Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған көн – эшлекле шарттарҙа
Кисә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, төрлө кимәлдәге депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре менән бер рәттән, Берҙәм ҡабул итеү көнө сиктәрендә граждандарҙы ҡабул итте. Осрашыу “Берҙәм Рәсәй” партияһының тыуған көнө уңайынан ойошторолдо һәм йола буйынса республиканың һәр ҡала-районында үтте. Парламент етәксеһе халыҡ менән скайп аша аралашты, шуға бәйләнешкә хатта алыҫ райондарҙа йәшәгәндәр ҙә сыҡты.

Парламентарийға Ишембай, Яңауыл, Учалы, Мәсетле, Бөр­йән, Благовар, Стәрлетамаҡ райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы вәкилдәре мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, һорау биреү­се­ләрҙең барыһы ла тәү сиратта ауылдаштарының мәнфәғәтен яҡланы, шуға проблемалар ҙа билдәле бер ерлеккә хас булды. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ халҡын торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү принцибы, башҡарылған эш акттарын халыҡҡа еткереү мөмкинлектәре ҡыҙыҡһындырһа, бөрйәндәр иһә бөрйән ҡортоноң киләсәге өсөн хафаланды.
– Тоҡомло бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуына тәү сиратта төбәккә башҡа төрлө ҡорттарҙың индерелеүе сәбәпсе. Ундайҙарға районға бөтөнләй юлды ябыу яҡлыбыҙ. Был турала норматив документ ҡабул итһәгеҙ ине, – тине, бөрйәндәрҙең теләген еткереп, Рәмил Хәлиуллин.
Константин Толкачев был мәсьәләнең күптән көн ҡаҙағында булыуын, закон проекты әҙерләнеүе һәм яҙғы сессияла “Умартасылыҡ тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерәсәктәре хаҡында белдерҙе.
Мәсетле районынан шылтыратыусылар иһә кадрҙар мәсьә­ләһен күтәрҙе. Медицина хеҙмәткәрҙәре миҫалында ауыл еренә эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға ла гранттар ойоштороп булмаҫмы, тигән фекер еткерҙе улар. Ишембай халҡы алыҫ райондарға табиптарҙың килеүен, элекке кеүек айына бер-ике тапҡыр булһа ла урындарҙа ҡабул итеүҙәрен ойоштороуҙы һораны.
Ғөмүмән, “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медве­дев­тың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә бындай осрашыуҙар йыш ойошторола. 2008 йылдан 2015 йылға саҡлы, мәҫәлән, 10 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Һорауҙар башлыса торлаҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль өлкә, хоҡуҡ һаҡлау мәсьәләләренә ҡағыла.
Әйткәндәй, партияның тыуған көнө уңайынан кисә республи­каның район-ҡалаларында “түңәрәк өҫтәл”дәр, матбуғат конференциялары, брифингтар ҙа ойошторолдо. Ә маҡсаты бил­дә­ле: бындай осрашыуҙар халыҡтың тын алышын тойоу, ғөмүмән, уларҙы борсоған мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү һәм хәл итеү өсөн бик кәрәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы 18.02.2019 // Йәмғиәт

Баймаҡ районында һәр йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, алға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы...

Тотош уҡырға 54

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 370