Туҙҙан мөғжизә тыуа

28-11-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Туҙҙан мөғжизә тыуа Һәр беребеҙҙең төп эшенән тыш ниндәйҙер шөғөлө бар. Таныш водителдең һүрәтте оҫта төшөрөүен беләм, инженерҙың шиғыр яҙыуына шаһит булдым. Һанай китһәң, күп улар. Мәҫәлән, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, танылған педагог, Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбе уҡытыусыһы Нурулла Биксуров туҙға икенсе ғүмер биреүҙе үҙенә ниәт итеп алған.
– Ғүмер буйы мәктәптә эшлә­нем, физиканан уҡыттым, – тип башланы һүҙен Нурулла Таһир улы. – Бөгөн дә тик ятмайым, балаларға технология буйынса һабаҡ бирәм. Үҫмер­ҙәр­ҙең төрлө­һө бар: һөйләгәнеңде күңе­ленә һеңдереүселәрҙән, һинең ауыҙы­ңа ғына ҡарап ултырыусы­ларҙан башҡа шаяндар ҙа юҡ түгел, улар ваҡыты-ваҡыты менән иғтиба­рын ситкә йүнәлтеүсән. Бының өсөн әрләргә лә ярамайҙыр уҡыусыны. Ундайҙар ҙа булырға тейеш. Минең дә шөғөлөм бар, тип маҡтанам уларға. Дәрестән тыш малай һәм ҡыҙҙарҙы мауыҡтырырға кәрәк тә инде.
Туҙҙан мөғжизә тыуаҠайын туҙы менән электән “ауырыйым”. Йәш саҡта гел тегендә йүге­рәһең, бында сабаһың, ә хәҙер әҙ­ме-күпме буш ваҡыт ҡала. Келә­тем тулы сеймал, тип мәрәкәләйем. Беҙҙең яҡ ағастарҙың төрлөлөгө ме­нән айырыла, унда нимә генә үҫмәй. Имән, йүкә, саған өҫтөнлөк итә, ҡайын һәм уҫаҡ ағастары ла күп кенә. Әммә ҡайын туҙын әллә ҡайҙа ятҡан Ҡариҙел районынан барып алам. Күптәр, мәшәҡәт түгелме, тип ғәжәпләнер. Бының үҙенә күрә сәбәбе лә бар. Унда бажам Мулланур Рамаҙанов йәшәй, төп шөғөлө – урмансылыҡ. Уларҙа иһә күпләп ҡайын үҫә. Бер сәфәремдә урам буйында кәрәкмәй тигән мөһөр һу­ғыл­ған туҙ өйөмө күҙгә салынды. Тотоп ҡараным, бынамын тигән, сыбар булып уралып яталар. Шунан бирле ҡунаҡҡа барған һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ туҙ алып ҡайтырға ғәҙәтләндем.
Кәштәмдә нимәләр генә юҡ. Стакан ҡуя торған һауыттан алып шка­тулкаға тиклем. Һандыҡ эш­ләргә әүәҫмен, уны туҙ менән се­мәр­ләп ҡуйһаң, ифрат үҙен­сә­лек­ле төҫ инә. Малай-ша­лайға танк, пулемет, мыл­тыҡ ке­үек уйынсыҡтар яһайым да уларҙы ла шулай биҙәкләйем. Хатта кепка ла бик килешле килеп сыға.
“Ул хәтлем әйбереңде ҡайҙа итәһең?” – тип һорайҙар. Әлләсе, ижад емештәремде күргәҙмәгә бер ҡасан да ҡуйғаным юҡ, күбеһенсә дуҫтарыма, таныш-тоношҡа бүләк итәм. Кемдер аҡса һуҙа, алмайым. Әйберҙәремде ҡомартҡы итеп һаҡ­лайым, өйҙә кәштәгә теҙеп ҡуям. Ҡатыным Рәйсәнең нисек ҡыуан­ға­нын күрһәгеҙ икән! Ҡыҙҙарым Лари­са, Светлана, Дилара, кейәү­ҙә­рем, ике ейәнем, дүрт ейәнсәрем маҡтап ебәрһә, тағы ла бирелеберәк эшкә тотонам.
Кемдер, туҙ туҙ инде, уның нимәһе бар, тиер. Миңә ҡалһа, унан да күҙ ҡамаштырырлыҡ әй­бер­ҙәр эшләргә, мөғжизә тыу­ҙы­рырға мөм­кин. Уртаса ҙурлыҡтағы бер шка­тулканы түргә ултыртып ҡуйыуға, мәҫәлән, биш сәғәт ваҡыт кәрәк.