“Күләгә” төрки донъяһында танылды

28-11-2015, 01:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Евразия Яҙыусылар союзы “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы менән берлектә уҙғарған драматург Халдун Танерҙың 100 йыллыҡ юбилейына арналған Халыҡ-ара төрки телдәрҙә яҙылған сәхнә әҫәрҙәре конкурсының һөҙөмтәһе билдәле булды. Ҡыуандырғаны шул: I урынға башҡорт әҙибәһе Мәрйәм Бураҡаеваның “Күләгә” пьесаһы лайыҡ.
Әйткәндәй, республика этабында 20 әҫәр тикшерелеп, улар араһынан өс эш һайлана: Мәрйәм Бураҡа­е­ваның “Күлә­гә”һе, Наил Ғәйетба­евтың “Любезники любизар...”ы һәм Мө­нир Ҡунафиндың “Люксембургка барып ҡайтҡансы”һы. Фи­налда 18 ил­дән 109 пьеса ҡатнашҡан. Ғәҙел­лек өсөн бар­лыҡ әҫәрҙәр ҙә псевдонимдар аҫтында тәҡдим ителгән.
Мәрйәм Бураҡаева – билдә­ле яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, уҡы­тыусы, Башҡортостан Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Зәй­нәб Биишева исемендәге премия лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры. Ав­торҙың “Һүн­мәҫ нурҙар”, “Ар­ғы­маҡ”, “Көҙгө ысыҡ” һ.б. китаптары, дөйөм белем би­реү мәктәптәре өсөн “Тормош һабаҡтары” дәрес­леге киң билдәле.
Башҡорт халыҡ ижадын, пе­да­гогикаһын пропагандалаған заман­да­шыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!


Мәрйәм БУРАҠАЕВА:
– Был әҫәремде бы­нан ун йыл сама­һы элек яҙғайным. Әл­биттә, конкурс­ҡа ебә­рер алдынан, аң­ларҙармы, дөрөҫ ба­һа­ларҙармы, ти­гән шигем дә булма­ны түгел. Сөнки “Кү­ләгә” тип атал­ған был пьесала һүҙ золом йылдары ха­ҡында бара. Бөтә донъяны эңер­ҙәй шәүлә баҫҡан. Ҡотолор юл юҡ һымаҡ, әммә әсә кеше балаһын ҡур­салап, уның алдынан юлын таҙалап бара. Тик маҡсат юл асыу ғына түгел, ә тап ошо шарттарҙа балаңдың үҙенә йәшәргә өйрәтеү. Бына ошо хаҡта ул әҫәр.
Рәхмәт эшемде баһалаусыларға! Был минең өсөн көтөлмәгән оло ҡыуаныс бул­ды. Ғалим Әхәт Сәлихов шылтыратып: “Башҡортостандан...” – тип ҡот­лау­ҙы уҡый башлағайны, күңелем тулып китте хатта. Ошо бер һүҙ өсөн генә лә еңеүсе булырға тырышырға тейешбеҙ!