Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Премияға кем дәғүә итә?
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә иткән һәм конкурста артабан ҡатнашыу өсөн һайлап алынған кандидаттарҙың исемдәре асыҡланды.

Быйыл конкурсҡа 27 эш тәҡдим ителде. Шуларҙың бишәүһе — әҙәбиәт, икәүһе — архитектура, 20-һе сәнғәт өлкәһенә ҡарай. Фекер алышыу йомғаҡтарына ярашлы, 12 эш конкурста артабан ҡатнашыу хоҡуғын алды. Дәғүәселәр:
Айгиз Баймөхәмәтов — “Ҡалдырма, әсәй!” һәм “Не оставляй, мама!” китаптары өсөн, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан тәҡдим ителгән;
Алмас Шаммасов — “Яңынан тыуыу” шиғырҙар йыйынтығы өсөн, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тәҡдим ителгән;
Руслан Алмаев, Гүзәл Арыҫланова, Евгений Пальмин, Асель Фәттәхова составындағы “Башкиргражданпроект” институтының авторҙар коллективы — “Сибай ҡала округының генераль планына үҙгәрештәр индереү” проектын эшләгән өсөн, “Башкиргражданпроект” тарафынан тәҡдим ителгән;
Рөстәм Әлибаев — Башҡортостанда үҙен­сәлекле мәҙәни мираҫ объекттарын популярлаштырыуға, Өфөнөң тарихи үҙәгендәге архитектура ҡомартҡыларын һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми етештереү үҙәге тарафынан тәҡдим ителгән;
Руслан Хайсаров, Ирада Фазлыева, Урал Әминев составындағы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының авторҙар коллективы — Ҡара юрға, Маҡтымһылыу, Мәсемхан ролдәрен башҡарған өсөн, Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театры тарафынан тәҡдим ителгән;
Альберт Имаметдинов — А. Рахман­ҡолованың “Йөрәгем моңдары” спектаклендә режиссерлыҡ эше өсөн, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарафынан тәҡдим ителгән;
Вера Фролова, Айгөл Ишбирҙина составындағы авторҙар коллективы — “Тыуған яҡта ҡулға-ҡул тотоношоп” һынлы сәнғәт өлкәһендә ижади проекты өсөн, Башҡортостандың Рәссамдар союзы тарафынан тәҡдим ителгән;
Артур Нәзиуллин — хәйриә проекттары һәм донъяла Башҡортостан мәҙәниәтенең абруйын күтәргән өсөн, “Яңы исемдәр” төбәк-ара хәйриә йәмәғәт фонды тарафынан тәҡдим ителгән;
Ләйсән Мәзитова — “Герой балалар” документаль циклы һәм “Һуҡмаҡһыҙ юлсы” документаль фильмы өсөн, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
Илшат Мөслимов — башҡорт халыҡ көйҙәрен, республикабыҙ композиторҙары һәм донъя классикаһы әҫәрҙәрен пропагандалаған һәм оҫта башҡарған өсөн, Башҡортостандың Милли симфоник оркестры тарафынан тәҡдим ителгән;
Шәһит Хамматов — С. Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә Кириск ролен оҫта башҡарған өсөн, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры тарафынан тәҡдим ителгән;
Андрей Брынцев — хореография сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан тәҡдим ителгән.
Комиссияның йомғаҡлау ултырышында өс еңеүсе һайланасаҡ. Лауреаттар Республика көнөндә бүләкләнә. Премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78

Киттек Бухартовскийҙың йортона!

Киттек Бухартовскийҙың йортона! 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфө йәмәғәтселәре ташландыҡ архитектура ҡомартҡыларында өмәләр ойошторорға тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 48