Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли матбуғатты кемдәр үҫтерә?
Милли матбуғатты кемдәр үҫтерә? Бөгөн ҡайһы бер матбуғат сараларының эшмәкәрлеге һынау алдында торһа ла, арабыҙҙа уны “дүртенсе власть” тип танығандар, көсөнә, хөкөмөнә ышанғандар бар әле. Дәүләт етәкселеге халыҡ менән бер юлдан барырға, дөйөм мәнфәғәттәрҙе уртаҡ хәл итеп йәшәргә тейеш, тибеҙ. Ә уларҙың араһын бәйләп торған журналистарға тейешле иғтибар биреләме? Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия тап ошо маҡсатта булдырылды ла инде.
Әлеге мәҡәләмдең маҡсаты – ошо баһаға лайыҡ кандидаттарҙың береһе, Белорет районының “Урал” гәзите хәбәрсеһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союздары ағзаһы Эльза Мөхәмә­ҙиеваның эшмә­кәрлегенә баһа биреү. Уның менән төрлө семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә, спартакиа­даларҙа йыш осрашырға тура килә. Эльзаның бар яҡлап та әүҙем булыуы, “Урал” гәзитенән тыш, республикабыҙҙың башҡа баҫмала­рына ла даими яҙышыуы, “Юлдаш” радиоһынан йыш сығыш яһауы иғтиба­рымды йәлеп итте. Журна­листың мәҡәләләре уның киң даирәлә, төрлө йәш­тәге һәм социаль статустағы ке­шеләр менән иркен эшләй алыуын, уртаҡ тел табыуын күрһәтә. Аралашыу ҡеүәһенә эйәлеге, әңгәмәсеһенең күңел ҡылын сиртә белеүе яҙмаларын тағы ла йөкмәт­келерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итә. Бөгөнгө йәмғиәт өсөн мөһим социаль-ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итеү, йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреү, халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт еткереү киҫкен торғанда, былар – журналист өсөн иң кәрәкле, мөһим һыҙаттарҙың береһе.
Журналистикала уңышҡа өлгәшәм тиһәң, бөтөн өлкәләр буйынса мәғлү­мәтле, киң ҡарашлы булыу, әңгәмә ҡора белеү мөһим. Шул саҡта ғына халыҡҡа әйтер һүҙеңде тос фекерҙәр менән аңлайышлы итеп еткереп була. Эльзаның ижади эшмәкәрлеге тап шундай булыуы менән айырылып тора. Юғары педагогик белемгә эйәлеге бөгөнгө мәғариф тармағындағы үҙгә­реш­тәрҙе дөрөҫ итеп яҡтыртырға ярҙам итһә, телмәр мәҙәниәтен төплө үҙләштереүе радио аша иркен сығыш яһап, үҙ районының яңылыҡтарын, уңыш-ҡаҙаныштарын республика халҡына еткереү мөмкинлеген бирә.
Гәзит уҡыусыларға бөгөнгө ҡат­мар­лы осорҙа урындағы үҙидара орган­дарының ниндәй ҙур, яуаплы эш башҡарғанын аңлатып тороу кәрәкмәй. Эльза был өлкәнең дә ҡатмарлы эшмәкәрлеген дөрөҫ һәм оҫта яҡтырта. Был йәһәттән ауыл хакимиәте башлыҡтары, халыҡ менән йыш осрашыуы, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тура бәйләнештәр ойоштороуы, әңгәмәләр ҡороуы журналистың баһаһын тағы ла күтәрә. Ә инде район ғына түгел, республика баҫмалары аша ла данлы хеҙмәт юлы үткән абруйлы кешеләр, дәүләт программалары менән уңышлы файҙаланған өлгөлө йәш ғаиләләр, эшҡыуарҙар, фермерҙар тураһында яҙыуы менән үҙ төбәгенең генә данын арттырмай, ә дәүләтебеҙҙең тырыш, маҡсатлы кешеләрҙе күрә белеүен, уларға бар яҡлап та ярҙам итергә әҙер торғанын да күрһәтә. Ошоноң менән һәр кемдең күңелендә матур, лайыҡлы тормош ҡороуға сәм һәм дәрт уята белә ул. Эльзаның үҙидара органдарының эшен, ауыл халҡының тормошон гәзит битендә яҡтыртыуы юҡҡа ғына дәүләтебеҙҙең маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булманы.
Бөгөн ташҡа баҫылғандың бәҫен арттырып, халыҡ менән власть араһында күпер һала белгән журна­листарҙың эше баһаланмай ҡалмай. Халыҡҡа еткерелергә тейешле мәғлүмәтте уңышлы эшкәртеп, кәрәк урынға иғтибарҙы ваҡытында йәлеп иттереп, ҡуҙғыу мәсьәләләргә дөрөҫ йүнәлеш бирә белгәндә генә күренә ижадсының ысын оҫталығы. Мәҡәләләренә гәзит уҡыусыларының битараф булмауы, йыш ҡына ыңғай фекер белдереүе Эльзаның һүҙ ҡеүәһен күрһәтә. Үҙ эшенең оҫтаһы булғанға ла, бәләкәй генә мәғлүмәттең дә бөтөн тормошто үҙгәртерҙәй ҙур тәьҫир көсөнә эйәлеген яҡшы аңлай ул. Бының нәҡ шулай булыуын иҫтә ҡалған бер ваҡиға раҫлай. Бынан бер нисә йыл элек халыҡ араһында ахырызаман етеү ығы-зығыһы сыҡҡайны. Кемдер был шау-шыуға көлөп кенә ҡараны, икенселәре иғтибар ҙа итмәне, өсөнсөләре иһә саҡ ауырыуға һабышманы. Килеп сыҡҡан хәл менән файҙаланып, рейтингын күтәрергә тырышҡан каналдар, “һары” матбуғат утҡа кәрәсин һипте. Нәҡ шул ваҡытта Эльзаға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына бәйле халыҡ менән осрашыуҙа ҡатнашырға тура килә. Өлкән йәштәге бер апай: ”Бөгөнгө осрашыуға Эльзаны күреп, уға рәхмәт әйтергә килдем, – тип белдерә унда. – Ахырызаман тураһындағы хәбәр менән бөтөн донъяны тултырҙылар. Телевизор ҡабыҙһаң да, гәзит битен асһаң да, шул турала ғына һөйләйҙәр. Былай ҙа тормош проблемалары баҫҡан ауыл кешеһенең күңелен уйлап та бирмәнеләр. Тамсы тама-тама таш тишә тигәндәй, гел тылҡып торған хәбәрҙән күңелгә шөбһә төшөп, ул ҙурайғандан-ҙурая барҙы. Шул арҡала бер нисә тапҡыр “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға ла тура килде. Йоҡом йоҡо, ашым аш булманы. Тамам ауырып китеүҙән Эльзаның “Яр аҫтынан яу сыҡҡан” тигән мәҡәләһе ҡотҡарып, күңелде тынысландырҙы. Бына шунда тойҙом да инде һүҙ ҡөҙрәтен. Уның үлтерергә лә, һауыҡтырырға ла һәләтле булыуын”.
Ошо ябай ғына ваҡиғанан сығып фекер йөрөткәндә, халыҡ мәнфәғәте өсөн эшләгән журналистың һәр саҡта ла йәмғиәт менән бергә булыуын, ысын матбуғатты ялғандан айырырға өйрәтеп, уның бәҫен күтәреүен дә күрәһең.
Эльза Әнәс ҡыҙының журналист эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, ул бер һүҙһеҙ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип һис икеләнмәй, ышаныслы итеп әйтергә була. Уға ошо юғары исемгә эйә булып, һөнәре буйынса тағы ла ҙурыраҡ үрҙәр яуларға, башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә артабан да тос өлөш индерергә яҙһын.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ,
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге
премия лауреаты, “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95