Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Аптыраҡ инде, пенсияны нимәгә еткермәк кәрәк? Барлы-юҡлы аҡса фатирына, утҡа, һыуға түләүгә инә лә китә.
– Ҡуй инде! Пенсияны арттыралар ул арттырыуын, тик ике-өс көндән бөтә нәмә ҡыйбатлана.
– Аҡсаның бәрәкәте юҡ!
Һуңғы ваҡытта халыҡтың зары йышайҙы. Кемде генә күрһәң дә, иң тәүҙә шул хаҡта аҙарына башлай. Әммә миңә был юлы ғәжәп йомарт егет хаҡында ишетергә тура килде.
– Өлгөрбай ағай, пенсионерҙарҙы хәстәрләүсе әҙәмдәр бар икән, – тип һүҙен башланы танышым. – Ул Егор Фролов тигән кеше була, Өфөлә йәшәй.
– Бик һәйбәт, бик һәйбәт! Бөгөнгө заманда ундайҙарҙың булыуына ҡыуанырға ғына кәрәк. Берәй бағыусымы әллә?
– Юҡ та.
...Егор Өфөгә Краснодарҙан килгән. Көндәрҙең береһендә “йомарт ир”, өлкәндәрҙе хәстәрләгән булып, анһат ҡына аҡса һуғыуға тотона. Киосктарҙан ялған биш мең һумлыҡтарҙы һатып ала ла пенсионерҙарҙың ишеген шаҡый.
– Һаумыһығыҙ, әбей, бабай, хәлдәрегеҙ нисек? – тип кеселекле тауыш менән һүҙ башлай ул.
Берәүҙәре барына шөкөр итеүен белдерһә, икенселәре зарланырға тотона. Егор уларҙы иғтибар менән тыңлай ҙа үҙенең ни маҡсаттан килеүен әйтә:
– Мин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында эшләйем. Теге ваҡыт һеҙҙән ут, һыу, фатир өсөн артығыраҡ аҡса түләткәндәр. Шуның ике-өс меңен киреп ҡайтарып йөрөйөм.
Әлбиттә, көтмәгәндә бындай ҙа изге күңелле кеше килеп сығыуға ҡыуанып бөтә алмай өлкәндәр.
– Шулаймы ни, балаҡайым? Ҡайһылай һәйбәт булған! Әтеү ни, аҡсам бөтөп, магазинға ла сыға алмай ултырам. Аяҡ-ҡулың һыҙлауһыҙ булһын инде.
Әммә Егор әфәнденең аҡсаһы гел биш меңлек булып сыға, имеш. Ялған купюра биреп, сдачаға ҡыштырҙап торғандарын ала ла сығып һыҙа. Ул фатирҙан фатирға йөрөп, арып, һыуһап та китә. Шуға ла әбей-бабайҙарҙан һыу һораған булып, улары аш бүлмәһенә инеп киткән арала фатирҙа күҙгә салынған ҡиммәтле әйберҙәрҙе лә ҡулына эләктерә.
Егеттең кәсебе шәп бара. Ун һигеҙ кешелә булып, бөтәһе 156 мең һум самаһы аҡса эшләй. Тиҙҙән бындай “йомарт” кешенең даны тирә-яҡҡа тарала. Шулай булмаҫлыҡ та түгел шул. Ул тоттороп киткән аҡсалар менән магазинға барған әбей-бабайҙарға һатыусылар ябырыла:
– Әбекәй, өлкән башығыҙ менән ниңә алдашаһығыҙ? Был ысын аҡса түгел.
Китә тикшереү, һорау алыуҙар. Бер аҙҙан был хәбәр полиция хеҙмәткәрҙәренең ҡолағына етә. Барыһы тотона Егорҙы эҙләргә һәм бер аҙҙан тотоп та алалар.
“Йомартлыҡ” Егор әфәндегә бик ҡиммәткә төшөр, ахырыһы – дөйөм холоҡ төҙәтеү колонияһында артыҡ шаян булырға ярамағанлығын төшөндөрөрҙәр, моғайын. Тимер рәшәткәле йорт эсендә теүәл биш йыл да алты ай “ҡунаҡ” буласаҡ ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте

Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте 24.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағолов арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 62

Хәтер — мәңгелек

Хәтер — мәңгелек 24.09.2018 // Йәмғиәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең вафат булған көнөндә...

Тотош уҡырға 39

Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 52

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 47

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 56

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 68

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 57

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 42

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 53

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 47

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 52