Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса ла – аяҡ аҫтында
Аҡса ла – аяҡ аҫтында Ғаилә ҡороу менән йәштәр алдында һайлау мәсьәләһе тыуа: ҡайҙа йәшәргә, киләсәгең яҡшы булһын өсөн ниндәй өлкәлә тир түгергә? Ирина менән Дамир Хафизовтар күп уйлап тормай Себер тарафтарына юллана.

Муравленко ҡалаһына барып урынлашыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона улар. Фатир алыу өсөн дәүләт програм­маһында ҡатнашыу маҡсатында урындағы хакимиәткә документтар ҙа тапшыралар. Йылдар үтә тора, ғаиләне байытып, ике бала донъяға килә. Бер мәл Ирина үҙ эшен асып ебәрә – торлаҡ алыу-һатыу, тапшырыу өлкә­һендә кешеләргә ярҙам күрһәтә. Тик шул саҡ ҡатын иренең дә күңеленә эшҡыуарлыҡҡа орлоҡ һалғанын күҙ алдына килтергәнме икән – бер көн матур ғына эш хаҡы алып йөрөгән Дамир Башҡортостанға, атап әйткәндә, Стәрлетамаҡҡа ҡайтып, бизнес менән шөғөлләнергә була. Ә ниңә баҙнат итмәҫкә ти – хаҡлы ялға биш йылға алдан сығыр өсөн “Себер стажы” әҙер, яңы шөғөлдө башлап ебәрергә капитал да бар. Шулай итеп, әйтелгән – эшләнгән: пластик тәҙрәләр, тимер ҡоймалар ҡуйырға, өй башын тимер менән ябыу хеҙмәте күрһәтергә хыялланған Дамир тыуған яғына юл тота.
Әммә теләк һәм аҡса барлыҡ юлдар асыҡ тигәнде аңлатмай әле. Ҡыйын­лыҡтар сығып ҡына тора. Мәҫәлән, материалды осһоҙораҡ хаҡҡа алыу өсөн күпме йүгерергә тура килгәнен бер Хоҙай ғына белә. Бынан тыш, кадрҙар мәсьәләһе аҡһай шул беҙҙә.
— Йәй көнө өс бригада булып китә. Кем өй башы яба, кем ҡойманы ҡойоп ҡуя тигәндәй. Тик ҡайһы бер егеттәр ар­ҡаһында клиенттар алдында ҡыҙа­рырға ла тура килә – эскелеккә баш була алмағандар осрай, – тип әсенә бул­дыҡлы егет. – Эш хаҡын да түлә­йем, кәрәк саҡта ял да алалар, әммә тәртип боҙола ла китә. Дөрөҫөн әйт­кәндә, ауыл егеттәре менән генә эшләйем, нисек тә булһа үҙем һымаҡ ябай кеше араһынан сыҡҡандарға ярҙам итергә тырышам, ә бына нимә килеп сыға...
Хәйер, таянырҙай, эште еренә еткерерҙәй егеттәре лә бар Дамирҙың – тиҫтәнән ашыу эшсе араһында ла уңғандар табылмағас, нисек итеп эшҡыуарлыҡты алға һөрөргә булыр ине?!
Эх, ҡыйынлыҡтар шуның менән генә бөтһә икән. Бөгөн эшҡыуарҙың ҡатыны бер балаһы менән, йәнә шул фатир мәсьәләһе һаман да хәл ителмә­гәнлектән, Себерҙә йәшәүен дауам итә, улы Ишембайҙа уҡый. Икенсе төрлө әйткәндә, ғаиләһе менән яратҡан шөғөлө араһында өҙгөләнә егет – быныһы инде ысын мәғәнәһендә һынау! Хәйер, уңышҡа һынауҙар аша барырға тура килә шул.
Уңыш тигәндән, Дамирҙың хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә бизнес башлауына инде өсөнсө йыл.
– Артабан да бергә эшләрлек егет­тәр бар, ике генә булһа ла махсус техника тотам, табыш килә, артабан да үҫешергә ине, – тип булдыҡлы егет пландары менән дә уртаҡлаша. Дамир күптән түгел шиналар нығытыу һәм алмаштырыу цехы асты. Бына бит нисек, бер шөғөл менән генә сикләнмәгәс, бер урында ултырмағас, яйы сығып тора. Уңыштан башҡа тағы ни теләргә ҡала инде бындай егеттәребеҙгә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 31

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 45

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 87

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 46

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 65

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 153

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 141

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 30