Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аманатҡа хыянат итмәнем”
“Аманатҡа хыянат итмәнем” “Кешене ике ғәмәл ҡартайтмай: береһе – уның күркәм эше, икенсеһе – яҡшы һүҙе”, – тигән XI быуатта йәшәгән төрөк яҙыусыһы Йософ Баласағуни. Абруйлы милләттәшебеҙ, данлыҡлы ғалим һәм педагог Марат Зәйнуллинға ҡарап был һүҙҙәрҙең хаҡлығына йәнә бер ҡат инанаһың: хеҙмәт тип йән атҡан асыҡ йөҙлө, ихлас ир-уҙаман һикһәндә лә йәштәрсә йүгереп йөрөй! Аҙна башынан йомаға ҡәҙәр кафедра мәшәҡәттәренән, йәмәғәт эштәренән бушамаған Марат Вәли улы менән шәмбе генә осрашырға насип булды. Хәл-әхүәлен белешеү, һөйләшеп ултырыу ине ниәт. Ифрат ябай Марат ағай менән ғәжәп һөйкөмлө, һылыу, алсаҡ Гәүһәр апай янында ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне кеүек...

– Бер-береңдең хәлен белешеп йәшәү – халҡыбыҙҙа элек-электән килгән күркәм ғәҙәт. Ошо хаҡта уйланғанда һәр саҡ бала сағым иҫкә төшә, – тип хәтирәләргә бирелде Марат Вәли улы. – Ауылда Мырҙагилде менән Аллабирҙе исемле ҡартатайҙарым өй аша ғына йәшәй тор­ғайны. Бер туған ағай-эне ине улар. Һәр көн кис өлкәне кесеһенең янына килеп хәл-әхүәлен һораша: “Йә, энем, көнөң нисек үтте? Ниҙәр башҡарҙың?” Ҡустыһы барыһын да бәйән итә, күрһәтә, кәңәш һорай, ағаһының эше, кәйефе менән ҡыҙыҡһына... Бала саҡтағы ошо күренеш­те йыш хәтергә алам. Ысын тәрбиә мәктә­бе булған бит ул! Ә хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер-береңдең хәлен белеү ғәҙәте онотола бара кеүек...
– Күңел түрегеҙҙә бала сағығыҙҙан тағы ниндәй хәтирәләр урын алған?
– Атайымды һуғышҡа оҙатҡан мәл һаман күҙ алдымда. Кеше күп, ниндәйҙер көй яңғырай, һалдаттар теҙелеп баҫҡан... Әсәйем ике балаһы – мин һәм һеңлем Клара – менән тороп ҡалды. Ул осорҙа күр­гән-кисергәндәрҙе урап үтәйек, һөйлә­үе лә, тыңлауы ла ауыр булыр. Әсәйем­дең тырышлығы, ауылдаштарҙың бер-бере­һенә ҡарата иғтибарлылығы арҡа­һында иҫән ҡалдыҡ инде беҙ.
Атайым 1947 йылда ғына әйләнеп ҡайтты. Ырымбурҙағы педагогия учили­ще­һын тамамлаған уҡытыусы ине ул. Ҡайтыу менән элекке эшенә тотондо. Халыҡ ныҡ хөрмәт итте үҙен. Бер мәл, иҫемдә, уны колхоз рәйесе вазифаһына димләй башланылар. Юҡ, атай риза түгел. “Мин бит – уҡытыусы”, – тип тартҡылаша. Әллә күпме йыйылыш үткә­реп, колхозсылар уны барыбер етәксе­леккә һайлап ҡуйҙы. Бирешмәне атай, унда ла һәйбәт эшләне.
Колхоздың ат һарайы беҙҙең өйгә алыҫ түгел ине. Барам да тыштан ғына йыл­ҡы малына оҙаҡ һоҡланып ҡарап торам. Урамдан егелгән ат уҙһа, арба­һына йә санаһына йүгереп барып ултырам да ауыл осонда һикереп төшөп ҡалам. Бәләкәйҙән шулай йылҡы малын яраттым.
Ғилем юлына баҫыуымда аттың өлө­шө ҙур булды. Тыуған ауылым Үрге Һаҙ­ҙа­ғы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, мине Мораҡтағы педагогия училищеһына ебәрергә ҡарар иттеләр. Ат егеп, атайым район үҙәгенә илтте. Бер нисә көндән иһә ауылға кире ҡайтып индем. “Унда уҡығым килмәй, – тим. – Әйҙә, тәүҙә күрше Кү­гәрсен ауылында урта мәктәпте тамамлайым”. Атайым өндәшмәне. Бер нисә көндән һуң иһә арбаға ултыртып, ауылдан алып сығып китте. “Тырышып уҡы, улым”, – тип өҙөп кенә әйтте лә йәнә Мораҡта ҡалдырҙы...
Шулай өйрәнеп киттем. Училищелағы уҡытыусылар шул ҡәҙәр һәйбәт, хәстәр­лекле ине. Китапхананың бай булыуы айырыуса ныҡ иҫтә ҡалған. Унда инеп ултырам да бар донъямды онота торғай­ным.
Училище мине ғүмерлек дуҫтарым менән осраштырҙы. Мәҫәлән, Зиннур Ураҡсин менән таныштыҡ. Уның менән беҙ бер йылда, бер көндә тыуғанбыҙ. Тормош юлыбыҙҙа ла уртаҡлыҡтар күп булды. Мораҡта уҡыған саҡта Зиннурҙы ауылға йыш ҡына алып ҡайта торғайным. “Һағынманыңмы Үрге Һаҙҙы?” – тим. “Һағынмайса! – тиер ине дуҫым һәр саҡ. – Ундағы киске бейеүҙәр генә лә ни тора!” Их, иртәрәк китеп барҙы дуҫым, эшләйһе лә эшләйһе ине бит әле уға...
– Ишетеүемсә, һеҙ, төбәгебеҙҙең өлкән быуын ғалимдары, бер-берегеҙ менән яҡындан аралашып, ойошоп йәшәгәнһегеҙ, ғаиләләрегеҙ дуҫ-татыу булған...
– Эйе, тығыҙ бәйләнештә ғүмер иттек. Шулай булырға тейеш тә. Һәр кем үҙ юлы­нан барһа, кемдең ни менән шөғөлләнгәнен белмәһә, фәнде үҫтереү мөмкинме һуң? Әле лә аралашып, хәл белешеп йәшәйбеҙ. Зиннур мәрхүмдең ҡа­тыны Венера ханым да килеп йөрөй. Бирешмәй, шөкөр.
Студент ваҡытта ла төркөмдәштәр, курсташтар менән дуҫ, татыу булдыҡ. Әйткәндәй, Мораҡ педагогия училищеһы коллективы уҡыуҙы яҡшы тамамлағандар рәтендә Өфөгә ебәргәс, тәүҙә медицина институтына юлланғайным. Был хаҡта ишетеп ҡалған атайым, ҡайһы аралалыр баш ҡалаға килеп төшөп, етәкләп тигән­дәй БДУ-ға индереп ебәрҙе. “Мин уҡы­ты­у­сы булдым, һин дә ошо юлды дауам итергә тейешһең”, – тине. Үпкәләмәнем, үкенмәнем. Студент йылдарым шул ҡәҙәр күңелле осор булып хәтеремдә ҡалған. Гел “бишле”гә уҡыным, төркөмдә биш йыл буйы староста булдым. Ул заманда тәртипкә иғтибар ныҡ ҙур ине. Иртәнсәк деканаттан төркөмдөң журналын барып алам да, шартына килтереп тултырып, дәрестәр тамамланғас, кире илтәм. Унда декан урынбаҫары Нина Калегина, һәр билдәне ҡарап, тикшереп сыға, бәғзеләрҙең килмәүенең сәбәбен һорай. Ғөмүмән, педагогтың үткер күҙенән бер студент та ситтә ҡалмай торғайны.
Барыбыҙ ҙа йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаштыҡ, төрлө яҡлап үҫешкә ын­тыл­дыҡ. Мин саңғы буйынса III разрядлы спортсы инем. Ул ваҡытта Ағиҙелдең аръяғында йорттар булмай торғайны. Саңғыны был яҡ тауҙан йөкмәп төшәбеҙ ҙә, кейеп алып, урман араһына инеп китәбеҙ. Саф һауа, иркенлек, ташып тор­ған дәрт-дарман... Ял көндәрендә ятаҡҡа кискә генә ҡайтып инер инек.
– Айырыуса ныҡ хөрмәт иткән остаздарығыҙ араһынан кемде атап үтерһегеҙ?
– Алда әйткәнемсә, декан урынбаҫары, урыҫ теле уҡытыусыһы Нина Андреевна Калегинаны ҙур хөрмәт менән иҫкә алам. Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев иһә ғүмер­лек остазым булды. Мин унан ғилем генә түгел, тормош дәрестәре лә алдым. Бик күпте белгән эшһөйәр, хәстәрлекле уҡытыусым һәр эштә өлгө булды.
Университетты тамамлағас, тыуған ауылыма ҡайтып, мәктәпкә урынлашыу, ике ҡатлы ҙур йорт һалыу ине хыялым. Өҫкөһө тотошлай китапхана буласаҡ... Юҡ, ниәтем тормошҡа ашманы. Юллама буйынса Йомағужаға ҡайтып эшләй генә башлағайным, Өфөнән телеграмма килеп төштө. Аспирантураға саҡырған­дар... Баҡтиһәң, Жәлил Ғиниәт улы мине ауылға ҡайтарыуҙарына ризаһыҙлығын белдереп, министрлыҡҡа, хатта партия­ның өлкә комитетына барып еткән. “Уҡы­уын ҡыҙыл дипломға тамамлаған егет белем алыуын артабан дауам итергә тейеш”, – тип үҙ һүҙен бирмәгән. Һөҙөм­тәлә Өфөгә кире килеп, аспирантураға индем. Тап шул осорҙа БДУ-ның эргәһендә 1-се ятаҡ төҙөлөп, унан студенттар менән бергә беҙгә лә бүлмә бирелде.
Бер аҙҙан университеттың ун аспирантына Мәскәүҙән урын бүленде. Уҡыу йортоноң етәкселеге бик аңлы эш алып барған: өсәүһен башҡорт теле һәм әҙә­биәтенә бирҙеләр. Был урындарға мин, Марат Минһажетдинов, Әнис Зәйнуллин һайлап алындыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әнис дуҫыбыҙ йәшләй һәләк булып ҡал­ды. Марат менән беҙ иһә уҡыуҙы уңышлы тамамлап, кандидатлыҡ диссер­та­цияһын Ҡазанда яҡланыҡ. Һынауға остазыбыҙ Жәлил Кейекбаев та килде. Диссертацияны уңышлы яҡлағас, ул: “Хәҙер һин миңә һүҙ бир, – тине. – БДУ-нан бер ҡасан да ситкә китмәйем, тиген”. Уҡы­тыусымдың ошо аманатына хыянат итмәнем.
Университетта уҡыта башлағас та, Жәлил Ғиниәт улы хәстәрлегенән айырманы. Шундай ҡыҙыҡ холҡо булды уның: ҡайҙа ғына барһа ла, беҙгә, йәш хеҙмәт­тәштәренә, галстук алып ҡайта торғайны. “Малайҙар һымаҡ йөрөмәгеҙ, – тиер ине. – Матур кейем олпат күрһәтер, яуап­лы­лыҡты арттырыр”.
Эшкә саҡ ҡына һуңлағанды ла өнәмәне Жәлил Ғиниәт улы. Өҫтәүенә фатирҙары­быҙ бер-береһенә ҡаршы урынлашҡай­ны. “Кисә бит иртә яттың, 12-лә утың һүнгәйне” тигән һүҙҙәре хәтеремдә уйылып ҡалған. Үҙе иһә төндәр буйы эшләһә лә, һис ҡасан һуңламаны.
– Фатир тигәндән, Өфөлә йәшәр урын эҙләп, йонсоп йөрөгәнегеҙ булдымы, Марат Вәли улы?
– Юҡ, булманы. Мин эш башлаған осорҙа университет хеҙмәткәрҙәре өсөн өс ҙур йорт төҙөлдө. Береһе – Р. Зорге, икәүһе — М. Ғафури урамында. Ректор­ҙар яңынан-яңыға күсереп кенә торҙо, рәхмәт үҙҙәренә. Ғөмүмән, элек бит Өфөлә фатир мәсьәләһе ҡырҡыу булманы. Бер ваҡиға иҫемдә ҡалған. Ректор саҡыртып алды ла: “Ни эшләйбеҙ? – ти. – Яңы йорттан өс бүлмәле фатир артып ҡалды, кемгә бирергә белмәйбеҙ. Һинең мохтажлыҡ кисергән берәй танышың юҡ­мы?” “Юҡ шул, – тим. – Шулай ҙа бер кешене беләм. Ул көн дә эшкә Ағиҙел бу­йы­нан йәйәү күтәрелә. Бәлки, яр башында йонсоп ғүмер итәлер”. Ректор шул кешене табырға ҡушты. Саракваш тигән фамилиялы ир булып сыҡты ул. Ысынлап та, ғаиләһе менән яр буйындағы ҡыҫын­ҡы ғына йортта йәшәгән. Уларҙың фатир­лы булыуына Саракваштың үҙенән бигерәк ректорҙың нисек ҡыуанғанын күрһәгеҙ! Шундай осорҙар ҙа булды бит!
Хәҙер иһә, фатир мәсьәләһе ауыр булһа ла, йәштәргә фәнни үҫеш йәһәте­нән киң мөмкинлектәр бар. Ғилми етәксе­ләр ҙә етерлек. Элек бит, әйтәйек, баш­ҡорт теленән Жәлил Ғиниәт улы үҙе генә ине. Хәҙерге йәштәргә мөмкинлектән файҙалана белеү генә шарт.
– Һеҙҙе башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын асыуҙа туранан-тура ҡатнашҡан шәхес итеп беләбеҙ. Нисегерәк тормошҡа ашырылды был эш?
– Әлбиттә, еңел булманы. Филология факультетының бер төркөм уҡытыусыһы ҡәтғи ҡаршы сыҡты. Улар риза булмағас, ректоратта ла аптырап ҡалдылар. “Ашыҡмайһығыҙмы икән?” – тип йомшаҡ ҡына итеп башланғыстан баш тартты­рырға тырыштылар. Шулай ҙа биреш­мәнек. Республикабыҙҙың төп уҡыу йортонда – Башҡорт дәүләт университетында – нисек инде башҡорт филология­һы факультеты булмаҫҡа тейеш? Ошоно етәкселеккә аңлатыуға өлгәштек.
Факультеттың 25 йыллыҡ эшмәкәр­легендә, әлбиттә, бихисап уңыш ҡаҙа­ныл­ды. Шулай ҙа ҡуйылған маҡсатҡа етер өсөн әллә күпме бурыс атҡараһы бар әле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йыл­дарҙа студенттар ҡырҡа кәмене: элек 75-те алһаҡ, хәҙер 30 самаһы ғына... Һө­ҙөмтәлә уҡытыусылар ҙа ҡыҫҡарты­лыу­ға дусар була, бер нисә генә дәрес алып барырға мәжбүр. Һәр хәлдә кәйефте төшөрөргә ярамай. Ауырлыҡтар оҙаҡламай уҙыр тигән ышаныстамын. Бын­дай ғына ҡыйынлыҡтарҙы күргән булды. Хәл-ваҡиғаны бер ҡасан да насар­ға юрарға ярамай. Һәр ваҡыт яҡшыға өмөт итеү зарур. Юрағаның юш килер, тиҙәрме әле?
– Эшегеҙ ҙә шуға һәр ваҡыт уңыш­лы барғандыр? Быға көнләшеү­селәр булдымы?
– Хеҙмәтеңде яратып, тырышып баш­ҡарһаң, зарланмаһаң, уңыш һис ҡасан урап уҙмай. Көнләшеүселәргә килгән­дә иһә... Булғандыр. Тик мин эргәмдә ундай­ҙарҙың барлығын һиҙмәнем. Ниндәйҙер насарлыҡ ҡылырға тырышҡандар ҙа осраны. Ләкин бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе бер ваҡытта ла хәтеремдә тотманым, шунда уҡ оноторға, араларҙы яйға һа­лырға тырыштым. Күңелендә кенә һаҡ­лап йөрөп, кемдең үҙенә файҙа килтергәне бар?!
Университет етәкселеге менән дә һис ҡасан һүҙгә килгәнем булманы. Коллектив, студенттар өсөн ниҙер һорайым икән, һәр саҡ аңланылар, ярҙам иттеләр. Әлеге етәкселектең дә беҙҙең факультетты, кафедраны хәстәрлектән өҙмәүе­нә, кәңәшләшеп эшләүенә һөйөнәм. Ғөмүмән, һәр ерҙә иң мөһиме – ыңғай мөнәсәбәт ҡора белеү.
– Үҙ ғүмерегеҙҙә бихисап кешегә ярҙам күрһәткәнһегеҙҙер?
– Булды. Күрһәтелгән ярҙам кемдең­дер яҙмышына яҡты өлөш индергән икән, бик шатмын. Кешеләр бер-береһенә ауыр саҡта таяныс булырға тейеш. Ихлас күңелдән башҡарылған изгелек аҙаҡ үҙеңә йөҙләтә әйләнеп ҡайта бит ул. Яҡ­шылыҡ, мәрхәмәтлек, шәфҡәтлелек ниге­ҙе булған динебеҙгә ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Гәүһәр апайығыҙ менән өйөбөҙ­гә, атай-әсәйҙәребеҙ рухына йыш ҡына Ҡөрьән уҡытып алабыҙ. Дин булһа, телебеҙ ҙә, еребеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә һаҡланыр тигән һүҙҙәр менән тулыһынса ризамын.
– Тел тигәндән, һеҙ ҙә, Гәүһәр апай ҙа – ғүмер буйы башҡорт теленә тоғро хеҙмәт иткән шәхестәрһегеҙ. Рухи ҡиммәтебеҙҙең бөгөнгө хәлен нисек баһалайһығыҙ?
– Был йәһәттән дәүләтебеҙ тарафынан күп эш башҡарылғанын күрмәү мөмкин түгел. Шулай ҙа телде һаҡлауҙа төп көстөң ғаилә икәнлеген һәр кем аңлай башлағандыр. Үҙебеҙгә килгәндә, бала­лары­быҙ менән тик башҡортса һөйләш­тек, ейәндәребеҙгә лә шундай тәрбиә бирелде. Ҡартәсәләре уҫал бит: кемеһе­лер урыҫса һүҙ башлаһа, аңламамышҡа һалыша ла ҡуя. Хатта домофондан башҡортса өндәшмәһәләр, ишекте асмауы ихтимал. Ошондай тәрбиә нигеҙен­дә, Аллаға шөкөр, ейәндәребеҙ менән үҙебеҙсә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ.
– Туған телдең сығанағы булған ауыл мөхите һағындырмаймы?
– Ышанаһығыҙмы-юҡмы, тыуған төйә­гем көн дә төшөмә инә. Шул ҡәҙәр яратам уны. Йәй етһә, йыл да ҡайтып килергә тырышам. Үрге Һаҙҙағы һәр өйгә инеп, туйғансы һөйләшеп сыҡмаһам, танһығым ҡанмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыл халҡы ғына йылдан-йыл кәмей...
Ауылда йәшәр алыр инемме? Әлбиттә! Алда әйтелгән хыялыма өҫтәп, күп итеп йылҡы малы аҫрар инем. Бөгөн йәштәр ауылдарҙағы ошондай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға тейеш түгел.
Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб апай Биишеваның музейына инеп сығам. Шул ҡәҙәр матур, бай ул. Халҡыбыҙға ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға баш ҡалала һәйкәл дә булһын ине тигән теләктәмен. Талантлылар тыуа тора, әммә улар бер-береһен алмаштыра алмай бит. Мәҫәлән, факуль­тетыбыҙға ниндәй генә һәләтле йәштәр килмәһен, арабыҙҙа мәрхүм Роберт Байымовтың етмәүен шул ҡәҙәр ныҡ тоябыҙ. Ундай талант эйәләре һирәк була шул.
Бер нисә йыл элек йортобоҙҙоң эргә­һенә Мостай Кәримгә һәйкәл ҡуйылды. Шул ҡәҙәр ҡыуандыҡ! Кешеләрҙең һәйкәл янына йыш килеүе, сәскәнән өҙмәүе һөйөндөрә. Үҙем дә иртән торам да, Мостайҙан фатиха һорағандай, уның һынына бағам. Күңелемә ағайыбыҙҙың бөтмәҫ дәрт-дарманы, рухы күскәндәй була.

Дилбәр ИШМОРАТОВА әңгәмәләште.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105