Шукшин рухы йәшәй

30-09-2015, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Шукшин рухы йәшәй Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Станиславский исемендәге премия лауреаты, актер һәм режиссер Олег Хановты сираттағы уңышы менән тәбрикләнеләр.

Ул “Василий Шукшин” миҙалына лайыҡ булды. Бүләк Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған ХХV Халыҡ-ара Аксаков байрамының тантаналы кисәһендә тапшырылды.
– Миҙалды күкрәгемә таҡҡас, ҙур яуап­лылыҡ тойғоһо кисерҙем, — тине Олег Ханов. — Шукшин — үҙ заманының алдынғы фекер эйәһе. Ул геройҙарының яҙмышы аша беҙҙе лә фекер йөрөтөргә мәжбүр итә.
Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2011 йылдан Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса “Ҡыҙыҡ был тормош!..” спектакле бара.