Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талант бар икән — баштан уҡ күренә
Талант бар икән — баштан уҡ күренә Хеҙмәттәшебеҙ, прозаик Айгиз Баймөхәмәтов Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы тарафынан республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Был юғары исемгә ул урыҫ һәм башҡорт телдәрендә донъя күргән “Ҡалдырма, әсәй!” (“Не оставляй, мама!”) китаптары өсөн дәғүә итә. Һөйөнөслө хәбәрҙе Башҡортостандың абруйлы шәхестәре, әҙиптәр, фән әһелдәре хуплап ҡабул итте. Һеҙҙең иғтибарға уларҙың әҫәр хаҡындағы фекерҙәрен еткерәбеҙ.
“Айгиз Баймөхәмәтовтың был повесы уйҙырмаға ҡоролмаған, ә тормоштан алынғаны, авторҙың үҙ башынан үткәне һиҙелеп тора. Шуға ла, һис шикһеҙ, ышандыра. Шуны әҙәби телдә оҫта итеп бирә алыуы ла ҡыуандыра. Әҫәр тәүге һөйлә­менән үк үҙенә арбап ала һәм бер тынала уҡыла. Унда күтәрелгән проблеманың көнүҙәк булыуы ла булышлыҡ итә быға.
Әҫәрҙең төп ҡаҙаныштарының береһе шунда: автор йәмғиәттең нигеҙен тәшкил иткән ҙур мәсьәләне күтәрә. Дәүләттең киләсәген билдәләйәсәк йәш быуынды нисек тәрбиәләйбеҙ? Уларҙы үҫтерерлек кадрҙар дөрөҫ әҙерләнәме? Ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәйенсә, үҫешкән һәм ғәҙел йәмғиәтте төҙөй алмаясаҡбыҙ!
Бынан тыш, автор ата-әсәнең сабыйы алдындағы яуаплылығы хаҡында ла иҫкә төшөрә. Әле ҡарында ятҡандан алып, оло юлға сыҡҡансы, һәр кем үҙ балаһы өсөн яуаплы булырға тейеш, уларҙың физик һәм психологик сәләмәтлеген хәстәрләргә булыслы. “Ҡалдырма, әсәй!” – әҫәрҙең исеме үк күп нәмә хаҡында һөйләй.
Был китап күләме йәһәтенән әллә ни ҙур түгел, әммә йөкмәткеһе менән тос булып сыҡты. Ул республика халҡының (хатта унан ситтә лә) өҫтәл китабы булырға хаҡлы”.

Ҡотдос Латипов,
авиация полковнигы,
Советтар Союзы Геройы.
Мәскәү ҡалаһы.


* * *

“Ҡалдырма, әсәй!” тигән әҫәрҙе ихлас уҡып сыҡтым. Халыҡсанлыҡ әҫәр туҡы­ма­һында һүҙ-һүрәт, һүҙ-фекер, һүҙ-тойғо бәлзәмдәре менән кәрәҙләнә. Мәғлүм ки, башҡорт халҡы бик боронғо замандарҙа “Тел ярышы”, “Тел йыйыны”, “Тел байрамы” үткәрә торған булған. Ярышта еңеү­се­ләр дан ала. Һүҙ сәнғәте ана шулай үҫә. Улар фекер сылбырын йә сағыш­тырыу, йә мәҡәл, йә метафора менән беркетеп ҡуйырға яратҡан. Ундай хәл Айгиз Баймөхәмәтовтың әҫәрендә лә ҡабатлана.
Әҫәр мәктәп балалары, уҡытыусылар, ғөмүмән, киң йәмәғәтселек тарафынан яратып уҡыла. Был яратыу тулҡынына мин дә шаһит. Башҡорт прозаһына яңы талант килә! Йәш талант әҙәбиәт диңгеҙенә яңы рух өҫтәһен! Бирһен Хоҙай!
Әҫәрҙең төп геройы Ильяс – күңелдә һаҡланып ҡала торған аҫыл зат. Ундайҙар бар һәм күп. Уларҙы таба белергә генә кәрәк. Ә инде әҫәрҙә сағылдыра белеү – үҙе бер шәфҡәтле иманлылыҡ. Нәфис әҙәбиәт эстетика, матурлыҡ менән бәйле. Нәфис әҙәбиәттең төп маҡсаты – уҡыусы йөрәгенә тәьҫир итеү. Йөрәккә ныҡ тәьҫир итте “Ҡалдырма, әсәй!” тигән әҫәр. Йәш авторҙан тағы ла тәьҫирлерәк әҫәрҙәр өмөт итәйек. Ә быныһы Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ, тип иҫәпләйем”.

Суфиян Поварисов,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,
филология фәндәре фокторы, БДУ профессоры.


* * *

“Журналистикала һәм әҙәби ижадҡа аяҡ баҫҡан йәш яҙыусылар араһында Айгиз Баймөхәмәтов тәүге яҙмаларынан уҡ күҙгә салынды. Йәш авторҙың уҡыусыға әйтә торған фекере бар, үҙенә хас тел-стиль үҙенсәлеге лә һиҙелә. Был фекерҙе ул бигерәк тә “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы һәм хикәйәләре менән асыҡ раҫланы. Күп һүҙ уйнатмай, образлы фекер йөрөтөү, әйтергә теләгәнен көсәнмәй иҫтә ҡалырлыҡ деталдәр аша сағылдырыу йәш яҙыусының ижади һәләтен күрһәтеп тора. Мин уның киләсәктә үҙе өсөн генә түгел, башҡорт әҙәбиәте өсөн дә яңы асыштар яһарына ныҡ ышанам”.

Ноғман Мусин,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.


* * *

“Асҡын районында үткән әҙәбиәт көндәрендә булған осрашыуҙарҙа Айгиз Баймөхәмәтов уҡыусыларға “Ҡалдырма, әсәй!” повесынан өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Быны тыңлағас, халыҡ авторға байтаҡ ҡына һорауҙар яуҙырҙы. Айгиздән “По­вестың төп геройы Ильяс Мөхәмәтовтың прототибы үҙегеҙ түгелме?” тип тә ҡыҙыҡһындылар. Детдом тормошоноң бигүк күңелле булмаған яҡтары хаҡында ишетеү ҙә, шул хәлдәрҙе үҙ башынан үткәргән Айгиз ағайҙарының яҙмышы ла балаларҙа ауыр ҙа, аяныслы ла тәьҫир ҡалдырҙы.
Етем балалар тормошон, бигерәк тә уның кире яҡтарын яҡтыртыуы менән Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” повесы бөгөнгө Башҡортостан прозаһында яңы һүҙ булараҡ әһәмиәтле”.

Ҡәҙим Аралбай,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


* * *

“Айгиз Баймөхәмәтов “Ҡалдырма, әсәй!” тигән повесы менән әҙәби мөхиттә үҙ кеше булды ла ҡуйҙы. Был һирәк осрай торған хәл. Рәшит Назаров менән шулай булғайны. Талант бар икән — баштан уҡ күренә. Ысынлап та, Айгиздең был, һис тә арттырыу юҡ, тетрәткес әҫәре яҙыусылар мөхитендә лә, уҡыусылар араһында ла ҙур өмөттәр бағлатып, рәхмәтле хаттар яуҙыртып танылды.
Элегерәк ошоға оҡшаш бер хәл булғайны. Белорет районынан — Иҙел башынан — Яныбай ағай Хамматов менән дә шулай килеп сыҡты бит. Ул Айгиз һымаҡ балалар йортонда йәне сағылмауы менән генә айырмалы. Тәүге әҫәре — “Бөртөкләп йыйыла алтын”ы ниндәй яңғыраш алды! Ошо оҡшаш яҡтар ниндәйҙер символикаға тартым.
“Тормошто — әҙәбиәткә, әҙәбиәтте — тормошҡа”, тибеҙ. Айгиз үҙенең әҫәре менән тап шуға иреште. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәре был юлы осмот та тап килмәне. Күрәһең, эске әҙерлеге төплөлөр. Шунса һынауҙарҙы үткән бит — рухи сымырылыҡты ла, сослоҡто ла әйтмәй булмай. Прозабыҙға тормоштан, яҙмыштан ошондай йәштәрҙең килеүе үҙе бер һөйөнөс.
Шуныһы ла шатлыҡлы: Айгиз төрки халыҡтарҙың Ҡазан ҡалаһында үткән йәш яҙыусылар фестивалендә ҡатнашып, юғары баһа алып ҡайтты. Атап әйткәндә, татар, ҡаҙаҡ, сыуаш, төркмән, яҡут әҙиптәре киләсәктә уның “Ҡалдырма, әсәй!” әҫәрен үҙ телдәренә тәржемә итергә ниәт белдергән.
Афарин, Айгиз! Һиндәй ҙә маҡсатлы, игелекле, изгелеккә сарсаулы йәш йөрәккә дәүләт кимәлендә лә ҡанат ҡуйыу бик тә фарыз, бик тә хәләл. Ышанам, ҡәләмеңдән күп тапҡырҙар етәсәк әле халҡыңа сәләмең”.

Хәсән Назар,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


* * *

“Мин, проза өлкәһендә ҡәҙимге тә­жрибә туплаған кеше, Айгиздең повесын тәнҡит күҙлегенән дә ентекләп уҡыным, бәйләнер урын тапманым. Шағир һәм драматург, ҡыҫҡаһы, талантлы йәш ду­ҫым Салауат Әбүзәр әйтмешләй, әҫәр, тәүге ҡоймаҡ булһа ла, төйөрһөҙ килеп сыҡҡан. Характер логикаһын, психологик дөрөҫлөк ыҙанын әҫәр аҙағынаса үҫтереү һәм һаҡлау хатта, үкенескә ҡаршы, ошо эштә “теше төшкән” яҙыусыларыбыҙҙың да бөтәһенең дә хәленән килеп бөтмәй. Икенсенән, әҫәр үҙенең дөрөҫлөгө, хатта әсе хәҡиҡәтте сағылдырыуы менән отошло.
Йәш ҡәләмдәшем Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең көслө әҫәре менән балалар йорттарына ҡоролған шаршауҙы ҡыйыу кү­тәрҙе. Ошо әҫәрҙән һуң ул йорттар тәҙрә­һенә лә ҡояш нуры төшөр кеүек. Эйе, башта күҙҙе сағылдырыр, ул әммә ҡояш нуры серетә торған микробтарҙы үлтерә бит, таҙарындыра, сәлә­мәтләндерә. Әҙәбиәттең юғары миссияһы ла бит — кеше күңелен һауыҡтырыу, дауалау.

Таңсулпан Ғарипова,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


* * *

“Ҡәләмдәшебеҙ Айгиз Баймө­хәмә­товтың шундай абруйлы премияға тәҡдим ителеүе хаҡындағы хәбәрҙе ихлас ҡабул иттек. Йәш башҡорт яҙыусыһының ижады менән дә, шул иҫәптән “Ҡалдырма, әсәй!” повесы менән дә яҡшы танышбыҙ. Был әҫәр аша автор йәмғиәттәге мәңгелек темаһын күтәрә һәм уны яңыса аса. Етемдәрҙең әсе яҙмышын һүрәтләгән китапты тыныс ҡына уҡып булмай. Ни тиһәң дә, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләһе бөтә кешелек өсөн – урыҫтарға ла, башҡорттарға ла, яҡуттарға ла — яҡын.
Беҙ, туғандаш төрки халыҡтарҙың яҙыу­сылары, прозаик Айгиз Баймө­хә­мәтов менән яҡындан танышҡас, уның сағыу шәхесенә һәм әҙәби һәләтенә һоҡландыҡ. Ижады менән таныш булғанға уны республикабыҙҙағы йәш яҙыусыларға өлгө итеп ҡуябыҙ. М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеттағы әҙәби осрашыуҙарҙа ла, йәш яҙыусыларҙың республика семинарында ла унан үрнәк алырға кәңәш иттек. Киләсәктә Айгиздең әҫәрҙәрен яҡут теленә тәржемә итергә уйлайбыҙ”.


Гаврил Андросов,
яҡут шағиры, Яҡут Республикаһының Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985