Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Донъя бәләкәй генә бит ул”
“Донъя бәләкәй генә бит ул” Эштән ҡыҫҡартылыуҙы барыһы ла тиерлек оло бәлә тип ҡабул итһә, Баймаҡ егете Илнур ШАХМОРАТОВ бер ҙә ҡайғырып тормаған – автостоп менән донъя гиҙергә сығып киткән. Ике айҙа ул 20 мең километр самаһы юл үткән, Ҡытай, Вьетнам, Лаос, Таиланд илдәрен күргән, 150-гә яҡын автомобилгә, ундан ашыу мотоциклға һәм ике поезға ултырған. Иң мөһиме – юл өсөн бер тин дә түләмәгән. Сит илдәр халҡын нисек итеп башҡорт йырҙары менән таныштырыуы, Ҡытайҙа ҡан тапшырыуы, Таиланд табиптарынан ни өсөн ҡасыуы һәм башҡа мажаралары, юлда тыуған фекерҙәре тураһында һөйләне беҙгә ҡыйыу егет.


– Илнур, рөхсәт итһәң, аҙ ғына булһа ла һиңә эйәреп барайыҡ әле. Юлда яңғыҙыңа күңелһеҙ булып киткәндер. Йыртҡыс йәнлек осрар тип ҡурҡыталыр ҙа, бәлки...
– Бала саҡтан яңғыҙ сәйәхәт итергә яратам. Урманда йөрөү, Ирәндеккә менеү, велосипедҡа йә юлда осраған машиналарға ултырып, Сыңғыҙ ауылындағы өләсәйемә барыу, сабынлыҡта ҡолас йәйеп туғандарға бесән эшләшеү – онотолмаҫ мәлдәр.
Көньяҡ философияһында шундай әйтем бар: “Бер кем менән дә аралашыу юҡ икән, үҙең менән танышыу мәле еткәндер”. Шуға күрә юлда яңғыҙ йөрөү мине ялҡытмай. Йыртҡыс йәнлек осрар тип ҡурҡҡаным да булманы, сөнки ярайһы уҡ тәжрибәле һунарсымын.
– “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән әйтемде хәҙер һинән дә яҡшыраҡ аңлаусы юҡтыр инде.
– Юлға ун өсөнсө июлдә сыҡтым. Был беренсе ҙур сәйәхәтемде Өфө районының Нуғай ауылы эргәһендә юл ситендә ҡул күтәреүҙән башланым. Тәүҙә юл мине ҡабул итергә теләмәне – тиҫтәләрсә километрҙы йәйәү үтергә тура килде. Беренсе 1000 – 2000 километрҙа кире боролорға ла уй бар ине. Һуңынан үҙемдең төрлө төбәктәр, водителдәр араһында уртаҡ сылбыр һуҙыусы икәнлегемде аңланым. Юлды тойорға өйрәндем, ул да мине яратты! Юл миңә төрлө илдәрҙән күп дуҫтар, сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Бәхетле йылмайып, рәхмәтле булып, һаман барам да барам.
Юл ауырлыҡтары нимә инде ул?! Уларҙың тамырын тиҙ арала табып, хәл итергә мөмкин. Бына тормош ғазабын аңлауға ҡайһы саҡ күп йылдар кәрәк булып ҡуя...
– Бик фәлсәфәүи һүҙҙәр әйтеп ҡуйҙың. Һине сәйәхәт шулай философҡа әүерелдерәме әллә?
– Һәр бер сәйәхәт, ҙур йә бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, кешене үҙгәртә – ғүмер буйы йәмғиәт тарафынан тағылып бөткән стереотиптарҙан ҡотолдора, көтөүҙә йөрөү тойғоһон юҡ итә. Әгәр ҙә аптырашып йөрөгән туристар рәтенән булмаһағыҙ, әлбиттә.
– Үҙеңде турист тип һанамайһыңмы ни? Кем һин улайһа?
– Сит илгә барыр алдынан күптәр маршрут төҙөп, иҫтәлекле урындарҙы планлаштырып ҡуя. Минең кеүек һуҡмаҡһыҙ юлсылар тапалған ерҙән барырға яратмай. Илгә инеү менән халыҡ ара­һын­да йөрөп, әңгәмәләшеп, улар әйткән туристарһыҙ ғына урындарға юлланам. Мәҫәлән, бер кистә ҡояш байыуын ҡарар өсөн Таиландтың Патанга тигән ҡалаһы эргәһендә дингеҙ ярындағы тау башына мендем. Күҙ алдына килтерәһегеҙме: тоҙ еҫе аңҡып торған еләҫ һауаны күкрәк тулғансы һулап, ҡулдарҙы ҡош ҡанаты һымаҡ йәйеп, йән көсөңә рәхәтләнеп ҡысҡыраһың! Ошолай итеп азатлыҡ тәмен татыр өсөн күпме юл үтһәң дә йәл түгел.
Был сәйәхәтемде яҡшылап планлаштырманым, кеҫәләге 20 мең һум менән генә сығып киттем. Тәүҙә Байкалды күреп ҡайтҡым килде. Унда бер аҙналай палаткала йәшәп, балыҡ ҡармаҡлап, Ҡытайға етергә булдым. Артабан – Вьетнам, Лаос, Таиланд. Хәҙер Малайзияға йә Филиппин утрауҙарына барырға уйлайым.
Башҡаларға ла турпутевка алмаҫҡа кәңәш итер инем. Самолет йәки поезға билет алып, аҙналар буйы ял итергә, йәнең теләгән ергә барырға мөмкин. Улай арзаныраҡ та. Мәҫәлән, Ҡытай ҡу­наҡханалары беҙҙең аҡса менән тәүлегенә 200 һум ала. Был илгә виза кәрәк. Вьетнамда бар нәмә лә арзан, Лаоста тауҙар матур, Таиландта тауҙар һәм диңгеҙҙәр күп. Быларына виза кәрәкмәй.
– 20 мең һум менән хәҙер Башҡортостанды урап сығырмын тимә, ә һин донъя буйлап йөрөп ҡайтырға булғанһың. Башҡа һыймаҫ­лыҡ!
– Уның ҡарауы, кеҫәнең һайлығы сәйәхәтте тағы ла мауыҡтырғыс, тулҡынландырғыс итә. Мәҫәлән, Таиландта мотоциклдан ҡолап, аяҡтың баш бармағын һындырҙым. Дауаханала рентген эшләп, гипс һалғас, 10 мең бат, беҙҙеңсә 20 мең һум тирәһе, һоранылар. Аңламамыш булып, ипләп кенә тайҙым.
Ҡунаҡханаларға ла аҡса сарыф итмәҫкә тырышам. Джунглиҙа гамакта йоҡларға яратам, һауа торошо насар саҡта ҡунаҡсыл кешеләргә инеп торам. Шулай бер һалҡын төндә Вьетнамдың Винь ҡалаһын үтеп барһам, иҫерек таксист туҡтап, өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ итте. Минең юлсы икәнде аңлағас: “Ҡыҙымды кәләш итеп ал”, – тип аптыратты.
– Үҙ аллы сәйәхәт итеү тәьҫораттарға бай, әммә ҡатмарлы тойола. Мәҫәлән, тел мәсьәләһен генә алып ҡарайыҡ...
– Атайым: “Донъя бәләкәс кенә бит ул”, – ти тор­ғайны миңә. Дүрт йәшемдә үк латин хәреф­тәрен өйрәтә башлауы ла юҡҡа булмаған икән. Юлға сығыр алдынан флешкаға инглиз теленән 16 дә­реслек курс яҙҙыртып алдым да төндәрен тыңлап, ҡарап барҙым. Хәҙер үҙемә кәрәк нәмәне һорай беләм. Башҡортостан, Урал тауҙары, Ирәндек тураһында ла һөйләп бирә алам. Инглизсә бел­мәгәндәр менән телефондағы һүҙлек ярҙамында аралашыуы ҡыҙыҡ. Ым-ишара менән көләмәстәр “һөйләп” көлдөрөргә лә оҫтарып бөттөм инде.
Һүҙ еткерә алмаған урында йыр-моң ярҙамға килә. Үҙем менән ҡумыҙ һалып алғайным, шунда башҡорт көйҙәрен уйнап ишеттерәм. Француз­дарға “Уралым”ды, “Любезники-любизар”ҙы йырлайым да: “Был бик популяр йырҙар бит, нисек белмәйһегеҙ ул?” – тип баштарын ҡатырып бөтәм.
Яңыраҡ үҙем өсөн ҙур асыш яһаным: беҙҙең туған башҡорт телендә Ер шарындағы барлыҡ телдәрҙең өндәре бар! Башҡорт телен белгән кеше инглизсә, тайса, вьетнамса, ҡытайса, лаосса, малайса, һиндса, французса, урыҫса һәм башҡа телдәрҙә акцентһыҙ һөйләшә ала. Беҙ бит бушҡа башҡорт түгел. Беҙ бит – баш бүре! Шуға күрә башҡорттарға иң тәүҙә үҙ телен яҡшы белергә кәрәк.
– Башҡорт йырҙарын ошолай танытып йөрөһәң, бәлки, тиҙҙән ысынлап популяр булып китерҙәр, ә?
– Башҡорттоң данын ғына түгел, ҡанын да таратам: Ҡытайҙа саҡта үҙ теләгем менән ҡан тапшырҙым. Хәҙер ҡытай тамырҙары буйлап башҡорт ҡаны аға, тип ауыҙ тултырып һөйләй алабыҙ. Шаярыуҙы ситкә ҡуйып, шуны әйтке килә: Башҡортостан туризмын халыҡ-ара кимәлгә сығарыу, республикабыҙҙы танытыу буйынса үҙ пландарым бар. Илдән илгә йөрөгәндә күп сит ил сәйәхәтселәре менән танышам. Араларында билдәле блоггерҙар ҙа бар. Уларға Урал тауҙары, ат туризмы, ҡырағай туризм тураһында һөйләйем. Башҡортостан менән бик ҡыҙыҡһыналар, ҡунаҡҡа киләбеҙ, тиҙәр.
– Илнур, атайың мәрхүм әйткәндәр менән килешәһеңме? Донъя ысынлап та бәләкәйме?
– 20 мең километр юлды үткәс, был һүҙҙәрҙе тулыһынса аңланым. Миңә хәҙер 40 мең километр ҙа ҡыҫҡа тойола. Ҡайһы саҡ Ерҙе шуның сама һуғыштарҙан, ҡаҙылма эҙләп соҡоуҙарҙан ҡыҙ­ғанып ҡуям. Улай мәңге дауам итә алмай. Киләсәктә Ер шарында мәрхәмәтле кешеләр генә йәшәһен, һуғыш һәм үлтереш булмаһын ине.
– Үҙеңде башҡаса тотҡарламайыҡ, Илнур, беҙ ошонда туҡтап ҡалайыҡ. Һиңә тағы әллә күпме матур ерҙәрҙе күрәһе бар бит әле. Киләсәктә беҙгә улар тураһында ла һөйләп торорһоң.
Нурзиә ХӘСӘНОВА әңгәмәләште.


(Илнурҙың сәйәхәтен уның “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә күҙәтеп барырға мөмкин: vk.com/bashkortantiturist)



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Кем республика Башлығы стипендиаты булыр?

Кем республика Башлығы стипендиаты булыр? 13.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттарына һәм...

Тотош уҡырға 4

Изгелек эшләргә ашыҡ!

Изгелек эшләргә ашыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Дүртөйлө ҡалаһындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә артистар һәм...

Тотош уҡырға 16

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән

Мәсеткә ... эскесе эйәләшкән 13.12.2018 // Йәмғиәт

Мәсеттән иретеп йәбештереү, шымартыу аппаратын сәлдергәндәр. Бөтәһе ете мең һумлыҡ зыян килгән....

Тотош уҡырға 26

Ғаилә клубтары саҡыра

Ғаилә клубтары саҡыра 13.12.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Осрашыу урыны” тип аталған ғаилә клубтары эшләй башланы....

Тотош уҡырға 25

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана...

Ҡабан йылына ҡабалана-ҡабалана... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Үрге Йәркәйҙең үҙәк майҙанында эш ҡайнай. Быйыл Ҡабан йылын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар менән...

Тотош уҡырға 23

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ! 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ҡышҡы саңғы миҙгеле асылды. Яңыраҡ көслө спортсыларҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто...

Тотош уҡырға 21

Архангел балы тәмле

Архангел балы тәмле 13.12.2018 // Йәмғиәт

Архангел районының “Архангел ҡайнатмалары” (“Архангельские варенья”) йәмғиәте етештергән ризыҡтар...

Тотош уҡырға 25

“Тәгәрмәсле” магазин...

“Тәгәрмәсле” магазин... 13.12.2018 // Йәмғиәт

Әлшәй районында махсус маршрут буйынса хәрәкәт итеүсе күсмә автомагазин эшләй башланы....

Тотош уҡырға 32

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған

Земфира Байбулдина ... ит һата башлаған 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның баҙарҙа ит һатып торғанын күргән кешеләр...

Тотош уҡырға 552

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы!

Йәшәһен Сәйетбаба “такси”һы! 12.12.2018 // Йәмғиәт

Сәйетбаба — республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы. Уның бер осонан икенсеһенә етер өсөн ярайһы ғына...

Тотош уҡырға 142

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр

Электрон тәртиптә йыш теркәләләр 12.12.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә электрон тәртиптә бирелгән ғаризалар һаны буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 38

Хәрби ант көнө кәрәкме?

Хәрби ант көнө кәрәкме? 12.12.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнеүе тураһында “Известия” гәзите...

Тотош уҡырға 36