Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылда ла ҡалма, ҡалаға ла барма…
Ауылда ла ҡалма,  ҡалаға ла барма… Әгәр барыһы ла һеҙҙең ихтыярҙа булһа, ғаиләгеҙ менән ҡайҙа йәшәр инегеҙ? Социаль һорау алыуҙар күрһәтеүенсә, халыҡтың 80 проценты ҡала эргәһендәге йорттарҙа донъя көтөргә теләй. Ауылда ла, ҡала эсендә лә түгел, ә ҡала янында! Айырыуса ҙур ҡала эргәһендә. Ни өсөн шундай ҡараш нығына бара, һәм ундай урындың өҫтөнлөктәре нимәлә? Ошо һорауға яуап бирергә тырышып ҡарайыҡ.

Олораҡ быуын хәтерләйҙер әле: Советтар Союзында “2000 йылға – һәр ғаиләгә айырым фатир!” тигән программа ҡабул ителгәйне. Буш фатирҙарҙы етерлек өләшергә хыялланған дәүләттең үҙе лә юҡ хәҙер. Ә бына хыял ҡалды. Тик уны тормошҡа ашырыуҙа бөгөн инде дәүләт ярҙамсы була алмай, тик үҙ көсөңә ыша­нырға ҡала. Дәүләт иһә, хыялың ысын­барлыҡҡа әйләнгәс, күсемһеҙ милектән һалым түләтеү бурысын ғына үтәйәсәк.
Торлаҡ хаҡтары Рәсәйҙә ҡот осмалы. Өфөлә уның бер квадрат метры 2015 йылдың август-сентябрендә 50 мең һум­дан да кәм түгел ине. Ҡиммәтләнеүҙе контролдә тотоу тураһындағы һәр төрлө яңғырауыҡлы белдереүҙәр бында бер ни ҙә аңлатмай, сөнки хаҡтарҙы риэлторҙар таратҡан реклама ла, сәйәсмәндәрҙең юғары трибуналарҙан һөйләгән телмәре лә түгел, ә иҡтисадтың ҡаты законы – һорау һәм тәҡдим – билдәләй. “Арзан һәм уңайлы торлаҡ” тигән милли проект та онотола төштө, ахырыһы. Уның бер нисә йыллыҡ эш һөҙөмтәһе шул булды – банктар күпләп ипотека кредиты таратты, был иһә торлаҡҡа ихтыяжды ҡырҡа арт­тырҙы, һәм квадрат метрҙың хаҡы тағы ла юғарыраҡ күтәрелде. Ипотеканы әүҙем өләшкән банктар ныҡ ҡына һемәйҙе, әлбиттә – хәҙерге финанс көрсөгө шарттарында улар был кредиттарҙы нисек кире ҡайтарып алырға белмәй.
Шулай итеп, торлаҡты һатып алыу хыялы йәнә бер баҫҡысҡа бейегәйеп алыҫ­лашты. Ләкин уныһы әле бер хәл. Әгәр ҙә фатир хаҡы төшкән хәлдә лә, уны һатып алырға барыбер аҡсаң юҡ икән, ипотека алыр өсөн эш хаҡың да банкирҙарға һис тә “оҡшамай” икән – ни эшләргә?
Ауыл йәштәренә ахыр сиктә туған-тыу­масаһы ярҙамы менән өй һалып сығырға мөмкинлек ҡала-ҡалыуын, ләкин был ос­раҡта күптәр өсөн өй һалыуҙан да мөһимерәк булған бер оло проблема хәл ителмәй. Ул – эш мәсьәләһе. Хеҙмәт ба­ҙа­рында уртаса кимәлдә булһа ла ба­һаланған һөнәрең һәм тотороҡло түләнгән эш хаҡың булмай тороп, ауыл ерендә лә заманса уңайлыҡтары булған йорт төҙөп сығырың икеле. Шуғалыр ҙа Өфө кеүек ҙур ҡалаларҙа ауылдан килгән эшсе ҡулдар арта бара. Бигерәк тә күп төҙөлөш объекттарында, сөнки уларҙа юғары квалификация әллә ни талап ителмәй.
Ләкин тағы әлеге проблема тыуа – ҡайҙа йәшәргә һәм яңы урында торлаҡ мәсьәләһен нисек хәл итергә? Ирҙәре ҡалала эшләгән, ҡатыны бала-сағаһы менән ауылда көн күргән ғаиләләр хәҙер бихисап, һәм был, әлбиттә, һәйбәт күренеш түгел. Ә ҡалалағы “хрущевка”ларҙа ғаиләләре ҙурайған – балалары өйләнгән йәки кейәүгә сыҡҡан, ятаҡтарҙа көн күргән, сит кешегә фатирға төшкән ғаиләләргә ни эшләргә?
Тап шуның өсөн дә ҡала ерендә лә йортто үҙең һалыу ысулы, йәғни шәхси торлаҡ төҙөлөшө, йылдан-йыл әүҙемләшә. Ҡалала эшләүсе байтаҡ халыҡтың хеҙмәт хаҡы фатир һатып алырға (шул иҫәптән ипотека ярҙамында) етмәй, әммә күпселек өсөн шәхси йорт һалырға мөмкинлек бирә, һәм был – үҙ йортоңдо һала башлау өсөн төп шарт. Төҙөлөш материалдары ҙур ҡалаларҙа осһоҙораҡ, ташыу арзаныраҡҡа төшә, эшсе ҡулдар етерлек.
Бында иҫәптән алып ташлап булмаған тағы ла бер сәбәп бар: эш хаҡы ипотекаға фатир алырға етмәгән ғаиләләр фатирҙы ҡуртымға алырға мәжбүр, ә бит Өфөлә, мәҫәлән, торлаҡ хужаһына бының өсөн, фатирҙың ҙурлығына һәм уңайлыҡтарына ҡарап, айына 8 меңдән алып 25 мең һумға саҡлы түләргә кәрәк. Тик, йылдар буйы түләһәң дә, был фатирҙың бер квадрат сантиметры ла һинеке булмаясаҡ, әлбиттә. Әгәр ҙә шул аҡсаны шәхси йорт төҙөүгә тотонһаң, үҙ торлағың аҡрынлап булһа ла “үҫә” бармаҫ инеме ни? Бер ҡараһаң, был суммаға ай һайын күпме төҙөлөш материалы алырға була…
Ҙур ҡалаға яҡын урында шәхси торлаҡ йорт һалыу йәки төҙөргә хыялланыу йәмәғәтселектең аңына торған һайын киңерәк үтеп инә бара, сөнки уның, ҡала фатиры менән сағыштырғанда, өҫтөн­лөктәре ҙур: 1) төҙөлөштөң үҙҡиммәте, йәғни квадрат метр хаҡы, күп ҡатлы йортта фатир һатып алыу менән сағыштырғанда бермә-бер арзаныраҡ; 2) индивидуаль торлаҡ йорт тәғәйен ғаиләнең ихтыяжын һәм зауығын иҫәпкә алып төҙөлә; 3) ул ғаилә һәм шәхес өсөн күпкә уңайлыраҡ йәшәү һәм ял шарттары булдырырға һәләтле; 4) ҙур ҡаланың баҙар ихтыяждары үҙ йортоң янында ғаилә бизнесы менән шөғөлләнеү мөмкинлеге лә бирә; 5) ауыл балалары юғары уҡыу йор­то ятағында ас­лы-туҡлы көн күрһә, йәш ғаиләле бул­ғас та ҡалала фатирһыҙ йонсоһа, был осраҡта ундай мохтажлыҡ юҡ – уҡыуға ла, эшкә лә атай йортонан йөрөй ала.
Тап шуға күрә лә беҙҙең төбәктә иң ҙур ҡала булған Өфө тирәһендә халыҡ күбәйә: Өфө районында 2002 йылда 56 меңдән ашыу кеше йәшәһә, 2009 йылда был күрһәткес 60 меңдән күберәк ине, 2012 йыл – 69 мең, ә 2015 йылда иһә 80 меңгә яҡын тәшкил итте! Ә бит рес­пуб­ликабыҙҙың башҡа райондарында халыҡ һаны кәмей...
Һәр кешегә бушлай фатир өләшеп сығырға хыял­лан­маған илдәрҙә индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө элек-элек­тән алға киткән. Матбуғатта яҙыуҙарынса, АҠШ, нигеҙҙә, шәхси торлаҡ йорттарҙан тора. Донъяның иң ҙур ме­гаполиста­рының бере­һе булған Чикаго территорияһының 90 процентын шәхси торлаҡ йорттар биләй! Ҡала үҙәгендәге күп ҡатлы йорттарҙағы фатирҙы, нигеҙҙә, эш осорона арендаға ғына алалар икән. Фәҡәт эшләгән офисҡа яҡын булған өсөн генә. Ә үҙҙәренә ла­йыҡлы йәшәү шарттарын американдар коттедждарҙа ғына тыуҙырырға була тип һанай.
Ә беҙҙең илдә ҡала ерендә шәхси йорттар һалырға мөмкинлек бирелмәне, һәм совет граждандары тиҫтәләрсә йылдар ҡаҙна фатирын көтөргә мәжбүр ине. Уны алыуға ғаилә лә ҙурайып өлгөрә һәм тағы сиратҡа баҫырға кәрәк. Матбуғатта эшләү­селәр белә – элек гәзиткә килгән ялыу­ҙарҙың иң күбеһе сираттың оҙаҡҡа һуҙылыуы, фатир бүлеүҙәге ғәҙелһеҙ­лектәр менән бәйле була торғайны. Ә бит шул уҡ кешеләр, шәхси йорт төҙөргә форсат бирелһә, торлаҡ мәсьәләһен күптән хәл иткән булыр ине.
Хәйер, айырым тәүәккәлдәр элек тә осраштырғыланы. Өфөнөң, мәҫәлән, Нижегородка биҫтәһендә туған-тыумаса­һының ағас йортона төкәтмә эшләп, шунда ғаиләһе менән йәшәй башлаусылар ҙа аҙ булманы. Һуңынан улар үҙ йорттарын законлаштырыу, пропискаға рөхсәт алыу өсөн йылдар буйы власть тупһаларын тапай ине. Нижегородка урамдары буйлап үткәндә иғтибар итегеҙ: бер-береһенә һылашып тигәндәй урынлашҡан бәләкәй йорттар күп. Был – совет власының “хеҙ­мәтсәндәрҙең йәшәү кимәлен тайпылыш­һыҙ күтәреү сәйәсәте” һөҙөмтәһе. Йорт ҡы­намы ни, хатта дачаларҙа баҡса йортон ерҙән алып ҡыйығының осона саҡлы алты метрҙан да аштырмаҫҡа, йылытылыусы теплица эшләмәҫкә тигән һәм башҡа шундай мәғәнәһеҙ “синфи көрәш алымдары” күп булды.
Хәҙер заман башҡасараҡ. Әгәр ҙә 1990 йылда Башҡортостанда төҙөлгән бөтә торлаҡ майҙанының 21 проценты индивидуаль торлаҡҡа тура килһә, 2014 йылда әлеге күрһәткес 63,7 процентҡа етте. Уларҙың күпмеһен ауыл кешеһе, ни саҡлыһын ҡалала йәшәүселәр төҙөгәнен (йәғни ҡала эргәһендә) айырып алып булмай, сөнки, әйтәйек, Өфө кешеһе шул уҡ Өфө районында төҙөп ҡуйған йорт ауыл ерендә тип теркәлә.
Файҙаланыуға тапшырыу тураһындағы акт алмаған йорттар иҫәпкә инмәй әле. Ә бит, иғтибар итһәң, әҙер булмаған һәм шуға теркәлмәгән йорттар тағы ла күберәк. Өфө тирәһендә был айырыуса ныҡ күҙгә салына. Баш ҡала янындағы Чесноковка, Зубово, Таптыҡ, Мокроусово, Алексеевка кеүек ауылдар бынан 20 йыл самаһы элек кенә ихаталарын кесерткән баҫып бөткән һәм нигеҙҙә ҡарт-ҡоро ғына йәшәгән иҫке йорттарҙан ғибәрәт булһа, хәҙер шул ваҡыттарҙа күсенеп киткән кешеләр был урындарҙы танымаясаҡ та – улар заманса ҡасабаларға әйләнгән һәм бер-береһе менән тоташҡан тиерлек. Ә төҙөлөп бөт­мәй ултырған йорттар шуны аңлата: тимәк, хужалары уларҙы хәләл көсө менән төҙөй. Урлашып алған аҡсаға төҙөтһә йәки олигарх булһа, әле булғанынан бер нисә тапҡырға ҙурыраҡ итеп әллә ҡасан һалып ҡуйыр ине.
Коттедж тураһында һүҙ сыҡҡанда, тиҫтә йыл самаһы элегерәк кенә күптәр уны ни өсөндөр урта быуат һарайы кеүек күккә олғашҡан ҡәлғә рәүешендә генә күҙ алдына килтерә ине. Был, моғайын да, Рәсәйҙең заманса журналдары тыуҙырған стереотип – улар билдәле бизнесмендар һалдыртҡан һарайҙар һәм виллалар тураһында ауыҙ һыуын ҡоротоп яҙған мәҡәләләрҙе йыш баҫтырҙы бит. Ысынында иһә “коттедж” (инглизсәнән cottage, тәүге мәғәнәһендә – “крәҫтиән йорто”) тирә-яғында ер билә­мәһе булған бер фатирлы индивидуаль йортто аңлата. Хәҙергесә әйтһәк, ауыл йор­то менән ҡала фатирын бергә ҡушыу­ҙан килеп сыҡҡан торлаҡ була инде.
Ауыл йорто тигәндең мәғәнәһе аңла­шылалыр, баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеү, ваҡ мал йәки ҡош-ҡорт аҫрау өсөн уңдырышлы ере, ҡарал­тыһы булған шарттарҙы әйтәм. Ә ҡала фатиры – көнкүреш уңайлыҡтары ҡаласа булған, йәғни һәр төрлө коммуникациялар менән тәьмин ителгән торлаҡ. Хәҙер ин­женерлыҡ селтәре үткәреү ауыл ерендә лә киң таралған, сөнки егәрле кешеләр заманса йәшәргә, заман уңайлыҡ­тарынан тулыраҡ файҙаланырға ынтыла. Баҙарҙа йорт коммуникациялары өсөн хәҙер нимәләр генә һатылмай. Тик ауыл ерендә, әйткәнемсә, теләк менән мөмкинлек (йәғни аҡсалата килем) күпселек өсөн бергә тура килеп бөтмәй. Ләкин ҡала эргәһендә, айырыуса ҙур ҡала янында, йорт хужаһы булырға ынтылыу юлында ла ҡаршы­лыҡтар күп.
Беренсенән, әлбиттә, төҙөлөш өсөн ер биләмәһе алыу мәсьәләһе. “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсә­бәт­тәрен көйләү тураһында”ғы Законда былай тип яҙылған: “Торлаҡҡа мохтажлыҡ буйынса сиратта тороусы граждандарға индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бер тапҡыр бушлай бирелә”. Ғәмәлдә иһә Өфө кеүек ҙур ҡала эргәһендә ерҙе бушлай алып ҡарағыҙ! Ҡала йәки район хакимиә­тенең яуабы бер: “Түләүһеҙ ер юҡ”. Штатында әллә күпме юристары булған эре төҙөлөш фирмалары ла объект өсөн ер майҙансығы алыуҙа ҡы­йын­лыҡтар кисерә икән, айырым граждандарға ни ҡала? Шул уҡ ваҡытта шәхси милектә булған буш ер участкалары менән һатыу итеү туҡтамай. Быға инаныу өсөн “Из рук в руки” һәм башҡа гәзиттәрҙәге иғландарға күҙ һа­лыу ҙа етә. Хужалары был ерҙе ҡайҙан һәм ниндәй юл­дар менән алғандыр – уныһы, тәбиғи, “коммерция сере”.
Икенсенән, ер участкаһын һәм төҙө­лөштө рәсми тер­кәтеү өсөн әллә ни саҡлы документ юллау талап ителә. Төрлө белешмәләр араһында буталмаҫ өсөн башта уҡ уларҙың исемлеген тотторалар. Уныһы “бегунок” тип ата­ла (исеме йәтеш – белешмәләр юллап кабинеттар буйлап йүгерергә кәрәк). Артабан инде “Росреестр”ҙа сират тороп тапшырыу һәм доку­менттарҙың әҙер бул­ғанын көтөү… Бөтә был ҡағыҙҙарҙы алыу өсөн эш ваҡы­тында сираттарҙа торорға, райкомземдың ер үлсәүсеһен үҙ транспортыңда барып алырға һәм кире илтеп ҡуйырға мәж­бүрһең. Шуға ҡайһы бер кешеләр риэлтор ялларға тырыша, тик уларға, тәбиғи, мул ғына итеп түләргә кәрәк.
Өсөнсөнән, һуңғы йылдар күрһәтеүенсә, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө дәүләт өсөн таныш булмаған яңы эшмәкәрлек төрө булып сыҡты… Крәҫтиәндең ағастан бурап һалған өйөн соланы менән бергә иҫәпләп статистикаға индереп ебәреү анһат ҡына күренһә лә, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу бик үк еңел бурыс түгел икән. Рәсәй ҡалаларының генераль пландарында, мәҫәлән, индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө өсөн майҙансыҡтар бүлеү, уларҙы инженерлыҡ селтәре менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр бөтөнләй ҡаралмаған, һәм уның буйынса тәжрибә әле лә ҙур түгел.


pressa-rk@yandex.ru



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аэропортҡа – яңы исем

Аэропортҡа – яңы исем 15.10.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Федерацияһының Йәмәғәт палатаһы Рус географик йәмғиәте Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән...

Тотош уҡырға 18

Әруахтар йорто кәртәләнде

Әруахтар йорто кәртәләнде 15.10.2018 // Йәмғиәт

Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылы халҡы дөйөм көс менән яҙ көнө зыяратта өмә ойоштороп, уның...

Тотош уҡырға 24

Һыуытты...

Һыуытты... 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башгидрометүҙәк синоптиктары хәбәр итеүенсә, был аҙна башында республикала һалҡын һауа торошо...

Тотош уҡырға 35

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк

Пассажирҙар мәнфәғәте көнүҙәк 15.10.2018 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 43

Ҡарттар нисек йәшәй?

Ҡарттар нисек йәшәй? 15.10.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡарттар һәм инвалидтар...

Тотош уҡырға 35

“Ҡартайырға әле иртәрәк...”

“Ҡартайырға әле иртәрәк...” 13.10.2018 // Йәмғиәт

70 йәшкә етеп килгәндә яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп, барыһын да өр-яңынан башлап буламы? Хаҡлы ялға...

Тотош уҡырға 46

Еҙем етемһерәмәйәсәк

Еҙем етемһерәмәйәсәк 13.10.2018 // Йәмғиәт

Республикала “Еҙем” тәбиғәт паркын булдырыуға 16,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. 36 гектарҙа...

Тотош уҡырға 44

Лидерҙарға юл асыҡ!

Лидерҙарға юл асыҡ! 12.10.2018 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә идарасыларҙың сираттағы “Рәсәй лидерҙары” конкурсы башланды. Ул – “Рәсәй – мөмкинлектәр...

Тотош уҡырға 46

Урман ҡыҙы

Урман ҡыҙы 12.10.2018 // Йәмғиәт

Уңғандарҙың ризығы мул, тормошо болло. Май тәпәне тышынан билдәле тигәнде раҫлап, Ғәлиевтәрҙең...

Тотош уҡырға 62

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар

Беҙҙе арҡалы иткән атайҙар 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы осоро йылдан-йыл алыҫлаша, ләкин дәһшәтле дәүер, яу ҡырҙарындағы ҡан ҡойош, ул...

Тотош уҡырға 45

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!”

“Йылдар аша баш эйәбеҙ һеҙгә, Һуғыштарҙа ҡалған ҡорбандар!” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 73 йыл үтеп, туптар, бомбалар шартлау тауышы  тынған был ерҙәрҙә...

Тотош уҡырға 48

“Һанлы телевидениеға  күсеү – ул заман талабы”

“Һанлы телевидениеға күсеү – ул заман талабы” 12.10.2018 // Йәмғиәт

Илебеҙҙә телевидение өр-яңы этапҡа аяҡ баҫа. 2019 йылдың ғинуарынан барлыҡ федераль каналдар һанлы...

Тотош уҡырға 58