Ҡаланың йөҙө үҙгәрә

29-08-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡаланың  йөҙө үҙгәрә Районда төҙөлөш әүҙем бара. Ҡала менән бергә иҫәпләгәндә, был эш менән шөғөлләнгән 15 ойошма теркәлгән. Уларҙың һәр береһендә ундан алып 150-гә тиклем кеше эшләй. Ғөмүмән, был ойошмаларҙа мең ярымдан ашыу эшсе үҙ урынын тапҡан. “Востокнефтезаводмонтаж”, “Мастер-А” компанияһы төркөмө, “Стройзаказчик”, “Стройлидер”, “Грандмастер”, “ИнвестстройМелеуз”, “СтройИнвестКапитал”, “РосЭнергоСтрой” һымаҡ тирә-яҡҡа билдәлеләре төп бурыстарҙы атҡара.

Ойошмалар баш­лыса шәхси һәм күп фатирлы йорттар төҙөй, мә­ҙәни, социаль яҡтан әһәмиәтле объекттарҙа йүнә­тә, реконструкция эштәрен алып бара. Шулай уҡ торлаҡ йорттарға газ, һыу, электр үткәреүгә тос өлөш индерәләр. Йыл һөҙөмтәләре тураһында һөй­ләр­гә иртәрәк булһа ла, ете айлыҡты алғанда, 37 мең квадрат метр торлаҡ тапшырылған. Шуныһы һөйөндөрә: тағы ла Ленин, Куйбышев урамдарында күп фатирлы өйҙәр һалына башлаған. Әле Мәләүез ҡалаһының “Төньяҡ-көнбайыш” биҫтәһендә заманса торлаҡ комплексы төҙөлә. Шулай уҡ Тамъян ауылында, башҡа буш ерҙәрҙә төҙөлөш бара.
Айырым ғаиләләргә йорт һалыу, ҡураһын нығытыу өсөн ер биләмәләре биреү ҙә үҙен аҡлай. Быйыл ғына ла 250-нән ашыу кеше ерле булһа, шуларҙың 180-е — күп балалы йәш ғаиләләр. Элек бүленгән биләмәләрҙе лә иҫәпкә алып әйткәндә, әле районда 1500 өй төҙөлә.
Социаль торлаҡ мәсьәләһенә айырым туҡталғы килә. Йыл һайын тиерлек етем балаларға фатир бүлеү ҡаралған. Мәҫәлән, элегерәк төҙөлгән йорт эргәһендә быйыл яңыһы ҡалҡып, хужаларын көтә.
Ҡаланың  йөҙө үҙгәрә— Был өй етем балалар өсөн махсус рәүештә һалынды. Барлығы — 19 фатир. Мәләүез районының 85 йыллығын билдәләгән көндә асҡыс тапшырасаҡбыҙ, — ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Лычков. — Бөгөн 40 бала сиратта тора. Шуларҙың 19-ы оҙаҡламай асҡыс аласаҡ. Ҡалғаны ла оҙаҡ көтмәйәсәк.
Яңы биҫтәлә төҙөлөш эштәре өс “сират”ҡа бүленгән. Тәүгеһе үҙ эсенә өс, биш ҡатлы 14 өйҙө, 240 урынлыҡ балалар баҡсаһын, мең уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте, сауҙа комп­лекстарын ала. Икенсе, өсөнсө “сират”ҡа, торлаҡ менән бер рәттән, бассейн, урам мини-стадиондары, балалар аттракционы, интернет-клубтар инәсәк.
Бөгөн яңы, заманса Мәләүез төҙөлә, тип ышаныслы әйтеп була.