Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?
Теге яҡҡамы,  был яҡҡамы? Баймырҙа Баймаҡты Бөрйән һәм Әбйәлил ерҙәре менән тоташтыра. Район үҙәгенән 85 километр алыҫлыҡта ятһа, Асҡарға – 35 саҡрым. Тарихи мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, был төйәккә 1832 йылда Бөрйәндең Әбделмәмбәт һәм Яуымбай ауылдарынан Баймырҙа Ҡолмөхәмәтов етәкселегендә егермегә яҡын кеше күсеп ултыра. Биләмә тәүҙә Әбйәлил районына ҡарай, 1963 йылда иһә Баймаҡҡа күсерелә.
Ҡасандыр мәктәбе, фермаһы булған ауыл 1980 йылда “перспективаһыҙҙар” исемлегенә индерелә. Һөҙөмтәлә ғаиләләрҙең күбеһе күсеп китә. Бында әле ғүмер иткән халыҡ – ата-бабаһының нигеҙен ҡоротмаҫҡа тырышҡан илһөйәрҙәр. Мал иҫәбенә генә көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, етеш йәшәйҙәр, һәр йортта – техника, еңел машина. Өйҙәре күркәм, урамдар киң. Ауылда айына бер тапҡыр пенсия таратыла, почта иһә бөтөнләй килмәй. Гәзит-журнал уҡырға теләгәндәр күрше ауылдарҙағы туғандары исеменә яҙыла ла баҫмаларҙы юл төшкәндә инеп ала. Бында магазин да юҡ.
Баймырҙа Билал ауыл Советына ҡарай. Әле ундағы 10 йортта 24 кеше йәшәй. Ҡышҡыһын иһә ни бары биш өйҙә йәшәргә ҡалалар.


Үҙенекеләр ситкә типкәс...

Теге яҡҡамы,  был яҡҡамы?“Беҙҙе Әбйәлилгә кире ҡушһалар, күпкә яҡшыраҡ булыр ине”, – тип ебәрә баймырҙалар. Ни өсөн шулай һуң?
Быйыл ауылда ҡалтайҙар араһы ҙур йыйын үткәргән, шәжәрә байрамы уҙған. Халыҡ үҙҙәренән оло юлға тиклемге ерҙе ремонтлауҙы һораған. Был урынға кем ҡырсынташ түшәп тигеҙләгән тиһегеҙме? Юл Әбйәлил районының “Красная Башкирия” совхозы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Раил Фәхрисламовтың һәм Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Мирхәт Рәжәповтың ярҙамы менән ремонтланған.
Баймырҙалар йомошон үтәү өсөн күберәк Асҡарға, Магнитогорск ҡалаһына йөрөй. “Баймаҡҡа документ артынан ғына сабырға тура килә, – тиҙәр. – Унда беҙҙең ауылдың ҡайҙа икәнлеген дә белмәй ултырғандар табыла”. Хәйер, уҙған һайлауҙар алдынан Баймырҙаға бер тапҡыр килеп киткәндәр.
Бындағы халыҡтың иң төп проблемаһы – ауылға “зәңгәр яғыулыҡ” индереү. Уны­һын һуҙыу әллә ни ауырлыҡ тыуҙыр­май­ҙыр ҙа, сөнки өс саҡрымда ғына газ торба­лары үтә. Ләкин зарға ҡолаҡ һалған кеше юҡ. “Үгәй бала”ның илағанын кем ишет­һен һуң? – ти баймырҙалар. – Әбйәлил­дәргә әйткәндә, күптән эшләнер ине инде...”
Бына шулай “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?” тигәндәй, әлегә урталыҡта ултыра Баймырҙа халҡы.
Һәр һуҡмағы яҡын, ҡәҙерле

Теге яҡҡамы,  был яҡҡамы?Ауылдың халҡына килгәндә, бында иң өлкән кеше – Сәлимә Абдуллина. Ағинәй бер үҙе донъя көтә, ҡартының нигеҙен ҡоротмай. Әбйәлил районының Буҙыҡай ауылында тыуып үҫкән ул. Баймырҙалағы Исмәғил исемле егеткә кейәүгә сығып, өс малай һәм дүрт ҡыҙ үҫтергәндәр.
– Ауылыбыҙҙың гөрләп торған сағы бар ине, – тип хәтерләй Сәлимә инәй. – Тәбиғәтенең матурлығына, урманының бай­лығына, халҡының уңғанлығына ғүмер буйы һоҡланып йәшәнем. Ҡартым ата-ба­баһының нигеҙен ташларға теләмәне. Шунлыҡтан, ғаиләбеҙ ишле булһа ла, ситкә китмәнек. Аллаға шөкөр, бала­ларыбыҙҙың барыһы ла белем алып, яратҡан һөнәренә эйә булып, үҙ тормошон ҡорҙо. Йыш киләләр, ярҙам итәләр. Барыһына ла шөкөр итеп йәшәйем.
Беҙ барғанда ла инәйҙең Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән улы менән ейәне йорт тирәһендәге эштәрҙе башҡара ине. “Тыуған ауылығыҙға ҡайтыу теләге юҡмы?” – тигән һорауыма, яуаптарын да көтмәйенсә, әсәнең ҡәтғи тауышы яңғыраны:
– Атай нигеҙен ҡоротмау, утын һүн­дер­мәү – кинйә улдың бурысы. Рәхәтләнеп мал көтөп, тыуған ереңдә йәшәүгә ни етә?!
Ауылда әле бер нисә яңы йорт төҙөлөүе ағинәйҙең һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәй.
Тыуған ерен ташлап китмәй, уға йәм һәм йән биреп йәшәгән ғаиләләрҙең береһе – Сәлимә инәйҙең улы Ишдәүләт менән уның ҡатыны Әлфиә. Абдуллиндар күпләп мал аҫрай, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Уңған хужабикә иһә йәйгеһен күп итеп еләк йыя, һөт ризыҡтары етештерә, уларҙы Магнитогорск баҙарына даими илтеп һата. Беҙ барғанда бәшмәк эшкәртеү менән мәж килә ине.
– Ауылда йәшәү күпкә еңелерәк тә кеүек, – ти Ишдәүләт Исмәғил улы. – Барыһы ла – үҙеңдеке. Һәр һуҡмаҡ, тыҡрыҡ күңелгә яҡын, барыһы ла ниндәйҙер тарих, хәтирә һаҡлай. Йәйгеһен ҡырҙан балалар ҡайтһа, улар менән сыр-сыу килешеп, хатта күршеләрҙе лә күрмәй китәһең. Ә бына ҡышҡыһын һәр иртә урамға сығып, кемдең уты барлығына тиклем күҙәтәһең, ҡарайһың. Торбанан төтөн күренә икән, тимәк, хужа өйҙә, имен-һау. Бер-беребеҙҙе саҡ ҡына күрмәй торһаҡ, хәл белешергә ашығабыҙ. Тормош бит – төрлө хәл булыуы ихтимал. Ауылыбыҙға “зәңгәр яғыулыҡ” үтһә, күпкә еңелерәк булыр ине...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, Ишдәүләт Абдуллин ағас эшенә лә оҫта, өҫтәүенә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, мал көтә, рәхәтләнеп гармунда уйнай, матур йырлай һәм бейей.
– Ҡышҡы оҙон кистәрҙә моңайып алабыҙ бер аҙ, – ти ул.
Теге яҡҡамы,  был яҡҡамы?Абдуллиндарҙың өсөнсө быуыны ла – Гөлсинә менән Илдар – ауылды ташлап китмәйенсә, атай йортонда йәшәргә ҡалған. Йәштәрҙең бәхетен арттырып, өс айлыҡ Диләрә үҫеп килә. Ҡотло һәм затлы тоҡом тамырланыуын дауам итә икән, һис шикһеҙ, ауыл да йәшәйәсәк.
“Төпкөл” махсус битенә мәғлүмәт туплау өсөн байтаҡ районды гиҙергә тура килә. Төрлө саҡ була: ҡайһы урындарҙа күңел әрней, икенселәренән, киреһенсә, дәрт алып ҡайтаһың. Шулай ҙа ошоғаса Бай­мырҙа кеүек ауылды осратҡаным булманы. Уның тураһында күптән ишетеп, кү­рергә теләп, Баймаҡ районы етәкселегенә транспорт менән ярҙам итеүҙәрен һорап бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итһәм дә, ни өсөндөр ыңғай яуап ала алманым. Хатта “мөмкинлек юҡ” тип тә әйтмәнеләр, үте­не­сем гел “елгә осто”. Ә бына Әбйәлил районында командировкала саҡта ошо теләгемде әйтеп тә өлгөрмәнем, ауылға алып та киттеләр. Үҙем менән булған ошо хәл, шулай уҡ баймырҙаларҙың “Беҙ – Бай­маҡтың үгәй балаһы” тигән һүҙҙәре төп­көлдөң ысынлап та үҙәктең иғти­барынан ситтә икәнлеге хаҡында һөйләй түгелме?
Шулай ҙа бирешмәй бындағы халыҡ. Тәбиғәтенең һоҡланғыс матурлығы ке­ше­ләрҙең күңеленә күскән: уларҙың тышҡы ҡиәфәте генә түгел, уй-хыялдары, баш­ҡар­ған ғәмәлдәре лә изге һәм матур. Ҡа­сандыр “перспективаһыҙ” тигән мөһөр һуғылған төпкөлдөң яңы һулыш алған мәле. Илһөйәр халыҡ тыуған ерен мохтажлыҡта ҡалдырмаҫ!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95