Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сәңгелдәк”ле, тимәк, киләсәкле
“Сәңгелдәк”ле, тимәк, киләсәкле Ибрай ауылындағы Ҡабра тауының түбәһендә бер нисә йыл инде “сәңгелдәк” бәүелә. Тирмә һынының ҡап уртаһына эленгән ул. Ҙур мәғәнәгә эйә ҡоролманы урынлаштырыу, уның өҫтөнә республиканың флагын ҡаҙау Рамаҙан Уликанов атлы уҙамандың башланғысы менән тормошҡа ашырылды.

– Һәр кемдең тормош юлы сәңгелдәктән башлана, – ти ул. – Күптән түгел ҡоролма янында таҡмаҡ бәйгеһе үткәрелде. Ижад өлгөләре тыуған төйәк, сәңгелдәк, төндәрен бишек бә­үе­теп үткәргән әсәйҙәр тура­һында булды.
Һүрәм йылғаһы туғайында иһә спорт майҙансығы менән сәхнә яһалды. Был эште йәш йүнсел Фаил Усманов туған­дары, рухлы ауылдаштары, уҡыусылар ярҙамында атҡарып сыҡты.
– Был ике проекттың ауылда­ғы тормошто йәнләндереүҙә әһәмиәте ифрат ҙур, – ти Бай­дәүләт ауыл Советы рәйесе Шәһит Ҡолмөхәмәтов. – Уликанов та, Усманов та эште фәҡәт үҙ аҡсаһына башҡарҙы. Район етәкселеге иһә ауыл өсөн 100 мең һум самаһы бүлмәксе, уны майҙансыҡҡа электр үткәреү өсөн файҙаланырға ниәтләйбеҙ.
Элек-электән татыу, бер һүҙле, маҡсатлы, ижадҡа ма­һир, уҡымышлы халыҡ йәшәгән был төбәктә. Ҡайһы бер ауылдар тарҡалған, мәктәп, мәҙәниәт йорттары ябылған саҡта Ибрай үҫкәндән-үҫә. Ни өсөн тигәндә, унда бәхеттең ситтә түгел, ә тыуған ереңдә икәнлеген яҡшы белгән халыҡ йәшәй, илһө­йәрлек тойғоһо балаларҙың күңеленә лә һалына. Һуңғы ике йылда ғына бында 19 йорт төҙөлөүе, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың 80-гә тула барыуы – әйтелгән фекергә дәлил. Йүнселдәр иһә йәш быуын вәкил­дәренең рухи һәм физик сәләмәтлеген хәстәрләй, хәләл көс менән алған табышын изге эштәргә йүнәлтә. “Сәңгелдәк” янына артылған, спорт май­ҙанында волейбол һуҡҡан, футбол типкән, биләмәләге көм­бәҙле сәхнәлә бейеп-йырлаған балалар, һис шикһеҙ, Рамаҙан һәм Фаил ағайҙарына рәхмәтле, милләтенең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫер.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28