Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ләйсән Үтәшева: “Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ ҡытлыҡ”
Ләйсән Үтәшева:  “Экранда ысын хис-тойғоға һәр саҡ  ҡытлыҡ” Телевидениела күңел асыу тапшырыуҙарын алып барғандар араһында спортсылар артҡандан-арта. Танылған гимнастка, донъя, Европа чемпионы, донъя Кубогын яулаған Ләйсән Үтәшева ла был эштән ситтә ҡалманы. Телевидениела ул яңы кеше түгел, “Төп юл”, НТВ-ла “Бөгөн иртән” тапшырыуҙарын, иртәнге зарядканы, “Ләйсән Үтәшеваның матурлыҡ академияһы” тип аталған авторлыҡ программаһын алып барҙы. “Йәшә” каналында – “Йондоҙҙар менән фитнес”та, “Спорт-плюс”та иһә “Шәхси тренер” тапшырыуҙарында билдәлелек яуланы.
Әле Ләйсән ТНТ-ла “Бейеүҙәр” тапшырыуын алып бара. Уның тәүге миҙгеле уңышлы үтте, икенсеһе 22 августа башланды. Әйткәндәй, унда Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан ҡыҙ һәм егеттәр илебеҙҙең иң яҡшы бейеүсеһе исеменә һәм 3 миллион һумлыҡ аҡсалата бүләк өсөн көс һынаша.
Әлеге әңгәмәлә Ләйсән танылған проект һәм телевидение хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.


– Ләйсән, һүҙҙе дөйөм тәьҫораттарҙан башлайыҡ. Телевидениела алып барыу­сы эше мауыҡтырғысмы? Был һөнәрҙә тамашасы күҙ алдына ла килтермәгән ҡыйынлыҡтар бармы?
– Был һорауға яуап бирер өсөн әле эшләгән проектымды миҫалға килтерәйем. Мөһим үҙенсәлектәр күп, әлбиттә. Ғәҙәти тормошта, эфирҙа булмағанда, бер кеше менән оҙаҡ һөйләшергә, бер теманан икенсеһенә күсергә мөмкин. Бында иһә һәр әңгәмәсегә ни бары өс-дүрт минут ҡына бүленә. Шул уҡ ваҡытта кемгәлер өҫтөнлөк бирергә, һәр хәлдә әңгәмәселәреңдең береһенә күңелең ятҡанлыҡты асыҡтан-асыҡ күрһәтергә ярамай. Алып барыусы ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас мөнәсәбәттә булырға тейеш.
– Тапшырыуҙы төшөргәндә нимәлер килеп сыҡмаһа, ҡабатлап төшөрөргә лә була бит...
– Миңә бындай алым оҡшамай, сөнки иң тәүге, йәнле кисерештәрҙе икенсегә ҡабатлау ифрат ҡыйын. Мин актриса түгел бит. Залдағы тамашасыларҙың иң тәүге хис-тойғоһо, баһалары, тәьҫораттары мөһи­мерәк минең өсөн. Ә ҡайтанан төшөргәндә, был тойғоларҙың бәҫе лә, төҫө лә һүрелгәндәй кеүек...
– Нисек уйлайһың: алып барыусы тапшырыуҙа күп күренергә тейешме, әллә уның күләгәлә ҡалыуы яҡшы­раҡмы?
– “Алтын урталыҡ”ты һаҡларға кәрәктер, моғайын. Был еңел түгел, әлбиттә. Ҡайһы саҡта продюсерҙар: “Ритм һаҡла, һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙма, ҡатнашыусылар сәхнә артында түҙемһеҙлек менән көтә”, – тип ашыҡтыра. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, Сергей Светлаковты бүлдерергә тейешлегемде аңлайым. Ә ул шундай мөһим һәм ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында һүҙ алып бара, сараһыҙҙан туҡтап ҡалам, һөйләп бөткәнен көтәм. Әңгәмәселәрем Егор Дружинин һәм Мигель менән дә шундай уҡ мөнәсә­бәттәмен. Минеңсә, тигеҙлекте һаҡлау шарт. Тапшырыуҙа ҡатнашҡандарҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуйып, үҙенең тапҡырлығын күрһәтеп ҡалырға тырышҡан алып барыусыларҙы үҙһенмәйем.
– Остаздарығыҙҙың ҡарарҙары менән һәр саҡ килешәһегеҙме? Ҡайһы ваҡыт бәхәсләшеүҙән саҡ тыйылып ҡалы­уы­ғыҙ тойола. Был ысынлап та шулаймы?
– Бәхәсләшмәү мөмкин түгел. Остаз­дарыбыҙ ҙа кеше бит, хаталаныуы ихтимал. Ҡайһы саҡта ҡыҙыҡлы кешегә иғтибар итмәүҙәрен күрәм. Аҙаҡ иһә үкенәсәктәрен дә беләм. Шуға күрә бындай мәлдәрҙә фекеремде асыҡтан-асыҡ еткерергә тырышам. Әлегә тиклем берәүҙең дә үпкә белдергәне юҡ, киреһенсә, хуплайҙар. Күҙ алдынан күпме кеше үтә, үткер ҡараштың да тупаҫланыуы бар.
– Кастингка гимнастка коллегала­рығыҙ киләлер, моғайын? Уларға ниндәй мөнәсәбәттәһегеҙ, тапшырыу барышында ярҙам итергә тырышаһығыҙмы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, миңә Мигелдең “гимнасткаларҙың бейеү стиле оҡшамай” тигән һүҙҙәрен ишетеү еңелдән булманы. Бейеүҙә күңел байлығы сағыла икән, ниндәй стиль хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин? Гимнасткалар барыһы ла үҙ эшенә ғәйәт ҙур тырышлыҡ, көс һала. Улар ҡуйған бурыстарҙың һәммәһен дә мотлаҡ үтәйәсәк, тик нимә теләгәнде аныҡ аңлатырға ғына кәрәк. Аңлашыла, спортсыларҙың үҙ алымдары бар, һәм уларҙан баш тартыу еңел түгел. Мәҫәлән, аяҡтың осон һәр саҡ төҙ тотоу, һуҙыу кеүек ғәҙәттән тиҙ генә ҡотолоп булмай. Үҙемдән беләм: пасодобль, ча-ча-ча, румба бейеүҙәрен өйрәнгәндә кәүҙә, аяҡ-ҡул хәрәкәттәрен даими күҙәтергә, контролдә тоторға тура килде. Шулай ҙа иң мөһиме – күңелең бейеһен, шул саҡта аяҡтарың да тәртипле булыр. Гимнасткалар араһынан берәү ҙә (ә улар проектта байтаҡ булды) финалға үтмәне. Ҡыҙғаныс, әлбиттә.
– Баш ҡала бейеүселәре менән провинциянан килгәндәр араһында айырма бармы?
– Юҡтыр, һәр хәлдә миңә тойолманы. Барыһы ла амбициялы, еңеү яуларға теләй, талантлылар күп. Ростовтан апалы-һеңлеле Михалецтарҙың сағыу сығышын хәтерләйһегеҙҙер. Улар алдында бөтөн конкуренттар ҙа шиңеп ҡалғайны – баш ҡаланыҡылар ҙа, провинциянан килгәндәр ҙә. Ә Антон Пануфник? Проект барышында ул бик үҙгәрҙе. Башта уға дәғүәләрем күп булған өсөн мине шелтәләйҙәр ине. Мин иһә уның мин-минлегенән, һауалылығынан ҡотолоуын, һәләтенең асылыуын, ил ҡыҙҙарының яртыһын үҙенә ғашиҡ итеүен генә теләгәйнем.
– Төрлө телеканалдарҙа бер нисә күңел асыу тапшырыуын алып бар­ҙығыҙ. Шуларҙың ҡайһылары иң яратҡандарығыҙ иҫәбенә инә?
– “Минең зарядкам”дыр, моғайын. Был тапшырыуҙы шул тиклем яраттым. Уны алып барыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡ юҡ кеүек. “Камера! Мотор!” – ҡуҙғалдыҡ. Ләкин НТВ каналының эшендә бер үҙенсәлек бар. Ҡағиҙә алдан уҡ билдәләнә: ҡәтғилек күберәк, ә йомшаҡлыҡ аҙыраҡ. “Бәй, һин шпагатҡа ла ултыра алмайһыңмы? Әлбиттә, был “фанераға” йырлау түгел шул!” Унда эш бына ошондайыраҡ юҫыҡта ойошторола ине. Әммә “Зарядка” зарядка булып ҡалды. Мин иртә таңдан тотош көнгә етерлек көс-ҡеүәт алыуҙың мөһимлеген еткерергә тырыштым. Ул “кәүҙәне төҙ тотоғоҙ, аяҡтарҙы киреп баҫығыҙ” кеүек күңелһеҙ тәҡдимдәрҙән торған сираттағы программа түгел, ә шәхес тәрбиәләүгә, ихтыяр көсөн туплауға йүнәлтелгән файҙалы тапшырыу булды тигән фекерҙәмен.
– Тапшырыуҙы төшөргәндә Павел Воля менән осрашырға тура киләлер, моғайын. Ирегеҙ менән бергә эшләүгә ҡарашығыҙ ниндәй? Бында ыңғай яҡтар күберәкме әллә киреһеме?
– Майҙансыҡта уның ирем булыуы ха­ҡында бөтөнләй онотам. Бындай мәлдәрҙә Павелды коллегам тип ҡабул итәм. Ул да миңә ҡарата ошондай уҡ ҡарашта. Кадрҙан сығып, бергәләп ҡайҙалыр юлланғанда инде бөтөнләй икенсе мөнәсәбәт башлана.
– Телевидениела нимәгә өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Йәнле кисерештәргә. Улар һәр саҡ юғары баһалана һәм һәр саҡ етмәй. ТНТ – ыңғай кисерештәр сағылдырылырға тейеш һәм быны эшләү мөмкинлеге булған телеканалдарҙың береһелер, моғайын. Тик бындай хис-тойғоно тупаҫлыҡ, әҙәпһеҙлек менән бутарға ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙҙең телевидениела тап ошондай күренештәр етерлек. Кадрҙа тамашасы менән мөнәсәбәттәрҙә айырым ихласлыҡ булырға тейештер. Минеңсә, оҫталыҡтың иң юғары сағылышы тап ошоға ҡайтып ҡала. Был күңел асыу тапшырыуҙарына ғына ҡағылмай. Минең өсөн, мәҫәлән, Татьяна Миткова, Светлана Сорокина, Леонид Парфенов, Елена Ханга кеүек алып барыусылар һәр саҡ ысын оҫталар булды. Әлбиттә, улар бөтөнләй икенсе йүнәлештә эшләй, ләкин үҙемә тап ошо шәхестәрҙе маяҡ итеп ҡуям.
– Барлыҡ проекттарығыҙҙа ижади уңыштар, һаулыҡ юлдаш булһын, Ләйсән!

(“Труд” гәзитенән,
2015 йыл, 21 август).

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА тәржемәһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һынауҙарҙы еңгән разведчик

Һынауҙарҙы еңгән разведчик 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар....

Тотош уҡырға 0

Ғүмерлек яра ул – һуғыш

Ғүмерлек яра ул – һуғыш 22.02.2019 // Йәмғиәт

Фәтхулла Тимерғәлин Берлинға һөжүм итеүҙә лә, Рейхстагты алыуҙа ла ҡатнаша....

Тотош уҡырға 17

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер!

Рәсәйгә хеҙмәт итергә әҙер! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Белоретта хәрби-патриотик йүнәлештәге саралар дауам итә. Ошо көндәрҙә ҡала мәҙәниәт һарайында...

Тотош уҡырға 16

Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 24

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 33

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 40

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 46

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 23

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 43

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 31

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 39

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 28