Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын хәреф менән яҙылған
Алтын хәреф менән яҙылған Кемдәр генә белмәй был мәктәпте,
Кем үтмәгән уның һуҡмағын?
Стәрлегә килгән һәр иптәштең
Теләр инем бында туҡтауын...
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.

В.И. Ленин исемендәге лицей-интернат эргәһендә 1975 йылдың майында, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн яу ҡырында ятып ҡалған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Унда алтын хәрефтәр менән 60 исем яҙылған.

Араларында киң билдәле әҙиптәр бар. Мәҫәлән, Сәғит Мифтахов – директор урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы, драматург; балалар йортонда тәрбиәләнгән шәхестәр Хәй Мөхәмәтйәров (шағир), Ғайса Йосопов (хәрби табип, Ленинград хәрби медицина академияһын тамам­ла­ған), Сыңғыҙ Ханов (журналист-яҙыусы), Мазһар Абдуллин (шағир), Хөрмәтулла Хәйруллин (шағир) һәм башҡалар.
Күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һу­ғышы ветераны, Башҡорт дәүләт университеты доценты Әмир Чанышев былай тип яҙа: “1927 йылдың яҙы ине. Бер төркөм малайҙар Ағиҙел ярында һыу ташҡанын күҙәтеп ултырабыҙ. Йәше­беҙ, ҡылыҡ-холҡобоҙ менән бер төрлө түгел инек. Батыр Вәлид, Ғайса Йосопов барыбыҙҙан да өлкән, Рәшит Ниғ­мәтуллин менән мин – тиҫтерҙәр, Хәй, Мазһар һәм Хөрмәтулла – ара­быҙҙа иң кеселәре. Холҡобоҙ буйынса бер-бере­беҙгә оҡшамаһаҡ та, телә­ге­беҙ уртаҡ ине. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡ­һы­ныу, ҡала­лағы әҙәби түңәрәк йыйы­лыштарына йыш йөрөү, ҡайһы бер яҙыусылар менән яҡындан танышыу беҙҙә ижадҡа дәрт уятты.
Ағиҙелдең ташҡанын күҙәтеп ултыра торғас:
– Әйҙәгеҙ, егеттәр, барлыҡ ғүмере­беҙҙе әҙәби эшмәкәрлеккә арнарға ант итәйек, – тип әйтеп һалды Ғайса, ғә­ҙә­тенсә, ҡулдарын болғай-болғай. Әңгәмә ҡуйырып китте, барыбыҙҙы ла рухлан­дырҙы. Сирек быуаттан һуң, шулай уҡ, әгәр иҫән булһаҡ, ярты быуат үткәс, ошо урынға килеп, ниҙәр ҡылғаныбыҙ хаҡында Ағиҙелгә һөйләп бирергә ант иттек.
Ләкин осрашырға насип булманы. Һүҙ бирешкәнгә 25 йыл тулғанда баҡсаға Рәшит менән икәү генә килдек. Батыр Вәлид, иҫән булһа ла, һуҡырайғайны. Илле йыл үткәс иһә, мин япа-яңғыҙ ҡалдым. Башҡалар юҡ ине инде...”
Ә хәҙер Әмир ағай ҙа юҡ... Хәй Мөхәмәтйәров, Ғайса Йосопов, Мазһар Абдуллин, Хөрмәтулла Хәйруллин, Сыңғыҙ Ханов Ватаныбыҙҙың азатлығы, киләсәге өсөн яу ҡырында ятып ҡалды. Уларҙың шиғырҙарында түбәндәге юлдар бар:

Мин һине, илем,
Бирмәм һис кемгә,
Һинһеҙ тормош юҡ,
Йәшәү юҡ беҙгә. (М. Хәй).
Ватан – әсә.
Уның йәшәүе өсөн
Ҡыҙғанмайбыҙ ҡайнар ҡанды ла...
(М. Абдуллин).

Мин – ленинсы хәҙер!
Үткән ҡан түгеүҙә
Булмаһам да уны һаҡлаусы,
Алғы көрәш өсөн кәрәгем бар,
Мин буламын уның һалдаты.
(Х. Хәйруллин).

Мәктәп батыр улдарын һәм ҡыҙҙарын онотманы, уларҙың исемен мәңге­ләш­тереп, һәйкәл ҡуйҙы. Илебеҙҙең төрлө ерендә йәшәгән сығарылыш уҡыусылары Бөйөк Еңеү көнөндә ҡәҙерле белем усағына йыйыла, һәйкәлгә сәскә һала, ҡаһармандарҙың рухы алдында баш эйә.
Тормош ғазаптарына, михнәттәргә дусар ителгән балаларҙы ошо мәктәп кеше итте, ата-әсәһеләй хәстәрләне, күркәм тәрбиә бирҙе бит.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Айгиз кемдең ерен үҙләштергән?

Айгиз кемдең ерен үҙләштергән? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Белорет районының Абҙаҡ ауылында йәшәгән Мәшүровтар донъяһын хосусилаштырырға була....

Тотош уҡырға 48

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә

Туймазы районында шишмә төҙөкләндерелә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рушан Сәйетовтың һорауы буйынса Туймазы районының Егетәк ауылы...

Тотош уҡырға 14

Подъездар матурланыр

Подъездар матурланыр 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә –...

Тотош уҡырға 22

Сүпте ҡайҙа ташларға?

Сүпте ҡайҙа ташларға? 10.12.2018 // Йәмғиәт

Ауыл биләмәләренә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарға ҡарамаған сүп-сарҙы һаҡлау урындарын ойоштороу буйынса...

Тотош уҡырға 29

Яңы юл айырсаһы төҙөлә

Яңы юл айырсаһы төҙөлә 10.12.2018 // Йәмғиәт

Зинин ауылындағы тимер юл өҫтөнән яңы юл айырсаһы төҙөлөшө 2020 йылда башлана....

Тотош уҡырға 23

Яңы йылға бурысһыҙ

Яңы йылға бурысһыҙ 10.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров эш хаҡы буйынса бурысты яңы йылға тиклем түләүҙе талап итте....

Тотош уҡырға 33

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла

Яңы йыл ҡаласыҡтары асыла 10.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостандың барлыҡ район, ҡалаларында яңы йыл ҡаласыҡтары асыла....

Тотош уҡырға 33

Амран Моратшин арабыҙҙан китте...

Амран Моратшин арабыҙҙан китте... 10.12.2018 // Йәмғиәт

43 йыл дауамында Росстандарттың Төбәк бүлексәһен етәкләгән, Рәсәйҙең атҡаҙанған метрологы Амран...

Тотош уҡырға 29

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла...

Хәтер, ҡаһарманлыҡ һәм ҡайғы ла... 10.12.2018 // Йәмғиәт

2014 йылдан алып илдә Билдәһеҙ һалдат көнө үткәрелә. Фронттан тыуған яғына ҡайтырға яҙмаған...

Тотош уҡырға 32

Хас та кинолағы кеүек!

Хас та кинолағы кеүек! 10.12.2018 // Йәмғиәт

Көйөргәҙе районының Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Хәүефһеҙлек мәктәбе” уҡыусыларының ярыштары...

Тотош уҡырға 24

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге

Йомаштарға — Яңы йыл бүләге 10.12.2018 // Йәмғиәт

Саҡмағош районының Йомаш ауылы халҡы Яңы йыл алдынан клублы булды. “Түҙгәнгә түш тейә”, тигәндәй,...

Тотош уҡырға 26

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай

“Йомарт шишәмбе” йомғаҡ яһай 10.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың “Йомарт шишәмбе” Бөтә Рәсәй акцияһына өсөнсө тапҡыр ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ инде....

Тотош уҡырға 28