Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҺӘР ӨСӨНСӨ ҮЛЕМ – ЭСКЕНӘН!
ҺӘР ӨСӨНСӨ ҮЛЕМ – ЭСКЕНӘН! Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, илебеҙҙә үлем осраҡтары күбәйә. Мәҫәлән, Рәсәй былтыр 1 871 809 кешеһе менән бәхилләшкән. Был иһә Өфөнән дә ҙурыраҡ бер ҡала халҡының юҡҡа сығыуына тиң. Быйылғы күрһәткестәр тағы ла хафаға һала: тәүге ярты йыллыҡта илебеҙ бер миллионға яҡын кешене юғалтҡан. Йыл аҙағында уларҙың дөйөм һаны, былтырғынан да уҙып, ике миллиондан артасаҡ, тип фаразлай белгестәр. Башҡортостанда ла был йәһәттән күрһәткестәр әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел. Ошо йылдың башынан алып республикабыҙҙа 37 мең самаһы кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Былтырғының шул осоро менән сағыштырғанда – бер меңгә күберәк.

Күңелһеҙ осраҡҡа килтереүсе кү­ре­неш­тәрҙең сәбәптәре лә билдәле: юғары ҡан баҫымынан – 600 мең кеше, һи­ме­реүҙән 315 мең, алкоголдән – 272 мең, холестериндың юғары булыуынан – 259 мең, тәмәке тартыуҙан – 258 мең, шәкәр диабетынан 144 мең кеше яҡты донъяны мәңгелеккә ҡалдырған.
Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу арҡа­һында үлеүселәр һаны ла бермә-бер ар­та. Мәҫәлән, былтыр шул арҡала 272 мең кеше үлгән, йәғни 2013 йыл менән сағыштырғанда, 52 процентҡа күберәк. Әммә был ғына төп күрһәткес түгел. Йө­рәк, ҡан әйләнеше, яман шеш сир­ҙәренә, юл фажиғәләренә, кеше үлтереү, үҙ-үҙе­нә ҡул һалыу осраҡтарына йыш ҡына эскелек сәбәпсе булып тора. Дөйөм ал­ған­да, һәр өсөнсө үлем “йәшел йылан” менән дуҫлыҡҡа бәйле!
Бөгөн Рәсәйҙә һәр кемгә йылына 12 литр “шайтан эсемлеге” тура килә. Был – ҡот осҡос күренеш. Әлбиттә, ил етәксе­леге эскелеккә ҡаршы көрәш алып бара. Шул сәбәптән, былтыр иҫерткес эсем­лек­кә хаҡты арттырҙылар. Тик был мәсьә­лә­не хәл итмәне, киреһенсә, киҫ­кен­ләштереп ебәрҙе. Халыҡ ҡиммә­тенә ымһынмай, осһоҙораҡ, суррогат араҡыға өҫтөнлөк бирә башланы. Һөҙөм­тәлә си­фат­һыҙ алкоголдән ағыуланып үлеүсе­ләр артты. Магазиндарҙа, киоск­тарҙа дарыу тип һатылған “фанфу­рик”тар ҙа статистикаға тос өлөш индерә. Уны эсеү күпселек үлемгә сәбәпсе булып тора.
Илебеҙҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡ­тары ла йышайҙы. Был афәт айырыуса ирҙәр араһында күҙәтелә. Мәҫәлән, 2010 йылда ир-егеттәрҙең ошо рәүешле үлем күрһәткесе, гүзәл заттыҡы менән сағыш­тырғанда, алты тапҡырға юғарыраҡ бул­ған. Ғилми әҙәбиәттә үлем кимәлен асыҡ­лау өсөн 100 мең кешегә тура кил­гән суицид һанын файҙаланалар. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлү­мәттәренә ярашлы, әгәр 100 мең кешегә үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың 20 осрағы тура килһә, был күрһәткес юғары тип иҫәп­ләнә. Төбәктәрҙә иһә Рәсәйҙең 83 субъ­ектының 71-ендә был хәл ярайһы уҡ ҡырҡыу. Ете төбәктә – Чукотка, Ненец автономиялы округтарында, Йәһүд автоно­мия­лы өлкәһендә, Тывала, Байкал аръ­яғын­да, Бүрәт һәм Алтай рес­публика­ларында кимәл (100 мең ке­ше­гә – 20 ос­раҡ) яҡынса 5,5 тапҡырға юғары. Суицид күренеше Чечен, Дағстан, Төньяҡ Осетия – Алания республикаларында, Мәскәү ҡалаһында һирәк. Рәсми статис­тикаға ярашлы, Ингушетияла 2010 йыл­да ирҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу осрағы бө­төн­ләй теркәлмәгән. Ҡатын-ҡыҙ араһын­да үҙ ғүмерен ҡыйыу­сылар Алыҫ Көн­сығыш һәм Себер федераль округтарында (Ненец автономиялы округынан тыш) байтаҡ. Рязань өлкәһен­дә, Төньяҡ Осетия – Алания, Ҡарасәй-Черкес республикаларында, Дағстанда, Һамар өл­кә­һендә һәм Мәскәү ҡалаһында был күр­һәткес ярайһы уҡ түбән. Ингушетияла һәм Чечняла ҡатын-ҡыҙҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы теркәлмәгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ер йөҙөндә көн һайын өс мең самаһы кеше үҙ ғүме­рен ҡыя. Был күрһәткес Көнсығыш Европа илдәрендә айырыуса юғары, ә бына Үҙәк һәм Көньяҡ Америка илдәрендә – Перу, Мексика, Бразилия, Колумбияла – түбән.
2009 йылда Рәсәйҙә – 37 570, 2010 йыл­да 33 480, былтыр 60000 суицид ос­ра­ғы теркәлгән. 1990 йылдан алып 2010 йылға тиклем илебеҙҙә бер миллиондан ашыу кеше йәнен ҡыйған. ХХ быуаттың һуңғы сире­гендә Рәсәй ошо йәһәттән Европала алдынғылар рәтенә баҫҡан. 1985 йылдан алкоголгә ҡаршы иғлан ителгән кампания һөҙөмтәһендә хәл әкренләп яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлаған, әммә СССР тарҡалыу менән суицидтар һаны ҡайта­нан ҡырҡа артҡан. Ә уның иң юғары кимәле 1994 йылда теркәлгән. Бигерәк тә йәштәрҙең үҙ теләге менән был донъя­нан күпләп китеүе борсолдора.
Рәсәйҙә үлем осрағының артыуы ил етәкселеген хафаға һалды. Бығаса мең кешегә 13 үлем осрағы тура килһә, бы­йыл ул күрһәткес 14-тән ашты. Хатта уҙған быуаттағы үҙгәртеп ҡороу осоронда ла улай уҡ хөрт булмаған. Тағы ла шуныһы аяныслы: күберәк осраҡта хеҙ­мәткә яраҡлы йәштәге (20 – 59) халыҡ ҡырыла. Ғалимдар фекеренсә, әгәр хәл­де яҡшыртыу йәһәтенән етди саралар ҡабул ителмәһә, 35 йылдан Рәсәйҙә 80 миллион кеше ҡаласаҡ (әле 143,5 миллион)!
Фажиғәнең төп сәбәбе нимәлә һуң? Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Юрий Комаров ошондай аңлатма бирә: “Медицина өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороу­ҙар яҡшыға килтермәне. Бөгөн уға сығымдарҙы арттырырға кәрәк, ә беҙҙә, киреһенсә, кәмей. Элек-электән медицина учреждениелары, шулай уҡ бала табыу йорттары иҡтисади йәһәт­тән килемле булманы, әммә ул заман­да һаулыҡтың аҡсанан өҫтөнөрәк икә­нен яҡшы аңлайҙар ине. Бына утыҙ йыл инде был тармаҡта аныҡ сәйә­сәт алып барылмай. Һәр йәһәт­тән килем алыуҙы ғына уйлайҙар. Медицина ярҙамы түбән булған һайын сирләүселәр арта, үлем осрағы ла йышая”.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа бушлай медицина ярҙамы кәмегәндән-кәмей. Шул сәбәптән дауаханаға эләгеү ҙә – үҙе ҙур бәлә. Унда ятҡанда ла әле төрлө процедуралар, дарыуҙар өсөн үҙеңә аҡса түләргә кәрәк. Рәсәй Конституцияһында “бушлай медицина ярҙамы булырға те­йеш” тиелһә лә, түләүле хеҙмәттәр артҡандан-арта.
Бер танышым, ауырып китеп, полик­ли­ни­каға йөрөүе хаҡында әсенеп һөйлә­гәйне. Тәүҙә яҙылаһың да бер нисә көн шул белгескә сиратыңды көтәһең. Мәле еткәс, табип һине ҡарай ҙа анализдар бирергә ебәрә. Уны тапшырыу өсөн йәнә бер нисә көн үтә. Тикшеренеү һөҙөмтә­ләре әҙер булғас, теге табипҡа ҡайтанан яҙылып, тағы сират көтөргә кәрәк. Шулай икешәр аҙна үтеп китә. Был ваҡыт эсендә күпме нервы бөтә, һаулыҡ ҡаҡшай! Шу­нан халыҡтың сәләмәтлеге ҡайҙан яҡ­шырһын да нисек халыҡ һаны артһын инде?!
Төбәктәрҙә дауаханаларҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының ябылыуы ла кире яҡтарын һиҙҙертмәй ҡалмай. Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы белдереүенсә, бөгөн илдәге 17,5 мең тораҡ пунктында медицина ярҙамы күрһәтеү учреждение­һы бөтөнләй юҡ! Алыҫ йөрөйһө түгел, Ғафури районының Сәйетбаба ауылын­дағы дауахана ябылды. Ул ғына ла түгел, ундағы дарыу­хана ла хәҙер эшләмәй. Республикалағы иң ҙур башҡорт ауылы халҡына анальгин, аспирин алыр өсөн генә лә алтмыш километр алыҫлыҡтағы район үҙәгенә барырға кәрәк.
Был бигерәк тә бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар өсөн хас күренеш. Һуңғы йыл­дарҙа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын ябыу йә иһә берләштереү сәбәпле, Рәсәйҙә 90 мең хеҙмәткәр эшенән ҡыҫ­ҡартылған. Шул уҡ ваҡытта табиптарға мохтажлыҡ арта. Поликлиникаларҙа бер белгескә эләгеү өсөн теҙелгән һыу буйы сират шуға бәйле лә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин йыл башында халыҡ иҫәбен арттырыу буйынса программа әҙерләргә ҡуш­ҡай­ны. Үрҙә әйтелгәнсә, быйыл үлем осрағы меңгә 14 кеше тура килә. Илебеҙҙең Һау­лыҡ һаҡлау министрлығы 2018 йылға тиклем был күрһәткесте 11,8-гә кәме­тергә күҙаллай. Әгәр ҙә аныҡ саралар ҡабул ителмәһә, түләүле медицина яр­ҙамы бөгөнгөләй арта бирһә, был яҡшы һандар бары ҡағыҙҙа ғына ҡаласаҡ.
Ғаилә институтын нығытыу йәһәтенән дә башҡараһы эш байтаҡ. Ҡатындар күп­ләп бала тапһын өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырырға кәрәк. Илдә “Әсә­лек капиталы” программаһын ҡабул итеү халыҡ һанын ярайһы уҡ арттырыуға яр­ҙам итте. Әйткәндәй, шул осорҙа нәҡ милли республикаларҙа тыуым артҡан. Тик был программа ла киләһе йылдың аҙағына тиклем генә эшләйәсәк. Артабан нимә булыр? Һәр хәлдә ошондай шарт­тарҙа әсәлек капиталын биреүҙе оҙай­тыуҙары бик тә ихтимал. Юғиһә 2017 йыл­да тыуымдың кинәт кәмеүе лә ихтимал. Ә үлемдәр былай ҙа арта...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 47

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 34

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 53

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 28

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 39

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 38

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 73

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 95