Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...”
“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...” Ҡала янында үҙенсәлекле тормош алып барған ғаиләнең ихатаһына аяҡ баҫыу, йортон күреү бәхете тейҙе. Ҡапҡаны мышы мөгөҙө биҙәй, тупһаға ат дағаһы ҡағылған, ҡоймаға көршәктәр теҙелгән, талдан үреп яһалып, түбәһе лә шул рәүешле ябылған аласыҡ эргә-тирәгә күркәмлек өҫтәй, усаҡ янында самауыр “йырлап ултыра”, ҡаҙан аҫылған... Ҡыуыш ҡорорға ла иҫәбе бар танышымдың. Ихатаның арғы осонда ат арбаһы тора, уның өҫтөндә боронғоса эшләнгән кәрәк-яраҡтың ниндәйе генә юҡ! Тотош музей инде.
Барыһының да ни өсөн кәрәклеген хужанан һорамай түҙмәнем. Ул, үҙе аңлатыуынса, ауылда тыуып үҫкән, әлеге әйбер-ҡомартҡылар менән китап аша түгел, ә бәләкәйҙән күреп таныш. Уларға ҡарап, ябайлыҡтың бөйөклөгөнә төшөнәм, күңел тыныслығы алам, ата-бабабыҙ ҡулы менән тыуҙырылған мөғжизәләрҙе һаҡлауҙы ла маҡсат иткәнмен, ти. Ул ғына ла түгел, хужабикәнең балаларына ойоҡбаш бәйләүенә шаһит булдым, ә атай кеше тыштағы мейесте үҙе сығарған. Ирекһеҙҙән, сабата үреү, быйма баҫыу кеүек халыҡ кәсептәре иҫкә төштө, унан бигерәк әсәйемдең шәл бәйләүен хәтерләнем.


“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...”Артель гөрләп торған
Мамыҡ шәлдең инеше Ейәнсура райо­нында икәнлеге шик уятмай. Өлкән яҡташтарым һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышына хәтлем Иҫәнғол ауылында “Свобода” тигән артель эшләгән. Тәүҙә бәләкәй булған, унан инде ҙурая барып, ҡеүәтле предприятиеға әйләнгән. Ойошма ҡуш­ҡандарҙы йорт эштәренә әрһеҙ бисә-сәсә еренә еткереп башҡарған. Гүзәл заттың бурысы нимә булған һуң? Әгәр барыһы ла кәзә дебетенән шәл бәйләгән, тиһәгеҙ, дөрөҫ фекерҙәһегеҙ. Ошо кәсеп ярҙамында тырыштар ғаиләһенең тамағын туйҙырған, өҫ-башын бөтәйткән. Артелдең ни өсөн нәҡ ошо төбәктә асылыуы хаҡында ла уйланмай ҡалмағандыр ҡыҙыҡһыныусан уҡыусыла­рыбыҙ. Ысынлап та, ә ниңә бүтән тараф­тарҙа түгел? Тимәк, быға тиклем дә Ейәнсура яҡтарында шәл бәйләү кәсебе алға киткән булған, тип һығымта яһарға мөмкин.
Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, шәл­дәрҙе төрлө күргәҙмәгә ҡуйыу, йәрминкәгә сығарыу йолаға әүерелгән, күп оҫталар бәйләү бәйгеләрендә ҙур еңеүҙәр яулаған. Парижда Европа халҡының башҡорт шәлдәренә иҫе китеүе – шуға асыҡ миҫал. Анығыраҡ әйткәндә, 1893 йылда Чикагола халыҡ-ара күргәҙмә булған. Унда Ырымбур губернаһынан вәкилдәрҙе лә (башҡорт шәле оҫталарын) ҡат­наш­тырыу бурысын Петербург ҡатын-ҡыҙҙары комитеты үҙ өҫтөнә алған. Яҡташтарыбыҙ ҡыуанысы менән уртаҡ­лашыу өсөн сит илдән ашҡынып ҡайтып төшкән. Бығаса Мәскәү һәм Петербург кеүек үҙебеҙҙең ҙур ҡалаларҙа ғына уңыш ҡаҙанған булғандар бит.
Шәл, ҡымыҙ, бал – халҡыбыҙҙың данын ҡитғаларға танытҡан кәсептәр. Дебет шәлдәр­ҙең тыуған яғы Башҡорт­остандың көньяғы, дөрөҫө­рәге, Ейәнсура районы тиһәк, ысынбарлыҡтан һис тә ситләшмәйбеҙ. Башҡорт шәлен “Ырымбур шәле” тип йөҙ тапҡыр иҫбат итергә маташһындар, быға бер ҡасан да ышанмаясаҡмын. Ысынлап та, төбәгебеҙ күпереп торған мамыҡ шәлдәре менән дан тота. Эшләгәндә ҡулдарына күҙ эйәрмәгән әсәй-инәйҙәр, ҡояш менән бергә тороусы өлгөр апай-еңгәйҙәр күҙ нурҙарын түгеп бәйләгән йомшаҡ та, йылы лы шәлдәрҙе донъяның бүтән бер ерендә лә осратырмын тимә. “Ырымбур шәле” атамаһының тарихы билдәле инде. Әүәл Ейәнсура яҡтарында ҙур баҙар булмау сәбәпле, Ырымбурҙың сос мәрйәләре ҡул һуҙымындай яҡын күрше төбәккә килеп, шәлдәрҙе арзан ғына хаҡҡа алып китеп, үҙҙәрендә ҡыйбатҡа осороп торған. Шунан килеп сыҡҡан да инде “Ырымбур шәле” тигән хаталы төшөнсә. Билдәле булыуынса, алыпһатарҙар борон да әүҙем эш иткән. Башҡорт ауылдарын “һөҙөп йөрөп”, дебет шәлде күп итеп һатып алған улар, хатта бер нисә кешегә алдан заказ биреп, түләп ҡуйған.
“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...”Электән телдән-телгә тапшырылып килеп, мин дә бала сағымдан ишетеп үҫкән бер ваҡиғаны иҫкә алыу яҙғандарыма ҡеүәт өҫтәр. Урал тарафтарына оҙайлы сәфәрендә императрица Екатерина, маршрутын үҙгәртеп, бөгөнгө Ейәнсура биләмәһендә әҙгә генә туҡталып китмәксе була. Күрәһең, хозур тәбиғәтебеҙ уның йөрәген әсир иткәндер, ата-бабабыҙҙың үҙенсәлекле йәшәйеше менән ҡыҙыҡ­һыныуы ла бик көслө булғандыр... Башҡорттарҙың тупһаға аяҡ баҫҡан һәр кешегә бүләк биреү йолаһына ярашлы, ырыуҙаштарым батшабикәнең иңенә ҡабарып торған шәл һала. Ә унан алда тауарҙы сифатлы икәнен иҫбатлау өсөн балдаҡ аша үткәрәләр. Йомшаҡ шәлдең бармаҡ һыйымындай ғына тишектән шундай шыма үтеүе батшабикә Екатеринаны хайран ҡалдыра. Мәртәбәле ҡунаҡ тауарҙы бик юғары баһалай.
Тағы бер иҫтәлекле ваҡиғаны халыҡ мәрәкә рәүешендә бәйән итә. Генерал-губернатор Перовскийҙың кәләше Ырымбур яҡтарында ялын уҙғарғанда башҡорт ҡатындарына, мине лә шәл бәйләргә өйрәтегеҙ әле, тигән. Энә менән еп биргәндәр уға, килешле итеп тотторған­дар, әммә нәҙек бармаҡтар бәйләгән күҙҙәр матур һәм тигеҙ түгел, ә бушаҡ килеп сыҡҡан. Шулай ҙа ҡунаҡ эшенән ҡәнәғәт ҡалған.

Талымһыҙ малдарҙың береһе
Беҙҙең яҡтарҙа элек-электән күп ғаиләләр кәзә аҫрауҙы мотлаҡ тип иҫәпләне. Әлбиттә, һыйыр, ат, һарыҡ, ҡош-ҡорт та тоталар. Кәзәне иһә төрлө ниәттә үрсетәләр. Беренсенән, дебетенән шәл бәйләргә мөмкин. Икенсенән, һөтө шифалы, унан ҡымыҙ ҙа бешәләр. Өсөнсөнән, атайым әйтмешләй, ит бөткәндә аҙбарыңда һуйып ашарлыҡ кәзәң дә тормағас, ауылда ғүмер итеүҙән ни фәтүә?! Һәр ваҡыт һыйыр йәки йылҡы ите ашау мөмкин түгел, ҡош-ҡорттоҡо ла ялҡытып китә. Әммә уңған ейәнсураларҙы кәзәнең дебете нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.
Кәзә талымһыҙ, әрһеҙ. Ялан-урмандар гиҙгәндә лә сыҙамлылығы менән бүтән малдан бер башҡа айырыла, ҡая баштарында, тау-таш араһында унан да оҫта йөрөүсе юҡтыр. Ҡышҡылыҡҡа күп аҙыҡ талап ителмәй кәзәгә. Бесәндең япраҡлыһын шул тиклем яратып ашай, ә инде һирәк-һаяҡ көрпә һибеп торһаң, ҡара ергә көр булып аяҡ баҫасаҡ. Талдың нәҙек ботаҡтарын да, ҡайырын да ярата. Ғөмүмән, Ейәнсурала шәхси хужалыҡты кәзәһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Тәбиғәт шарттары ла уңайлы булғас, кәзә аҫрауҙы күптәр кәсеп итеп алды. Киләсәккә ҡарап йәшәүселәрҙең һарайында кәмендә илле баш кәзәһе барлығын беләм. Бик үрсемле мал – йыш ҡына игеҙ бәрәсләй. Һыйыр малы аҫрап та, мандый алмай, осон-осҡа саҡ ялғап көн итеүселәр, етешә алмағандар юҡ түгел. “Һыйыр тотҡан кәзә һауғандан һөт һорап килгән” тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Был осраҡта ла шулайыраҡ килеп сыға.

“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...”Байрам көтә беҙҙе
Яңы йыл тыуыуға әсәйемдең, “дебет тарарға ла ваҡыт етеп килә” тип, кәзә тараҡтарын соландағы кәштәнән алып, өйҙәге шифоньер башына һалыуы кисәгеләй хәтеремдә. Саңын һөртөштөрә, тештәре насарланған һәм һабы бушаған осраҡта атайыма биреп төҙәттерә. Әгәр мал ҡышты көр сығып килә икән, уны ғинуар аҙағында, февраль башында тарай башларға мөмкин, тиҙәр. Әсәйем бер ҡарауҙан уҡ кәзә дебетенең өлгөрөүе-өлгөрмәүен әйтеп бирер, бик тә икеләнгән сағында беҙгә тотоп торорға ҡушып, ҡулдарын мамығына батырып ҡарар ҙа бер аҙ көтөргә кәрәклеген әйтер йәки өйгә индереүҙе үтенер ине. Кәзә тарауҙа ҡатнашыуҙы беҙ, шаян малайҙар, ҙур кинәнес тип ҡабул иттек. Ялан кәртәне бер итеп баҫтырыуҙары... Ә инде аҡыллыраҡ кәзәләр, барыбер һеҙҙән ысҡыныу мөмкин түгел тигәндәй, хәйләләп тормай, икмәккә алданғандары ла бар. Ҙур тәкәләрҙе мөгөҙөнән эләктереп, өйгә индерер алдынан һыбай менеп йөрөп ала инек ҡайһы саҡта.
Кәзә тарауҙың да үҙ нескәлектәре бар. Алда бәйән итеүемсә, дебете өлгөрөргә тейеш, тағы бер мөһим үҙенсәлек: бер ҡасан да кирегә тарарға ярамай – күпме маташма, барыбер булдыра алмаясаҡһың. Көлкөлө хәлдәргә лә тарыныҡ. Мәҫәлән, һөҙгәк тәкәнән ҡотолормон тимә, бигерәк ныҡыш бит, артыңдан бер тотам ҡалмай. Башы менән һелтәнгәндә һөңгө һымаҡ мөгөҙөнөң ҡорһаҡҡа килеп терәлеүен онотормон тимә.
Әсәйемдең ҡасан йоҡонан тороп, сәғәт нисәлә ятҡанын белмәйем. Һәр ваҡыт аяғөҫтө булды. Ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел бит. Ә йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра.
Малды ҡураға япҡас, яланда ҡыр эштәре тамамланғас, бер аҙ тын алып ҡалаһың, тиеү бигүк дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡырпаҡ ҡар яуыуға ауылда бисә-сәсәнең бер-береһен шәл эшенә – дебет эшкәртешергә – саҡырыуы, кис ултырыу­ҙар башлана. Кемдер уны өмәгә тиңләй. Кәзә тарап, дебет иләү ҡоштар йылы яҡтан ҡайтып, ояһына йомортҡа баҫырға ултырғанға тиклем дауам итә.
Дебет эшкәртеү сиратының беҙгә яҡынлауын әсәйебеҙҙең өлтөрәп йөрөп өй йыйыштырыуынан, аш-һыу әҙерлә­үенән һиҙеп торабыҙ. Әхирәттәренең килеүен унан бигерәк бала-саға дүрт күҙ менән көтә. Ул көн, дөрөҫөрәге, төн ысын байрам төҫөн ала. Өлкәндәргә эйәреп тиңдәштәребеҙ ҙә килә һәм үҙебеҙ өсөн онотолмаҫлыҡ кисә ойошторабыҙ. Тыштан өшөп ингәс, шаярабыҙ, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй, төрлө тәм-том ашап кинәнәбеҙ. Уйындар башлана, ә иң ҡыҙығы – беләк итенә киҫә һуғып, кемдең кәзә майы күпме сығыр тип сәмле ярыш уҙғарыу. Үлтереп ауырта, әммә егетлегеңде иҫбат итеү өсөн теш ҡыҫып булһа ла түҙәһең. Һәм ошоларҙан һуң нисек әүен баҙарына киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың.
Дебет эшкәрткәндә донъя хәлдәре тураһында фекер алышыу бара, илдәге яңылыҡтарҙы тикшерәләр, район һәм ауыл темаһынан да ситләшмәйҙәр. Кемдең кәзәһе күпме дебет биргән, нисәне бәрәсләгән – барыһы хаҡында ла ҡыҙыҡһыналар.
– Дүртенсе йәше менән барғанынан 900 грамм дебет тарап алдым, – тип шатлана әсәйем, ә ауылдаштарының береһе ошо дебетле кәзәнең бәрәсен биреүен һорай. Әйткәндәй, беҙҙең яҡтарҙа башҡорт тоҡомло һәр кәзәнән уртаса 750 грамм дебет алалар.
“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем түңәрәк түгел...”“Шәлъяулығың бәйләгәнһең,
дуҫҡа­йым,
Сәстәреңде сығарып”, –
тип йыр һуҙыуҙар, таҡмаҡ ҡушып ебәреүҙәр яратҡан шөғөлдәре менән бергә үрелеп бара. Икенсе берәү былай тип дауам итә:
“Зөлхәбирә һылыу китап уҡый,
Ҡыя ябып шәлен башына”.
Кемдер дебетте һуға, аялай, икен­селәр орсоҡтарын зыр әйләндерә – иләй, сирата. Дегәнәктән һәм ҡылдан таҙартыусыларға ла эш етерлек.
“Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем,
шәлем түңәрәк түгел,
Осоп барып һөйләшергә
йәнем күбәләк түгел...”
Быны инде һөйгәне ситтә йөрөгән һылыуҡай һуҙа. Ана, күршеләге килен “Кәзәләрҙе һыуға ҡыу” тигән халыҡ йырын көйләп, сабыйын йоҡлатып килеүен һөйләй. Бишек бәүеткәндә көйләй-көйләй ултыра ул. Ашаған малда өмөт бар тигәндәй, хужабикәнең төп бурысы – ярҙамсы­ларының күңелен күреү, тамаҡ хәстәрләү.
Матурлыҡ – туйҙа, уңғанлыҡ көн дә кәрәк. Кис ултырыуҙың файҙаһының ифрат ҙур икәнен йылдар уҙған һайын тәрәнерәк аңлайым. Беренсенән, ул – егәрлелек билдәһе. Икенсенән, йәш ҡыҙҙар ҡул эштәренә өйрәнә. Ҡатын-ҡыҙға йәнле аралашыу, эс серҙәрен бүлешеү өсөн дә яҡшы форсат. Ейәнсура яҡтарында ҡыҙ бала мәктәпкә барғанға хәтлем шәл ситен бәйләргә өйрәнһә, был – уның зирәклегенә ишара. Үҙенә ойоҡбаш, бейәләй һәм шарф бәйләүҙе телгә лә алмайым. Бәләкәс кенә саҡтан ике энәне бик оҫта эшкә егә был төбәк ҡыҙҙары. Был иһә донъя көткәндә бигерәк тә мөһим.

Тауарҙы аҡсаға әйләндерә белеү ҙә –оҫталыҡ
Һуңынан әсәйем, шулай уҡ эш араһын­да, шәлдең ситтәрен һәм уртаһын бәйләй, уларҙы ҡайып, бер-береһенә беркетә. Абзыйым әүернә яһап биргәс, беҙгә эш кәмей төштө. Әсәйҙең ҡара­майынса бәйләүенә аптырай торғайныҡ, һуңынан өйрәндек. Матур биҙәкле шәлдәр – бесәй табаны төшкәне, оҙон суҡлыһы, тиңе булмаған селтәрлеһе, киртләсләп һырлағаны, шулай уҡ бүтәндәре – тәүҙә урҙала эленеп торҙо, өйөбөҙгә йәм өҫтәй ине. Һуңынан инде, башҡаларға эйәреп, беҙ ҙә шкаф, стенкалар һатып алғас, шәлде көйә ашамаһын өсөн үҙе генә белгән ысулдар менән эшкәртеп, шунда тәҫләп һалып ҡуйыуҙы үҙенә ғәҙәт итте әсәйем. Ҡәҙерлемдең оҫта бәйләүе беҙҙе, биш баланы, аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерҙе.
Тауарыңды һата белеү ҙә – оҫталыҡ. Иҫәнғолда һатыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып, шәлселәр Ырымбур өлкәһенә лә сәфәр сыҡты. Район үҙәгенән 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Һарыҡташ менән генә сикләнмәйенсә, күрше өлкәнең беҙҙән 200 саҡрымда ятҡан баш ҡалаһына ла барып ҡайтыуҙары хәтерҙә. Был осраҡта таныштарҙа йоҡлап сыҡмай әмәл юҡ. Таныш тигәндән, Һарыҡташта булһынмы, Ырымбурҙа тиһеңме, һәр ерҙә лә “знакум”дары була торғайны.
– Шөкөр, баҙар уңды. Шәлдәремде талашып алдылар, икенсе барғанымда ундан да кәмде һатмаясаҡмын, – тип әсәйемдең һөйөнгәне һәм киләһе сәфәргә план ҡорғаны кисәгеләй күҙ алдымда. Унан инде беҙҙе ҡала күстәнәстәре менән һыйлай.
Шәлде ҡабартыуҙың, сит-митен тартыштырып формаға килтереүҙең дә үҙ тәртибе бар. Тауарҙың сифаты “Ильич лампаһы”на түгел, ә һәр саҡ ҡояшҡа ҡуйып ҡарап билдәләнә. Баҡтиһәң, заманса электр уты тәбиғи яҡтылыҡты алмаштыра алмай.
“Кешене кейеменә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылына ҡарап оҙаталар”, “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” тибеҙ. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың, айырым алғанда, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме бүтән халыҡтыҡынан айырыла. Мәҫәлән, шул уҡ дебет шәл тураһында һүҙ йөрөткәндә был айырма яҡшы күренә. Уға кемдәр генә һоҡланмаған! Һыбай кеше аттан төшөп, йәйәүле ергә ятып ҡарарлыҡ сибәр ҡыҙҙарҙың ҡайҙа күп икәнен беләһегеҙме? Ейәнсурала, әлбиттә...
Шәл бөгөн дә – башҡорт ҡатын-ҡыҙы кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө. Уны ябынған ҡыҙҙарға күҙ һалығыҙ – йылылыҡ бөркөлә, сибәрлек өҫтәлеүен иһә телгә алыу ҙа артыҡ.

Тармаҡ үҫерме?
Беҙҙәге халыҡтың үҙҙәренә генә хас эш алымдары күп, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла төрлө йүнәлеш буйынса махсуслашҡан. Үҫемлекселек тармағын уңышлы алып баралар, малсылыҡта ла ең һыҙғанып эшләйҙәр... Бер һүҙ менән әйткәндә, кем нимәне отошло тип һанай, шуның буйынса эшмәкәрлеген киң йәйелдерә һәм, әлбиттә, һәммәһе лә уй-ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн ҡулынан килгәнде эшләй. Күҙ уңынан ситтә ҡала килгән мөһим бер нәмәгә иғтибарҙы йүнәлтмәксемен. Ғүмер буйы һыналған һәм килемле булыуы дәлилләнгән кәзә үрсетеү кәсебе юғалыуға табан бара түгелме? Мәҡәләгә тотонор алдынан, һуңынан да күңелемдә элекке шикелле көтөү-көтөү кәзәһе булған берәй хужалыҡ, һәр хәлдә, фермер йәки ғаилә тураһында яҙырмын тигән теләк йөрөгәйне, ләкин таба алманым. Әлбиттә, улар юҡ түгел, тик күтәрелеп киткәндәре һирәк. Әллә күпме йылдар буйы дауам иткән шәл бәйләү йолаһына бөтөү ҡурҡынысы янамаймы? Йыл һайын был маҡсатта төрлө фестивалдәр үтеп торғас, юҡтыр тип уйлайым. Унан бигерәк быйыл Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта аныҡ белдереү яһаны. “Данлы Ырымбур шәленең тамыры ысынында иһә – Башҡортостанда. Беҙҙә ошо башҡорт кәсебен әүҙем пропагандалаған эшҡыуарҙарҙың барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы. Баш ҡалала ике йылға бер тапҡыр башҡорт шәле фестивален уҙғарыу ҙа изге йолаға әүерелде. Кәсеп билдәлелек алһын өсөн тырышырға кәрәк, ә беҙҙә оҫталар күп”, – тине ул.
Әйткәндәй, күптән түгел Ейәнсура райо­нында шәл байрамы ойошторолдо. Хәҙер ул өр-яңы статуста – “Башҡорт шәле” республика фестивале тип атала. Гран-приҙы быйыл Иҫәнғол ауылынан Зөлфиә Бикбулатова яулаған.
Тормош елдәй алға саба. Теләгем шул: киләсәктә лә халҡыбыҙҙың данлы шөғөлөн лайыҡлы дауам итеүселәр булһын ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Усман
    Усман от 28.11.2015, 16:17
    Аҡъюловтың мәҡәләләрен ҙур кинәнес менән уҡыйым, маладис.







Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973