Башҡортостандың Башлығы "Башҡорт балы" хаҡында...

30-11-2015, 18:27 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Башҡортостандың Башлығы "Башҡорт балы" хаҡында... Рөстәм Хәмитов "Башҡорт балы" брендының барлыҡҡа килеү тарихын теркәргә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, бренд сығышы менән Архангель районынан.
"1930 йылдарҙа Мәскәүҙә уҙған халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә Башҡортостан үҙенең балын ҡуя. СССР-ҙың барлыҡ төбәктәре араһында нәҡ Архангел районының балы иң сифатлы продукция тиеп таныла, алтын миҙал менән баһалана. Бренд шунан сығыш алалыр ҙа инде." – тип хәбәр итә республика башлығы. Уның фекеренсә, был тарихты үҫтереп, дөрөҫ итеп биргәндә, киләсәктә махсус музей ҙа төҙөү мөмкин буласаҡ.