Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлек дәрте бөркөлә Баҙалдан
Йәшлек дәрте бөркөлә Баҙалдан Бөгөнгө мәғариф өлкәһендә белем биреү учреждениеларын заманса йыһазландырыу, шулай уҡ яңы уҡыу биналары төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. “Балалар бар икән, мәктәп тә була” тигән ҡағиҙәнең тармаҡта төп нигеҙгә әйләнеүе халыҡты төбәк яҙмышы тураһында уйланырға мәжбүр итте, тыуған еренә яҡынайтты.

Мәҫәлән, Бөрйән районының күпселек ауылында хәҙер тормош йәнләнә бара, йәштәрҙең байтағы үҙ төйәгендә төпләнеп, тырышып донъя көтә. Урын­да­ғы мөмкинлектән файҙаланып, райондың үҫешенә булышлыҡ иткән йүнселдәрҙең арта барыуы айы­рыу­са һөйөнөслө. Әйтәйек, умартасылыҡ, солоҡ­со­лоҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәр ту­рис­тарҙы ылыҡтырыуға тос өлөш индерә.
Эше барҙың ашы, тимәк, маҡсаты була: районда ишле балалы ғаиләләр күпселекте тәшкил итә, араларында йәштәр бихисап. Мәҫәлән, Баҙал биҫтәһе тотошлай тиерлек яңы йорттарҙан тора. Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юл буйында урынлашҡан был тораҡ, сирек быуатлыҡ ҡына тарихы булыуға ҡа­рамаҫтан, әле районда халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. Күп бала үҫтереп, гөрләтеп йәшәй бында йәштәр. Һөҙөмтәлә былтыр октябрҙә биҫтәлә ике ҡатлы заманса башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы асылған. Учреждениела төрлө яҡлы сифатлы белем алыу өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙы­рылған: ҙур, яҡты, йыһазға бай кабинеттарҙа, спорт, тамаша залдарында балалар кинәнеп шөғөлләнә. Бында шулай уҡ айырым медицина блогы булды­рылған, заманса ашхана эшләй.
Йәшлек дәрте бөркөлә Баҙалдан– Балалар һаны йылдан-йыл арта, – тип ҡыуа­ны­сы менән уртаҡлашты учреждение директоры Зөл­фи­рә Фәйзуллина. – Быйыл I класҡа 24 уҡыусы килә – һуңғы йылдарҙа бындай һөйөнөслө хәлдең бул­ға­ны юҡ ине әле. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә 80-гә яҡын бала ғилем туплаясаҡ. Уҡытыусыларҙың барыһы ла – юғары белемле әүҙем йәштәр. Балалар баҡсаһында иһә биш төркөм бар, биләмә йәйгеһен дә сабыйҙар тауышынан гөрләп тора.
Зөлфирә Мирза ҡыҙы әйтеүенсә, учреждениеның торошон уны төҙөгән компания вәкилдәре лә, район етәкселеге лә даими контролдә тота, ярҙам итергә әҙер торалар. Ошондай иғтибарҙы тойған коллектив дәртләнеп эшләй, белемен камиллаштырыуға ынты­лыуҙан тыш, биләмәне йәнләндереүгә күп көс һала.
Йәш баҙалдар мәғариф буйынса район кәңәшмә­һендә сағыу сығыштары менән ҡыуандырырға йыйы­на. Ғөмүмән, мәҙәни сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай улар. Конкурстарҙа ла ихлас ҡатна­шалар. Мәҫәлән, быйыл июлдә районда үткән “Урал батыр” республика бәйгеһендә мәктәпкәсә йәштәге Шәүрә һәм Сулпан Манаповалар эпосты яҡшы белеүе менән тамашасыны хайран ҡалдырған.
Ғөмүмән, заманса уҡыу йорто – балаларҙы, педагогтарҙы ғына түгел, ә тотош биҫтә халҡын яңы үрҙәргә әйҙәп торған маяҡ. Йәшлек дәрте бөркөлгән Баҙалға быйыл зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткәрелгән. Район етәкселеге тиҙҙән бындағы юлдарҙы яҡшыртыуға тотонмаҡсы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 4

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 16

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 26

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 25

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 23

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 21

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 25

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 32

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 552

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 142

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36