Талҡан тәҡдим итә “Аҡтирмән”

25-11-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Талҡан тәҡдим итә “Аҡтирмән” Өфө ҡалаһында “ВДНХ-Экспо” комплексында ХХI төбәк-ара махсуслаштырылған “БашПродЭкспо”, “Төргәк-2015” күргәҙмәһе асылды.

Урал төбәгендәге был әһә­миәтле аҙыҡ-түлек күргәҙмәһенә Рәсәй, яҡын сит илдәр һәм Башҡортостандан 100-ҙән ашыу предприятие үҙ продукцияһын килтергәйне.
“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сауҙа селтәре составына ингән предприятиелар экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек тәҡдим итте. Улар араһында Күгәрсен райо­нының “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһы килтергән һөт ризыҡтары, көнбағыш майы, “Рощинский” совхозының колба­саһы, шулай уҡ “Башҡорт ҡаҙы”, Нефтекаманан “Кама беконы”, икмәк комбинаты, “Янғантау” шифаханаһы аҙыҡ-түлеге күргәҙмәгә килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Мәләүез ҡалаһынан “Аҡтир­мән” компанияһы башҡорт халҡының боронғо йолаларына нигеҙләнеп әҙерләнгән әллә нисә төр талҡан тәҡдим итте. Уның етәксеһе Рима Сәйфетдин ҡыҙы Күлбаева әйтеүенсә, 1998 йылда уҡ тирмән ҡороп, эшҡыуарлыҡ эшенә тотон­ғандар. Әммә 2009 йылда ғына талҡан етештереүгә махсуслаш­ҡандар. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” конкурстары лауреаты булғандар.
— Хәҙер экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлекте табыуы ҡыйын. Ә бына талҡандың кеше организмы өсөн файҙаһы күп, ул сәләмәтлекте нығыта, йәшәртә лә.
Шыттырылған бойҙай, һоло, арпала бик күп микроэлементтар бар: аҡһым, углевод, цинк, магний, тимер, кальций, еҙ, селен. Һөҙөмтәлә организмда матдәләр алмашыуы яҡшыра, кәүҙә ауырлығы менән яфаланғандарға ла ҙур ярҙам, — ти Рима Сәйфетдин ҡыҙы.
Әйткәндәй, “Аҡтирмән”дең продукцияһы Себер тарафтарында, Ҡаҙағстанда ҙур ихтыяж менән файҙалана икән.
Эшҡыуар эҙләнеүҙәр өҫтөн­дә. Күптән түгел “Йөҙөм, арахис ҡушылған “тиҙ иртәнге аҙыҡ” ли­нияһы сафҡа ингән. Әле балалар, диета тотҡандар, ябығырға теләгәндәр өсөн махсус талҡан етештереү буйынса эш бара.
Рима Күлбаева күптән түгел “Ҡатын-ҡыҙ — директор” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеп сыҡты. Уны Мәләүез ҡалаһында һәм районында белмәгән кеше юҡтыр. Бер нисә йыл инде яҡташ­тарына бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә: төрлө йәмәғәт ойошмаларын, мәсеттәр төҙөлөшөн, янғында зыян күргән күп балалы ғаиләне ярҙамынан өҙмәй.
Үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте етештереүселәргә “йәшел юл” асыу — импортты алмаштырыу осоронда бындай күргәҙмә­ләрҙең йышыраҡ үткәрелеүе ҡыуаныслы.