Изге ғәмәлдәрҙән туҡылған ғүмер

31-10-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Изге ғәмәлдәрҙән  туҡылған ғүмер Их, йәшлек, кемдең генә күңел ҡылдарын тирбәлтмәнең дә ниндәй генә хәтирәләр бүләк итмәнең һин беҙгә?! Бигерәк тә шул тау аҡтарырҙай дәртле, илһамлы саҡта тапҡан дуҫтар, таныштар йөрәк түрендә иң йылы, яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Улар – туғаныңдай яҡын, ярты һүҙҙән, бер ҡараш­тан аңлаған, ихластан-ихлас кешеләр. Тимербай ҙа – шундай йәшлек дуҫтарымдың береһе.
Уның халҡы өсөн янып йәшәүенән бар тирә-яҡҡа нур, ышаныс тарала төҫлө. Тыуған ауылы Ҡалдарға берегеп, һәр һулышын кескәй ватанының именлегенә арнаған Тимербай Түлә­ков һөнәри белемде Мораҡ учили­щеһында ала. Артабан хеҙмәт юлын М. Горький исемендәге колхозда да­уам итә. Уның намыҫлы эше, һәр мәсьәләгә яуаплы ҡарашта булыуы Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнә, шулай уҡ “Иж-Комби” машинаһын сиратһыҙ алыу хоҡуғы, ялға юлламалар бирелә.
Тимербай халыҡтың тормошона битараф түгел, ауыл Советы депутаты сифатында йәмәғәт эштәренең урта­һында ҡайнай ул. Тирә-яҡты төҙөклән­дереүҙә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, шәжәрә байрамдарын, мәҙәни сара­ларҙы үткәреүҙә матди ярҙам күрһәтеү кеүек изге ғәмәлдәр ҙә уға ят түгел. Түләбай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтар һәм тыуған яҡтарына Еңеү менән ҡайтыусыларға арналған һәйкәл асыуҙа ла Тимербай дуҫымдың өлөшө бик ҙур. Был мөһим эште ниәтләгәс, халыҡтан аҡса йыйыу, төҙөлөш кәрәк-ярағын алып ҡайтыу мәшәҡәттәрен ул улы Илнур менән бергә ихлас атҡарып сыҡты. Ир-уҙамандың булдыҡлылығы, Ватанына тоғролоғо тәү сиратта уның эштәрендә сағылыуына асыҡ миҫал был.
Әле лә Тимербай Әхмәҙулла улы тормош һынауҙарына бирешмәй, балаларының игелегендә, халҡының сикһеҙ рәхмәтендә, халыҡ мәнфәғәте өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй донъя көтә.