“Кеше тыуған тупрағында төйәкләнһен”

28-11-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Кеше тыуған тупрағында төйәкләнһен” Район тураһында мәғлүмәт туплағанда ҡайҙа ғына булманыҡ! Беҙҙе оҙатып йөрөгән вәкил, данлы Ҡандракүлде, ике республика өсөн дуҫлыҡ күпере ролен үтәп, тыныс ҡына ағып ятҡан Ыҡ йылғаһын һәм бүтән иҫтәлекле урындарҙы алып барып күрһәтеүҙән тыш, ауылдар тормошо менән дә таныштырҙы, ауыл хужалығы уңғандары менән осраштырҙы. “Ғүмерем буйы колхозда эшләнем – ер һөрҙөм, иген үҫтерҙем, ғөмүмән, етәкселек ниндәй бурыс ҡушты, шуны үтәнем. Дан өсөн түгел, ә илебеҙҙең киләсәге яҡты булһын тип тырыштыҡ. Бөгөнгө йәштәргә теләгем шул: тыуған тупраҡтарынан айырылмаһындар, белем усаҡтарында алған илһөйәрлек тойғоһон йөрәк түрендә йөрөтһөндәр”, – тигәйне 70 йәшлек бабай.
Күргән-кисергәндәр тураһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар СУФИЙӘНОВ менән фекер уртаҡлаштыҡ.

– Күптән түгел Ауыл эшсәндәре һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уҙҙы. Байрамды ниндәй уңыштар менән ҡаршыланығыҙ?
– Ошо иҫтәлекле ваҡиғаны юғары кимәлдә үткәреп ебәреүгә йыл да ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Был юлы ла тантана яҡшы ойошторолдо. Ялан батырҙары маҡтап телгә алынды, лайыҡлылар бүләктәр алып ҡыуанды, ҡотлау һүҙҙәре күп әйтелде. Агросәнәғәт комплексының хөрмәтле ветерандарын ҡунаҡҡа саҡырыу йолаһы һаҡлана, ололарҙың шат йөҙҙәрен күреү беҙгә киләсәктә тағы ла дәртләнеберәк эшләргә ҡанат ҡуя.
Ҡайһы ғына тармаҡты алып ҡарамайыҡ, игенселек булһынмы, малсылыҡмы, йәшелсәселекме, төбәк һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә йөрөнө, хәҙер ҙә шулай.
Район тормошонда, уның иҡтисадында агросәнәғәт комплексы ныҡлы урын алған, сөнки халыҡтың 48 процент тирәһе яҙмышын ошо тармаҡ менән бәйләгән. Туймазы – Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә тәүге өсәү иҫәбендә. Ҡуй йылы беҙҙең өсөн бигерәк тә уңыштарға бай булды. Бер ветеран механизатор әйтмешләй, аграр секторҙың үҫешендә киң аҙым яһалды. Иген культураларын ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу, һыйыр малын һәм ит етештереү күләмен һаҡлап ҡалыу, һөт һауыу һәм йәшелсә-емеш үҫтереү күләмен арттырыу (әйткәндәй, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асыҡ һауала йәшелсә-емеш үҫтереүҙе ике тапҡырға күбәйтте) һәм башҡа ҡаҙаныштар – шуға асыҡ миҫал.
– Айҙар Рифғәт улы, төбәк үҙен тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә тиеү ысынбарлыҡҡа тап киләме?
– Тап шулай, ошо фекерҙе билдәләмәксемен дә инде. Бураларға ашлыҡ мул һалынды, комбинаттар ит һәм һөт менән тулылана. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: беҙҙең экологик йәһәттән таҙа һәм конкурентлыҡҡа һәләтле продукцияға илебеҙ баҙарында ихтыяж ҙур.
“Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә “Ҡуш-Бүләк” крәҫтиән (фермер) хужалығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән “САВА-Агро-Япрыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алтын миҙалға лайыҡ булды. Хужалыҡтарҙың тәүгеһе ит етештереү, икенсеһе тоҡомло мал үрсетеү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Шулай уҡ “Серафимовка” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге лә юғары баһаланды, һөт етештергәндә белгестәр заман технологияһын уңышлы ҡуллана.
– Бынан тыш бүтәндәргә маяҡ булырҙай тағы ла ҡайһы хужалыҡтарҙы атар инегеҙ?
– Мәҫәлән, “САВА” ит комбинатының эшмәкәрлеге шыма көйләнгән, “Нерал-Матрикс” ауыл хужалығы етештереү предприятиеһы малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай, “Бишенде” иһә һөтсөлөктә һуңғы йылдарҙа беренселекте биргәне юҡ. “Овощевод”, “Панакс-Агро”, “Туймазыагрогриб”, “Уңыш” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шулай уҡ Ғәлимов тигән шәхси эшҡыуар райондың тотороҡло иҡтисадына тос өлөш индерә.
Әгәр ҙә ауыл хужалығында үҙ һөнәренә тоғролар бихисап, аграр секторҙы Мартын, Шәрипов, Сәләхов, Маликов, Фазлетдинов, Салауатов, Баталов, Фазлиәхмәтовтар кеүек ғаилә династиялары дауам итә икән, киләсәккә ышаныслы ҡарай аласаҡбыҙ, маҡсаттар билдәләгәндә лә был ныҡ ярҙам итәсәк.
Туймазыларҙың потенциалы көслө – улар етештергән продукция һәр ваҡыт сифаты менән айырылып тора.
– Бындай юғары уңыштарға өлгәшеү өсөн үҙеңдең тырышлығың кәрәк, шуға өҫтәп юғарынан әҙ генә булышлыҡ итһәләр... Фермерҙар дәүләт ярҙамына мохтажмы?
– Ысынлап та, дәүләт тарафынан ярҙам булғас, һәр береһе ең һыҙғанып эшләй, киләһе көндәргә план-уйҙар ҡора. Быйыл ауыл хужалығы тауарын етештереүселәргә 128 миллион һумлыҡ дотация бирелгән, был үткән йылға ҡарағанда 108 процентҡа күберәк.
– Инвестициялар тураһында һүҙ алып барғанда...
– “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” милли проектын тормошҡа ашыра башлағандан алып, төҙөлөшкә, буш торған мал һарайҙарын үҙгәртеп ҡороуға, ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға бөтәһе ике миллиард 700 мең һум аҡса үҙләштерелгән, һәммәһе лә инвестиция иҫәбенә. Был тәңгәлдә хәҙер ҙә төрлө проекттар бойомға ашырыла. Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы, “Сава-Һөт” йәмғиәте өсөн – һөт заводы, ә “Арыҫлан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән “Миләш” крәҫтиән (фермер) хужалығына йәшелсә-емеш һаҡлау бинаһы төҙөүгә инвес­тициялар йәлеп ителде.
Ғөмүмән, үҙ эшен асам тигән егәрлеләрҙе күтәрергә әҙербеҙ. Күптән түгел, Ҡандра-Төмәкәй ауылынан Маннановтар ғаиләһе Африка дөйәғошон үрсетеү тураһындағы ниәттәре менән уртаҡлашты. Шундайҙарға юл асырға кәрәк! Тиҙҙән район биләмәһендә дөйәғош фермаһын күрһәк, һис тә аптырарға ярамай. Улай ғына ла түгел, агротуризм буйынса ла эш йәйелдерергә уйлай йәштәр.
– Ауылды үҫтереү мәсьәләһенә килгәндә, ҡайһы берәүҙәр “унда йәштәр ҡалмай” тип борсола. Ошо һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
– Берәү “ауылды маҡта ла, ҡалала йәшә”, тигәйне. Уның менән бик оҙаҡ бәхәсләшергә мөмкин. Ауылда сәмселдәр һәм инициативалы йәштәр шул хәтлем күп. Улар шунда төпләнһен өсөн, беҙгә уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы өҫтөнлөклө бурыс итеп алырға кәрәк. Ул нимәнән ғибәрәт? Инфраструктураны нығытыу, халыҡҡа социаль һәм торлаҡ йәһәтенән шарттар тыуҙырыу, эш урындары булдырыу.
“Ауыл биләмәһенең тотороҡло үҫеше” тигән федераль маҡсатлы программала даими ҡатнашабыҙ. Дуҫлыҡ ауылына йәнлелек һәм йәм индереү уйы менән яныуыбыҙ – шуның һөҙөмтәһе. Унда балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк.
Былтыр, республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, Дуҫлыҡ, Нөркәй һәм Горный ауылдарында 70 километр араға газ, электр һәм һыу торбалары һалынды. Бөгөн иһә Иҫке Туймазы һәм Ғәфүр ауылдарына торбалар һуҙыла. Ә Ҡандра ҡасабаһында – биологик таҙартыу ҡоролмаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Үрге Бишенделә мәҙәни-ял үҙәге ҡалҡасаҡ.
Быйыл ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫешен билдәләгән Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Туймазы районының илдә яҡшылар иҫәбендә баһаланыуы – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ. Әлбиттә, Башҡортостан Башлығының ауылдарға йөҙ менән боролоуы бихисап ҡаҙанышҡа килтерҙе.
– Айҙар Рифғәт улы, Рөстәм Хәмитов туризмды үҫтереү мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар бүлә, был хаҡта күп тапҡыр сығыш яһаны. Һеҙҙә урман эргәлә генә, күл-йылғалар ҙа бар, тигәндәй... Хәйер, бер нисә йыл элек “Ҡандракүл” туристик базаһында үткән республика семинарында ҡатнашырға тура килде. Ҡыш миҙгелендә лә туризм менән шөғөлләнеп булыуын иҫбат итеү тип аңланыҡ был сараны. Туризм һеҙгә табыш килтерәме?
– Туймазы районының ҡабатланмаҫ һәм хозур тәбиғәтенә кемдәр генә һоҡланмай! Үҙем өсөн ҡыҙыҡлы статистиканы белдем: беҙҙәге 21 йылғаның оҙонлоғо 439 километрға тиң! Улар араһында Өҫән, Ыҡ, Нөгөш, Ҡыйҙаш, Бишенде, Оло һәм Кесе Туймазы тураһында ниндәй генә йырҙар сығарылмаған. 500 тирәһе шишмәне күҙ ҡараһылай һаҡлайбыҙ. Урман дөйөм майҙандың 26,5 процентын алып тора. Нөгөш йылғаһындағы һыу һаҡлағыс, Түбәнге Троицк ауылынан йыраҡ булмаған урында Шумилов шарлауығы, Ыҡ мәмерйәһе, Нуратау тауы, Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләгән һәм Европаның урман-дала зонаһында ҙур һаналған Ҡандракүл – бына шундай хозурлыҡты күрергә беҙҙең тарафтарға кемдәр генә аяҡ баҫмай! Тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейы һәм турист клубтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҫтәлекле урындарға турист маршруттары билдәләнгән.
“Ҡандракүл” тәбиғәт паркында 50 турист базаһы, ике профилакторий, балалар һауыҡтырыу лагерҙары урынлашҡан. Йәй олоһо ла, кесеһе лә ял итергә килә. Бөгөн дә бында халыҡ мыжғып тора, “Ҡандракүл” спорт-һауыҡтырыу комплексы саңғыла йөрөүҙе, конькиҙа шыуыуҙы, шулай уҡ бүтән төрлө ялды ойошторған. Ошоларҙан сығып, туризм табыш килтермәй, тиергә тел әйләнмәй.
– Мәктәптәрҙә икенсе сиректең ҡыҙған ваҡыты...
– Йәмғиәттең артабанғы үҫеше бөгөнгө мәғариф өлкәһенә тығыҙ бәйләнгән. Уҡымышлы кеше, һәр йәһәттән дә тормошҡа әҙер шәхес булараҡ, ҡатмарлыҡтарҙы тиҙ йырып сыға, тормош ритмына әүҙем эйәрә. Мәғариф системаһына килгәндә, һәләтле балаларға киңерәк офоҡтар асыу һәм педагогтарҙың мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланыу өсөн һәр яҡлап та уңайлыҡтар тыуҙырылған. Мәҫәлән, талантлы 40 малай һәм ҡыҙға район хакимиәте башлығының стипендияһы түләнә, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары исемле стипендия алып ҡыуана.
Туймазы балалар һәм йәштәрҙең ғилем үҙәгенә әүерелә бара. Быға баҫым яһауым юҡтан түгел. 2009 йылдан “Үҫмер. Фән. Мәҙәниәт. Башҡортостан” тигән республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә, өс йылдан был сара илебеҙ кимәленә күтәрелде. Ә быйыл халыҡ-ара статусҡа эйә булды, хәҙер “Асыҡ баҫҡыстар алдынан” тип атала ул. Унда Рәсәйҙән тыш Вьетнам, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Германия, Гана, Бангладеш һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр ҡатнаша.
– Тағы ла нимәләр өҫтәр инегеҙ?
– Мәҙәниәт үҫеш юлында, беҙҙә йыл да бейеүгә маһир балаларҙың “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” асыҡ республика фестивале, башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Оҙон көй” төбәк-ара конкурсы үтә. Ҡурайсылар ансамбле, тынлы оркестр, скрипкасылар уңыштары менән ҡыуандыра.
2014 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Собханғол ауыл клубы иң яҡшыһы тип табылһа, Ҡандракүл ауыл китапханаһы хеҙмәткәренең эше юғары баһаланды. Библиобус төпкөл ауылдарға ла барып етте.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр төрлө күңел асыу сараларын даими ойоштора, ижади коллективтар яҡташтарын йыр-моң менән һөйөндөрөүҙән тыш, күрше райондарға ла гастролгә сыға. Һәүәҫкәр, үҙешмәкәр артистарҙың төбәк-ара, республика һәм илебеҙ кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулауы хаҡында оҙаҡ һөйләргә мөмкин.
Социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, төрлө программалар нигеҙендә халыҡ үҙ мөйөшөн булдыра.
Кадрҙар мәсьәләһенә айырым ҡараштабыҙ. Маҡсат – Туймазы кешеһе тәпәй баҫҡан еренә эшкә ҡайтһын, тыуған тупрағында төйәкләнһен, тыуған районын күтәрһен. Йылытыу миҙгеленә яҡшы әҙерләндек, эш барышында ҡытыршылыҡтарға юл ҡуйылманы.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Дауаханалар “Ауыл табибы” программаһы нигеҙендә белгестәр менән тәьмин ителә.
Дөйөм алғанда, аныҡ маҡсаттар билдәләнгән, төбәкте дан-шөһрәткә күмеү, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла тормошҡа ашырыла. Республикабыҙҙың “көнбайыш ҡапҡаһы” ролен лайыҡлы үтәйбеҙ.
– Айҙар Рифғәт улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.
 

Яҙҙы: Артур

28 ноябрь 2015 16:23 //
Уңышлы интервью ошолай булырға тейеш, шәп интервью килеп сыҡҡан.