“Итегеңде сис, силғауыңды йомшартып бирәйем…”

28-11-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Итегеңде сис, силғауыңды йомшартып бирәйем…” Быйыл августа Башҡортостан радиоһында “Әсәйҙәрҙең ҡәҙерен беләйек” тигән музыкаль тапшырыу тыңланым. Ғәзиздәребеҙгә бағышланған тәрән йөкмәткеле шиғырҙар, күңелде тетрәткес көйҙәр мине тотошлайы менән әсир итте, күҙ йәшемде туҡтата алмай илап ултырҙым. Бынан 70 йыл элек тормошомда булған иң ауыр ваҡиға ирекһеҙҙән хәтеремә төштө.

1945 йылдың сентябре. Миңә – 12 йәш. Әсәйем дүрт йыл инде ауырып түшәктә ята – аяғы шешкән. Беҙ, балалары, кипкән тиҙәк, ағас сөрөгө, һуңынан солидол менән дауалап ҡарайбыҙ, әммә файҙаһы күренмәй. Табип юҡ, булһа, тиҙ аяҡҡа баҫтырыр ине. Мин инде ике-өс йыл колхозда һабанға ат-үгеҙ егеп ер һөрәм. Беҙгә дөйөм туҡландырыу ойошторолған: төшкә шыйыҡ ҡына өйрә бирәләр. Мин шуның яртыһын ашайым да, яртыһын шешәгә һалып, әсәйемә ашатып киләм. Ул миңә рәхмәт әйтеп ҡала.
Бер көндө мине янына саҡырып ултыртты ла: “Балам, һин үҫкәнһең, колхозда эшләйһең, атайыңа ярҙам ит, һин бит аҡыллы, ағайыңды, апайҙарыңды тыңла, бәхетле бул”, – тип арҡамдан тупылдатып һөйөп эшкә оҙатты. Беҙ зыярат эргәһендә генә ер һөрәбеҙ. Күрәм: ҡәберлектә көрәк тотҡан кешеләр йөрөй, башыма шомло уй килде: “Әллә әсәйем менән берәй хәл булдымы икән?” Ул арала бригадир килде, бер ни ҙә әйтмәй, миңә эштән китергә рөхсәт итмәй. Бригадир – туған кеше. Төшкөлөккә өйгә ҡайтһам, әсәйем урынында юҡ, түшәктәре йорт алдында эленеп ҡуйылған…
Миңә әле 82 йәш. Әсәйемдең мәңгелек донъяға киткәненә 70 йыл тулды. Шуға ҡарамаҫтан, уның һүҙҙәрен, йылы ҡарашын, ихлас кәңәштәрен бөгөн дә онотмайым. Йыл һайын Ейәнсурама ауылға ҡайтып, ҡәберлеккә барам, атай-әсәйемә аят уҡытып, хәйерен биреп, ризалатып китәм, үҙем дә ниндәйҙер рәхәтлек, балалыҡ бурысымды үтәү тойғоһон кисерәм. Өҫтәүенә әсәйем дә, атайым да башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡара ине. Уларҙы беҙгә өйрәтергә тырыштылар. Бәлки, шуғалыр ҙа, мин дә, апай-ағайым да оҙон йырҙарға ғашиҡ булып, йырлап үҫтек. Зәбирйән ағайым оҫта ҡурайсы һәм йырсы булды. Мәжлестәрҙә “Ҡаҫмарт буйы”, “Сибай”, “Хисам”ды, хәҙерге­ләрҙән “Былбылым”, “Йәшлегемә йүге­реп ҡайтыр инем”де ҡат-ҡат һорап йырлаталар ине. Хәҙер уға ла, һуғыш инвалидына, 89 йәш. Әле лә бергә йыйылғанда, атай-әсәйебеҙҙе һәр саҡ иҫкә алабыҙ, уларға рәхмәт уҡыйбыҙ.
Әсә күңеле – балала, ти халыҡ. Беҙҙең яҡтарҙа халыҡ араһында әсәйҙең балаһына ҡарата яҡты йөҙө, изге күңеле тураһында шундай ваҡиға йөрөй. Берәү яңғыҙ улын ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарға бирешмәй кеше итә, матур тәрбиә бирә, өйләндереп, имен тормош көтөүҙәрен теләп, ейән-ейәнсәрҙәрен бишектә тирбәтергә хыяллана. Улы өйләнә, өйгә килен алып ҡайта. Бер аҙ йәшәгәс, уҫал килен иренә шарт ҡуя: “Өсәүләп йәшәргә теләмәйем, беҙгә әсәйең ҡамасаулай, йә уны үлтерәһең, йә урманға алып барып аҙаштыраһың”. Ирҙең күҙҙәрен йоҡо алмай, уйлана, хафалана, ошо төн эсендә сәстәренә сал төшә: “Нисек инде мине ауырлыҡ менән үҫтергән иң яҡын кешем – әсәйемдең йөрәгенә бысаҡ сәнсәйем йәки муйынына еп һалайым, булмай. Икенсе юлды уйлап ҡарайым әле”, – тип бер көн әсәһен урман яғына алып китә.
Әсәһе улын күҙәтеп бара ла: “Атлауҙары тап атаһыныҡы кеүек. Хоҙай ғүмер бирмәне шул. Ҡыуанышып, бер-береһенә таяныс булып йәшәрҙәр ине”, – тип уйлап ҡуя. Әсәһе урманға килеүҙең сәбәбен белмәй әлегә. Улы: “Әсәй, әйҙә, ултырып бер аҙ ял итеп алайыҡ”, – тип тәҡдим яһай. Әсәһе: “Улым, ҡайҙа итегеңде сис, силғауыңды йомшартып бирәйем, атлауы ҡыйындыр. Беҙҙең яҡ ниндәй хозур тәбиғәтле. Баш осонда ғына кәкүк саҡыра, ҡоштар шатланып балаларын осорға өйрәтә, аҡлан сәскә­ләргә күмелгән. Тәбиғәткә һоҡланып йәшәргә лә йәшәргә. Бәхетле тормош көтөгөҙ инде”, – тип улының арҡа­һынан һөйөп ала. Улы күҙҙәрен тултырып әсәһенә ҡарай: “Әсәкәйем, йәшәүҙән кем туйған? Ашарға-эсергә бар, донъя етеш хәҙер, әйҙә ҡайтайыҡ, тәмле итеп сәй эсәйек, һинең ҡулдарыңдан эсеү – үҙе ҙур бәхет”. Улар ауылға табан юл тота. Тәҙрәнән быларҙың икәүләп ҡайтып килгәнен күргән уҫал килендең ене ҡотора башлай, тағы мәкерле план ҡора. Ҡайтып сисенеү менән ире: “Ана һандығың, әйбер­ҙәреңде тултыр ҙа өйҙән сығып кит, күҙемдән юғал”, – ти. Бер ни ҙә аңла­маған әсә аптырап ҡала. “Әсәй, үтенеп һорайым, беҙҙең араға ҡыҫылма, һуңынан һөйләрмен”, – тип бисәһен ҡы­уып сығара улы.
Бер аҙ ваҡыт үткәс, егет етем үҫкән, уңған ҡыҙға өйләнә, өсәүләп донъя көтә башлайҙар. Әсәй кеше икеһенә лә “балам” тип өндәшә, ярҙам итергә тырыша...
Тағы бер эпизод тураһында яҙмай мөмкин түгел. Ауыр һуғыш йылдары. Йорт хужаһы Ватанды һаҡлап һәләк була. Атаһы киткәндә әсәһе ҡорһағында ҡалған бала донъяға килә. Һәр ерҙә аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөрә. Бер көн әсәй кеше “ашарға берәй ризыҡ табып булмаҫмы икән” тигән уй менән ҡышла­ған баҫыуға китә. Һирәк булһа ла, башаҡтар күренгеләп ҡуя. Йөрөй торғас, бер устай иген остоғо йыя. Алып ҡайтып, ашап, балаһын имеҙергә тотона. Бер ус иген әсәйҙең һуңғы ризығы булған икән. Иртәгәһенә күршеһе хәл белергә инһә, әсә кеше үлеп ята, ә балаһы илай-илай күкрәк һөтөн эҙләй. Бына ниндәй ул әсә: һуңғы һулышына тиклем балаһы өсөн йәшәй.
Ошондай ваҡиғаларҙы ирекһеҙҙән бөгөнгө менән сағыштырып ҡарайым. Ауыр һуғыш ваҡытында халыҡ бер-береһенә ярҙам итергә, булғанын күршеһе менән бүлешеп ашарға тырышты. Шырпы юҡлыҡтан хатта кис күмеп ҡалдырған тере күмер менән дә ихлас уртаҡлашты, икмәк тураһында уйларға ла түгел, бер бөртөк картуфты ла, үлгән һыйыр-аттың итен, тиреһен дә ғәҙел бүлешеп туҡландыҡ.
Радио, телевидение күңелһеҙ ваҡи­ғаларҙы еткереп кенә тора. Бер ҡатын яңы тыуған балаһын ағас араһына ырғытҡан. Биш-алты көн үткәс, баланы табып алалар. Икенсе әсәй әле генә донъяға килгән балаһын ҡыуаҡлыҡҡа ташлай, уны ла үткенселәр табып дауаханаға илтә. Кемдер балаһын ҡый үткәргескә тығып ҡуя. Был ниндәй заман килде? Ул сабыйҙарҙың ниндәй ғәйебе бар, ниндәй гонаһ ҡылғандар? Улар ҙа яҡты донъяла йәшәр өсөн тыуған бит!
Балаһына ҡул һалған әсәйҙәрҙең иленә, халҡына хыянат итере көн кеүек асыҡ, улар тотошлайы менән кешелек сифаттарын юғалтҡан.
Хатта хайуандар, ҡош-ҡорт балаларын һаҡлап ҡалыу өсөн үҙҙәрен ҡорбан итә. Әҙәмдәр уларҙан өлгө алһа, бәлки, донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрер ине. Юғиһә кешеләр туйып шаша башланы кеүек, әхлаҡи сифаттарын юғалта бара.
Шуныһы ҡыуандыра: һуңғы ваҡытта урамдарҙа “Әсәкәйем, эсмә инде” тип, балаларҙың иларҙай сырайын һүрәт­ләгән рекламалар күренә башланы. Ми­неңсә, был ғына аҙ, етмәй. Матбуғатта, телевидение-радиола әхлаҡ темаһына күберәк, тәрән йөкмәткеле тапшырыу­ҙарҙың булыуы мотлаҡ, бәлки, күптәр ғибрәт алыр ине.
Юғиһә намыҫ сифаты юғала бара. Матур, ғәҙел тормошта йәшәргә теләһәк, бының киреһен эшләргә кәрәк.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың
атҡаҙанған уҡытыусыһы.