Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ йәнле аралашыуға сарсаған
Халыҡ йәнле  аралашыуға сарсаған Баш ҡалабыҙҙың 2-се троллейбус маршруты республикалағы әҙиптәрҙең журнал һәм гәзит хеҙмәткәрҙәренең ижад, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әүерелде. “Башҡорт драма театры” һәм “Колхоз баҙары” туҡталыштары араһында йөрөүселәр бер мәл Башҡортостанда иң күп тираж менән сыҡҡан фәнни-педагогик һәм методик айлыҡ журналдың – “Башҡортостан уҡытыусыһы”ның – редакция коллективы менән осрашҡайны.

Матбуғат баҫмаларын уҡыусылар аҙайған дәүерҙә бындай аралашыу ике яҡ өсөн дә отошло булды. Минеңсә, был йәһәттән Башҡортостандың Элем­тә һәм киң мәғлүмәт саралары агент­лығы етәксеһе Борис Мел­коедов­тың матур башланғысы хуплауға лайыҡ.
Троллейбуста халыҡ байтаҡ йыйыл­ғас, “Башҡортостан уҡытыусыһы” жур­налының баш мөхәррире Салауат Кәримов һүҙ алды.
– Хөрмәтле баш ҡала халҡы, ҡу­наҡ­тар! Һеҙҙе 95 йыллыҡ тарихы булған баҫма хеҙмәткәрҙәре сәләмләй. Юл ың­ғайы аралашып, фекер уртаҡлашып барыу мөмкинлеге өсөн бик шатбыҙ, – тине ул.
Тәүҙә пассажирҙар аптыра­бы­раҡ ҡалды. Тыныс ҡына килгән троллей­буста Башҡортостандың Мә­ғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяровтың дәртле ҡурай моңо ла яңғырағас, кешеләрҙең иғтибары йырлы тулҡындарға көйләнде.
– 2-се маршрут “Әҙәби троллейбус” тип аталды. Бөгөн беҙ һеҙгә баҫ­ма­быҙ­ҙың яңы һанын таратабыҙ. Журна­лы­быҙҙа башҡорт, урыҫ, татар, инглиз, сы­уаш, мари телдәрендә материалдар донъя күрә, шуға уны һәр кем уҡый алыр, – тип дауам итте һүҙен баш мөхәррир.
Күркәм сарала редакция хеҙмәт­кәр­ҙәре, әүҙем авторҙар, йыл лауреаттары ҡатнашты. Педагогия фәндәре докто­ры, профессор, академик Камил Әхи­әров, 30 йылдан ашыу ошо баҫ­ма­ның мөхәррире булып эшләгән тәж­ри­бәле журналист, ғалим Сәлимйән Ғү­мәров, педагогия фәндәре кандидаты, Баш­ҡорт­остан Мәғариф министр­лығының методик үҙәге директоры урынбаҫары Миңдебай Юлмөхәмәтов, филология фәндәре кандидаты, Рә­сәйҙең һәм Баш­ҡортостандың “Йыл уҡытыусыһы” исемен яулаған Фәнзил Санъяров, Мәғарифты үҫтереү институты доценты Рида Хөсәйенова, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, респуб­лика­ның “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе лау­реаты Мәү­лиә Сафиуллиналарҙың журнал хаҡын­да әйтер йылы һүҙҙәре, хәтирәләре күп ине.
– Минең тәүге мәҡәләләрем баҫма­ла бынан теүәл 60 йыл элек донъя кү­рә башланы. Балаларҙы хеҙмәт аша тәрбиәләү, үҫтереү мәсьәләләре менән шөғөлләндем, шуны республикабыҙҙа киң пропагандаланым, – ти арҙаҡлы ға­лим, Рәсәй Мәғариф академияһы акаде­мигы Камил Шәйехмырҙа улы Әхи­әров. – Бөгөн мәктәптәрҙә хеҙмәт тәрбиәһенең ҡаҡшай барыуы мине ныҡ борсой.
Сәлимйән Ғүмәров та ҡала халҡы менән ихлас аралашты, журналға етәк­селек иткән осоро, командиров­каларҙа осраған ҡыҙыҡлы ваҡиғалар хаҡында һөйләне. Китап, баҫмалар менән дуҫ булырға әйҙәне ул, кешеләр менән ябай, туғандарса аралашыуға бер нәмә лә етмәүен билдәләне.
– Үҙебеҙ урыҫ милләтенән, ә туған­да­рыбыҙ, кейәү-килендәребеҙ – баш­ҡорт һәм татарҙар. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйбеҙ. Башҡортос­таныбыҙҙа халыҡтар дуҫлығы буш һүҙ түгел, – тине шул саҡ бер пассажир.
Әйткәндәй, йәнәшәмдә ултырып кил­гән ханым Благовар районының Пришиб ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар “Башнефть” компанияһында эшләгән, хәҙер Германияла йәшәй.
– Журнал хеҙмәткәрҙәрен, ғалим­дар­ҙы тыңлап шул тиклем ҡыуандым. Бөгөн генә Өфөгә ҡайтып төшкәйнем, әле туғандарыма китеп барам. Ҡурай моңон ишетеп кинәндем, күңелем тула, – тине ул, күҙ йәштәрен һөртөп.
Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың мә­ғариф министры урынбаҫары булған педагог-ғалим Миңдебай Юлмөхәмә­товтың да юлсыларға әйтер һүҙе бар ине. Ул халыҡты ябай һәм аныҡ миҫал­дар аша бөгөн мәғариф өлкәһендә кө­нү­ҙәк булған мәсьәләләр менән та­ныш­тырҙы, уҡытыусылар журналы­ның республика мәғарифын үҫтереү­ҙәге әһәмиәтен билдәләне. Тәжрибәле етәксегә пассажирҙарҙан һорауҙар яуҙы.
Аралашыуға арҙаҡлы уҡытыусылар Мәүлиә Сафиуллина менән Рида Хөсәйенова ҡушылғас, троллейбус эсе тағы ла йәнләнеберәк китте. Остаздар башҡорт милли сәнғәте, әҙәбиәте хаҡында һөйләне. Әбйәлилдән килгән Мәүлиә Фәрит ҡыҙының башҡорт ха­лыҡ көйҙәрен, популяр эстрада йырҙа­рын һуҙыуы ла пассажирҙарҙың күңе­ленә хуш килде. Туҡталышына етер саҡта рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт йылмайып хушлашты улар.
Әҙәбиәт йылы айҡанлы һүҙҙе артабан Фәнзил Санъяров алды һәм үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Билдәле уҡытыусы юл буйы ҡурай моңо ла бүләк итте, халыҡ йырҙарын да ишет­терҙе. Уҡытыусының ҡурай тура­һын­дағы һүҙен халыҡ йотлоғоп тыңланы. “Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Өфөбөҙ көндән-көн матурлана, ШОС һәм БРИКС саммитта­рының беҙҙә үтеүен ҡыуанып ҡабул иттек”, – тине пассажирҙар.
Сара барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә, мәҙәниәтебеҙгә, журнал тарихына арналған викторина үткәрелде. Уйын троллейбусты гөрләтте генә. Өфөләрҙең Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев кеүек халыҡ шағирҙарының ижады хаҡында төплө мәғлүмәткә эйә булыуы һоҡландырҙы. Артҡы рәттә ултырған Олег исемле урыҫ егете дөрөҫ яуаптары өсөн жур­налдың махсус футболкаһына лайыҡ булды.
– Өфөлә йәшәгәс, беҙ башҡорт әҙип­тәренең ижады менән дә таныш булырға тейеш, – тине ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, ҡала буйлап трол­лейбуста йөрөүгә сығыр алдынан “Аралашыу килеп сығырмы?”, “Ябай халыҡ беҙ әйтәһе һүҙҙәрҙе, уй-фекер­ҙәрҙе ҡабул итерме?” тигән борсо­лоу­ҙар бар ине. Әммә осрашыу бары­шында бындай тойғолар бөтөнләй юҡҡа сыҡты – ихлас әңгәмәләшеүгә өлгәштек.
– Бындай сараны тәүге тапҡыр кү­рәм. Йәш сағымда Федоровка районынан Өфөләге заводҡа эшкә килгәйнем, Черниковкала төпләндем. Балаларым юғары техник белемле, өлкәнем техник фәндәр кандидаты булып китте. Үҙем ғүмер буйы нефть ҡыуыусы булып эшләнем. Журналға рәхмәт, тыуған яҡтарыма ҡайтып килгәндәй булдым, – тине хеҙмәт ветераны Ғәйнан Ғәйнет­дин улы.
Хәтерҙә оҙаҡ һаҡланырлыҡ бай йөк­мәткеле сара үткәреп, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы баһалап бөткөһөҙ ҙур эш атҡарҙы. Ошондай рәсми булмаған осрашыу­ҙарҙа кешеләр айырыуса асыла, бер-береһенә ышана, уй-фекерҙәрен йәшермәй һөйләй. Донъя нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, баш ҡалабыҙ халҡының матур уйҙар менән йәшәүен, күңелдәренең саф булыуын күрҙек.



Автор: Ф. БҮЛӘКОВ.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк

Соҡор өсөн етәксе яуап бирәсәк 16.12.2018 // Йәмғиәт

- Башҡортостанда күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау буйынса республика программаһы эшләй...

Тотош уҡырға 52

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр

Байрамға буш ҡул менән килмәйҙәр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында "Сапсан-Арена" асыҡ боҙ һарайын асыуҙа ҡатнашты....

Тотош уҡырға 84

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы

Радий Хәбиров балаларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙы 15.12.2018 // Йәмғиәт

Петровский балалар йортонда Радий Хәбиров менән осрашыу бында тәрбиәләнеүселәр өсөн ҙур байрамға...

Тотош уҡырға 76

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке

Фельдшер юҡ, мәктәп иҫке 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай районындағы Петровский балалар йортонан сығыуға Радий Хәбировты урындағы халыҡ ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 123

Ярай әле кешеләр булмаған

Ярай әле кешеләр булмаған 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы ауылында йөк машинаһы кәртәне емереп үтеп, йортҡа барып бәрелгән....

Тотош уҡырға 157

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге

Иң мөһиме - балалар хәүефһеҙлеге 15.12.2018 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Юрматы-2" биҫтәһе менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты....

Тотош уҡырға 69

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ

“Мортаза балалары”на етеүсе юҡ 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Башҡорт теле көнөнә арналған “Мин телемде яратам”...

Тотош уҡырға 81

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр

Ҡояшты йүгәнләһәң, ташлама бирәләр 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республикала ҡояш энергияһында...

Тотош уҡырға 52

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ"

"Иң мөһиме - ғаиләбеҙ янындабыҙ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһындағы "Инман"...

Тотош уҡырға 88

Туған мәктәптәге осрашыу

Туған мәктәптәге осрашыу 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай ҡалаһының 11-се мәктәбе үҙенең элекке уҡыусыһы Радий Хәбиров менән хаҡлы рәүештә ғорурлана....

Тотош уҡырға 83

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ"

"Ике йылдан Ишембайҙа яңы бала табыу йорто буласаҡ" 15.12.2018 // Йәмғиәт

Ишембай бала табыу йортоноң элекке бинаһы 1951 йылда төҙөлә һәм әле заман талаптарына яуап бирмәй....

Тотош уҡырға 49

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ!

Бөтәһе лә бушлай. Килегеҙ! 15.12.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай Ҡышҡы уйындары асыла. Ярыштар хоккей, фигуралы шыуыу, шорт-трек, саңғы,...

Тотош уҡырға 55