Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бейеклеккә илтер рухи бөйөклөк
Бейеклеккә  илтер рухи бөйөклөк Бынан бер нисә йыл элек Мәжит Ғафуриҙың ейәне Хәлит менән аралашыу бәхете тейгәйне. Үҫмер сағына тиклем күҙе күргән уның, һуңынан һуҡырайған. Уңайһыҙ булһа ла, бер тапҡыр: “Хәлит, һин төҫлө төштәр күрәһеңме ул?” – тип һораным.
– Эйе. Төш күрһәм, бәхетле булып уянам. Тик гел бер үк төрлө: йүкә сәскә атҡан мәлдә йәшеллеккә күмелгән Өфө урамдары буйлап йөҙәм.

Һорауым Хәлиттең күңел ҡыл­дарын сирткәндер – сағыу төҫтәр тураһында йышыраҡ һөйләшә башланыҡ.
– Еңеңде генә тотоп ҡарайым әле, – тине ул бер тапҡыр. – Һин бөгөн йәшелдән кейенгәнһең.
– Ҡайҙан беләһең?
– Һәр төҫтөң үҙ йылыһы бар...
Бейеклеккә  илтер рухи бөйөклөкБыл һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына тәжрибә үткәрҙек. Хәлиттең төҫтө айырмаған сағы һирәк булды.
Ғөмүмән, тома һуҡыр йә күҙе зәғиф кешеләр үҙ донъя­һында йәшәй, сөнки һынау итеп бирелгән сиктәрҙе емереүе ҡыйын. Гүзәл Хәсәнова иһә тормошона үҙгәрештәр индерә алған. Һап-һау ҡыҙға студент саҡта энцефалитлы талпан ҡаҙалған. Иң ҡур­ҡынысы – ул ҡыҙын тапҡандан һуң организмы бирешеп, күреү һәләтен юғалта башлаған. Мәк­тәптә немец телен уҡытҡан, ике бала тәрбиәләгән Гүзәл хәҙер шәүләләрҙе генә айыра. Урамда таяҡһыҙ йә оҙатыусыһыҙ йөрөй алмай.
– Һуңғы ваҡытта тормошома үҙгәрештәр индергем килде. Балалар үҫкәс, аралашыу етмәй башланы. Гел фатирҙа ғына ултырыу ҙа мөмкин түгел. Был спортҡа килгәнемә ике йыл тирәһе. Әлеге команда менән йәйҙән алып шөғөллә­нәбеҙ. Беҙҙе ойоштороп, бер көс итеп туплаған тренерыбыҙ Ти­мурға рәхмәтлемен, сөнки һәр кемдең күңеленә юл табырға кәрәк, һәр кешенең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эш итеү мөһим. Быйыл Мәскәү ҡалаһында үткән ярышта ҡатнаштыҡ. Күрмәгәс, юлға сығырға ла ҡыймайыраҡ тора инем. Оҙатыусы кеше кәрәк бит. Егеттәр ярҙам итте – гел етәк­ләп кенә йөрөттө, – тип һөйләй Гүзәл.
Ҡыҙы Элинаға – 19 йәш, ул – пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры. 14 йәшлек Артур биш­алыш менән шөғөлләнә. Спортты үҙ иткән балаларынан ҡалыш­маҫҡа тырыша Гүзәл. Әлеге шөғөл уға яңы мөмкинлектәр асҡан, тор­мошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәрткән.
Төркөмдә аяҡ-ҡул быуындары ҡаҡшаған егеттәр-ҡыҙҙар бар.
– Баштарына төшкән өлөштөң әселеген аңлап, үҙеңдең хәлеңә шөкөр итәһең, ярҙам итергә ты­ры­шаһың. Бер нисә күнекмәнән һуң уларҙың тәне яҙылып китә. Шөғөлләнеү бушлай, теләктәре булғандар ҡушылһын. Әйткәндәй, бағыусылар ярҙамына ла мох­таж­быҙ. Ни генә тимә, залда ҡаяға үрмәләү – бер, тәбиғәттә – бөтөн­ләй икенсе. Йәйгеһен тәби­ғәткә сы­ғыу, Ирәмәл тауына менеү теләге көслө, – ти Гүзәл.
Денис Ғүмәров иһә юридик колледж тамамлаған. Студент са­ғын­да пауэрлифтинг менән шөғөл­ләнгән.
– Мөмкинлектәре сикле кешегә эш табыуы ауыр икәненә тө­шөндөм. Әле өйҙәмен. Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ өсөн килдем был спортҡа. Һәйбәт зал, барлыҡ уңай­лыҡтар тыуҙырылған. Уңыш­та­рыма әсәйем дә һөйөнә, – ти егет.
Төркөмгә йөрөүселәр тиҫтәгә яҡын. Тик, хәбәрселәр килә тип иҫкәртеп ҡуйғас, бөгөнгө күнек­мәнән күптәре баш тартҡан. Гүзәл менән Денис үҙҙәре тураһында бер аҙ һөйләне, ә бына тренер­ҙары аҙ һүҙле егет булып сыҡты. Үҙенең дә физик мөмкин­лектәре сикле Тимур Әбдрәшитов юғары уҡыу йортон тамамлаған, эшләп йөрөй. Үҙе ише кешеләргә терәк һәм таяныс була белә. Гүзәл менән һөйләшкән арала Денис “ҡая”ға үрмәләп йөрөп, бер нисә тапҡыр ҡолап та төштө. Тимур тыныс ҡына егеткә хаталарын аңлатты, тыңламаған аяҡтарын ҡайҙа ҡуйырға кәрәклеген күр­һәтте, маҡтап та алды.
Тауға үрмәләүе еңел түгел. Айы­рыуса мөмкинлектәрең сикле булһа. Шулай ҙа кемдер тауҙың итәгендә тороп ҡала, кемдер үргә менә. Кемдер күрмәһә лә төҫ айыра, ә кемдеңдер күңел күҙе ғүмер буйы һуҡыр ҡала...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52