Алыҫтағы ҡояш Иртәнге тәғәмде ашап алғас, Ҡара диңгеҙ ярына йүнәләбеҙ. Бына ул мин һоҡланып хыялланған, төштәремдә күренгән диңгеҙ! Ышанмай ҙа торам — ысынмы был, әллә төш кенәме?! Шулай тип уйламай ни — был тиклем халыҡты күргән юҡ ине, ҙур һабантуйҙарҙа ғына булмаһа. Донъяның ҡәҙерен белергә беҙҙән өйрәнегеҙ, тип әйтергә теләгән һымаҡ яй ғына йөрөп ятҡан кешеләрҙең йөҙөндә байрамса кәйеф сағыла, яр буйы тулып йөрөгән ял итеүселәрҙең ҡайһы берҙәре ҡып-ҡыҙыл булып янып өлгөргән, бәғзеләре шоколад төҫөнә ингән. Күренеп тора: йөҙҙәрендә ҡәнәғәтлек тойғоһо, эске йылмайыу йәшеренгән.
Ай-һай, ошондай ҙа иҫ китмәле матур донъя була икән ул! Яр буйындағы был тормош гөжләп торған йәрминкәгә оҡшаған. Үҙенә ылыҡтырған кибеттәр, ювелир әйберҙәрен рекламалаған төрлө-төрлө иғландар, был яҡтарҙа ғына түгел, элекке совет илдәрендә лә дан тотҡан виноград шараптарын тәмләп ҡарарға тәҡдим иткән мөгәрәп-магазиндар, урам тротуарҙарында шәхси әйберҙәрен һатҡан сауҙагәрҙәр... Ни генә юҡ бында: хуш еҫле ағастарҙан яһалған беләҙектәр, тараҡтар, йөҙөктәр, алҡалар, муйынсаҡтар, шкатулкалар — йәнеңә теләгәнен һайлап ал. Ял итеүселәрҙе ана нисек ҡыҙыҡтыралар! Беҙ ҙә Айгөл менән ниҙер һатып алабыҙ, кеҫәбеҙгә ҡарап, бәғзеләренән баш тартабыҙ. Яр буйлап арыраҡ барһаң, бихисап һүрәт төшөрөүсене осратаһың. Улар эштәрен теҙеп ҡуйған да һатып алыусыны күҙләй. “Барыһы ла ысын рәссаммы икән?” — тип тә уйлап ҡуяһың. Ә һүрәттәрҙең күбеһендә — зәп-зәңгәр диңгеҙ, елкәнле карап. Һине ҡайҙалыр алыҫҡа ымһындырған хыял сағылған кеүек уларҙа.
Кибеттәр менән бер рәттән ресторан-кафелар теҙелеп киткән, ҡайһы берҙәрендә официанттар ял итеүселәрҙе үҙҙәренә саҡырып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, курорт тормошо ҡайнай бында. Ярға етмәҫ элек бер урында, ағастар араһында “Концерт залы” тип яҙылған ҙур ғына бинаны күрҙек, әйткәндәй, Ялтала Наташа Королеваны көтәләр икән, афиша байтаҡ. Әгәр ниндәйҙер билдәле йырсының концерты булһа, уның тауышы яр буйынан әллә ҡайҙарға тиклем ишетелә, беҙҙең ижад йортона ла килеп етә. Балконға сығып, тирә-яҡтың хозурлығына һоҡланып, моңдо бергилке онотолоп тыңлап торабыҙ. Ә һауаһы һуң, һауаһы! Уны һулар өсөн үпкә ауырыуынан хәлһеҙләнгән яҙыусы Антон Чехов был ерҙәргә килеп төйәкләнгән бит. Күпмелер ваҡытҡа сихәт тә таба алған. Билдәле булыуынса, оло талант эйәһе ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн беҙҙең Башҡортостанға ла сәйәхәт ҡылған һәм сәфәренән бик ҡәнәғәт ҡалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ яҙыусының Ялталағы йорт-музейын күрә алманыҡ. Башҡа ерҙәргә йөрөмәйенсә, иң тәүҙә шунда барырға булған да бит... Кем әйтмешләй, һуңлап үкенеүҙән ни файҙа?
Аҙға ғына килгәнлектән, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә тырыштыҡ, көн һайын ниндәй ҙә булһа экскурсияла йөрөнөк. Эҫе мәлдәрҙә арып-талып ҡайтып йығылһаҡ та, күңе­лебеҙҙе күргән-ишеткәндәр менән байытып, үҙебеҙсә һөйөндөк, шатландыҡ.
Бер саҡ беҙҙе, унлап кеше йыйылған­быҙҙыр, Ай Петри тауына алып барҙылар. Уның бейеклеге — 1234 метр. Тау Ай-Петри платоһына инә, 1100 метрлыҡ көнбайыш һәм көнсығыш түбәләре бар. Атамаһы грек теленә барып тоташа, “Изге Петр” тип нарыҡлана”, — тиелгән интернетта. Тауҙың дүрт осло тештәр кеүек үркәстәре бар, бейеклектәре — 60-80 метр. Был массивтың иң юғары нөктәһе — 1346 метрлыҡ Рока тауы, ә түбәнерәге — “Бәдәне-Ҡыр”. Уныһының бейеклеге 1320 метрға етә.
Ай-Петри тауына өс юл менән үрмәләргә була — канат юлы буйлап, автомобилдә һәм йәйәүләп, тапалған һуҡмаҡтар менән. Иң яйлыһы, моғайын, автомобилдә барыуҙыр, тип уйлайым, сөнки сәйәхәт иткәндә, тирә-яғыңды байҡап, һоҡланғыс күренештәргә хайран ҡалып, күңелеңә илһам алаһың.
Ай-һай, урау ҙа урау икән юлдары! Әллә күпме бәләкәй тау, урман аша үтәһең. Юғарыға үрләгәндә, бына-бына түбәнгә осорбоҙ кеүек тойолдо. Әллә юлды ҡыҫҡар­тырға теләп, әллә ҡурҡыу тойғоларын баҫыу ниәтенән инде, экскурсовод йырлашып барыу тәҡдимен индерҙе. Ниндәй генә моң ишетелмәне: украинса ла, урыҫса ла, тағы әллә ниндәй телдәрҙә... Беҙ Айгөл менән шым ғына барабыҙ. Бер мәл экскурсовод ҡатын:
— Давайте, вы тоже спойте свою песню. Вы — башкиры — поющий народ, — тимәһенме!
Беҙҙең башҡортлоҡ йөҙөбөҙгә яҙылдымы икән ни?! Ғәжәп. Мин анау тиклем ғәләм араһында оялып киттем. Шулай ҙа халыҡ йырын башҡарыу өсөн данлыҡлы ҡурай юҡлығына һылтанып ҡотолдом.
Асылда күҙгә төбәлеп ҡарап ултырһалар, һәр ваҡыт ҡыйынһынам, ҡойолоп төшәм. Эргәлә ике Ҡырым татары ултыра ине, улары ла йырлағыҙ ҙа йырлағыҙ тип аптыратты. Мине ғәжәпләндергәне һәм ғорурландырғаны шул булды: тыуған ерем Башҡортостандан ситтә лә халҡымдың моңо тураһында беләләр, башҡорттоң йырсы тигән даны әллә ҡайҙарға таралған, әллә кемдәрҙең йөрәген елкендергән, әллә кемдәргә йән дауаһы булған! Ошо тойғо мине юл буйы тулҡынландырып барҙы, бихисап уйҙарға бирелдерҙе...
Тау үрләй барған һайын кис ҡуйыра, һыуығая бара. Әлбиттә, машина эсендә ултырғанда әллә ни һиҙелмәй, ә бер төшөп йөрөп алғанда, дер ҡалтыратты. Ағастар араһында ара-тирә аҡландар ҙа күренгеләп ала, бәй, анауы өйкөм сәскәләр еркәүек тә баһа! Тыуған еремдең биҙәктәре бында ҡайҙан килеп юлыҡҡан һуң ул?! Минең өсөн ғәжәп тә, һөйөнөс тә булды был күренеш. Өйкөм-өйкөм аҡ сәскәләр бер урында ғына тап булды, башҡа бер ҡайҙа ла күренмәне. Еркәүектәрҙең Ай-Петри тауы үрендә төйәк­ләнеп үҫеүе мине шул тиклем тәьҫир­ләндерҙе, яҡты хистәргә тулыштырҙы, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында тыуған еремде һағыныу хистәрен көсәйтте, күңелемде осар ҡош кеүек күккә күтәрҙе, ҡанаттарҙы нығытты, бер ҡасан да, берәүҙән дә еңелмәҫлек көс өҫтәне. Ялтанан ҡайтҡас, кисергән тойғолар сағылышы булып, “Ай-Петр” ҡаяһына менгән юлда” тигән шиғырым яҙылды:
Ашъяулыҡтай ғына бер урында
Еркәүектәр үҫкән ерегеп.
Тыуған ерем! Һин янымда һымаҡ,
Ҡояш кеүек ҡалдың күренеп.
Бер шәлкем шиғырҙарым диңгеҙҙе тәүге тапҡыр күреп шаңҡыуымдан яҙылғандыр ҙа, бәлки, тип уйлап ҡуям.
Бына, ниһайәт, Ай-Петриға менеп еттек, күҙ бәйләнгән ваҡыт ине инде. Тауҙың иң бейек ерендә торабыҙ, әммә сығып, оҙаҡ хозурланыр сарабыҙ ҡалманы, бында иң зәһәр сатлама һыуыҡ һымаҡ тойолдо. Шул саҡ ғәжәпләнеүебеҙ тағы ла артып китте: әсе һыуыҡта йылы кейемдәренә төрөнөп, Ҡырым татарҙары шашлыҡ бешереп тора! Эргәләрендә данлыҡлы виноград шараптарын һаталар. Автобус ишеген асырлыҡ та түгел: үҙәккә үтерлек һыуыҡ ел килеп инә лә дер ҡалтырата башлай. Йылы кофталар алһаҡ та, барыбер өшөттөрҙө. Шулай ҙа, сығып, Айгөл менән фотоға төшөргә баҙнат иттек. Беҙгә Ҡырым татарҙары бешергән шашлыҡтарҙы килтерҙеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, автобус эсендә генә һыйланырға тура килде. Ижад йортона ҡайтып ингәндә, сәғәт ун берҙәр тирәһе ине инде...
Текә яр ҡултығында һыйынып ултырған Ҡарлуғас ояһында ла, кипаристар урамы менән дан тотҡан Мисхорҙа ла булдыҡ. Яр буйында ғына ултырып, диңгеҙҙең йә ярһыу, йә шымыраҡ тауыш сығарып ҡаҡҡан тулҡындар бәрелеүен тыңлап һағыш­ландыҡ. Ярға яҡыныраҡ бер ташҡа ултырған һыу ҡыҙы был урынға әкиәти төҫ биргәндәй. Легендаларҙың күбеһендә — татар исемдәре, байтаҡ ер-һыу, ҡая, мәмерйәләр ҙә мосолманса аталған.
Экскурсиянан ҡайтышлай, Мисхорҙың төҙ һынлы кипаристар ышығында һатыу итеп ултырған урта йәштәге ҡатындан бер бәйләм ала миләүшә сәскәһе һатып алдыҡ. Улар әллә ни сағыу булмаһа ла, иҫ китмәле хуш еҫ аңҡыта, ошо яҡтың ғына гүзәллеген сағылдыра ине. Һәр ерҙең үҙ сәскәһе, тауы, ҡаяһы, бейеклеге бар шул!
... Диңгеҙҙең күҙ ҡамаштырғыс төрлө төҫкә инеүе — үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Әле ҡараһыу тулҡындарын уйната, йә иһә зәп-зәңгәр булып сайҡала, унан ҡара-йәшел төҫтәрҙә зиһенеңде солғап ала. Диңгеҙгә мөкиббән китеп һоҡланып ҡарап торғанда, саҡ-саҡ фажиғәгә тарыманыҡ. Һәүетемсә генә яр буйында торабыҙ. Үҙебеҙ менән бәләкәй сумкаларҙы ла алғанбыҙ, унда документтар, башҡа кәрәкле ҡағыҙҙар, фотоаппарат та бар ине. Айгөл мине фотоға төшөрәм тип, бер төрлө фонға ҡуйҙы һәм, фотоаппарат шылт иткән ыңғайға, беҙҙе тулҡын бәреп китте. Саҡ-саҡ йығылмай ҡалдыҡ. Ә бит ярҙан байтаҡ ҡына алыҫ тора инек. Шулай булһа ла, көслө тулҡын беҙгә килеп еткән, ни аралалыр эскәмйәлә ятҡан сумкаларҙы ағыҙып алып бара. Барлыҡ документтар диңгеҙгә китеп юғалһа, нимә булыр ине? Ҡот осто. Ни арала эргәбеҙҙә торған егет йәһәт кенә диңгеҙгә сумып, ағып барған сумкабыҙҙы эләктерә һалып, килтереп тотторҙо. Рәхмәт яуһын был балаға! Тәҡдим иткән аҡсанан да баш тартты. Була бит ошондай изгелекле кешеләр! Яр буйында ҡыҙынып ятҡандар ҙа сыр-сыу килеп, сәбәләнеп йүгерешә башланы. Уйламаған ерҙән дауылдан ҡотолоп ҡалдыҡ, Аллаға шөкөр. Сумкам менән йәнәш ятҡан һалам эшләпәм ағып китте. Ярай, Ҡара диңгеҙгә беҙҙән иҫтәлек булһын... Ошо ваҡиға беҙҙе ныҡ тетрәндерҙе һәм һиҫкәндерҙе.

(Дауамы.Башы 165-се һанда).