙәләндерә. Был пьесаның Стәрлебаш колхоз-совхоз театрында 1936 йылда ҡуйылғанлығын яҙыусының архивында һаҡланған программанан ғына беләбеҙ. Ә Сәлим ҡартты йәш артист Ғәзим Туҡаев уйнаған.
Н. Ҡәриптең “Алмашсылар” исемле пьесаһы 1941 йылда баҫылып сыға. Ул сәхнәлә ҡуйылып өлгөрмәй. Афзал Ҡудашев яҙған рецензияла пьесаның художество яғынан юғары булмаһа ла, бөгөнгө көн ихтыяжына яуап биреүе, әҫәрҙе колхоз-совхоз театр сәхнәләрендә ҡуйырға мөмкин булыуы тураһында әйтелә.
Низам Ҡәриптең коллективлаштырыу йылдарын кәүҙәләндергән ”Алма” пьесаһы беҙҙең музей фондында һаҡлана: ҡулъяҙмаһы 1938 йылда ”Октябрь” журналының 10-сы һанындағы варианты. Журналдың титул битенә Хәниф Кәрим ҡулы менән “Разрешается выпуск на свет. 29. XI. 38.” тип яҙылған.
“Октябрь” журналының әйтеп үтелгән 10-сы һанында Р. Ниғмәти, Ғ. Сәләм, К. Кинйәбулатова шиғырҙары, Низам Ҡәриптең “Алма” пьесаһының 1-се һәм 3-сө шаршауҙары баҫылып сыҡҡан. “Алма” пьесаһының Дәүләкән башҡорт дәүләт колхоз-совхоз театрында ҡуйылыуы билдәле.
Бөйөк Октябрҙең 70 йыллығына арналған конкурсҡа әҙерлек осоронда Учалы халыҡ театрының үҙешмәкәр артистары сәхнәләштереү өсөн Низам Ҡәриптең “Алма” пьесаһын һайлай. 1987 йылдың апрель айында театр, 14 йыл тарҡалып торғандан һуң, яңынан ойошоп, ошо спектакль менән сәхнәгә сығып, халыҡ һөйөүен яулай.
Низам Ҡәриптең тағы бер “Иң яҡшылар өсөн” исемле ике шаршаулыҡ сәхнә әҫәре урып йыйыу осоронда социалистик ярышты, фиҙакәр хеҙмәт өлгөһөн һүрәтләй. Мөхөтдин Тажи был пьесаны бөтөнләй тәнҡитләп ташлаған: “... Драматик яҡтан йомшаҡ, теле алама, автор ҡабаланған, башында булған фекерҙәрен яҙып ҡына сыҡҡан, деталдәрҙе дөйөмләштереп биреүҙә оҫталыҡ етмәй... Әҫәр еңел, колхоз сәхнәләре өсөн уңайлы, ләкин, яңынан эшләмәйенсә, был көйө генә файҙаланып булмай. 26.01.1938 йыл”.
Низам Ҡәрип – башҡорт әҙәбиәтендә проза, драматургия жанрҙарында, балалар әҙәбиәте өлкәһендә, журналис­тикала үҙ өлөшөн индергән яҙыусы. Уның 1940 йылда баҫылған мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған “Ғәни менән Ғәли”, “Ҡуяндар” пьесалары, “Күгәрсендәр” хикәйәһе – заманында ҡыҙыҡһынып уҡылған әҫәрҙәр. Шулай уҡ “Ҡуяндар” “Кроликтар” (билингвизм) исемле китабы 1941 йылда (яуаплы мөхәррире – Ғ. Ғүмәр) донъя күрә.
Низам Ҡәриптең беренсе ҡатынынан тыуған ҡыҙы Рәшиҙә Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлай. Төркмәнстанда, Үзбәкстанда йәшәй, ете бала әсәһе. Төркмәнстандың Мөбәрәк ҡалаһында ерләнгән. Икенсе ҡатыны Мәхүбтән улы һәм ҡыҙы бар. Ҡыҙы Гөлдәр – уҡытыусы-пенсионер, Өфөлә йәшәй. Улы Казбек Урал дәүләт университетының (Екатеринбург ҡалаһы) тарих факультетына уҡырға керә, һуңғы курсын Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында тамамлай. Баш ҡаланың Орджоникидзе район комитетында комсо­молдың икенсе секретары, Киров ҡалаһында мәктәп директоры булып эшләй. 1978 йылда ҡаты сирҙән вафат була. Ике ҡыҙы, өс ейәне бар.
Н. Ҡәриптең әҙәби эшмәкәрлеге оҙон түгел. Яҙыусы, үҙе әйтмешләй, иң яҡшы әҫәрҙәрен яҙып өлгөрмәй. Ләкин яуҙа һәләк булған әҙиптең әҫәрҙәре халыҡ күңелендә йәшәй.

* * *

Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры, башҡорт һәм татар әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы уның Өфөләге мемориаль йорт-музейында юбилейға әҙерлек эштәре алып барыла. Ул саралар Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә сентябрҙә үтәсәк.
Бынан 75 йыл элек М. Ғафуриҙың тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы шундай уҡ ҙур әҙерлек барған. Башҡортостан яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Низам Ҡәрип 1940 йылдың 4 ноябрендә Яҙыусылар ойошмаһында юбилей сараларына әҙерлек барышы хаҡында сығыш яһай. Шул мәҡәләне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итке килә. Уны киләһе һанда уҡырһығыҙ.

Альмира ШӘРИПОВА,
Милли әҙәбиәт музейы фондының
баш һаҡсыһы.


(Аҙағы бар).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 3

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 3

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр

“Янғантау”ҙан да башҡа геопарктар булыр 19.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Янғантау” геопаркы проектын ЮНЕСКО эксперттары юғары баһаланы. Был хаҡта...

Тотош уҡырға 18

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө

Юл – яҡшы тормош көҙгөһө 18.09.2018 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен киңәйтеүгә биш миллиард һум аҡса йүнәлтеү күҙаллана. Өфө хакимиәтенең юл...

Тотош уҡырға 26

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк”

“Форум сәйәсмәндәр өсөн түгел, ә эшҡыуарҙар өсөн кәрәк” 18.09.2018 // Йәмғиәт

18—19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы уҙғарыла....

Тотош уҡырға 40

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә...

Ауыл урамынан шатлыҡ үтә... 18.09.2018 // Йәмғиәт

Ибрайҙа юл асылыуға халыҡтың сикһеҙ һөйөнгәне....

Тотош уҡырға 22

Бәрәкәт ҡасмаһын

Бәрәкәт ҡасмаһын 18.09.2018 // Йәмғиәт

Нигеҙ ҡороу Нигеҙ ҡоролаһы урынға тәүҙә ҙур аҡ таш һалалар. Уны тупһаға һалыу йолаһы ла бар. Кесе...

Тотош уҡырға 22

Изгелек хисе һүрелмәһен

Изгелек хисе һүрелмәһен 18.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт медицина университетында Федерация Советының фән, белем һәм мәҙәниәт буйынса комитет...

Тотош уҡырға 28

Ипотека алғандар арта

Ипотека алғандар арта 17.09.2018 // Йәмғиәт

Быйыл һигеҙ айҙа “Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтар реестрына ипотека...

Тотош уҡырға 30

Янғын хәүефе тыуһа…

Янғын хәүефе тыуһа… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы рәсми сайттағы ашығыс белдереүендә...

Тотош уҡырға 33

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр

“Төркиҙәр алтыны”нда – беҙҙекеләр 17.09.2018 // Йәмғиәт

Калуга өлкәһендә III “Төркиҙәр алтыны” Бөтә Рәсәй төрки йәштәр форумы асылды. Ул Рәсәй халыҡтары...

Тотош уҡырға 33

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт…

Бер аҙнаға машинаңдан баш тарт… 17.09.2018 // Йәмғиәт

Өфөлә “Эшкә велосипедта” акцияһы башланды. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ике...

Тотош уҡырға 31