Малик ВАХИТОВ: “Беҙҙә тырыш, һәләтле, яуаплы халыҡ йәшәй”

29-08-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Малик ВАХИТОВ:   “Беҙҙә тырыш, һәләтле, яуаплы халыҡ йәшәй” Төбәктең иҡтисади-социаль хәле, халыҡтың йәшәйеше, яҡын киләсәккә уй-ниәттәре тураһында һөйләүен һорап, район хакимиәте башлығы Малик Шакир улы ВАХИТОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

— Иҡтисади яҡтан ниндәй генә ҡыйын­лыҡтар булмаһын, ауыл хужалығында ла, сәнәғәттә лә һәр кем тырышып эшләй. Йүнселдәр ҙә төрлө юлдарҙы эҙләй. Иң мөһиме — таба беләләр. Бергәләшеп эшләгәнгә күрә, район һәм ҡала күп төрлө социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә бара, республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Һүҙҙәр буш кеүек яңғырамаһын өсөн бер аҙ һандарға туҡталып үтке килә. Мәҫәлән, былтыр район буйынса алынған, оҙатылған продукция 13 миллиард һумлыҡ булды. Был 2013 йылға ҡарағанда 8,6 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Ә быйыл ете айҙа продукция 8018,6 миллион һумлыҡ булды, үҫеш — 110,6 процент. Уҙған йылғы инвестиция күләме — 4 миллиард һум. Ауыл хужалығында алынған тулайым продукция 4,9 миллиард һум тәшкил итте.
Иген, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, ит һәм һөт етештереү буйынса район республикала алдынғылар рәтендә килә. Әлбиттә, техникаһыҙ ошо тиклем эште атҡарып булмай. Былтыр хужалыҡтар 270 миллион һумдан ашыуға техника һатып алды. Һуңғы ике йылда ғына иген урыу комбайндары 30-ға артты.
Район Башҡортостан Хөкүмәтенең дипломы менән бүләкләнде.
Үҫтерелгән уңышты һаҡлау буйынса эш ыңғай бара. Салауат исемендәге хужалыҡта иген таҙартыу һәм киптереү комплексы төҙөлдө. Ошондай уҡ ҡоролма “Ашҡаҙар”ҙа сафҡа инде, “Старт” крәҫ­тиән (фермер) хужалығы менән “Иҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тен­дә лә һалына. Ғөмүмән, район аграрийҙары заманса эш алымдарын ҡулланыу буйынса республикала алда бара. Был иһә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеген бирә.
Быйылғы ете ай эсендә генә 22 мең тонна ит етештерелде, 174 миллион һумлыҡ техника алынды. Был аҙыҡ продукцияһының 80 проценты — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡош­со­лоҡ комплексыныҡы. Былтыр унда йылына 30 мең тонна ит етештереү кү­лә­мендәге ҡоролма эшләй башланы. Комплекста мең ярым кеше хеҙмәт итә, аҡса даими түләнә.
Малсылыҡҡа килгәндә, “Дружба” йәмғиә­те ит етештереү буйынса алдынғы булһа, “Ашҡаҙар”, Салауат исемендәге хужалыҡтарҙа тәүлегенә 10-ар тоннанан ашыу һөт һауыла. “500 ферма” республика программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, 2550 башҡа иҫәпләнгән 11 объект төҙөлдө, иҫкеләренә реконструкция үткәрелде. Бөгөн программала дүрт хужалыҡ ҡатнаша. Ғаилә һөтсөлөк фермалары барлыҡҡа килеүе лә ҡыуаныслы. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси хужалыҡтар үҫеш кисерә. Улар һөрөнтө ерҙәрҙе эшкәртә, райондағы тулайым продукцияның 10 процентын етештерә.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың хеҙмәте лә хуплауға лайыҡ. Районда урта һәм бәләкәй бизнес ныҡлы үҫеш ала. Улар халыҡтың 30 процентын эш менән тәьмин итә.
Ил һәм донъялағы иҡтисади ауырлыҡ шарттарында төбәктәрҙә өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе һаҡларға кәрәк. Әйткәндәй, районда федераль, республика, муниципаль кимәлдәге программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, “Ауылды социаль йәһәттән үҫтереү һәм кадрҙар ҡеүәтен арттырыуға дәүләт ярҙамы” тигәне буйынса 44 ғаилә өй һалды йәки һатып алды. Дәүләт программаһына ярашлы, биш йыл эсендә ҡалала 62 күп фатирлы йорт йүнәтелде. Бер нисә социаль объект сафҡа инде. Мәҫәлән, ҡалала — 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы, Ергән ауылында йөҙөү бассейны, күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлдө, район үҙәгендә 7-се урта мәктәпкә, Воскресенское һәм Дәүләтҡол ауылдарындағы клубтарға капиталь ремонт яһалды, сауҙа урындары артты.
Мәләүездең төньяҡ-көнба­йышында яңы биҫтә, “Нөгөш” курорт-туристик тау саңғыһы кластеры, Тамъян ауылында комплекс төҙөлә башланы. Ишле йәки инвалид балаһы булған ғаиләләргә ер биләмәләре бүленде, яңы өйләнешкән 30 йәш пар торлаҡ сертификаты алды. Был эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ.
Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә лә һиҙелерлек уңыштарыбыҙ бар. Әсәлек һәм балалыҡ, граждандарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау мәсьәләләре буйынса байтаҡ проблемалар хәл ителеп килә. Районда 40-тан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Милли мәҙәниәтте үҫтереү йәһәтенән бихисап эш башҡарыла.
Әҙәбиәт йылы уңайынан районда яҙыу­сылар менән осрашыуҙар, кисәләр уҙғарыла. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл тулыу айҡанлы ла ҙур саралар үтте. Бөгөн районда 82 яу ветераны, 497 тыл хеҙмәткәре, 323 тол ҡалған инәй йәшәй. Уларҙы иғтибарҙан өҙмәйбеҙ. Һуңғы биш йылда 75 һуғыш ветеранына һәм яуҙа ҡатнашҡандарҙың тол ҡалған ҡатындарына торлаҡ бирелде.
Быйыл Мәләүез районына 85 йыл тула. Был — һәр кемебеҙ өсөн мөһим ваҡиға. Күрһәтерлек уңыштарыбыҙ, ғорурланырлыҡ шәхестәребеҙ бар. Райондың һәр хеҙмәт күрһәткесе, уңышы нигеҙендә кешеләрҙең көндәлек эше, тырышлығы ята. Мәләүездәр — тырыш, һәләтле һәм яуаплы халыҡ.