Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үкенерлек түгел, Рәми ағай!
Яңыраҡ миңә Салауат районы башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашырға насип итте. Алда тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар булыр, етешһеҙлектәр кәмер, тигән уйҙар менән шатланып, ғорурланып, илһамланып ҡайттым унан. Өфө вәкиле булараҡ, йыйында мин дә телмәр тотҡайным. Ябай сығыш түгел, ә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов менән һөйләшеү рәүешендә булды ул. Фекерҙәремде донъяның төрлө тарафтарында йәшәүсе милләттәштәремә еткереү теләге менән гәзиттә баҫтырырға булдым.


«Башҡорт бөтә, телебеҙ үлә», тип зарланыуҙарҙың йышайыуына үкенеп ятаһыңдыр инде, Рәми ағай. Юҡ, һин үкенмә. Туған телебеҙҙе тыуған илдә һәм донъяла моңло йыр итеп яңғыратыусылар бихисап. Әле бына яңы быуын йәштәре үҫеп етте. Берҙәм, илһөйәр булыуҙары менән шатландыралар. Зинһар, һин уларҙы һуғыш уттарында яныуҙан, хәмер диңгеҙендә батыуҙан һаҡла. Милләтебеҙҙең киләсәге улар ҡулында, бер генә кешегә лә кәмемәһендәр. Дошман ҡотҡоһона бирелмәһендәр, маңҡорттар сафына баҫмаһындар. Ғилем эстәһендәр, аҡыл туплаһындар. Донъя малын да тапһындар, муллыҡта йәшәһендәр. Балаларын тиңдәр араһында тиң булырлыҡ, ғәҙел башҡорт итеп тәрбиәләһендәр. «Ҡош юлы», «Минең Рәми» кеүек сараларҙы күберәк һәм төрләндереберәк үткәрһендәр. «Башҡорт яңылыҡтары», «Башҡорт 2.0» һымаҡ ирекле мәғлүмәт саралары аша илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы донъяға танытһындар. «Башҡорт Энциклопедияһы»на һәм «Башҡорт Википедияһы»на кешелек туплаған барлыҡ ғилемде башҡорт телендә яҙып индерһендәр. Һәр яңы быуын белемде иң башта туған телендә өйрәнһен. Һәләтлеләре күпләп сит телдәрҙе үҙләштерһен, милләтебеҙҙең бәҫен тағы ла арттырһын.
Рәми ағай, бына ун йыл инде телһөйәр ирекмәндәр “Башҡорт Википедияһы”н төҙөй. Донъялағы 300-гә яҡын милли бүлек араһында беҙҙеке тәүге йөҙ иҫәбендә тора. Шуныһы ҡыуаныслы: республикабыҙҙан ситтә йәшәп, мәктәптә башҡортса уҡымаған милләттәштәребеҙ Википедия аша туған телен өйрәнә, уны камиллаштыра. Башҡорттар башҡа милләт ирекмәндәре менән аралаша, уларҙы Башҡортостан, халҡыбыҙ мәҙәниәте менән таныштыра, телебеҙҙе донъя киңлектәренә моңло йыр итеп яңғырата.
Ирекмәндәр эшендә билдәле ижад әһелдәре лә әүҙем ҡатнаша. Шағирә Гүзәл апай Ситдиҡова башҡортса “Википедия”, “Викикитапхана”, “Викиһүҙлек”, “Викиөҙөмтә” проекттарында яҙыша, замана социаль селтәрҙәрҙә бихисап башҡорт төркөмдәрен ойоштороп, йәштәргә ололар нәсихәтен тарата. Һәләтле шағирә Фирүзә Абдуллина ирекмәнлек ҡомары менән үҙенең беренсе китабын — «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» исемле шиғырҙар йыйынтығын – нәшер итте. Әле икенсе китабын баҫмаға әҙерләй.
Эйе, туған телебеҙҙе тыуған еребеҙҙә мәңгелек йыр итеп яңғыратыусылар бар, киләсәктә лә буласаҡ. Бер ҡасан да үкенмәҫһең, Рәми ағай!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Имя
    Имя от 03.11.2015, 23:02
    Википедияның булыуы беҙҙең милләт өсөн ҙур ҡаҙаныш.






Штабной тигән исем алғандар

Штабной тигән исем алғандар 22.02.2019 // Йәмғиәт

Һалдат һурпаһын эсмәгән, сылғау бәйләй белмәгән егет егет буламы?!...

Тотош уҡырға 0

Һәр саҡ сафта

Һәр саҡ сафта 22.02.2019 // Йәмғиәт

Егеттәрсә төҙ кәүҙәле, Урал ҡарағасындай ныҡ, хәрбиҙәргә хас аҙымдар менән атлап, йәштәрсә донъя...

Тотош уҡырға 0

Ватан ҡушҡан бурыс

Ватан ҡушҡан бурыс 22.02.2019 // Йәмғиәт

Хәтеремдә, унынсы класта уҡып йөрөгән йылда мәктәп линейкаһында Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең...

Тотош уҡырға 0

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға

Ҡаһарманлыҡ дәресе – файҙаға 22.02.2019 // Йәмғиәт

Беренсеһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек....

Тотош уҡырға 20

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 22.02.2019 // Йәмғиәт

Уларҙың һыны һәйкәл булып ҡалҡты....

Тотош уҡырға 22

Көслө армия – ил терәге

Көслө армия – ил терәге 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватан һаҡсыһы һөнәре бер ваҡытта ла абруйын юғалтмай....

Тотош уҡырға 40

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе

Тыныслыҡ һәм мәңгелек билдәһе 22.02.2019 // Йәмғиәт

1990 йылдың 11 октябрендә Юғары Совет тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты...

Тотош уҡырға 27

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә!

Бында ысын илһөйәрҙәр үҫә! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге башланғыс осош әҙерлеге алып барылған Өфө...

Тотош уҡырға 27

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә?

“BashDic” ниҙәр тәҡдим итә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә “BashDic” электрон уҡыу баҫмаһының исем туйы үтте. Сараға китап уҡыусылар, студенттар,...

Тотош уҡырға 27

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә

Өфөлә ҙур Еңеү парады көтөлә 21.02.2019 // Йәмғиәт

Хәбәр итеүебеҙсә, “Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында йәштәр Радий Хәбировҡа бик күп...

Тотош уҡырға 73

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә?

Красногорск халҡы беҙҙән ни өсөн көнләшә? 21.02.2019 // Йәмғиәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” форумында Рәсәйҙә билдәле актер Антон Богданов ҡатнашты....

Тотош уҡырға 61

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе

Йәштәр белә: Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе 21.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктең әүҙем йәштәре менән...

Тотош уҡырға 78