Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәрәкәтле мөхиттә шытҡан орлоҡтар
Бәрәкәтле мөхиттә шытҡан орлоҡтар Тәүге тапҡыр уны 1975 йылдың сентябрендә Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағында күрҙем. Студенттар бүлмәләренә таралышҡас та, уҡыу залында ултырып ҡалыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Йәше буйынса хатта һуңғы курстағылар өсөн дә ағай тейешле күҙлекле йәш ирҙең ниндәйҙер карточкалар менән булышыуы ла ҡыҙыҡ күренде. Уның аспирантура тамамлауын һәм шәхси исемдәр буйынса диссертация яҙыуын һуңыраҡ белдем...

Бына шул ваҡыттан һуң дүрт тиҫтә йыл да үтеп киткән. 70 йәшен тултырған Алмас Ғәлимйән улы Шәйхулов бөгөн – филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә киң билдәле төркиәтсе-ғалим, ғилми асыштары, тикшеренеү һөҙөм­тәләре фәнни даирәләрҙә күптән ныҡлы танылыу алған төрки һәм алтай телдәре белгесе. 2010 йылдан ул Башҡорт дәүләт универ­ситетының татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһын етәкләй, 2011 йылда “Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмә­кәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Был исемлеккә уның төрки телселәре юғары баһалаған 10-дан ашыу моногра­фияһы, 500-гә яҡын ғилми хеҙмәте барлығын, Тәбиғәт һәм йәмғиәт халыҡ-ара фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы һәм бер нисә ғилми баҫманың мөхәрририәт ағзаһы булыуын, исем-шәрифенең төрлө энциклопедик белешмәләргә индерелеүен дә өҫтәһәң, һәр кем профессорҙың хеҙмәт ҡаҙаныштарын күҙ алдына килтерә алыр, моғайын. Республи­кабыҙҙың күпселек район һәм ҡалаларында, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә меңдән артыҡ кисәге студентының үҙен маҡтап ҡына телгә алыуы ла – мөғәллим өсөн ыңғай баһа.
Эргәһендә ярты һүҙҙән аңлаған һөйөклө хәләл ефете Фәнүзә апайҙың, бергәләп оло тормош юлына сығарған ҡыҙҙары Регина һәм улдары Мараттың үҙ ғаиләләре менән яҡында булыуы – абруйлы ир-уҙаман өсөн оло шатлыҡ. Олатай тип сиратлап муйынына аҫылыныусы, йырҙарҙа йырланғанса, балдай татлы ҡыуаныс биреүсе алты ейән-ейәнсәре бәхет өҫтөнә бәхет өҫтәй... Шуға ла йәшәлгән йылдарын, үтелгән юлдарын, башҡарған эштәрен тағы бер барлай ҙа “ғүмерҙе бушҡа уҙғарманым шикелле” тигән һығымта яһай үҙе өсөн был көндәрҙә Алмас Ғәлимйән улы. Ана шул “шикелле” тигәне күңеленә тынғылыҡ бирмәй ҙә ҡуя: башҡарылғанды шик аҫтына ҡуйғандан түгел, әлбиттә. Эшләйһеләре тағы ла күберәк булып күренә. Яңыраҡ тыуған Туймазыһына ҡайтып әйләнгәйне, ҡаланың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндәге яңы төҙөлә башлаған “Сулпан” биҫтәһенең күп ҡатлы, заманса биҙәлгән матур-матур йорттарына һоҡланып, тәүге тәпәй баҫҡан еренән оҙаҡҡа етерлек дәрт-илһам алып килде...
Кеше ҡайҙа ғына йәшәмәһен, нисә йәштә генә булмаһын, тыуған яҡ һәм бала саҡ йылдары үтә ҡәҙерле шул. Алмас ағай – ғаиләлә иң оло бала. Ул да, ҡалған өс һеңлеһе лә үҙҙәрен һәр эште күңел биреп башҡарырға, яуаплылыҡҡа, ғәҙел һәм намыҫлы булырға, башҡаларға ихтирам менән ҡарарға өйрәткән аталары Ғәлимйән Бастам улы һәм әсәләре Йәмилә Мөхәмәтзакир ҡыҙына ғүмерлек рәхмәтле. Балаларының тормошта бәхетле яҙмышты юлдаш итеүендә, йәмғиәттә һәм үҙ тирә-йүнендәгеләр араһында оло абруйлы булыуҙарында ата-әсәнең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Алмас Ғәлимйән улы Бөгөлмә мәҙрәсә­һендә хәлфә булған олатаһын һәм шунда абыстай вазифаларын башҡарған, үҙ заманы өсөн үтә уҡымышлы өләсәһен айырыуса йылы хистәр менән иҫенә төшөрә.
– Улар бар ҡылыҡ-фиғеле менән ейәндәре күңеленә яҡшылыҡ һәм изгелек орлоҡтары һалыу менән бергә Көнсығыш мәҙәниәтенә оло хөрмәт һәм үҙенсәлекле һөйөү сатҡылары ла уятҡан, – ти Алмас ағай, кешенең бар сифаттарының да бер быуын аша нәҫеленә нығыраҡ күсеүе хаҡындағы фекер менән ризалашып. – Шуға ла филология факультетына уҡырға барыуым осраҡлы бул­ма­ғандыр...
Шулайҙыр. Һәр кемде яҙмышы йөрөтә, тиҙәр бит. Юғиһә үҫмер йылдарында географ һәм сәйәхәтсе, аҙағыраҡ һүрәт төшөрөү менән мауығып, район һәм республика күргәҙ­мәлә­рендә ҡатнаша башлағас, рәссам булырға хыялланған егет ғалим-филолог юлын һай­ламаҫ ине. Тәү ҡарашҡа һәм байтаҡ халыҡ өсөн бер ниндәй тартыу көсөнә эйә булмаған фән өлкәһен ғүмерлек эшкә әйләндереү күптәргә бирелмәй. Телде, уның тарихын һәм ябай күҙгә күренмәгән башҡа күп төрлө үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә тормошоңдо арнау – шулай уҡ үтә ныҡышмалы һәм хеҙмәт һөйөүселәр тәҡдире. Алмас Ғәлимйән улы – тулы мәғәнәлә шундайҙарҙың береһе.
Уңышлы ғилми эшмәкәрлегенең нигеҙ таштары иҫәбендә Алмас Шәйхулов фәнни тикшеренеүҙәре өсөн төп йүнәлеште, аҙаҡтан тема һәм етәкселәрҙе дөрөҫ һайлауын да билдәләне. Ысынлап та, донъяға билдәле төркиәтсе, профессор Н. А. Баскаков ҡулы аҫтында кандидатлыҡ диссертацияһы әҙер­ләү, артабанғы ғилми эҙләнеүҙәрҙе икенсе абруйлы ғалим – Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Э. Р. Тенишев етәкселегендә үткәреү күп нәмә хаҡында һөйләй. Быға тағы Алмас Ғәлимйән улының һайлаған һөнәренә тоғролоғон, хеҙмәт һөйөүсәнлеген һәм яратҡан эшен тормош рәүешенә әүерелдереүен өҫтәргә кәрәк.
Телсенең кандидатлыҡ диссертацияһын әҙерләгәндә йыйған мәғлүмәттәре 1970 йылда тәү тапҡыр донъя күреп, артабан дүрт тапҡыр яңынан баҫылған “Рәсәй халыҡтары исемдәре буйынса белешмә” тигән китапта урын алған. Ул бөгөн дә Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығы тарафынан ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн көндәлек ҡулланма сифатында тәҡдим ителә.
Уҙған быуаттың 70-се йылдары уртаһында Урал – Волга буйы төбәгендә йәшәгән төрки халыҡтарҙың тел байлығын өйрәнеү маҡса­тында СССР-ҙа беренселәрҙән булып ойош­торолған һәм, бөгөн тикшеренеү даирәләрен һиҙелерлек киңәйтеп, уңышлы эшләп килгән вуз-ара ғилми-тикшеренеү лабораторияһы – Алмас Шәйхуловтың төп ҡаҙаныштарының береһе. Һәм был дөрөҫ тә, сөнки лаборатория эшмәкәрлеге Евразия киңлектәрендә танылыу алған.
Профессор яңы уй-хыялдар һәм изге ниәт­тәр менән янып йәшәй. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын эшһөйәр замандашыбыҙға!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78

Киттек Бухартовскийҙың йортона!

Киттек Бухартовскийҙың йортона! 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфө йәмәғәтселәре ташландыҡ архитектура ҡомартҡыларында өмәләр ойошторорға тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 48