Өйҙәр йылы буласаҡ

30-09-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Өйҙәр йылы буласаҡ Әгәр йорттарҙа йылы һәм яҡты булһа, крандарҙан һыу килеп торһа, тормош-көнкүреш итеү күпкә еңел икәнлеге бәхәсһеҙ. Үрге Тәтешле ауылы халҡына әлеге уңайлыҡтарҙы “Коммсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тыуҙыра. Йәмәғәт ойошма, предприятиеларҙы һәм халыҡты йылылыҡ энергияһы, һыу менән тәьмин итә, ағынты һыуҙарҙы таҙарта, торлаҡ фондына идара итә, бер үк ваҡытта йылылыҡ системаһын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.
Коллективтың эш даирәһе киң, һәм ул халыҡтың имен йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бында ысын-ысындан үҙ һөнәренең оҫталары тупланған. Предприятие кәрәкле барлыҡ белгестәр менән тәьмин ителгән. Инженерҙар, иҡтисадсылар һәм финанс хеҙмәткәр­ҙәре, юрист, слесарҙар, машинистар һәм операторҙар — һәр ҡайһыһы белемле һәм тәжрибәле белгес һанала. Етәксе­ләрҙән дә уңған коллектив. Предприятиены тәү башлап етәкләгән Рәмил Йәмилев үҙидара органдарына эшкә күскәс, “дилбегә”не торлаҡ-коммуналь өлкәлә тәжрибәле, талапсан һәм инициативалы Әхәт Хәйерзамановҡа тапшыр­ған. Коллектив эшсәндәре үҙҙәренең уңыштарын хаҡлы рәүештә Әхәт Әсҡәт улының етәкселек оҫталығы менән бәйләй.
Был көндәрҙә предприятие тулы әҙер­лек менән сираттағы йылытыу миҙгелен башларға тора. Улар ҡарамағындағы ҡеүәтле өс ҡаҙанлыҡ ҡыштың иң ҡаты һалҡындарында ла биналарҙы тейе­шенсә йылытыу мөмкинлеген бирә.
Өйҙәр йылы буласаҡҮрге Тәтешле ауылы халҡы предприятие хеҙмәтләндергән һыу үткәргестән файҙалана. Һыу Уяҙыбаш ауылы янын­дағы шишмәләрҙән сығарыла. Уның сифаты норматив талаптарға тулыһынса яуап бирә. Ҡеүәтле насос станцияһы аша тәүлегенә бер мең кубометрҙан артығыраҡ һыу үтеп, ҡулланыусыларға барып етә. Һуңғы йылдарҙа һыу селтәре яңыртылған. Яңы биҫтәләрҙең һыуға ихтыяжын иҫәпләп, селтәрҙе киңәйт­кәндәр. Һанаулы ваҡыт эсендә ауыл урамдары­на 30 километрға яҡын торба һуҙ­ған­дар. Шулай уҡ яңы Төньяҡ биҫтәһенә һыу бир­гәндәр. Һыу селтәр­ҙәренең дөйөм оҙон­лоғо 80 километрға яҡын тәшкил итә.
Хәҙер һәр хеҙмәт участкаһында энергия һаҡсыллығы алғы планға ҡуйыла. Шул маҡсатта заманса насостар урын­лаштырғандар. Йылылыҡ трассалары пено­полиуретан торбалар менән яңыртыла.
“Коммсервис” йәмғиәте тармаҡтағы күп предприятиеларға йәнә шуның менән үрнәк булып тора: бында хеҙмәт хәүеф­һеҙ­леге һәм эш шарттарын яҡшыртыу производствоның төп талабы итеп ҡу­йыл­ған. Эш урындарының техник йыһаз­ланышын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәлә­рен һәм гигиена талаптарының үтәлешен даими тикшереп торалар. Шул уҡ ваҡытта бил­дә­ләнгән график буйынса һөнәри-техник уҡыуҙар ойошторола. Производствола бә­хетһеҙлек осраҡта­рына урын ҡалмаһа ла, хеҙмәткәрҙәр эштә йәрәхәт алыуҙан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховка­ланған.
Ғөмүмән, предприятие социаль йүнәл­телгән эшмәкәрлек алып бара. Дәрт­ләндереү саралары бар. Йөклөлөк һәм бала тыуҙырыу осорондағы ялдағы ҡа­тын-ҡыҙ балаһына өс йәш тулғансы урта­са хеҙмәт хаҡы күләмендә пособие ала. Стажировка үтеүселәргә, төнөн эш­ләү­се­ләргә, һөнәри конкурстарҙа еңеүсе­ләргә, юбилярҙарға, балаһын яңғыҙ тәрбиәлә­гән­дәргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған­дар­ға, эштән киткән пенсионер­ҙар­ға аҡ­салата ярҙам саралары ҡарал­ған. Хеҙмәт кешеһен юғары баһалаған совет осорон хәтерләтеп, иң лайыҡлы хеҙмәт­кәр­ҙәрҙең рәсеме Почет таҡтаһы­на ҡу­йы­ла. Әлеге саралар хеҙмәт кеше­һенең иртәгәһен ышаныслы итә, эшкә дәртләндерә.
Коллективты алда ҙур эштәр көтә. Үрге Тәтешле ауылының киләсәкке үҫе­шенә ярашлы, үҙәкләштерелгән һыу ме­нән тәьмин итеү селтәрен тағы ла ки­ңәйтергә иҫәпләйҙәр. Яңы һыу үткәр­гестәр һуҙыу иҫкеләрен алмаштырыу ме­нән бергә алып барыласаҡ. Коммуналь хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу, хаҡын кәметеү, йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, сығымдарҙы кәметеү маҡса­тында блок-модулле ҡаҙанлыҡтар урынлаштырыу һәм йылытыуҙың “фатир системаһы”на күсеү көнүҙәк бурыс итеп билдәләнгән. “Коммсервис” был эштәрҙе башларға бөгөндән әҙер.