“Өй”лө булыу һөйөнөс!

31-10-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Өй”лө булыу һөйөнөс! Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия ҡарамағында “Алтынай” балалар баҡсаһы асылып, 200-гә яҡын баланы ҡабул итте.

– Был – һуңғы өс йылда яңы эш башлаған 16-сы кескәйҙәр учреждениеһы, – тине тан­таналағы сығышында ҡала хакимиәте баш­лығы Алексей Изотов. – Йәнә 200-гә яҡын баланың урынлы булыуы – һәр кемебеҙ өсөн ҙур шатлыҡ.
Төрлө заманда был бина мәктәп, ятаҡ итеп файҙаланылған. Былтыр иһә уны балалар баҡсаһы итеп үҙгәртергә ҡарар ҡылып, бер йыл эсендә яңыртыуға өлгәшкәндәр. Капиталь ремонт федераль бюджеттан бүленгән 21,8 миллион һум аҡсаға яһалған.
“Алтынай”ҙың иркен уйын бүлмәләре, уҡыу кабинеттары, медицина блогы, спорт, тамаша залдары кескәйҙәргә ныҡлы белем һәм тәрбиә биреүгә, сәләмәтлеген һаҡлауға ныҡлы ярҙам итәсәк.
Баҡсаның айырым учреждение булып түгел, ә гимназияла асылыуы күптәрҙә һо­рау тыуҙыралыр. Балалар баҡсаларына сират булып, шул уҡ ваҡытта был бинаның буш тороуын күҙ алдына килтерһәк, ғәжәп­ләнеү үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Икенсенән, мәктәпкәсә төркөмдә шөғөлләнгәндәр артабан белем алыуын ошо уҡ мәктәптә дауам итә ала. Ни тиһәң дә, өйрәнгән мөхит, таныш педагогтар. Был фекер менән ата-әсә лә килешмәй ҡалмаҫ.
Гимназияның уңыштарға бай тарихын иҫәпкә алғанда, “Алтынай”ҙың ҡалалағы иң яҡшы балалар баҡсаһы булып танылырына шик юҡ.