Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙерлек – тейешле кимәлдә
Әҙерлек – тейешле кимәлдә 13 сентябрҙә республиканың күп кенә төбәктәре менән бер ҡатарҙан Яңауылдың ауыл советтарына ла депутаттар һайланасаҡ. Был мөһим сараның үҙенсәлектәре һәм уға әҙерлек барышы хаҡында райондың территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Римма Ғәфиәтуллина менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Буласаҡ һайлауға ҡыҫҡаса бай­ҡау яһаһағыҙ ине, Римма Мәғнәүи ҡыҙы...
— Райондың барлыҡ 18 ауыл биләмәһендә үтәсәк был сарала 16,6 меңдән артығыраҡ кеше ҡатнашасаҡ. Урындағы советтарға 159 депутат һайлана, был, халыҡ һанына ярашлы, һәр вәкәләтле органға етенән алып унға тиклем яңы вәкил киләсәген аңлата. Бөтәһе 337 кандидат рәсми теркәү үтте, уларҙың 164-е — төрлө сәйәси фирҡә ағзалары, 173-ө — үҙ-үҙен күрһәтеүсе. Билдәле булыуынса, алдағы һайлау бер мандатлы округтар буйынса мажоритар тәртиптә, йәғни күпселек тауыш йыйыуға ҡоролған нигеҙҙә ойошторола: һәр һайлаусы ниндәйҙер фирҡә тәҡдим иткән исемлек өсөн түгел, ә исем-шәрифе күрһәтелгән аныҡ кандидат өсөн тауыш бирәсәк. Улар бер нисәү булған осраҡта иң күп тауыш йыйғаны һайланған булып иҫәпләнә. Бындай һайлау округтары районда, әлбиттә, бар. Мәҫәлән, Эткенә ауыл Советының Ленин һәм Ҡарман ауыл Советының Станция бер мандатлы һайлау округтарында — бер урынға дүртәр, 10 ауыл биләмәһендәге 15 округта – өсәр, 18 ауыл Советы буйынса тағы ла 142 округта бер мандатҡа икешәр кандидат дәғүә итә.
— Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт бирмәҫһегеҙме?
— Әйтеүемсә, һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдергән 337 кандидаттың барыһы ла ҡануниәттә билдәләнгән ваҡытта теркәлде һәм тейешле танытма алды. Мөһим кампанияның был этабын беҙ яҡшы үткәрҙек, тип әйтә алам. Теркәлеүселәрҙән бер ниндәй ҙә ғариза һәм ялыу булманы.
Кандидаттарға килгәндә, улар башлыса — урындағы ауылдар халҡы. Шул уҡ ваҡытта Яңауыл һәм Нефтекама ҡалаларының, хатта Өфөнөң ике вәкиле бар. Кандидаттар күрһәтеү барышында ҡатын-ҡыҙҙар әүҙемләште, уларҙың һаны 179 булһа, ир-ат — 158. Урындағы власть органдарында эшләргә теләүселәр араһында йәштәрҙең һәм төрлө быуын кешеләренең булыуы ла һөйөнөслө. Ике иң йәш кандидат – 22-лә, ике иң олоһона 75 йәш, күпселек, 121 кеше, 40 – 49 йәштәгеләр, илле йәшкә тиклемгеләр – 111. Белем кимәле яғынан алғанда, 103 кандидат — юғары, 161-е урта һөнәри белемгә эйә. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләй, шулай ҙа ауыл хужалығында мәшғүлдәр иң күбе – 57 кандидат. Артабан һәр ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнаусы уҡытыусылар (58), медицина (34) һәм мәҙәниәт (27) хеҙмәткәрҙәре килә.
— Быйылғы һайлауҙың төп үҙенсәлектәре ниҙән ғибәрәт?
— Тәү сиратта ҡанунға индерелгән үҙгәреште билдәләр инем. Ул – ваҡытынан алда тауыш биреүҙе тергеҙеү. Ауыл биләмәләре советтарына депутаттар һайлағанда теркәүҙән төшөрөү талоны буйынса тауыш биреү ҡаралмаған, шуға ла 13 сентябрҙә кисерерлек сәбәп арҡаһында һайлауға бара алмаясаҡ граждандарға алдан тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. Ул 2 сентябрҙән башланды ла инде, урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 8-гәсә теләүселәр үҙе теркәлгән һайлау участкаһында алдан тауыш бирә ала.
— Уларҙың эше нисек ойош­торолған?
— Һайлау тураһындағы федераль ҡанунға индерелгән һуңғы үҙгәрештәргә ярашлы, бер һәм күп мандатлы округтар — ун, һайлау участкалары биш йылға ойошторола. Райондың 18 ауыл Советы биләмәһендә 33 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙың 22-һе — ауыл мәҙәниәт йорттарында һәм клубтарҙа, 9-ы – мәктәптәрҙә, икеһе төрлө учреждениелар биләгән биналарҙа урынлашҡан. Участка комиссиялары составына 205 ағза йәлеп ителгән. Алда әйткәнемсә, улар кандидаттарҙы теркәүҙе уңышлы атҡарып сыҡты, хәҙер алдан тауыш биреү үткәрә, һайлаусыларға саҡырыуҙар тарата. Шул уҡ ваҡытта райондың территориаль һайлау комиссияһы ағзалары менән берлектә участка һайлау комиссиялары ағзалары ла кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһын ҡанундарға ярашлы алып барыуын даими контролдә тоторға бурыслы. Кандидаттың башҡа дәғүәселәр тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт таратмай, бары тик үҙ программаһын яҡлауы менән мәшғүл булыуына төп иғтибар бүленә.
Участка һайлау комиссиялары ағзаларына ҡағылған тағы бер үҙенсәлеккә туҡталыр инем. Ҡанундарға ярашлы, һайлауҙа ҡатнашырға теләк белдергән кандидаттарҙың яҡын туғандары, вазифа буйынса уларҙың ҡул аҫтында эшләүселәр комиссия ағзаһы була алмай. Шуға ла кандидаттарҙы теркәү барышында участка һайлау комиссияларының ошондай тыйыуға эләккән 20 ағзаһының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды. Был, әлбиттә, комиссиялар эшмәкәрлегенә бер нисек тә йоғонто яһаманы, улар резервта торғандар иҫәбенә тулыланды.
Участка һайлау комиссияларының барыһы ла 28 августа ойошҡанлыҡ менән үҙ бурыстарын үтәүгә тотондо. Был көндәрҙә улар алдан тауыш биреүҙе тәьмин итеү менән бергә һайлаусыларға буласаҡ сара хаҡында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәтте үҙ ваҡытында еткереү бурысын атҡара. Быны тормошҡа ашырыу буйынса тейешле күрһәтмәләр участка һайлау комиссиялары рәйестәренә июнь-август айҙарында үткәрелгән бер нисә кәңәшмәлә бик төплө аңлатылды. Уның һуңғыһы 25 августа хоҡуҡи семинар рәүешендә булды. Унда һайлауҙы ойоштороусыларға ҡанундағы үҙгәрештәр тураһында тулы мәғлүмәт бирелде, исемлектәр менән эшләү үҙенсәлектәре күрһәтелде. Бынан тыш, беренсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнашасаҡ 243 йәш кеше һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән һайлаусылар менән эшләүгә лә айырым иғтибар йүнәтелде.
— Кандидаттарҙың агитация эше нисек бара?
— Һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡал­ды. Һәр кандидат халыҡты үҙ про­грам­маһы менән таныштырыуын дауам итә. Шәхси әңгәмәләрҙән, төрлө осра­шыу­ҙарҙан тыш, бының өсөн Яңауыл теле­видениеһында һәм урындағы радиола алдан үткәрелгән йәрәбәгә ярашлы 17 августан 11 сентябргә тиклем бушлай һәм түләүле эфир ваҡыты бүленгән, те­ләгәндәр шундай уҡ шарттарҙа район һәм республика гәзиттәрен дә файҙалана ала.
— Йомғаҡлап әйткәндә...
— Һайлауға тулыһынса әҙербеҙ, тиер инем. Килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе шундуҡ хәл итергә тырышабыҙ. Был мөһим сара имен-аман үтһен өсөн райондың эске эштәр бүлеге, башҡа тейешле хеҙмәттәр ҙә үҙҙәренә ҡағылған эште алып бара. Район халҡында һайлау менән ҡыҙыҡһыныу көндән-көн арта. Мөһим сараның юғары кимәлдә үтәсәгенә шик юҡ.
— Төплө яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Римма Мәғнәүи ҡыҙы. Һеҙгә бар йәһәттән уңыштар теләйем.

Ансар НУРЕТДИНОВ әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 30

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 44

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 86

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 64

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 152

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 140

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 30