Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәсимәнең күңел йылыһы
Рәсимәнең күңел йылыһы [b]Мин Рәсимә Ураҡсинаны 40 йылға яҡын беләм… Беҙҙең танышыу ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Себерҙән ҡайтып, фатир алып, Сибайҙа йәшәп ятам. Байыҡтырыу фабрикаһында механикмын. Эш ауыр, бөтә энергияны, көстө ала. Ижад менән шөғөлләнеү түгел, кешеләр менән аралашырға ваҡыт та, хәл дә етмәй.[/b]

“Ағиҙел” журналында “Әлфиә” исемле повесым баҫылып, шау-шыу тыуҙырған мәл. Повесть халыҡ араһында бик популяр ине, күп хаттар алдым, үҙемде күреп маҡтаған кешеләр ҙә байтаҡ булды.
1978 йылдың башында кискә табан көтмә­гән­дә беҙгә йәш кенә ҡатын менән ир килеп инде. Былар – Рәсимә менән Урал, уларға барлы­ғы 27-28 йәш ине. Миңә лә 30 тулмағайны әле. Таныш түгелле­гебеҙ­гә ҡарамай, ҡатын үҙен бик иркен һәм тәүәккәл тотто:
– Мин Рәсимә Ураҡсина булам. Был – Урал, тормош иптәшем. Ҡа­ланың баш архитекторы. Үҙем педучилищела башҡорт теленән һәм әҙә­биәтенән уҡытам. Һинең “Әл­фиә” тигән повесың бик оҡшаны. Беҙ­ҙең студенттар сиратлап уҡый, маҡтайҙар. Журналды туҙҙырып бөттөләр, – тиеберәк һүҙ башланы ул. Был миңә бик сәйер тойолдо. Нисек инде белмәгән-күрмәгән кеше­нең өйөнә баҫып инеп, ошолай һөйләшеп торорға мөмкин?
– Беҙ йыш ҡына Өфөнән яҙыусы­лар саҡырып, студенттар менән осрашыуҙар ойошторабыҙ, – тип һү­ҙен дауам итте Рәсимә. – Ә эргә­беҙ­ҙә шундай һәйбәт повесть яҙған яҙыусы йәшәп ята икән. Һине пед­училищеға студенттар менән осрашыуға саҡырабыҙ!
Әле бер генә повесть яҙып баҫ­тырған инже­нерҙы уның “яҙыу­сы” тип атауы мине ныҡ аптыратты, уңай­һыҙ хәлгә ҡуйҙы. Ә инде осра­шырға теләүҙәре ышандырманы, уның ниңә кәрәклеген аңламаным. Сөнки ул осор башҡорт әҫәрҙәрен уҡып барһам да, әҙәбиәт тормошон, яҙыусының халыҡ араһындағы ро­лен белмәй инем әле.
– Ғөмүмән, беҙгә аралашып йә­шәр­гә кәрәк, – тип һөйләй ине был ваҡытта танышым. – Беҙ Сибай ҡалаһының ижади интеллигенцияһы бит. Мин үҙем дә шиғыр яҙам. Халыҡ театрында уйнайым.
– Рәсимә студент сағында уҡ Өфө театрында Мостайҙың “Айгөл иле” спектаклендә Айгөлдө уйнаны, – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Урал, үҙҙәренең ысынлап ижади шәхес икәнлеген иҫбат итергә теләгәндәй.
Ул осрашыуҙың сәйер тойғо ҡалдырыуы шун­да: әле тормошта бер нимәгә өлгәшмәһәм дә, мине ҙур шәхескә һанап, ҙур урындарҙа эшләгән ошо кешеләрҙең ныҡышып тигәндәй танышырға теләүе шаҡ ҡатырҙы. Ул осор үҙемде әле тормошта бер ниндәй уңышҡа өлгәшмәгән кеше итеп һанай инем.
Алға китеп шуны әйтәм: Рәсимә миңә әҙәбиәт тормошон аңларға, яҙыусының халыҡ араһын­дағы урынын тойорға өйрәтте, шәхес кимәленә күтәрелергә ярҙам итте.
Икенсе повесымды яҙып бөтөүемә ҡарамай, әле үҙемде яҙыусы тип һанарға тартынғанға күрә, Рәсимәнең педучилищеға студенттар ме­нән осрашырға саҡырыуынан ҡырҡа баш тарттым. Нимә һөйләйем мин унда? Нимәгә кәрәк ул осрашыу? Был маҡтаныу кеүек була түгелме? Етмәһә, күмәк халыҡ алдына сығып һөйләп торорға оялам. Рәсимә нисек күндергәндер инде, уныһын хәтерләмәйем, әммә студенттар менән осрашыуҙы барыбер ойошторҙо ул.
Үҙ уҡыусыларым менән тәүгә ҡапма-ҡаршы һөйләшеү тоноҡ ҡына булып иҫтә ҡалған. Әммә шуныһы хәтерҙә: Рәсимә мине артыҡ маҡтай кеүек тойолдо, студенттар ҙа мине һәм ижадымды бигерәк күпертеп һөйләгән һымаҡ ине. Повесымдан өҙөк уйнап күрһәттеләр, ул да үҙемә оҡша­маны. Биргән һорауҙар яһалмараҡ яңғыраны. Бөтәһе лә мине маҡтау өсөн ойошторолған шикелле тойолдо. Осрашыу бөткәнсе оялып, ер тишегенә төшөп китерҙәй булып, тирләп-бешеп ултырҙым, телемде теләгәнсә сисә алмайынса һорауҙарға ҡыҫҡа ғына яуап бирҙем. Аҙаҡ ул осрашыуҙы ҡат-ҡат иҫкә төшөрөп, Рәсимәнең барыһын да һәйбәт итеп ойошторғанлығын аңланым. Бөтәһе лә тәжрибәһеҙлегемдән, артыҡ оялсан булыуымдан килеп сыҡҡандыр, күрәһең.
Әкренләп халыҡ алдында артыҡ ҡаушауҙан ҡо­толдом, сәхнәлә үҙемде иркен тоторға өйрән­дем. Хатта шаян һүҙҙәр һөйләп, кешеләрҙе көл­дө­рөр кимәлгә еттем. Уҡыусылар менән ос­ра­шыуҙарҙа үҙемде батыр тоторға Рәсимә Ураҡсина өйрәтте, тип һис икеләнмәй әйтә алам. Аҙаҡ “Тамаша” журналында эшләгәндә лә, мә­ҙәниәт министры урынбаҫары бурысын баш­ҡарғанда ла был сифаттар миңә бик ныҡ ярҙам итте.
Шул уҡ 1978 йылда Рәсимә Урал аръяғы йәш яҙыусыларының әҙәби берекмәһен ойошторорға һәм уны миңә етәкләргә тәҡдим итте. Мин, әлбиттә, ҡаршы инем. Әле ул осор үҙемдә ойоштороу һәләте юҡ тип һанайым, икенсенән, ундай яуаплы һәм ауыр эште башҡарырға көсөм етмәҫ кеүек ине. Шуға күрә лә 1979 йылда Яҙыусылар союзында йәш әҙиптәр өсөн яуап биргән Рәшит Солтангәрәев Сибай ҡалаһында “Ирәндек” бе­рек­мәһен ойоштороп, уны етәкләргә мине тәҡ­дим иткәс (бында ла Рәсимә ҡыҫылғандыр тип уйлайым), ҡаршы төштөм. Етәксе итеп Гәрәй Исхаҡовты тәғәйенләнеләр. Әммә 1983 йылда Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙы тамамлап ҡайтҡас, йәнә Рәсимәнең тырышлығы арҡа­һын­да, мине берекмәнең етәксеһе итеп һайланылар. Гөрләтеп эшләнек. Дүрт райондың йәштәрен йыйҙыҡ үҙебеҙҙең янға – Баймаҡтан, Әбйә­лил­дән, Хәйбулланан һәм Йылайырҙан.
Ике айға бер тапҡыр ошо төбәктәрҙең береһенә күмәкләшеп барып төшәбеҙ. Беҙҙе икмәк-тоҙ менән ҡаршылайҙар. Тәүге көндө ту­лы­һынса уҡыусылар менән осрашыуға бағыш­лайбыҙ. Көнө буйы төрлө ауылдарҙа булып, кис райондың мәҙәниәт йортонда әҙәби кисә үткә­рәбеҙ. Клубта халыҡ шығырым тулы, өсәр-дүр­тәр сәғәткә һуҙыла ине сара. Хәҙер батырайып китеп, осрашыуҙы үҙем алып барам. Сәхнәлә ултырған арала һүҙ бирәһе йәш яҙыусыға шаян эпиграмма яҙабыҙ. Мин уны көлкөлө коммен­тарийҙар яһап уҡыйым, халыҡ йығылып ятып көлә. Бик күңелле үтә ине ул кисәләр. Йәштәрҙе сәхнәнән ебәрмәй ҡат-ҡат шиғыр уҡыталар. “Ошондай осрашыуҙарҙан һуң ысынлап яҙыусы булырға хәл иттем”, тип һөйләгәйне Рәйес Түләк.
Ул осор әҙәбиәткә әле яңы ғына аяҡ баҫҡан Рәмил Дәүләтҡол, Буранбай Исҡужин, Рәйес Түләк, Әх­мәр Үтәбай, Фәүзиә Юлдашбаева, Лилиә Ҡәйепова, Мөслим Әбсә­лә­мов­тарҙың аҙаҡ билдәле яҙыусы­лар булып китеүендә “Ирәндек” әҙәби берекмәһе, һис шикһеҙ, ҙур роль уйнаны.
Ойошманы етәкләһәм дә, уның уңышлы эшләүе иң беренсе шағи­рә­ләр Рәсимә Ураҡсина менән Гөл­лирә Исхаҡоваларға бәйле булды. Йәштәрҙе ултырышҡа саҡырыуҙы, ҡулъяҙма­ларын йыйыуҙы улар икеһе башҡара ине. Район етәксе­ләре менән һөйләшеп, йәш яҙыу­сыларҙы ҡаршылау һәм оҙатыу, ауыл эшсәндәре менән осрашыуҙар ойоштороу, берекмәнең ултырышын юғары кимәлдә үткәреү эштәре минең бурысҡа инде.
Мин – уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙа­ғында, Рәсимә 90-сы йылдарҙа Өфөгә күстек. Аҙаҡ “Ирәндек” нигеҙендә Яҙыусылар союзының Сибай филиалы төҙөлөп эшләп китте. “Ирәндек” әҙәби берекмәһе, уның ултырыштары, Урал аръ­яғы йәш яҙыусылары менән шау-гөр килеп осра­шыуҙар мәңге онотолмаҫлыҡ булып Рәсимәнең дә, минең дә хәтергә һеңеп ҡалды. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, яҙғы бысраҡ юлдарҙа, көҙгө ямғырҙар аҫтында бер нимәгә ҡарамай бер-беребеҙҙе күрергә, ижад хаҡында бәхәсләшергә, беҙҙе, йәш яҙыусыларҙы, йотлоғоп тыңлаған уҡыусылар менән осрашырға ашҡына инек.
Әҙәби берекмә хаҡында юҡҡамы ни көндә­ле­гемә ошондай юлдар яҙып ҡуйғанмын: “Ирән­дек”, “Ирәндек!” Һин булмаһаң, нисек йәшәр инек икән беҙ? Өс айға бер йыйылһаҡ та, ике генә көн бергә булһаҡ та, ҡәләмдәштәрем менән осра­шыуҙарҙан күпме ҡыуаныс, күпме дәрт, күпме илһам алам бит мин! Нисек һағынышып осра­шабыҙ ҙа, моңайышып хушлашабыҙ! Ә ауыл­дарҙа ҡайһылай ҡунаҡсыл ҡаршылайҙар беҙҙе, сығыштарыбыҙҙы ҡайһылай ихлас тың­лайҙар! Шул саҡ үҙебеҙҙең дә, әҙәбиәттең дә халыҡҡа ни тиклем кәрәк икәнлеген аңлағандай була­быҙ. Ләкин “Ирәндек”тең ултырышы нисек кенә матур, файҙалы ойошторолмаһын, шундай тиҙ үтеп китә һәм хушлашыр мәл етә. Иң ҡыйыны – ошо. Һәм беҙ йәнә өс ай буйы бергә булыуҙарыбыҙҙы иҫләп һағышланабыҙ. Киләһе ултырышты түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Тиҙерәк, саҡыр беҙҙе, йый үҙ яныңа, һөйөклө “Ирәндек”.
Һуңынан, йылдар үткәс, Рәсимә менән Өфөлә осрашҡанда “Ирәндек” берекмәһендә эшләгән саҡтарыбыҙҙы, уның ултырыштарын, ауылдарҙа беҙҙе яратып ҡаршы алыуҙарын, әҙәби кисә­ләр­ҙе, йәш яҙыусыларҙың шуҡлыҡтарын һағынып иҫкә ала инек. Һәм шул эштәребеҙҙең бушҡа китмәгәненә ҡыуанып бөтә алманыҡ. Күпме яҙыу­сыларҙы килтерҙе әҙәбиәткә “Ирәндек”! Яҙыусылар союзының аҙаҡ төҙөлгән биш филиалы бөтәһе бергәләп шул тиклем ижадсы тәрбиәләй алмағандыр.
Әҙәбиәт ҡаҙанында бергәләп ҡайнағанға, “Ирән­дек” берекмәһе өсөн бергәләшеп эшлә­гәнгә күрә, Рәсимәнең ғаиләһе менән ныҡлап танышып киттем. Етмәһә, уның тормош иптәше Урал Ураҡсин – Сибай ҡалаһының баш архитекторы. Минең төп эшем – проект бүлегендә баш инженер. Ҡала өсөн күп кенә объекттарҙы про­ект­ларға тура килде миңә, ә уларҙың барыһын да архитектура бүлеге менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. Шуға Урал менән эш буйынса йыш осраша инек. Икенсенән, Ураҡсин йыш ҡына Рәсимәгә эйәреп “Ирәндек”тең ултырышына килеп сыға. Холҡо менән тормошҡа ироник ҡарашта булған Урал беҙҙең шиғыр, хикәйә хаҡында төкөрөк сәсеп бәхәсләшеүҙәребеҙҙе йылмая биреп тыңлап ултыра торғайны. “Бала-саға эше менән шөғөлләнәһегеҙ”, – тип уйлай ине шикелле ул, әммә быны бер ҡасан да ауыҙ асып әйтмәне, киреһенсә, хәленән килгәнсә яр­ҙам ҡулы һуҙырға тырышты: йә машинаһын биреп тора, йә Сибайҙың ҙур түрәләренә алып инә.
Рәсимә көслө характерлы ине, шуға ла унан ҡайһы саҡ дөрөҫ юлда йөрөмәгән Уралға ныҡ ҡына эләгә торғайны. Кисен ҡатыны менән ошондай етди һөйләшеү буласағын һиҙенгән ире бындай саҡта өйҙәренә мине алып ҡайтырға ты­ры­ша. Тәүге осорҙа Уралдың буштан-бушҡа мине үҙҙәренә саҡырырға ынтылыуын аңламай инем. Шулай ҙа бер тапҡыр һорай ҡуйҙым. Урал былай аңлатты: “Һин беҙгә барһаң, Рәсимә бик йомшарып китә, миңә ҡарата яғымлы була”. Дөрөҫтө әйткәнмелер Урал, әммә ысынлап та Рәсимә өйөндә мине генә түгел, бар ҡунаҡтарҙы яҡты йөҙ менән ҡаршылай ине, ғөмүмән, ҡунаҡ­сыл булды ул. Ошонан файҙаланып, мин Өфө­нән килгән бар яҙыусыларҙы Ураҡсиндарға алып барам. Рәсимәнең өйөндә һәр саҡ асыҡ йөҙ, мул табын, уйын-көлкө көтөп тора.
Рәсимә әҙәбиәткә балалар шағирәһе булараҡ килде, әммә әкрен­ләп ололар өсөн дә матур-матур шиғырҙар яҙа башланы, китаптар нәшер итте. 90-сы йылдарҙа Сибайҙа “Сулпан” балалар театры күп кенә яҙыусыны драматургияға йәлеп итте. Улар ара­һында Рәсимә лә бар ине. Хәте­ремдә, тәүге пьеса­ларын тотоп миңә килгәйне. Кәңәш­тәремде әйтеп төҙәттерҙем дә театрға тәҡдим иттем. Беренсе премьераһынан һуң Рәсимә ҡанатланып китеп тағы бер нисә пьеса яҙып ташланы, сәхнәгә ҡуйҙырҙы. Драматург булырға уның бар мөмкинлеге бар ине. Әммә Рәсимәнең төрлө яҡҡа тартҡыланыуы, бер юлы бик күп эш башҡарырға тырышыуы драматур­гияға ныҡлап тотонорға форсат бирмәне. Бигерәк тә балалар фольклорын өйрәнеүгә күп көс һалды ул. Был эште Сибайҙа йәшәгәндә үк башлағайны. Иҫем­дә, 1984 йылдың сентябрендә Баймаҡта “Ирән­дек”тең киләһе ултырышын үткә­реү хаҡында план ҡорғанда, тәүҙә шиғырҙар тикшерәсәкбеҙ, аҙаҡ беҙгә Рәсимә балалар фольк­лоры тура­һында лекция уҡыясаҡ тип һөйләш­кәйнек. Был әңгәмәне көлә-көлә тыңла­ғай­ныҡ, сөнки бала­ларҙың көлкөлө итеп үсеклә­шеүе лә фольклорға керә икән. Мин уның ошо йүнәлештәге эшмә­кәрлеген шаярыу кеүегерәк ҡабул иткәйнем, ниңә уға ваҡыт әрәм итә икән, тип уйлағайным. Баҡһаң, был мауығыу ғына булмаған, ошо йүнәлештә етди эш алып барған Рәсимә шул тема буйынса кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡланы, өс томлыҡ баҫтырып сығарҙы. Ошо хеҙмәттәре лә драматургиянан айырҙы уны.
Мәғрифәтселек менән уҡытыусылар әҙерләү ҙә – Ураҡсинаның булмышын күрһәткән ҙур бер өлкә. Ошо йүнәлештәге уңыштарын мин гәзит-журналдар аша ғына белә инем, ә үҙе менән ныҡлап һөйләшергә тура килмәне. Әммә был даирә Рәсимәнең бик күп ваҡытын һәм көсөн ала ине һәм, белеүемсә, уға ҙур ҡыуаныс килтерә торғайны. Биш йыл буйы Мәскәүҙә буласаҡ башҡорт актерҙарына тел һәм әҙәбиәт хаҡында дәрестәр биреүе лә ошо тарафтағы тырышлығы хаҡында һөйләй. Былар бөтәһе лә – мәҙәниәт, халыҡ өсөн кәрәкле, файҙалы эш, ләкин улар Рәсимәнең күп энергияһын һура ине, минеңсә.
Әммә Рәсимә башҡаса йәшәй ҙә алмағандыр. Ул үҙен мөмкин тиклем күберәк өлкәлә һынарға тырышты. Күрәһең, бөтәһе лә Рәсимәнең холҡо­на бәйле булғандыр. Ул бер эште еңел генә урта ерендә ҡалдырып, икенсеһенә тотоноп китә ине. Бына ул төн йоҡоһон ҡалдырып, бер ҙур эш менән мәшғүл. Уралға эйәреп уларға килеп ин­һәм, һөйләшеп ултырырға ваҡыты юҡ, тиҙ генә беҙгә сәй әҙерләй ҙә, ғәфү үтенеп, икенсе ҡаттағы кабинетына инеп бикләнә. Иртәгәһенә ғүмере айырыла алмаҫтай күренгән шул эшен ташлап, бөтә донъяһын онотоп, ауыр хәлгә тарыған берәүгә ярҙам итәйек әле, тип минең эшкә килеп инә.
Эйе, төрлө юҫыҡта аса алды үҙен Рәсимә. Мәҫәлән, Сибайҙа йәшәгән осоронда халыҡ театры менән мауығыуын ғына алайыҡ. Ваҡыты шул тиклем тығыҙ, эше күп була тороп нисек әмәл, көс тапҡан? Әҙәбиәтте төп һөнәре тип һайларға уйлаған кеше шулай ҡыланамы? Ә Рәсимә тиҫтәләгән спектаклдә уйнаны, райондар буйлап гастрол­дәргә йөрөнө. Ул ғына ла түгел, бер мәл халыҡ театрына Уралды ла йәлеп итте. Хәтеремдә, хәлдәрен белеп сығайым тип өйҙә­ренә һуғылғанда, уларҙың уҫал итеп тала­шыу­ҙарын күреп, иҫем-аҡылым киткәйне. Нисек тә яраштырырға маташҡайным, улар, әрләшеүҙә­ренән туҡтап, шарҡылдап көлөргә тотондо. Баҡһаң, спектаклдәге бер эпизодҡа репетиция үткәргәндәр икән. Мине ышандыра алғандарына ҡыуана ине улар. Бында Рәсимә менән Уралдың шаянлыҡтары ла, тотонған эштәренә ихлас мөнәсәбәте лә ярылып ята.
Бына шулай ине мин белгән Рәсимә Ураҡ­сина. Ни генә тиһәң дә, ул башҡа өлкәләрҙә тәрән эҙ ҡалдырған кеүек, әҙәбиәттә лә барыбер үҙ урынын тапты, балалар өсөн әҫәрҙәре, лирик шиғырҙары, халыҡсан һәм тәбиғи пьесалары менән халыҡ күңеленә хуш килде, иҫтә ҡалыр­лыҡ әҫәрҙәр ижад итте. Ана шуға ла Рәсимә Ураҡсина тигән әҙибәнең яҡты образы беҙҙең хәтерҙә мәңге һаҡланыр.

[b]Наил ҒӘЙЕТБАЙ,
драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе.[/b
]



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985